НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Алдаштырып- йолдаштырып...

Алдаштырып- йолдаштырып...


Алдаштырып- йолдаштырып...
йәки Алдашыуҙы дин рөхсәт итәме?

Атайым мәрхүмдең: “...алдамағыҙ, урламағыҙ, эсмәгеҙ, тартмағыҙ...” – тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай. Бына шул нәсихәттәрен ул беҙгә ғүмеренең ахырына тиклем әйтте. Ул вафат булғанда, барыбыҙ ҙа инде үҫеп етеп, үҙ аллы тормош ҡороп йәшәп ятҡан булыуыбыҙға ла ҡарамаҫтан. Үҙемдең балаларымды ла шулай тип тәрбиәләргә тырыштым. Атайымдың өгөт-нәсихәттәре араһынан алдашыуҙы тыйыуы хаҡында йыш ҡына уйланам. Бәғзе берәүҙәр: “Яҡшы ниәт менән алдаштырыуҙың бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ”, – тиҙәр. Икенселәр: “Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ”, – тип тә әйтеп ебәрә. Башҡаларҙы алдап, шуның менән “кәсеп итеп” көн күреүселәр ҙә юҡ түгел. Кемдеңдер мутлығы бер нисә һумлыҡ булһа, икенселәре – миллионлап, хатта миллиардлап та “алдаштырыу”ҙан тартынмай. Ҡайһы бер фәйләсүфтәр һәр әҙәм балаһының, үҙе лә һиҙмәҫтән, көнөнә тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән мәртәбә эреле-ваҡлы алдауы хаҡында яҙа...

