НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һандарҙа – кешеләр яҙмышы

Һандарҙа – кешеләр яҙмышы


Һандарҙа –  кешеләр яҙмышыТормош булғас, була төрлө хәл, тип йырҙа күнелле генә йырланһа ла, ысынбарлыҡта ҡайһы саҡ килеп сыҡҡан хәлдәрҙән күҙгә йәш төйөлә

Бәлйерәп бөткән ҡарсыҡ кабинеттан сығып китте. Үткән төн әбекәй өсөн еңелдән булмаған. Уның менән бергә йәшәгән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән 37 йәшлек улы, иҫереп ҡайтып, әсәһен ҡаңғыртҡан. “Балам, суд-муд юлдарын тапата күрмә, үлергә йөрөгәнемдә. Әҙәм ыстрамы, кеше ишетеп ҡалмаһын тип, һаман йәшерә килдем. Ю-у-у-уҡ, кисә оторо шашты шул, хатта күршеләр йоҡоларынан уянып килеп инде фатирға. Ҡыҙым, ғариза яҙмайым, йонсотма. Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙар, һеҙҙең алдығыҙҙа миңә шул тиклем оят, тик бер нәмә лә яҙмайым. Улым нимә тине һуң? Ай, алла, тағы күрһәтә инде, ай, Алла... Үҙ балам бит, үҙемдеке, үлтерә һуҡмай йә сразыу”, – тип иламһырап сығып китте ул.

Әбейҙең улы араҡы еҫе аңҡытып килеп инде лә, үҙенең эскелеге арҡаһында ғаиләһеҙ, эшһеҙ ҡалыуын һөйләне, әсәһенә һуғып ебәреүенә бик үкенеүен әйтте, биргән ҡағыҙҙар­ға ҡултамғаһын ҡуйып, йәһәт кенә сығып олаҡты.
Коллегам был “ир уҙаманы”ның йыш ҡына әсәһенә ҡул күтәреүен, бер ҙә генә эскелеген ташларға теләмәгәнен һөйләне. Йәл. Әсәй кеше ошо тормош тураһында хыялланғанмы ни?
Тап ошондай боласылар менән эшләй ҙә инде Өфө ҡалаһының йәмәғәт именлеген һаҡлаусы инспекторҙар. Үткән туғыҙ айҙа ғына 2584 низағ ҡуптарыусыға ҡарата административ хоҡуҡ боҙған өсөн протоколдар төҙөлөп, улар яуапҡа тарттырылған. Уйлап ҡараһаң, миллионлы ҡала өсөн был күп тә түгел кеүек, тик ошо һан тирәләй нисәмә әсәй, ҡатын, бала әсе күҙ йәшен түгәлер – әйтеүе ауыр.
Йәмәғәт именлеген һаҡлаусы инспекторҙар төнгө тынлыҡты боҙған, башҡаларға ҡамасаулаған өсөн 1800 кешене яуаплылыҡҡа тарттырған. Уларҙың бөтәһе лә хакимиәттең административ комиссияларында тикшерелеп, законға ярашлы, штраф түләүгә мәжбүр ителгән. Үҙәктә ҡала буйынса таралған алып­һатарҙар менән эш бик ҡәтғи ҡуйылған. Хәҙер кем, нисек, ҡайҙа һәм нимә менән һатыу итергә тейеш – аныҡ ҡына билдәләнгән. Әлбиттә, һалым тү­ләүҙән ҡотолорға маташып, хакимиәттең рөхсәтенән тыш ҡасып-боҫоп һатып итеүселәр етерлек. Тик был тағы ла административ хо­ҡуҡ боҙоу булып сыға. Хөрмәтле өфөләргә, ни­мәнелер һатыуға сығарыр алдынан, иң тәүҙә бөтә нескәлеген еренә еткереп, кәрәкле документтар йыйығыҙ, зин­һар, тип әйтер инем.
Балалар, уларҙың ғаиләлә тәрбиәләнеүе үҙәктә айырым иғтибарҙа тотола. Ошо көнгә тиклем бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор­ҙар төрлө профилактик органда иҫәптә торған 2370 бала менән эшләгән. Индивидуаль һөйләшеү, йәшәгән һәм уҡыған ерҙәрендә күрешеү үҫ­мерҙәргә артабан хоҡуҡ боҙоу юлынан сығырға ярҙам итә. Асоциаль тормош алып барған 1734 ата-әсә асыҡланған. Был ғаиләләр ҙа йәшәү урыны буйынса иҫәпкә ҡуйылып, күҙәтеүгә алынған.
Үтеп барған йылдың туғыҙ айына йәмәғәт именлеген һаҡлаусылар ошо рәүешле йомғаҡ яһаны. Үҙәктә эш гөрләй. Һандар бермә-бер арта. Ә уларҙа – кешеләр яҙмышы... Ғазраилдан да ҡурҡыныс атай... Туҡмалған әбей... Әсәһен бер көн айныҡ күрмәгән ас балалар...
Аҙғынлыҡтан араласы, иман насип итсе, Хоҙай!

Әлмира ИСХАҠОВА,
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәмәғәт именлеген һаҡлау үҙәге белгесе, психолог.

Сығыу ваҡыты 16-11-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 404
|
  • Егәрленең ҡулы етәү
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Эскелек яҡшыға алып бармай
  • Ата-әсә, «комендант сәғәте» тураһында онотма!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM