RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.10.2017 Ау-у, марал!

Ау-у, марал!Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
«Беҙгә маралдарҙы иҫәпләшергә киләһегеҙме?» – тип Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының экология-ағартыу бүлеге методисы Зилә Ғайсина шылтыратыу менән, барам, тип һикереп төштөм.
– Тауҙарҙа йөрөйәсәкбеҙ, шуға йылы кейенеп килегеҙ, үҙегеҙ менән фонарь, резина итек, термос алығыҙ, – тип иҫкәртте Зилә Хәйбулла ҡыҙы.
Күптән йәйәүле походтарға йөрөмәгәс, кәңәш-төңәш итергә күршеләремә индем. Мәрүәрә Пирғәлина менән Әҡсән Күсәев – тәжрибәле туристар, улар Башҡортостанды арҡырыһынан-буйына йөрөп сыҡ­ҡан. Минең бәләкәй рюкзакты, ҙур термосты шунда уҡ бракка сығарҙылар. Әҡсән, көҙгөлөгөн походта күп әйбер талап ителә, тип үҙенең ҙур рюкзагын бушатып бирҙе, Мәрүәрә, тауға менгәндә ҙур термос ауыр була, тип, бәләкәс термосын тотторҙо. Ерҙә ултырғанда һыуыҡ үтмәһен тип, ул яңы хобаһын да йәлләмәне, ел булһа – кейерһең, тип өр-яңы штормовкаһын да рюкзакка тыҡты. Мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп, тикшереп, әйберҙәргә ревизия яһап, иҫән-һау йөрөп ҡайт, тип фатиха биреп, һинең менән бергә барырға ине, тип саҡ ҡына көнләшеп, оҙатып ҡалдылар.

Балалар донъя гөрләтә

Дәртле атлап сығып киттем Бөрйәнгә. Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа машинала бара торғас, төштән һуң Һарғая ауылына килеп тә еттем. Унда мине бер өйөр бала-саға ҡаршыланы. Ике йәштән алып ун йәшкәсә ыбыр-сыбыр малайҙар ятһынып та тормай, кемлегемде, ҡайҙан килеүемде белеште. Мине, һеҙҙең ауылға беренсе тапҡыр килгән турис­ты, ҡайҙа алып барыр инегеҙ, ерле халыҡ, тип шаяртып ҡына һорағайным, кемуҙарҙан үҙ-ара һөйләшергә керештеләр.
– Беренсе тауға алып барайыҡ, – тине береһе.
– Бәлки, шишмәгә алып барырғалыр?! – тип икеләнде икенсеһе.
– Вышкаға! – тип һөрәнләне өсөнсөһө.
– Беренсе тауға барырға һуң түгелме? – тип елкәһен тырнаны өлкәнерәктәрҙән берәү.
– Улай булғас, вышкаға! – тип һаман бирешмәне үҙе бер ҡарыштай, тауышы мең ҡарыштай малаҡай. Балалар тынып торған арала:
– Беренсе тау тигәнегеҙ ҡайҙа? – тип һүҙемде ҡыҫтырып өлгөрҙөм.
Барыһы ла (команда буйынсамы ни!) ҡулдарын берҙәм генә бейек тауға табан һуҙҙы:
– Бына ул!
– Ә ниңә «Беренсе»?
– Сөнки ул беренсе тау, шуға, – минең аңһыҙлыҡҡа ғәжәпләнделәр.
– Алыҫ ҡына ла ул… – тип тауға ҡәҙәр араны самаланым.
– Һи-и, бүстәк, «һә!» тигәнсе барып та ҡайтабыҙ, – егеттәр тимәйһеңме үҙҙәрен, бәләкәй булһалар ҙа, ҡалай тәүәккәлдәр! Шулай ҙа, айыҡ фекер еңеп, Беренсе исемле тауға икенсе көндө итек кейеп барырға һөйләшеп килештек. Малайҙарҙың әйтеүенсә, тау-урманға итекһеҙ йөрөргә ярамай (йылан-фәлән осрауы бар, тип аңлаттылар). Бөгөнгө көн бушҡа уҙмаһын тип, балалар мине тәүҙә шишмәгә алып барҙы. Беҙ ошонан һыу эсәбеҙ, тип мине лә һыуҙы тәмләп ҡарарға ҡыҫтанылар. Ярай, һеҙ бында йәшәп бешегеп, нығып бөткәнһегеҙ, ә мин был һыуҙы эсеп, кәзә бәрәсенә әйләнһәмсе, тип баш тартҡайным, беҙҙең шишмә һыуы таҙа ул, тип миңә үпкәләгәндәй иттеләр. Ләкин бала бала инде, шунда уҡ үпкәләрен онотоп, мине вышкаға әйҙәнеләр.
– Аҙашмаҫ өсөн ошо баштары ҡыҙылға буялған таяҡтар буйлап барырға кәрәк, – тип бәләкәстәрҙең береһе мине етәкләп алды.
– Вышканы беҙ төҙөнөк, – тип эйәген сөйҙө икенсе бәпес.
– Кем ул «беҙ»? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Мин атайым менән, – тип эре сирттерҙе юлдашым. Маҡтау, хуплау көткәнен һиҙеп, йәш төҙөүсенең усын ҡыҫтым:
– Афарин, егеттәр! Шәп вышка төҙөгәнһегеҙ!
Танауын шыр тартып, ыштанын түшенәсә күтәреп, ҡыуанып алға елдерҙе бәләкәс.
Вышкаға менергә ҡурҡтым. Әллә елгә, әллә малайҙарҙың ыңғайына һелкенеп торғандай ине. Өҫкә күтәрелергә күндерә алмағас, маралдарыбыҙҙы күрһәтәйек тип, вольерға табан дәррәү ҡуҙғалдылар. Кәртә эсендәге малҡайҙар беҙҙе күреп, арғы яҡҡа сабып китте.
– Ҡалай ҡурҡаҡтар ул, – тигәйнем, малайҙар­ҙың береһе түш кирҙе:
– Ә минең әсәйемдән улар ҡурҡмай! Әсәйемде яратып көтөп торалар.
– Әсәйең ошонда эшләйме әллә?
– Эйе, ул маралдарҙы ашата, эсерә.
– Ә беҙҙең бер боландың бәпесе бар, – тине бәләкәстәрҙән берәү.
– Бәпесе түгел, быҙауы, – тип төҙәтте уны өлкәне. – Яңыраҡ ҡына быҙауланы.
– Июндә шикелле, – тип асыҡланы икенселәр.
Әйткәндәй, кәртә эсендә торған маралдарҙы ҡараусы Әлиә Исхаҡованы боландар әллә ҡайҙан танып, тауышына йүгереп килеп тә етте.
– Әлеге ваҡытта һигеҙ баш марал бар, – тип һөйләне Әлиә Наил ҡыҙы. – Бер ата марал, дүрт инә марал һәм өс быҙау. Ҡышын уларға бесән, һоло ашатабыҙ, йәй һыу эсерәм, кесерткән йолҡоп һалам. Маралдарҙы ҡарауы миңә ифрат оҡшай, улар янына килһәм, шунда уҡ кәйефем күтәрелә. Холоҡ-фиғелдәре менән улар бер-береһенә оҡшамаған, һәр береһенең үҙ холҡо. Мәҫәлән, Малыш исемлеһе иркә генә, ул үҙен һөйҙөрөр өсөн гел ҡул аҫтына инеп бара. Яңы ғына килтергән саҡтарында ҡурҡаҡ ҡына инеләр, һәр нәмәнән шөрләп, һиҫкәнеп, ҡасырға ғына әҙер торҙолар. Хәҙер өйрәнделәр, минән ятһынмайҙар.
Шулай кәртә эсендә, күрһәтеү-эксперимент майҙансығында, үҫтереп алғас, маралдарҙы иреккә сығарып ебәрәләр. Маралдарҙың беренсе партияһын (39 башты) ҡурсаулыҡҡа 1941 йылда уҡ әле Алтайҙан килтергәндәр. Тәүге тиҫтә йылдарҙа ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына, тәрән көрткә өйрәнмәгән малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләп ашатырға тура килә, ләкин һуңынан улар урындағы климатҡа яраҡлаша. Хәҙерге ваҡытта вольерҙа торған маралдар һәм инспекторҙарҙың аттары өсөн генә бесән әҙерләйҙәр. Инә маралдар апрелдә быҙаулай. Сентябрҙә иһә ата маралдарҙың ҡарығыу осоро башлана. Улар тау баштарына менеп, инә боландар­ҙы саҡыра. Ҡысҡырған тауыштары әллә ҡайҙар­ға тарала. Шул тауыштар буйынса ата маралдарҙың иҫәбе алына ла икән.
Балалар мине ҡунаҡхананың болдоронаса оҙатып ҡуйҙы. Улар менән бер шоколадты бүлеп ашаныҡ та, иртәгә осрашырға һүҙ ҡуйышып, таралыштыҡ (йәш экскурсоводтарым алдында ғәйеплемен: килешелгән ваҡытта осраша, Беренсе тауға бергә күтәрелә алманым, сөнки беҙҙе ауылда ҡалдырмай, кор­донға алып киттеләр).
Ҡунаҡханала беҙҙе, бер төркөм журналисты, тәмле аш бешереп, мунса яғып, Шәһиҙә Шишкова көтөп тора ине. Йыйыштырыусы Рәйлә Айытбаева ла бер аҙҙан килеп етте. Беҙгә, әлегә эш күрһәтмәгән кешеләргә, ҡунаҡсыллыҡтың иң яҡшы өлгөһөн тәҡдим иткән егәрле ҡатындарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ ине. Тамаҡ ялғап, мунса инеү менән шунда уҡ тауға йүгереп менеп, маралдарҙы һанарға әҙер булһаҡ та, беҙҙе төнгә ҡарай ебәрә торғандары бармы? Төндә иһә, йөрәккә шом һалып, бүреләр кәртә эсендәге маралдарҙы аңдып йөрөнө. Ярай ҙа кәртәләре бейек, бүреләр һөжүм итерлек түгел…
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
(Дауамы киләһе һанда).

Яңы юлға?
Макаров кордонына!

Ата маралдарҙың тауыш биргәнен көтөп, уларҙы ҡарауыллап, тауҙан-тауға сабып йөрөү еңел эш түгел. Таң һарыһы (хатта ҡараңғыһы) менән тороп, тәғәйен урынға йән-фарман барып еткәнсе, ете ҡат тирең сыға, аяҡ аҫтындағы ағастарға, бейек үләнгә абына-һөрөнә килә торғас, тир менән йәнең дә сыға яҙа. Быны, әлбиттә, һуңынан белдем. Айырып әйткәндә, Йәмил Яныбаев, Данил Нуритдинов һәм Морат Ҡасимовтар төркөмөнә беркетелеп, улар менән бергә марал тауыштарын һағалап ер гиҙә башлағас, үҙ елкәмдә татыным. Ә шуға тиклем ҡурсаулыҡ директорының урынбаҫарҙары (фән һәм тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау буйынса) Марс Нәбиуллин менән Илнар Вәлиев мине Һарғая эргәһендә генә йөрөтмәксе ине. Йәнәһе лә, ҡатын-ҡыҙ менән ҡурсаулыҡ биләмәһен гиҙгәндә мәшәҡәт күп була.
– Аңлағыҙ, унда һеҙҙең ыңғайға йөрөргә ваҡыт та, дөрөҫөн әйткәндә, теләк тә юҡ, – тине асыҡтан-асыҡ Марс Ишдәүләт улы. – Тауҙар бейек һәм текә, маршруттар ауыр һәм алыҫ. Беҙгә тиҙ генә йөрөп, кире әйләнергә кәрәк, һеҙҙең ҡайғығыҙ булмаясаҡ. Һеҙҙең өсөн генә айырым шарттар ҙа тыуҙыра алмаясаҡбыҙ. Шуға үҙәк утарҙа ҡалаһығыҙ.
– Ә миңә айырым шарттар тыуҙырырға кәрәкмәй, бына күрерһегеҙ, “ыһ” та итмәйәсәкмен, – тип ҡарыштым. – Һеҙ мине үҙегеҙ менән алырға тейешһегеҙ, сөнки төп бурысым – йәнле материал йыйып алып ҡайтыу.
– Әллә Макаров утарына алып барайыҡмы? – минең дәлил Илнар Тайфур улының ныҡлығын ҡаҡшата төшә, ул һынсыл ҡарашын Марсҡа төбәй. – Унда, ни тиһәң дә, кеше йәшәрлек йылы өй бар.
– Егеттәр, бәхәсләшмәйһегеҙ, алып бараһығыҙ һәм вәссәләм, – бәхәсте төплө аҡыллы ҡурсаулыҡ директоры Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яныбаева туҡтатты. – Ул эшебеҙҙең уртаһында ҡайнап йөрөп, тәьҫораттарға байымаһа, нисек итеп гәзит уҡыусыларын тәьҫирләндерһен?! Нисек итһәгеҙ ҙә, үҙегеҙ менән йөрөтөп килтерәһегеҙ инде.
Һүҙем һүҙ булғанға еңеүсе ҡиәфәтендә оло ҡәнәғәтлек менән халыҡ “Буханка” тип атаған “УАЗ”ға сығып ултырҙым. Ҡағы ауылы тапҡырынан Макаров кордоны яғына боролғас, Марс Ишдәүләт улы мине тағы өгөтләргә кереште:
– Беҙ барған Яңы юл тигән ерҙә кеше йәшәрлек түгел, унда ут та, бәйләнеш тә юҡ, тау битендә ерҙә ятып йоҡларға тура киләсәк, Макаров кордонында иһә ут та, йоҡларға урын да бар. Һеҙ шунда ҡалырһығыҙ, беҙ артабан китербеҙ.
– Ысын шулай, – тип һүҙгә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Искәндәр Яныбаев ҡушыла. – Ерҙә ятып йоҡлағанда һыуыҡ үткәреүегеҙ ҙә ихтимал бит. Һеҙҙең турала борсолабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – һеҙҙе имен-һау ғына йөрөтөп алып ҡайтыу.
Йөҙгә тәүҙә уҫалыраҡ күренһә лә, йомшаҡ тауышлы, һөйкөмлө булып сыҡҡан Искәндәрҙең һүҙҙәренән күҙгә йәш төйөлә. Ни өсөндөр мине оҡшатмай, үҙҙәре менән бергә алып йөрөткөләре килмәй, шуға алдай­ҙар һымаҡ тойола: тап улар барған ерҙә маралдар ҡысҡырыр, ә мин тороп ҡалған ерҙә бер ни ҙә ишетелмәҫ тә, буш йөрөп ҡайтырмын кеүек.
– Һеҙ барған Макаров кордоны бик иҫтәлекле урын ул, – биология фәндәре кандидаты Марс Ишдәүләт улы мине әүрәтеүен дауам итә. – Ул дәүләт инспекторы Тимофей Сергеевич Макаровтың хөрмәтенә аталған. 1937 йылдың июлендә Тимофей Сергеевич үҙенең биләмәһен урағанда, Ҡағы йылғаһы буйында атыу тауыштарын ишетә лә, шунда ашыға. Ике браконьер йәш өйрәктәргә атҡан була. Тимофей Сергеевич, уларҙы тоторға маташып, ҡыуаҡлыҡтар араһында йәшенгән браконьерға яҡын килә, һәм уны түшенә терәп тигәндәй атып үлтерәләр. Макаровтың ҡыҙы Любовь Тимофеевна атаһының эшен дауам итер өсөн, уның урынына эшкә инә лә, ғүмер буйы урмансы булып эшләп, Яңы юл кордонында йәшәй.
– Бер үҙеме? – ҡатын-ҡыҙҙың юлһыҙ, утһыҙ ерҙә япа-яңғыҙ йәшәүе минең өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
– Эйе, – егеттәр, иғтибарымды икенсе нәмәгә йүнәлтә алыуҙарына һөйөнөп, артабан тарихты бәйән итә. – Кейәүгә сыҡҡайны ла, ире урманда торорға теләмәне, Любовь Тимофеевна ла кордонын ташлай алманы, шуға айырылыштылар, ахыры. Тимофеев­наның улы бар, ауылда йәшәй. Ҡартайғас, әбейҙең аяҡтары шешенеп, һыҙланып ыҙалан­һа ла, барыбер Яңы юлдан киткеһе килмәне әле ул. Ҡышҡылыҡҡа улы уны үҙенә йәшәргә алып ҡайта торғайны, әммә яҙ етеү менән Любовь Тимофеевна тағы кордонға килде. Инспекторҙар уға юл ыңғайы һуғылып, хәлен белешеп, аҙыҡ-түлек килтереп йөрөнө. Эшен, ҡурсаулыҡты яратты, шуға үҙен йәлләмәй, тәбиғәткә фиҙакәр хеҙмәт итте ул ҡатын.
Миңә ҡалһа, ҡурсаулыҡта тик шундай ғына кешеләр эшләй ала ла, башҡалар оҙаҡ сыҙамай, ауырлыҡтарға түҙмәй, йәһәтерәк ҡасыу яғын ҡарай. Бәлки, бәғзе берәүҙәрҙе эш хаҡы тотор ҙа ине, ләкин дәүләтебеҙ тәбиғәт һағындағыларҙың мәнфәғәтен һаҡларға ашыҡмай. Шуға ла бында тик фиҙакәрҙәр, үҙ эшенең фанаттары ғына эшләгәненә иманым камил. Һөйләшеп килә торғас, Марс кинәт машинаның тормозына баҫты:
– Ана, бүре эҙҙәре! Әле генә үткәндәр.
Йомшаҡ батҡаҡта ысынлап та бүре эҙҙәре ярылып ята ине.

Макаров кордоны

– Күҙ ҡараһындай һаҡлап ҡына йөрөтөгөҙ, – тип инспекторҙарға наказ биреп, мине ҡалдырҙылар ҙа, Марс менән Искәндәр Яңы юл яғына йүнәлде. Яйлап гәпләшеп ултырырға ваҡыт юҡ тип, сәй эскәс тә маралдарҙы иҫәпләргә тауға сығып киттек. Иң алдан Йәмил Яныбаев бара. Әллә ни шәп тә атламаған һымаҡ, әммә үҙен һис ҡыуып етеп, уҙырлыҡ түгел. Тауға менһенме, үҙәнгә төшһөнмө, шырлыҡты ярһынмы – бер тында ғына атлап китеп тик бара. Артынан эйәреп килә торғас, беҙ Морат Ҡасимов менән уны спорт йөрөшө буйынса ярышта ҡатнаштырыр өсөн Олимпия уйындарына ебәрергә булып киттек. Ә ниңә ебәрмәҫкә, ти, ун саҡрымды ла, егерме саҡрымды ла күҙ асып йомғансы үтә ул, бөтә йәш спортсының да танауына сиртәсәк, тип үҙ-ара ҡыҙышып һөйләшәбеҙ. Йәмил ағай ләститебеҙгә йылмайып тик килә. Әҙерәк туҡтап алһа, мең рәхмәтле булыр инем, тип хыялланып атлай торғас, ниһайәт, кәрәкле ергә килеп еттек. Бөгөнгә беҙҙең урын ошо тирәлә, тип, юлдаштарым үләнгә ултырышты. Алдыбыҙҙа ғына киңлеге бер метрҙай ерҙә тоҙло тупраҡ йәйелгәйне.
– Ошонда йәнлектәр тоҙ яларға килә, – тип аңлатты егеттәр. – Тоҙлоҡтар айырыуса маралдарға кәрәкле. Бер нисә йыл тоҙлоҡтар эшләмәгәйнек, маралдар һаны кәмене. Әлбиттә, быға браконьерҙар ҙа, бүреләр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе, шулай ҙа тоҙлоҡтар эшләүҙе яңынан тергеҙҙек.
Ҡараңғы тиҙ төштө. Шунда уҡ өшөтә лә башланы. Урмандан әллә ниндәй шомло тауыштар сыға: ботаҡ һынамы шунда, ҡоштар пырылдап осамы...
– Бында айыуҙар бармы икән? – ситтәрәк ултырған ерҙән яйлап ҡына егеттәр яғына шылам.
– Әлбиттә, бар.
– Әллә шул йөрөймө икән шытырлап?
– Юҡ, айыу шым ғына йөрөй, уны ишетермен тимә.
– Бында килеп сыҡмаҫмы? – шөбһәләнеүемә көлдөләр:
– Ул беҙҙе ситтән генә күҙәтеп торһа торор, әммә яҡынламаҫ.
Шулай ҙа, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип, егеттәрҙең араһына уҡ барып урынлаштым.
– Ә айыу килеп сыҡһа, нимә эшләргә?
– Сәбәләнмәҫкә. Күҙенә ҡарамаҫҡа. Яйлап ҡына артҡа сигенергә. Яңылыш өҫтөнә барып сыҡмаҫ өсөн, урманда шаулап, килеүеңде аңғартып йөрөргә кәрәк, – тиҙәр.
– Бер тапҡыр урмандан асыҡ ергә килеп кенә сыҡҡайным, шунда йөрөгән инә айыу миңә ауыҙын ҙур асып, үкереп ташланды, – тип иҫләне Йәмил ағай. – Ауыҙы ҡып-ҡыҙыл, ҡанлы һымаҡ икән үҙенең, тауышы яман. Мин бер ни ҙә эшләй алмай, шаҡ ҡатып тик торҙом. Миңә тиклем ете-һигеҙ метрҙай ара ҡалғас, шып туҡтаны. Шул мәлдә күҙ ҡырыйым менән генә балаларын күреп ҡалдым, улар тәгәрәшеп урман эсенә инеп юғалды. Баҡтиһәң, шуға инәләре тынысланып, туҡтаған икән. Яй ғына боролдо ла, балалары артынан алпан-толпан баҫып китеп барҙы.
– Әгәр ҙә балалары ҡыҙыҡ күреп, һеҙгә табан килһә, инәләре шул ике арала һеҙҙе ботарлап та ырғытыр ине бит, – тим, шул мәлдә үҙемдең сәс төптәрем ҡыбырлай. – Әлдә үҙегеҙҙе Хоҙай аралаған.
Тора-бара хәбәребеҙ бөттө. Мөкиббән китеп урманды тыңлайбыҙ. Ҡолаҡтарҙы ҡарпайтып тик ултырғас, ваҡыт яй аға, дөм ҡараңғыла бөтә шәүлә күҙгә әллә нимә булып күренә, шомло тауыштар ҙа өҫкә баҫып килә. Оҙаҡ ултырҙыҡ. Асыҡтырҙы. Рюкзактан алма алып, юлдаштарыма һондом. Шым ғына ашарға тырышһам да, алманы кетерләтеүем ҡолаҡты ярып барған кеүек. Һәм тап шул мәлдә алыҫта марал ҡысҡырҙы. Борғо уйнаттылармы ни, һиҫкәнеп, Морат менән икебеҙ ҙә бер юлы тауыш килгән яҡҡа баштарҙы борҙоҡ. Сыҙап ултыра алмай:
– Ура, берәү булды! – тип һикереп торҙом. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине! Данил тауыш ишетелгән урынды картала билдәләне. “Локатор”ҙарыбыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ рәтләп, артабан тыңланыҡ. Шул уҡ марал тағы бер тапҡыр тауыш бирҙе лә, һуңынан күпме генә ишетергә теләһәк тә, башҡаса ҡысҡырманы.
– Ниңә башҡаса өндәшмәне икән?! – тип көйәләнеүемә егеттәр көлдө:
– Ә ниңә уға ҡысҡырырға, хәҙерге заманда телефон бар ҙа инде, шунан ғына бәйләнешкә сыҡты, ахыры.
Сәғәт төнгө ун берҙә ҡайтырға сыҡтыҡ. Кордонға барып етеүгә унда беҙҙе ҡунаҡтар ҡаршы алды. Мари Иле Республикаһының Ҙур Кокшага ҡурсаулығынан Олег Игнатенко, Александр Шашев, Григорий Мосунов атлы инспекторҙар маралдарҙы иҫәпләшергә ярҙамға килгәйне. Таңғы сәғәт бишенселә тороп, беҙ дүртәү үҙ юлыбыҙҙан киттек, ҡунаҡтар Илнар Тайфур улы менән үҙҙәренең маршруты буйынса ҡуҙғалды.
– Бәхетең бармы икән, бөгөн тағы тикшереп, һынап ҡарайбыҙ инде, – тине Морат Ҡыраҡа тауҙарына үрләгәндә. – Бәхетең булһа, марал тауышын ишетәсәкбеҙ.
– Бар, – тинем ышаныслы һәм яңылышманым. Ишетеү генә түгел, хатта бер маралды күрергә лә яҙҙы.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Ауу, марал! (аҙағы)

Ҡыраҡа тауҙарының текәлеген шул тауҙарҙа йөрөгән кеше генә белә. Ихтыяр көсөн йоҙроҡҡа йомарлап, үренә барып етә алһаң, күҙ алдында ғәжәп гүзәл картина асыла – иге-сиге күренмәгән урмандарҙың мөһабәтлеге, тауҙарҙың олпатлығы һушты ала, бөйөклөгө әсир итә. Алдыңда йәйрәп ятҡан урман-тауҙар шунда уҡ үҙенә ғашиҡ итә.
