НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Айырған да, ҡауыштырған да – хыянат

Айырған да, ҡауыштырған да – хыянат


– Нимә эшләйһең, матурым?
– Йоҡларға ятҡайным. Ә һин, бәпесем?
– Мине тағы ла эштә ҡалдырҙылар, иртән генә ҡайтам. Үтенеп һорағас, ҡалдым инде. Ярай, тәмле төштәр!
– Тыныс смена теләйем һиңә, һөйөклөм!
Эй, аллаҡайым, эш, имеш. Һөйәркәһенә йүгерҙе бит инде. Көн дә тиерлек тешләнеп, тырналып ҡайта. Мине бөтөнләй аңғыра тип уйлай, ахырыһы.
Такси яллап, туғыҙ ҡатлы өй ҡаршыһына барып туҡтаным. Мине подъезд алдында һылыу ғына егет ҡаршы алды. Кәүҙәһе һуң, баһадир! Ҡуйы керпектәре, сөм-ҡара күҙҙәре – нисек ошо көслө затты икенсегә алмаштырырға була?!
– Һаумыһығыҙ! Өйгә инде ирегеҙ. Инеп, хәҙер икәүһен дә дөмбәҫләйем! – Үҙе ышаныслы күренһә лә, егеттең ҡалын тауышы ҡалтырай кеүек.
– Юҡ, ашыҡмағыҙ әле. Хыянат өҫтөндә тоторға кәрәк. Беҙ бит һөйләштек, бер ниндәй һуғышһыҙ улар­ҙы урындарына ултыртабыҙ тип!
10 минут тирәһе тауыш-тынһыҙ ултырғандан һуң, фатир яғына табан атланыҡ. Аяҡтар ҡалтырай, саҡ-саҡ һөйрәп атлайым. Тамаҡта төйөн. Ниндәй оят, уй Аллам! Ҡысҡырып тороп иларға ине лә, тик мин үҙемдән көлөргә бирмәйәсәкмен! Янымда барған егет тә һөйгәненең хыянатын бик ауыр кисерә, күрәһең. Эйәге ҡалтырай биреп ҡуя.
Ишекте асҡыс менән асып инәбеҙ. Музыка аҡыра, кейемдәр төрлө яҡҡа ырғытылған. Йоҡо бүлмәһендә ирем менән бер гүзәл зат яланғас ята. Тиҙ генә кейемдәрен йыя башланым. Теге егет түҙмәне барыбер, минең ирҙе һөйрәп торғоҙоп, иҙәнгә атып бәрҙе. Ҡатынының сәсенән тотоп, бүлмәнән алып ырғытты. Иремә тағы ла бер-икене һуғып алды ла, уларҙың икеһен дә тышҡа сығарып быраҡтырҙы. Ике ғашиҡ сырбаҡа төҫлө тышта тороп ҡалды.
Улар ҡайҙа киткәндер, белмәйем. Көс-хәл өйгә ҡайтып ингәндә ирем өйҙә юҡ ине.
Был ваҡиғаға ике йыл үтте. Хыянатсы иремде башҡаса күргәнем булманы. Иртәгә миңә 25 йәш тула. Ике аҙнанан туй. Ысын туй – күлдәк, йөҙөк һәм мине үлеп яратҡан сөм-ҡара күҙле баһадир! Эйе, эйе. Теге аҙғын ҡатындың ире.
Ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ташлағыҙ эскән, туҡмаған, хыянат иткән ирҙәрҙе! Икенсе мөмкинлек һәр кемгә лә бирелә. Үҙегеҙҙе яратығыҙ!

Сығыу ваҡыты 11-07-2017, 17:00 | Ҡаранылар: 382
|
  • Ялған саҡырыу йәки Мин нисек ҡатынымды "еңдем"
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM