НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Ғалимдың һыны уға лайыҡлы булырға тейеш”

“Ғалимдың һыны уға лайыҡлы булырға тейеш”


“Ғалимдың һыны  уға лайыҡлы  булырға тейеш”Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевҡа тыуған яғында ҡасан “дөрөҫ” һын ҡуйылыр?

Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, полиглот, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн башҡарылған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Лайыҡлы шәхестең исеме тарихыбыҙ биттәрендә теркәлде, исеме замандаштарының хәтерендә һаҡлана. Ғафури районының Сәйетбаба ауылы мәктәбе уның исемен йөрөтә, премия булдырылған. Йәнтөйәгендә бюст та ҡуйылған. Әммә ошо таш һын буйынса дәғүәләр ҙә бар.

Ғалимдың туғаны Әхмәт Хәбибуллин әйтеүенсә, 2016 йылдың октябрендә ҡуйылған һәйкәлдәге йөҙ һис тә Жәлил Кейекбаевтыҡына оҡшамаған. “Был бары тик бер ир-ат йөҙө, тик мин унда бабайымды танымайым, – ти Әхмәт Әсхәт улы. – Ауылда про­фес­сор­ҙы яҡшы белгән оло кешеләр ҙә шундай фекерҙә һәм быны, шәхескә ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеү, тип белдерә”.
Профессорҙың туғаны таш һынды ҡуйыр алдынан улар менән кәңәшләшмәүҙәрен дә әйтә. Баҡһаң, һәйкәл сифатһыҙ арзан материалдан эшләнгән. Ул әле үк ярыла, ҡойола, буяуы аҡ­тарыла.
Әхмәт Хәбибуллин Жәлил Кейекбаевтың музейын муниципаль статустан республика кимәленә күтәреү, унда штат берәмектәрен тергеҙеү мәсьәләһен дә күтәрә. Әхмәт ағай Башҡортостан Башлығына, БР Мәҙәниәт министрлығына ла хат яҙған, әле яуап көтә.
“Башлыҡҡа яҙған хатымда Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барған осорҙа арҙаҡлы ғалимыбыҙға лайыҡлы, тура килгән таш һын ҡуйыуҙа ярҙам итеүен һораным, – ти ул. – Ҡаран-йылға ауылында, йорт-музейы алдында шәхесебеҙҙең ысын йөҙөн сағылдырған һәйкәл ҡалҡып сығырына ышанам, әле скульптор менән һөйләшелгән, һындың проекты әҙерләнә, ойоштороу комитеты бул­дырҙыҡ”.
Был эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр өсөн махсус иҫәп тә асылған.

А. АҠБУЛАТОВА.

Реквизиттары:
Получатель – Хабибуллин Ахмет Асхатович
Счет получателя – 40817810906004960293
Банк получателя – ПАО
Сбербанк, Өфө ҡалаһы, 8598-се бүлексә
ИНН банка – 7707083893
БИК банка – 048073601
К/с – 30101810300000000601
Код подразд. банка по месту ведения счета карты – 1685980197

“Ғалимдың һыны  уға лайыҡлы  булырға тейеш”
“Ғалимдың һыны  уға лайыҡлы  булырға тейеш”

Сығыу ваҡыты 9-02-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 199
|
  • Алдар батырға һәйкәл буласаҡ!
  • Халҡым, тип йәшәүсе ғалим
  • Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ
  • ОЛО ЮЛҒА СЫҠҠАН ИЖАД ЮЛЫ
  • «Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM