НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ете ҡатындың йәшенле йәйе

Ете ҡатындың йәшенле йәйе


Ете ҡатындың йәшенле йәйе"Ул йылды ла йәшенле ямғыр шулай ҡара болот аралаш ҡыҙыл ут булып килеп сыҡты. Сөгөлдөр эшләп йөрөгән ҡатындар: "Шул мөйөштән сыҡҡан (төньяҡ-көнбайыш) ҡурҡыныс ҡара болот тиктәҫкә түгел, әйҙәгеҙ, имен саҡта ҡыуышҡа кереп ҡалайыҡ!" - тип, тиҙ генә был йәшенле ямғырҙан йәшенеү яғын ҡаранылар..." Ни эшләптер әсәйемдең иҫенә ҡапыл 45 йыл элек булған был фажиғәле ваҡиға төштө. Күҙҙәре йәшләнеп китте. Әҙерәк тынысланғас, әсәйем ул көндәрҙең хәтер ебен тағата башланы.

1971 йылдың июнь айы. Сөгөлдөр утау мәле. Ирек улыбыҙға бер генә йәш. Ул ауырып торғас, ике көн эшкә һуңлап сығырға тура килде. Колхоздың сөгөлдөр баҫыуҙары ауылдан Юлыҡ Арҡаһында бит инде. Һабай ауылы ҡатындары сөгөлдөрҙө ике звеноға бүленеп эшләйбеҙ. Үрге яҡтар – беҙҙең урам ҡатындары, уларҙың звено етәксеһе Нәғимә апай Басирова, түбән яҡтың етәксеһе Гөлфара Басирова ине. "Һуңлап сыҡтың, Сәғиҙә, һине үҙебеҙгә ала алмайбыҙ. Сөгөлдөрҙө апаруҡ утап та өлгөрҙөк инде. Гөлбикә Әминева менән икегеҙгә Ибраһим яғында айырым ер ҡалдырҙыҡ, шунда эшләгеҙ!" - тип Нәғимә апай ҡәтғи генә әйтте лә, күмәкләп эшкә тотоноп та киттеләр. Мин илайым: "Ғүмер буйы бергә эшләгәнде, ни эшләп улай итәһегеҙ! Бала ауырығас, ни эшләйем инде, шулай тура килде бит!" - тип инәләм, әйләнеп тә ҡарамай, үҙ юлдары менән китеп тик баралар. Ни эшләйһең инде, балауыҙ һығып ултырыр ваҡыт түгел, Гөлбикә менән икәү генә теге айырым ике гектар ярымышар ерҙе алдыҡ та эшкә тотондоҡ. Ул ваҡытта ныҡ үпкәләһәм дә, аҙаҡ Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр тип, бергә эшләгән әхирәттәремә мең рәхмәтле булып, ятҡан урындары йәннәттә булһын тип, Ҡөрьән аяттары уҡыйым, шөкөрәнә ҡылам...

Ошо хәлдән һуң бер аҙна ла эшләмәнек, әлеге йәшенле ямғыр сыҡты. Үр яҡ звено' эшләй ҙә эшләй, ямғырға тиклем әҙерәк ер ыратып ҡалырға уйлайҙарҙыр инде. Беҙ ҡурҡышып тиҙерәк ҡыуышҡа инеп йәшендек. Дер ҡалтырап йәшен үткәнен көтәбеҙ. Өс тапҡыр "шарт" итеп көслө йәшен йәшнәне. Ҡатындар: "Яҡында ғына нимәнелер атты бит!" - тип үҙ-ара һөйләнешеп алдылар. Яйлап йәшен тынды, ямғыр ҙа туҡтағандай булды. Ҡыуыштан сығып, тәпкеләребеҙҙе тотоп, ер әҙерәк һурыҡһын әле тип, "табор өйө"нә йүнәлдек. Ямғыр һибәләй, беҙ ишектән ҡалҡыу ерҙәрәк урынлашҡан үр яҡ звеноның ҡыуышын ҡарайбыҙ. Унан берәүҙең дә сыҡҡаны күренмәй. Уңарсы булмай, тракторсы Шәфиғулла ағай Зәйнуллин менән бригадир Шәйхетдин Зәйнетдинов аттар менеп, Юлыҡ яғына сыҡтылар. Беҙ уларға: "Ни эшләптер теге звено ҡатындары ҡыуыштарынан сыҡмайҙар, барып ҡарап килегеҙ әле!" - тибеҙ. Улар шул яҡҡа сабып сығып киттеләр. Ҡараһаҡ, кемдер ҡыуыштан сыҡты ла иҫерек кеше кеүек тәнтерәкләп, биҙрәһен болғай-болғай, был яҡҡа атлай башланы. Уны-быны уйламай, аптырап ҡарап, көтөп торабыҙ. Ҡыуыштан был яҡҡа тиклем берәй саҡрымға яҡын ара барҙыр. Арҡа юлындағы әлеге күпер ул ваҡытта юҡ, соҡор ғына. Шул соҡорға етте лә: "Беҙҙекеләр бөттө!"- тип ҡысҡырып, йығылып китте. Геү килешеп үрге ҡыуышҡа сығып йүгерҙек.

Эй-й-й, балаҡайым, ундай афәтте бер кемгә лә күрергә яҙмаһын! Ҡыуыш эсенә кереү менән уң яҡлап та, һул яҡлап та бахырҡайҙар тәгәрәшеп яталар. Тик береһе генә иҫән, ул да был ҡот осҡос фажиғәнән аҡылдан яҙған кеше кеүек, башын тегеләй-былай болғап, әллә нәмә мығырлап ултыра. Ул Мәғүҙә еңгә Ҡужина булып сыҡты. Күҙ алдыңда иптәштәрең утлы шарҙан берәм-берәм тәгәрәһен әле, хыялый булырһың! "Йәшен атҡан кешене ҡоро тупраҡҡа күмәләр, күмһәң, терелә икән, тигәнде ишеткәнем бар,"- тине арабыҙҙан кемдер. "Әйҙәгеҙ, күмеп ҡарайыҡ",- тип ҡатындарҙың бер нисәһе ер соҡой башланы. Тап ошо ваҡытта Еҙем-Ҡарандан врачтар килеп етте. Уларҙы баяғы атлылар алып килде. Табиптар ҡатындарҙың һәр береһен ҡарап сыҡтылар ҙа Сәкинә еңгә Ғафарова тере икәнен асыҡлап, дауаханаға алып киттеләр. Әммә ул да барғас үлгән. "Беҙҙекеләр бөттө!" - тип ҡысҡырғаны Зәйтүнә апай Яҡупова ине. Бер звенолағы туғыҙ ҡатындан икеһе генә тере ҡалды. Ҡалған етеһе өсәр-алтышар балаларын етем ҡалдырып, һәләк булдылар. Тәүбә, Хоҙайым! Ул ваҡыттағы ҡара ҡайғыны бер кемгә күрергә яҙмаһын! Миңә бигерәк тә ҡыйын булды, ауырыуға әйләндем. Әллә нисә йылдар бергә эшләгән бер звено ҡатындары күҙ алдында юҡҡа сыҡтылар. Ут күршеләремде берәм-берәм өй беренсә тараталар, һәр йорт алдында илаш-ҡысҡырыш, Аллам һаҡлаһын! Күргән кешегә Аллаһ ярҙам бирһен, күрмәгән кешегә күрергә яҙмаһын! Беҙҙең яҡ урамдың йоп һаны яҡлап, әлеге имам-хатип Фәнил торған ерҙә, Зәкиә Моталлапова ире Минехәт менән өс бала - Миңнира, Зимфира, Дамирҙы үҫтерәләр ине. Уларҙың эргәһендә, беҙҙең ҡаршы күршеләр - звено етәксеһе Нәғимә еңгә Басирова ине. Уның беренсе ире - Миңнегәрәй Басиров һыуға батып үлгәс, өс балаһы: Нәжиә, Ринат, Ришат ҡалғайны, икенсе ире Әсҡәт Хәбибуллиндан Ләлә, Нәсимә, Рөфҡәтте тапты. Алты баланың өсәүһе үкһеҙ етем ҡалды. Таҡ һан яҡлап, беҙҙән бер өй аша Гөлниса менән Хөрмәт Әминевтарҙың өс балаһы бар ине. Береһенән-береһе бәләкәй Фәрғәт, Фәррәх, Фәимә әсәйһеҙ ҡалды. Бер нисә йылдан һуң атаһын да йәшен атып, улар ҙа үкһеҙ етем ҡалдылар. Улар эргәһендә генә Ғафаровтар - Сәкинә еңгә менән Кашбулла ағайҙың Хәлиҙә, Шамил, Тимербай, Байтимер, Фаил, Фәрит исемле балалары әсәһен юғалтты. Балалар ғәрип атай ҡулында ҡалдылар. Уларҙан ике өй аша Миңнифа Яҡупова (баяғы Зәкиәнең апаһы) ире Вәлиәхмәттән Фәрғәт, Мансур, Мансаф, Нуриәхмәт, Миңһылыу, Урал исемле балалары бар ине. Алтыһы ла әсәйһеҙ ҡалды. Уларҙан өс-дүрт өй аша Зәйтүнә апай Яҡупова яңғыҙ ғына өс бала тәрбиәләй ине: игеҙәктәре Иҫәнбай-Аҫылбай, ҡыҙы Таңсулпан. Хоҙайҙың рәхмәте менән туғыҙ ҡатын араһында ул иҫән ҡалғандарҙың береһе. Ошо урам буйлап төньяҡ оста Ғәшүрә исемле ҡатын Бәҙерниса исемле апаһы менән икәү генә йәшәйҙәр ине. Ғәшүрәне лә был йәшенле афәт алып китте. Салыш яҡтан (ауылға кергән урамды шулай йөрөтәләр) ике ҡатын Нәғимә еңгәнең звеноһында эшләмәһә лә, ҡыуышҡа йәшенергә тип кереп кенә, ошо һәләкәткә тарыны. Береһе Зәки Ғәзизовтың ҡатыны Гөлсөм ине. Уларҙың да өс балаһы: Венера, Радик, Эльвира етем ҡалды. Икенсеһе - Хәмит ағай Ҡужиндың ҡатыны Мәғүҙә еңгә - балалары хаҡына иҫән ҡалған ике ҡатындың береһе.

Ҡатындарҙы ололап, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар. Район, колхоз етәкселеге оркестр саҡырҙы. Уҡыусылар мәктәп формаһында, пионер галстуктары тағып, пилоткалар кейеп, зыяратҡа оҙатҡан юлда теҙелешеп торҙолар. Мәрхүмәләрҙең туған-тыумасаһы, нәҫел-нәсәбе, эргә-тирәләге был хәлде ишеткәндәр барыһы ла килгәндер, сөнки зыяратҡа халыҡ йылға кеүек ағылды ла ағылды. Ҡатындарҙы зыярат эсендә бер тирәгә_күмеп, ҡәберҙәрен оҙон кәртә менән уратып алдылар, керергә ҡапҡа эшләнеләр. Унан кергәс тә урталыҡта айырым таҡтаташты һуңыраҡ беркетеп ҡуйҙылар. Унда был хәл-ваҡиғаның ҡасан булғанын, унда һәләк булғандарҙың исем-шәрифтәрен яҙғандар.

"Ошо арала ғына зыяратҡа барғаным юҡ әле. Аяҡтарым ауыртып тора. Ҡасан әле, бер барғанда, уратып алған кәртәләре сереп йығылып бара ине. Йүнәттеләрме икән?.. Балалары ҡайтып, әсәләренең ҡәберенә барһа, бик һәйбәт булыр ине... Бына был фотола беҙҙең звено ҡатындары. Звенобыҙ ҡатындарынан Гөлсәсәк, Әҡлимә, Файза ул йылды эшкә сыҡманы. Уларҙың шул йыл тыуған балалары бар ине".

Әсәйем шулай һөйләнә-һөйләнә ҡулына Ҡөрьән китабын алды. Уҡыған аяттарын мәрхүмәләргә бағышлап, йәшенле ямғырҙың имен-аман үтеүен теләп, доға ҡылды.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Красноусол ауылы.

Сығыу ваҡыты 20-07-2017, 17:26 | Ҡаранылар: 740
|
  • Мәҙәктәр
  • Тормош күренештәре
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Һаҡланғанды ғына һаҡлар
  • Яҙмышмы, яңылышмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM