НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уйланырлыҡ урын бар

Уйланырлыҡ урын бар


Уйланырлыҡ урын бар
йәки йәш белгескә эш ҡайҙа?

Тиҙҙән оҙаҡ йылдар үҙ маҡсатына табан барған егет-ҡыҙҙар ҡулдарына диплом аласаҡ. Әммә улар өсөн эшкә урынлашыу ҙур мәсьәлә булып тора. Киләсәк – йәштәр ҡулында, тип әйтергә ғәҙәтләнһәк тә, оло быуын йәштәргә белгәнен өйрәтеп, тәжрибәһен уртаҡлашып ҡалдырырға бик ашығып бармай­. Түбәндәге миҫал да шуға ишара түгелме?

Көндәрҙең бер йылытып, бер һыуытып тороуы үҙенекен итте – һалҡын алдырып ауырып киттем. Ышанһаҡ-ышанмаһаҡ та, табип­ҡа күренмәйенсә форсат юҡ. Алдан яҙылып инеү тураһында хыялланырға ғына ҡала. Кәмендә ике аҙна көтөргә кәрәк. Сир көтөп тормай шул. Регистратураға барҙым: «Ике табипҡа күренергә мөмкин. Ҡайһыһына эләгәһең, шуныһына инерһең», – тинеләр. Сиратта оҙаҡ ултырмаҫ өсөн, кеше әҙерәк булғанында туҡталдым. Минән алда урта йәштәрҙәге ҡатын ғына бар. Аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, теге ханым инеп китте. Бер ауырыуҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән ун минут үтте, тағы уны өҫтәлде, сыҡҡан кеше лә, тауыш та, тын да юҡ. Тимәк, ентекле ҡарай­ҙыр, намыҫлы табиптыр тип, тынысландырам үҙемде. Ярты сәғәттән ашыу ваҡыт уҙҙы, ул арала сират та йыйылып китте. Йә, Хоҙай, теге ханым сыҡты түгелме?! Бөтә кеше уға асыулы ҡарай, йәнәһе, юҡ-бар һүҙең менән табипты тотҡарлайһың. Миңә лә инергә ваҡыт етте. Ҡабул итеүҙә сәстәре салланып, йөҙөнә ҡартлыҡ һыҙаттары сыҡҡан табип ултыра. Билгә тиклем сисенергә ҡушты ла... тынып ҡалды. Табип усы менән күҙҙәрен ҡаплаған, башын аҫҡа эйгән. Хәтһеҙ ваҡыт уҙҙы, аптырашта ҡалдым, әллә ҡапыл башы ауыртып киттеме? Бәлки, ул үҙе ярҙамға можтаждыр? Ауырыған кешегә етә ҡалды, ҡалтыранып, өшөй башланым. Ҡыйыуһыҙ ғына тамағымды ҡырам. Юҡ-юҡ, барыһы ла һәйбәт, тик серем генә иткән икән! Уянып китте лә, миңә, сисенегеҙ, тине. Күптән сисенергә ҡуштығыҙ бит һуң, тим. Тыңланы, нимәгә зарланыуымды һорашты, карточкама хәрефтәр сыймаҡлай башланы ла, тағы туҡтап ҡалды. Артабан да шул хәл ҡабатланды: бер-ике һөйләмдән һуң – тәмле төш, һуңынан – эште дауам итеү. Шәфҡәт туташы – миңә, мин уға ҡарағанбыҙ ҙа, шаҡ ҡатҡанбыҙ. Мин нимә эшләтәйем инде, тигән кеүегерәк ым яһап, яурындарын һелкетте. Бер нәмәне ике-өс тапҡыр һорай, яуабымды ишетмәй. Әммә иң аптыратҡаны шул булды: дарыуҙарҙың дозаһын, күпме эсергә кәрәклеген бутап бөтөрҙө. Вирусҡа ҡаршы препараттарҙы бер йыл эсергә, тине. Быға аптырап: «Бәлки, бер айҙыр?» – тим. Эйе, эйе, бер ай, тине ул, һү­ҙемде раҫлап. Әгәр уны тыңлап, дарыуҙарҙы йыл буйына эсһәм, аҙағы ни менән тамамланырын уйлауы ла ҡурҡыныс. Ҡан баҫымын үлсәп тә тормайынса, препараттар яҙған. Ярай әле янында ултырған шәфҡәт туташы шәп, уның ҡан баҫымы юғарымы ни, был дарыуҙы уға ниңә тәғәйенләйһегеҙ, тигәс, эйе шул, һыҙып ташла исемлектән, тине. Ниндәй дарыуҙарға аллергия икәнлекте карточканың тышына яҙам тип, сыймаҡлап бөтөргән. Ҡыҫҡаһы, табиптың өнө менән төшө ныҡлы буталды. Мин дә нимәгә килгәнемде оноттом, бөтә уйым бынан тиҙерәк сығып китеү ине. Шунда ғына үҙемдән алдағы ауырыуҙың ни өсөн оҙаҡ ултырыуын, сирленең бында бер ниндәй ҙә ғәйебе булмауын аңланым. Кабинеттан сыҡҡанда мине лә ишек артында тороусылар­ҙың уҫал, асыулы ҡараштары ҡаршы алды. Һеҙҙе лә ошондай яҙмыш көтә, инһәгеҙ, белерһегеҙ әле, тим эстән генә. Ошонан һуң был табипҡа нисек ышанмаҡ кәрәк?!
Һүҙем юҡ, заманында, бәлки, унан да яҡшыраҡ белгес булмағандыр, эшен яҡшы белгәндер. Әлеге хәлен дә яҡшы аңлайым. Оло кешегә сирлеләрҙе ҡабул итеүе еңелдән түгел, йоҡоһо килә, хәле юҡ. Әммә бөгөн уның урын биләп ултырыуынан ни фәтүә? Ә бахыр бер йәш белгес, дипломын һандыҡ төбөнә һалып, сараһыҙҙан урамда һатыу итергә мәжбүр. Ғөмүмән, ниндәй генә өлкәне алмайыҡ, беҙҙә йәштәргә ышаныс юҡ. Шәфҡәт туташы укол яһай белмәй, тамырҙарҙы тапмай, һатыусы дөрөҫ иҫәпләмәй, уҡытыусы булһа,тәжрибәһе юҡ, тәрбиәсе – үҙе бала ғына, тибеҙ. Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү – ғәйеп, тигән бик төплө фекер ҙә бар бит әле. Өйрәнер, тәжрибә лә яйлап тупланыр. Килешәм, йәштәр араһында дипломды ҙур аҡса түгеп һатып алғандары ла юҡ түгел. Әммә бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Миҫал өсөн, ҡала дауаханаларының береһенә медицина университетын тамамлаған ике йәш белгес эшкә ҡайтҡан. Белмәгәндәре юҡ, эште шул тиклем оҫта башҡаралар, үҙҙәре етеҙ, ҡулдары уйнап тора, тиҙәр улар хаҡында. Берәү хатта: «Былар дипломды точно һатып алмаған», – тип ҡуйҙы. Эшкә урынлашыусы йәштәрҙең барыһы ла бер нәмәгә зарлана: ҡайҙа барһаң да, тәжрибә булыуын һорайҙар, ти улар. Йәштәргә ҡарата артабан да ошондай ҡараш дауам итһә, бөтөнләй киләсәкһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал бит әй, йәмәғәт.
Ярай әле һуңғы йылдарҙа ауылға ҡайтҡан йәштәргә, дәртләндереү сараһы булараҡ, аҡсалата матди ярҙам күрһәтелә башланы. Ә бына ҡалала эш башлаусыларға берәй өҫтөнлөк бармы? Ай-һай, булһа, мин бәйән иткән хәлгә юлыҡмаҫ инек. Пенсия йәшен арттырыу урынына хаҡлы ялға сығыу ваҡыты етеү менән эштән китергә тигән закон сығартыу яйлыраҡ булмаҫ инеме икән түрәләргә? Был ауыр хеҙмәттән тамам йөҙәгән эшсенең хаҡлы ялға имен-аман сыға алыуына өмөтөн бермә-бер кәметә түгелме? Теләгән кеше эшләр, теләмәгәне китер ине. Йә эш хаҡың, йә пенсияң, тиһәләр, бушҡа бил бөгөп йөрөргә кем ризалашыр ине икән? Нимәлер эшләр алдынан ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ тә бит...

Динә ҒӘЛИЕВА.

Сығыу ваҡыты 6-07-2017, 08:00 | Ҡаранылар: 165
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк
  • Теләктәр, тостар
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
  • «Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды
  • Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды.
  • Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"
  • Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
  • Асыҡ ауыҙ
  • Уйланырлыҡ урын бар
  • Гормондар хәүефлеме?
  • Ҡул аҫтында ниҙәр бар?
  • Тән ғәриплеге түгел, йән ғәриплеге ҡурҡыныс



  • Радио Юлдаш FM