RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тағы авария. Тағы автобус…

02.03.2018 Тағы авария. Тағы автобус…

Тағы авария. Тағы автобус…
Иглин районындағы юл хәрәкәте фажиғәһендә 9 кеше һәләк булды
«Өфө – Ҡатау - тамаҡ» рейсында барлығы 12 пассажир һәм водитель була. Тере ҡалған пассажирҙарҙың дүртәүһе ауыр хәлдә Өфө, Эҫем һәм Әшә ҡала дауаханаларына оҙатыла.
Автоинспекторҙар әйтеүенсә, Оло Теләк ауылы янында «Мерседес - Спринтер» автобусының «Ман» йөк машинаһы менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һәләкәт тыуа. Ваҡ таш тейәгән йөк машинаһы алда барған транспортты уҙыу маҡсатында ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға һәм автобусҡа бәрелә. Ә ҡайһы бер, әлегә раҫланмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йөк машинаһының тағылмаһы тайып китеп, микроавтобус килгән ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға. Юлдағы хәрәкәт тулыһынса туҡтатыла, трассала ҙур тығын барлыҡҡа килә. Шаһиттар әйтеүенсә, авария урынындағы күренеш ҡот соҡос була. Ҡотҡарыусыларға тимер өйөмө араһынан һәләк булыусыларҙы сығарып алыу өсөн сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт талап ителә. Ә йөк машинаһы водителе медицина ярҙамынан баш тарта. Асҡын районынан 1977 йылғы был ир ҡулға алынған, уға юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу арҡаһында кешеләрҙең үлеүе статьяһы буйынса енәйәт эше янай.
Әле Башҡортостан Эске эштәр министрлығының тикшереү – оператив төркөмө, шулай уҡ ЮХХДИ етәкселәре һәм ашығыс хеҙмәттәр авария сәбәбен ныҡлап тикшерә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Ул юл фажиғәһе сәбәптәрен ҡыҫҡа ваҡытта асыҡларға ҡушты һәм һәләк булыусыларҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика Хөкүмәтенең резерв фондынан һәләк булыусыларға — 500 мең һум, ә зыян күреүселәргә 200 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк. Республика етәксеһе фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрҙе. Ҡатау – Тамаҡта ике көнлөк матәм иғлан ителде.
Пассажирҙар ташыу хеҙмәте Силәбе өлкәһендә теркәлгән шәхси эшҡыуар ойошмаһы тарафынан үтәлә. Был ойошма вәкилдәре лә авария урынына килеп етә. Диспетчер әйтеүенсә, уларҙа тик тәжрибәле, эшенә яуаплы ҡараған водителдәр эшләй. Ойошмала иң беренсе урынға пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйыла, юғары тиҙлектә йөрөү ҡәтғи тыйыла.
Был көн иртәнсәктән алып көслө ҡар яуҙы. Иглин районының юл идаралығы хәбәр итеүенсә, фажиғә участогында 5 минут алдан ғына юл таҙартылған, быны ГЛОНАСС системаһы буйынса тикшерергә лә мөмкин икән, баҡтиһәң.
Ҡорбандар араһында өс кеше — Башҡортостандан, ҡалғандары Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән.
Әйткәндәй, халыҡ араһында «Үлем юлы» тип йөрөтөлгән М5 Урал трассаһы төбәктә иң хәүефлеһе булып һанала. Водителдәр әйтеүенсә, транспорт ныҡ күп булғанлыҡтан, был юл үтә көсөргәнешле, ҡышҡыһын, етмәһә, трасса тарая. Насар һауа шарттарында юл йөрөү тағы ла ауырлаша. Федераль трасса «Өфө - Силәбе» электричкаһы йөрөгәндә иркенерәк ине. Ә инде тимер юл маршруты туҡтатылғас, пассажирҙар ағымы өсөн М5-тән башҡа бүтән юл ҡалманы. Яҡын киләсәктә трассаны дүрт һыҙатлы итеп күреү — күптәрҙең хыялы. Ҡыҙғаныс, 9 кеше һәләк булған көндө, ошо уҡ трассаның 1284-се километрында тағы бер ҙур авария була. Унда йөк машиналары төкөлә һәм өс водитель үлә.

Халыҡта «Юл ғазабы – гүр ғазабы» тип бушҡа әйтмәйҙәр шул.
Әлбиттә, бөгөн бер ниндәй ҙә ярҙам, ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәре ҡорбан булғандарҙың яҡындарын йыуата алмаясаҡ. Аллаһы Тәғәлә уларға сабырлыҡ бирһен инде… Сәфәр йөрөү фажиғә менән тамамланмаһын ине, юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Лилиә ХӘЛИТОВА.











Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»