– Мин бәләкәй саҡтан, өс йәштән, Йәмил ағайға иптәш булып эйәреп, ҡурсаулыҡҡа йөрөнөм, – тип һөйләй Морат Ҡасимов, – ләкин тәбиғәттең матурлығын унда эшләй башлағас ҡына күрергә өйрәндем. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе ботаҡ тишеге, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Инде ҙурайғас әле ул, Йәмил ағайға эйәреп киләм ошо тауҙарға, ул миңә балҡып сығып килгән ҡояшҡа күрһәтә лә, ана, ҡара, ниндәй матурлыҡ, ти. Ҡарайым, бер матурлығын күрмәйем, ҡояш сыҡҡанын йөҙ мәртәбә күргәнем бар, тим. Ә хәҙер бөтөнләй икенсе итеп күрәм тәбиғәтте. Уның һәр миҙгелен, һәр кейеген, ҡошон, ағасын, үләнен ҡәҙер итеп, башҡаса һис ҡасан ҡабатланмаҫ айырым бер мөғжизә итеп ҡарайым, күрәм, ғәжәпләнәм, таң ҡалам.
Хәмит участкаһында иң йәшемен. Шуға барыһы ла минең турала хәстәрлек күрә. Данил ағай килеп, йоҡларыңа урын бармы, тип һорап китә, Йәмил ағай, ашарыңа бармы, тип белешә... Элек Данил ағайҙың атаһы Сәйәх Нуритдинов Хәмит инспекцияһының баш дәүләт инспекторы булып эшләне. Ул да һис бер туҡтауһыҙ мине хәстәрләне: барып еттеңме, хәлдәрең нисек, ҡасан ҡайтырға сығаһың, тип һәр аҙымымды белеште. Беренсе көндән алып ошонда ғүмер буйы эшләгән ағайҙарға ҡарап һоҡланам. Бына Йәмил ағайҙы ҡыуып етерлек түгел, тиһегеҙ, Рәхимйән, Сәлих Яныбаевтар ҙа, Айҙар Мөхәмәтйәнов та шулай тау-урмандар буйлап елдереп йөрөй. Ә йәштәре арыу ғына бит. Шул ағайҙар хаҡлы ялға сығып китеп бөтһә, ни эшләрмен икән, тип борсолам.
– Улар урынына һин ҡалаһың, – тип йыуатам үҙен. Ғөмүмән, Мораттың уң яғында ғына йөрөйөм, ныҡ арып китһәм, хәбәргә әүрәтеп, уның тиҙлеген кәметтерәм.
– Башҡаса мине үҙегеҙ менән алмаҫһығыҙ, марал иҫәпләшергә бүтән саҡырмаҫһығыҙ инде, был баҡма беҙгә кәрәкмәй, тиерһегеҙ, – телде арҡыры тешләп, курткаһының еңенә йәбешеп үк алам.
– Улай тимәгеҙ, – ти изге күңелле Морат. – Арыу ғына күренгән ир-егеттәрең хәлдән тайып, ярты юлдан кире боролоу яғын ҡарай, ә һеҙ беҙҙән бер ҙә ҡалышмай, зарланмай ғына киләһегеҙ.
Зарланыр ҙа инем, тик үҙем кордонға көсләшеп килгәс, көсһөҙлөгөмдө күрһәтергә оят. Һуҡраныуымды, ризаһыҙлығымды белеп ҡалһалар, мине Һарғая янында ғына йөрөтөргә теләгән Марс Нәбиуллин, Илнар Вәлиев, Искәндәр Яныбаев һуңынан күҙемде лә астырмаҫ. Ә мин лайыҡлы ғына рәүештә ҡурсаулыҡ менән дуҫлыҡты нығытыу яғында. Сөнки мине бында һәр нәмә хайран итә, һәр кем ихтирам уята, күңел күтәренкелеге һәр ҡайҙа оҙата йөрөй.
...Ҡайҙалыр алда марал ҡысҡырҙы. Шул тауышҡа эйәреп, дүрт аяҡлап тигәндәй тауҙың иң үренә барып етер саҡта ғына үткер күҙле Морат ҡаршылағы тауҙа тауыш хужаһын күреп тә ҡалды. Фотоға төшөргәнде белгән кеүек, ата марал бер алдын күрһәтте, бер артын, уң яғы менән дә баҫып торҙо, һул ҡабырғаһына ла әйләнде. Шулай бер ни тиклем башын текә сөйөп торғандан һуң, абруйын белеп кенә ағастар араһына инеп юғалды. Бик гүзәл хайуан икән. Уның ошо төбәкте үҙ иткәненә ҡыуанып бөтөрлөк түгел.
– Ошондағы һәр кейек ҡурсаулыҡта яҡлаулы икәнен белә, – ти Данил. – Һунар осоро башланыу менән ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә ҡурсаулыҡҡа килеп тула.
– Бер һунарсы һөйләгәйне, – тип һүҙҙе Морат дауам итә. – Улар иптәштәре менән әллә нисә сәғәт буйына мышыны ҡыуып килгән. Инде ҡыуып еттек тигәндә генә мышы ҡурсаулыҡ биләмәһенә инеп тә киткән. Етмәһә, саҡ ҡына төпкәрәк үткән дә, туҡтап, быларға ҡараған, йәнәһе лә, алдығыҙмы өлөшөгөҙҙө, тейеп ҡарағыҙ хәҙер миңә.
Юлдаштарым бәхетем булыуына ышанды – тау үрендә тағы ла бер нисә маралдың ҡысҡырғанын ҡағыҙға теркәнек. Тауыштары бер-береһенекенән айырылғас, бутарлыҡ түгел икән. Көн бушҡа үтмәгәнгә ҡәнәғәтлектән, ғорурлыҡтан башым күккә тейҙе.

Рөхсәтһеҙ бер аҙым ярамай

Шул уҡ көндө киске рейдҡа Илнар Вәлиев, Морат Ҡасимов менән сыҡтыҡ. Башҡа тауҙар­ҙа урынлашҡан инспекторҙар менән рация аша хәбәрләшеп, тыныс ҡына тау башында ултыра инек, тревога иғлан ителде – ниндәйҙер еңел машинаның ҡурсаулыҡ биләмәһенә килеп ингәнен белдек. Шул мәлдә инспекторҙарҙың нисек берҙәм, тәүәккәл һәм ҡыйыу эш иткәнен күреп, үҙемде кинола кеүек хис иттем. Тауҙан ҡараңғыла нисек имен-аман йүгереп килеп төшкәнбеҙҙер, һаманғаса аптырайым. Кордонда машина­лар­ға тейәлдек тә, еңел автомобилдең фарҙары күренеп ҡалған яҡҡа остоҡ. Ҡур­саулыҡ территорияһына рөхсәтһеҙ инеүселәр­ҙе тотоу буйынса операция менән Илнар Тайфур улы етәкселек итте. Ҡағы йылғаһы буйына, ҡурсаулыҡ сигенә барып еткәс, ул миңә машина эсенән сыҡмаҫҡа ҡушты. “Ниндәй әҙәмдәр икәнен, ниндәй уй-ниәт менән йөрөгәндәрен белмәйбеҙ, ҡорал-фәләндәре булып ҡуймаһын”, – тип киҫәтте. Шөкөр, ябай үткенселәр булып сыҡты – аншлагтар­ҙы күрмәй, ҡурсаулыҡҡа килеп ингәндәр икән. Тәртип боҙоу­сыларҙы инспекторҙар күҙ асып йомғансы ҡамап та алды. Сикте боҙоу­ҙарын, ҡамауға эләгеүҙәрен улар аңғармай ҙа ҡалды шикелле. Һәр хәлдә, Илнар Тайфур улы протокол төҙөй башлағанда, сикһеҙ аптырауҙары йөҙҙәренән юйылып та бөтмәгәйне. Киҫкен мәлдә егеттәребеҙҙең юғалып ҡалмауына, етеҙ, сос, батыр булыуҙарына ҡарап нисек кинәнмәйһең? Кемделер тотам тип, боҙло һыуға инеп кит тә, билдән һыу кисеп йөрө әле... Ошо ваҡиға аша ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һәр саҡ уяу икәнен күрһәтте, тәртип боҙоусыларға, браконьерҙарға ҡаршы ҡалҡан кеүек ҡалҡырға әҙер булыуҙарын раҫланы.
– Нисектер бик ваҡытлы килгәнбеҙ, – тип Мари Иле инспекторҙары ла эшкә ярап ҡалыуҙарына һөйөндө.
Әлбиттә, марал ҡайғыһы китте. Протокол төҙөгәнсе төн уртаһы ла етте. Өс-дүрт сәғәт йоҡланыҡмы-юҡмы, яңынан рейд­ҡа сыҡтыҡ. Әллә йоҡо туймағанға, әллә урман ныҡ шаулағанға, ул иртәлә бер маралды ла ишетмәнек. Йәл, тип, ҡайтыр яҡҡа юлландыҡ.

Һарғаяла эш ҡайнай

Янғын һүндереү часы начальнигы Ирек Шишков менән һырт буйлап айырым маршрутта йөрөгән Зилә Ғайсина:
– Ирек Васильевичты ҡыуып етеп булмай, шундай шәп йөрөй, – тип килеп инде.
– Улар, “заповедниктар”, шулай шәп йөрөй, тауға еп-еңел менәләр, – тип йылмайҙы Шәһиҙә Шәғәли ҡыҙы.
“Заповедниктар” тип ошо Һарғаяла тыуып үҫкән кешеләрҙе әйтәләр икән.
– Марал тауышын ишетмәнек, уның ҡарауы, тейен күрҙек, – тип тәьҫораттары менән артабан бүлеште Зилә. – Күңелем булды. Ихлас йөрөп ҡайттым. Тауға менгәнсе, хәл бөтөп, тышылданым, аҙаҡ, үрҙе яулағас, яҙылып киттем, тын иркенәйҙе. Мин Әбйәлил районының Хәмит ауылынан, шулай уҡ тау-урманлы яҡтан. Яланға китмәй, тағы тау-урман эсенә килен булып төштөм. Ирем Илдар ошо Һарғаяныҡы, кейәүгә сыҡҡан әҙере, әйҙә, тауға йөрөп киләйек, тиһә, һин нимә, ниндәй тау, ти торғайным. Баҡтиһәң, унда икән бейеклек, сафлыҡ! Ирек ағай ҙа әйтә бит, тауҙа еңеллек тоям, тип. Ысын шулай икән.
– Их, миңә лә берәйҙе сығырға ине ул иҫәп алыуға, – тип һуҙҙы Рәйлә Хажиәхмәт ҡыҙы. – Үкенескә ҡалмаҫ ине, исмаһам. Ярай ҙа бер тапҡыр янғын һүндереүҙә ҡатнаштым. Шунда техника менә алмаған тауҙарға ир-егеттәр­ҙең арҡаларына һыу тултырылған махсус резервуарҙар аҫып, тауға йүгереп менгәндәренә шаһит булып, улар өсөн ғорурлыҡтан телһеҙ ҡалғайным.
– Беҙҙә ана шундай шәп кешеләр эшләй ул, – тип йөпләне уны Шәһиҙә апай. – Ҡайһы саҡ йәшендән шундай ҡурҡыныс янғындар сыға, хатта күрше ҡурсаулыҡтарҙан, урман хужалығынан да кешеләр йәлеп ителә. Ҡул көсө менән һүндерергә тура килгән осраҡтарҙы иҫләһәң, ҡурҡыныс булып китә.
Шул янғындар арҡаһында ҡурсаулыҡта беренсе майҙан алып октябргәсә осор иң хәүефле мәл һанала. Янғындарҙан, браконьерҙарҙан ҡурсаулыҡты һаҡлаған арала, төрлө фәнни эҙләнеү, тикшеренеү, күҙәтеү, иҫәп тә алып барыла. Мәҫәлән, июлдә айыуҙарға иҫәп була, августа ҡоштарға сират етә, ә сысҡандарға айырым хөрмәт – уларҙы яҙын да, көҙөн дә һанайҙар.
– Элек көндәр һыуыҡ була торғайны, ҡар йыш яуҙы, болғаҡ булды, – тип иҫтәлектәргә бирелде участка инспекторы Кәрим Фәхретдинов. – Ә хәҙер көндәр һәйбәт тора, йылы. Маралдар ҙа аҡылланды. Көндөҙ тигәндәй ҡысҡыралар. Элек беҙ уларҙың ҡысҡырғанын көтөп, төнөн ултырҙыҡ, өшөп-туңып, усаҡ яғып...
Кәрим Фәйзрахман улы ҡурсаулыҡта 1993 йылдан бирле эшләй. Биләмәне көн аша урап үтәбеҙ, йәйгеһен һыбай, ҡышҡыһын санала унар-егермешәр километр ерҙе үтәбеҙ, тип һөйләне. Уның участкаһында һигеҙ урмансы.
– Төрлө юлдан йөрөргә тырышабыҙ, – ти ул. – Ҡайһы саҡ ҡурсаулыҡҡа еләкселәр, бәшмәкселәр килеп сыға. Ә бит беҙҙә бер нәмәгә лә, хатта сәскәгә лә тейергә ярамай. Малға ла инеү тыйыла. Инһәләр, хужаларына протокол төҙөргә тура килә. Ярай ҙа эргә-тирәлә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы, аңлы халыҡ йәшәй.
– Дәүләт инспекторҙарыбыҙҙың барыһы ла яҡшы эшләй, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй, – тип һүҙгә Илнар ҡушыла. – Кемделер айырып күрһәтеүе мөмкин түгел. Бөтәһе лә оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡ һағында. Династиялар ҙа бар: атайҙары урынына улдары эшкә килә, ағайҙары урынына – ҡустылары...
– Хеҙмәткәрҙәребеҙ маршрутта осрашыу­ҙар карточкаһын тултыра (ниндәй ҡош-ҡортто осратҡан, ниндәй эҙҙәрҙе күргән һ.б.), сигнал карточкаһында иһә ағастарға ҡарышлауыҡтар төшкәнен билдәләйҙәр, – тип эш айышын аңлатты директорҙың хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Мансур Яны­баев. – Шунан тыш, айына бер тапҡыр инспектор көндәлеген тултырып тапшыралар. Унда көн торошон яҙалар, нимә эшләгәнен, ни күргәнен теркәйҙәр. Шул яҙмаларҙы фәнни хеҙмәткәрҙәр йылъяҙмаға индерә, анализ яһай.
– Бына шулай бер ҙә бушап булмай, – тип йомғаҡ яһағандай киң йылмайҙы Марс Нәбиуллин. – Хәҙер ата маралдарҙың иҫәбен алып бөткәс, икенсе эштәргә тотонабыҙ. Эшләйем тигән кешегә эше лә табылып тора бит ул.
Әйткәндәй, ҡурсаулыҡ биләмәһендә, дөйөм алғанда, яҡынса 35 – 40 баш марал булғанлығы асыҡланды. Әүәлге күрһәткестәр менән сағыштырғанда, уларҙың һаны бер аҙ артҡан. Шул ҡыуаныстан, ахыры, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре, теләгегеҙ булһа, тағы ла килерһегеҙ, мышыларҙың миграцияһын яҡтыртырһығыҙ, тип хушлашты: “Браконьерҙарҙан уларҙы күмәкләп һаҡларға сығабыҙ, ҡушылырһығыҙ!”. Әллә барырға инде, тим. Саҡ ҡына булһа ла тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә кәрәктер ҙә бит?!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.


Ау-у, марал!
Ау-у, марал!
Ау-у, марал!
Ау-у, марал!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»