Беҙ барыбыҙ ҙа – мосолман кешеләре бына ошо һорауға динебеҙ ҡанундарынан сығып яуап эҙләп тапһаҡ, дөрөҫ юлда булырбыҙ, иншалла. Ислам дине алдауҙы рөхсәт итәме? Әҙәм балаһы ниндәйҙер кимәлдә ҡурҡағыраҡ, ҡыйыуһыҙыраҡ йәиһә, киреһенсә, дыуамал булыуы, бәғзе кешенең ялҡауыраҡ йә артыҡ ҡыҙыуыраҡ булыуы ла мөмкин. Кеше башҡа төрлө етешһеҙлектән дә азат була алмай. Әммә, бына алдашыу мәсьәләһенә килгәндә, бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әҙәм балаһына уны ҡәтғи тыйған, әммә тормошта була торған тик өс осраҡ өсөн генә алдашыуҙы рөхсәт иткән. Беренсе осраҡ – асыуланышып йөрөгән ир менән ҡатынды йәиһә башҡа ике кешене яраштырыу маҡсатында кемдеңдер бер аҙ алдап ебәреүе тыйылмай. Иң яҡшы ниәт менән атҡарған бындай алдашыуҙың хәләл икәнен белергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, ике күрше ҡасандыр, ниндәйҙер сәбәп менән асыуланышып, ыҙғышып киткән дә, ошоғаса бер-береһенә һүҙ ҡушмай, хатта иҫәнләшмәй ҙә йөрөй икән, ти. Ә өсөнсө күрше быларҙың икеһе менән дә яҡшы мөнәсәбәттә һәм уларҙың икеһен дә берҙәй үк яҡын күрә. Бәхәстә булған күршеләрен йәлләй, улар өсөн ифрат та борсола, нисек итеп дуҫтарын яраштырырға берәй ысул эҙләй торғас, уның башына бер уй килә:
– Күрше, яңыраҡ Ғәлиәхмәт ҡорҙаш менән һөйләшеп ултырғайным, һинең менән ни өсөндөр бәхәскә ингәненә шундай ныҡ үкенә, нисек итеп һинән ғәфү үтенергә белмәй. “Эй уңайһыҙланам Мөхтәр күршенән, минең өсөн уның менән һөйләшеп ҡара әле”, – тип әйтте Ғәлиәхмәт... Үҙе һинең фәлән-фәлән эштәреңде хатта маҡтап та алды... – тип һүҙ араһында әйтеп ебәрә был. Халыҡса әйткәндә, Мөхтәрҙең “һалпы яғына һалам ҡыҫтырып”, уның күңеленә уйланыуға “аҙыҡ” бирә. Оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе күршеһенә барып, алдаштырып-йолдаштырып, Ғәлиәхмәттең йөрәгенә лә бер аҙ “орлоҡ” сәсеп китә. Унан инде башҡаса һис бер кемгә лә был хаҡта өндәшмәй генә үҙенең “боҙоҡлоғо”ноң һөҙөмтәһен көтә башлай. Ғәлиәхмәт бер көн иртән көтөү ҡыуғанда Мөхтәргә хатта сәләм биреп тә үтә. Икенсе тапҡыр Мөхтәр күрше тегеһен алдараҡ сәләмләп өлгөрөргә ашыға!.. Күпмелер ваҡыт выждандары ғазапланып көн күргән был ике күрше, бынан ары, әлбиттә, күңелдәре бушанып, тыштан әйтешмәһәләр ҙә, эстән генә бер-береһен ғәфү итәләр... Айыры­лышҡан ир менән ҡатынды ла шундай уҡ ысул менән яраштырыу мөмкин. Ике кешенең татыулашыуына булышлыҡ итеү, әлбиттә, бик сауаплы ғәмәл булған­ғалыр, Алла рәсүле ғәләйһис-сәләм хатта бер аҙ алдаштырыуҙы ла рөхсәт иткән.
Алдау тыйылмаған икенсе осраҡ – үҙеңдең хәләл ефетеңә бәғзе мәлдәрҙә ысынбарлыҡҡа әллә ни тап килеп етеңкерәмәгән яҡшы һүҙҙәр, урыҫса әйткәндә, комплименттар әйтеү. Быға, әлбиттә, бер ниндәй миҫал килтермәгәндә лә була. Быны беҙ, айырыуса ир-ат, һәр кемебеҙ ифрат яҡшы беләбеҙ. “Был донъяла һинән дә матурыраҡ ҡатын юҡтыр, Ғәлимә, йәнем” йәиһә “Русланым, һин ысынбарлыҡта торғаның менән арыҫлан да баһа!..”, йә булмаһа, “Сөнәғәт, һин бит – аҡыл эйәһе!”. Был ысул, әлбиттә, ир менән ҡатыңдың бер-береһе менән татыу йәшәүенә этәргес булып тора.
Өсөнсөнән, бәйғәмбәр ғәләй­һис-сәләм, һуғыш ҡырында дошмандарыңды алдауҙы ла, әлбиттә, рөхсәт иткән. Үлән төҫөндәге маскировкалы хәрби кейемдән алып төрлө хәйлә ярҙамында атҡарылған маневрҙар, дошмандар ишетһен, тип ебәрелгән “утка”, йәғни дезинформация кеүек һанһыҙ ысулдарҙы һанап китеүҙең хатта кәрәге лә юҡтыр. Был хаҡта әрме хеҙмәтендә булған йә унда булмаған кешеләр ҙә бик яҡшы белә.
Бына ошоларҙан башҡа осраҡтарҙа һәр төрлө алдау – хәрәм. Хатта бала кешене: “Кил, балам, кәнфит бирәм”, – тип яныңа саҡырһаң, уға вәғәҙә ителгән кәнфитте мотлаҡ бирергә бурыслыһың. Тик, тормош тигән нәмә ифрат та ҡатмарлы, төрлө мәл була. Ҡайһы бер осраҡта нимәнелер кемгәлер әйтергә ярамай. Бындай ваҡытта, әлбиттә, “ярамаған” нәмәне тик әйтмәй генә ҡалдырыу хәйерле.
Уйлап сығарып, “бына шунда булған хәл” тип һөйләүҙең гонаһ икәнен беләйек. Ә бына Аллаһы Тәғәлә хаҡында, Уның китабы, фәрештәләре, бәйғәмбәрҙәре тураһында, ғөмүмән, дингә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә Ҡөрьәндә лә, бәйғәмбәр хәҙистәрендә лә булмаған нәмәләр, үҙеңдең шәхси фекереңә генә таянып ниҙер сығарып һөйләү айырыуса ҡурҡыныс ялған һәм ололарҙан-оло гонаһ! “Бәйғәмбәр шулай йә былай тип әйткән”, – тигән мәғлүмәттәрҙе сәхих хәҙистәр йыйынтығынан үҙең уҡып йә мәҙрәсә белеме булған имамдарҙан ишетеп кенә һүҙ алып барыу мөмкин. “Минең хаҡта ялған һөйләгән кешенең гонаһы башҡа кеше хаҡында һөйләгән ише генә түгел. Ундай кеше ахирәттә Утта (тамуҡ уты күҙ уңында тотола) буласаҡ”, – тип әйткән рәсүлуллаһ. Үкенескә, бәғзе кешеләр Раббыбыҙ тураһында йәки Уның илсеһе хаҡында хатта көләмәстәр һөйләүҙән дә тартынмай. Нисек кенә көлкөлө тойолһа ла, нисек кенә башҡаларҙы көлдөргөң килһә лә, бындай гонаһлы эштән тыйылып тороу мотлаҡ. Ҡиәмәт көнөндә һәммәбеҙ ҙә ҡылған эшебеҙ өсөн генә түгел, ә һәр бер әйткән һүҙебеҙ өсөн хисап бирәсәкбеҙ. “Ә ниңә уйыбыҙ өсөн?” – тип һорай бәғзеләр. Күңелгә килгән уй өсөн генә кеше яуаплы түгел, сөнки әҙәм башына ниндәй генә уйҙар килмәүе мөмкин... Әлеге мәкерле шайтан кешенең аңына үәсүәсә ҡылырға йәтешләп кенә йөрөй. Ул ишеттермәй генә кешенең күңеленә “шыбырлау” торған һәләткә лә эйә. Бына шуның өсөн дә уйыбыҙға баш булырға тырышырға тейешбеҙ. Ниндәйҙер берәй шундайыраҡ анекдот йәиһә ғәйбәт булырҙай хәбәрҙе ҡасандыр ишеткән булһаң да, иҫеңә төшөү менән “әғүҙубилләһи минәшшәйтәниррәжим” тип уны онотоу яйын ҡарарға кәрәк. Ә шул насар хәбәр ауыҙыңдан сыҡты икән, үҙең уйлап сығармаған булыуға ла ҡарамаҫтан, был информация һинең ғәмәл дәфтәреңә яҙыла. Был хаҡта мотлаҡ ҡасандыр яуап бирергә һәм уның язаһын алырға тура киләсәк. Бына ни өсөн алдау – бик насар нәмә. Ялған шаһитлыҡ ҡылыуҙың да Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш биреү һәм ата-әсәне ҡәҙер итмәү һымаҡ иң оло гонаһтарға һанал­ғанлығы хаҡында бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән хәҙис бар.
Һүҙебеҙ башлыса хәҙерге тыныс тормош хаҡында барғанлыҡтан, әллә ни тәрәнгә төшөп китеүҙе маҡсат итеп ҡуймайым. Кемделер ҡурҡытыу юлы менән дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте һөйләргә мәжбүр итеү осраҡтары ла булыуы мөмкин бит. Бындай мәлдең, әлбиттә, үҙенсәлектәре бар. Мәжбүри рәүештәге алдашыу тураһындағы мәғлүмәтте махсус белемле ҡазыйҙар Ҡөрьән һәм Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм сөннәтенә таянып яуап бирә ала. Бына ошо хаҡта ине әйтер һүҙем. Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тик хаҡ һүҙҙәр генә һөйләп ғүмер кисерергә насип ҡылһын.

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.

Сығыу ваҡыты 5-07-2017, 12:00 | Ҡаранылар: 233
|
  • Йома ни өсөн изге көн?
  • Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?
  • Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл)
  • Үлем көтмәгәндә килә
  • Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM