RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”

24.05.2017 “Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”

“Янғантау шифаханаһында башҡортса һөйләшеүҙе тыйҙылар…”“Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошондай хәбәр таралды

“Һаумыһығыҙ! Был хатты һеҙгә Салауат районы “Янғантау” шифаханаһының эшселәре яҙа. Бөгөн, 15. 05. 2017, иртәнге оперативкала шифахана директоры санаторий территорияһында башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшергә тыйған. Беҙгә был мәғлүмәтте оперативкала еткерҙеләр. Беҙҙең уйлауыбыҙса, был – кешенең конституцион хоҡуҡтарын боҙоу. Шифаханала эшләүселәрҙең 80 проценттан ашыуы башҡорт һәм татар милләтенән. Беҙҙең телебеҙ кемгә ҡамасаулай икән?..”
Ошондай йөкмәткеле хәбәр ҡуйылды “Бәйләнештә” социаль селтәренә. Ул йәшен тиҙлегендә байтаҡ төркөмгә күсереп алынды һәм фекер алышыуҙар, бәхәстәр башланыуға сәбәп булды.
– Протест!
– Шифаханаға башҡорт-татар ғына түгел, урыҫ hәм башҡа халыҡ та килә бит, шуға хеҙмәткәрҙәргә русса һөйләшергә ҡушалар шикелле. Урыҫтар башҡортса-татарса һөйләшкән өсөн әрләшә, үҙемә ишетергә тура килде...
– Рус кешеһенә башҡортса йәки татарса һүҙ ҡушмайҙарҙыр. Ял итеүселәр ҡайһы республикаға килгәндәрен беләлер ул?..
– Башҡортса белгән ял итеүселәр менән нишләп башҡортса һөйләшмәҫкә ти әле ул? Урыҫ менән башҡортса, татарса һөйләшеп тормайҙарҙыр бит!
– Ошо төркөмдәргә яҙған булалар ҙа, бында яҙғанда бер ни үҙгәрмәй! Прокуратура, Конституционный суд бар уның өсөн!
– Телебеҙҙе ҡыҫыу сәйәсәте бара.
– Бер депутаттың да телде яҡлап сығыш яһағаны күренмәй…
Шулай итеп, “Бәйләнештә” төркөмдәрендә “гөж” килделәр.
Беҙ, мәсьәләнең айышына төшөнөү маҡсатында, “Янғантау” шифаханаһы етәкселегенә шылтыраттыҡ. Директор Альфред Рәшит улы Аҡбашев урынында булмағас, юридик бүлек начальнигы Илдар Садиҡов менән һөйләштек һәм рәсми хат менән мөрәжәғәт иттек. Шифахана етәксеһе исеменән беҙгә ошондай яуап килде:
”Ял итеүселәрҙең ялыуына бәйле, 15 майҙа оператив кәңәшмәлә, Хеҙмәткәрҙәрҙең үҙен тотошо һәм ҡиәфәте стандарттарына ярашлы, хеҙмәткәрҙәрҙең ял итеүселәргә һәм клиенттарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәте тураһында мәсьәлә ҡаралды. Алдан ҡабул ителгән Стандарттар буйынса клиенттар менән эшләүҙең ҡайһы бер талаптары тағы бер тапҡыр иҫкә алынды. Клиенттарға тәүгә өндәшкәндә русса һүҙ ҡушырға (ял итеүселәрҙең 80 проценты Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәй); әгәр ҙә клиент милли телдә өндәшә икән, уның менән әңгәмәне шул телдә дауам итергә (әгәр хеҙмәткәр был телде белһә); клиенттар һәм ҡунаҡтар психологик уңайһыҙлыҡ кисермәһен өсөн улар алдында хеҙмәткәрҙәргә бер-береһе менән русса һөйләшергә тәҡдим ителде. Быларҙың барыһы ла ял итеүселәрҙең ялыуынан сығып хәл ителде. Бер ялыуҙа билдәләнеүенсә, шифахана хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара ял итеүсегә аңлашылмаған телдә аралашыуы, ял итеүсенең өҫ-башын тикшереү һәм уға ҡарата ихтирамһыҙ мөнәсәбәт күрһәтеү кеүек ҡабул ителгән.
Әлеге тәҡдимдәр ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килмәй һәм үҙ-үҙен хөрмәт итеүсе һәр компания өсөн ғәҙәти.
Шифахана хакимиәте тарафынан туған телдә һөйләшеүҙе тыйыу ҡарары ҡабул ителмәне.”
Бөгөн шундай ваҡыт, йәмәғәт: һәр кем виртуаль донъяға тотҡарлыҡһыҙ инеп китә ала. Виртуаль донъя иһә, йәғни интернет, мәғлүмәтте һанаулы секундтар эсендә бөтә планетаға тарата. “Бәйләнештә” селтәре лә бик популяр. Хәбәрҙең төрлөһөн күрәбеҙ. Иң мөһиме, ғәйбәт һәм фетнә таралмаһын (мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн аудио-видео яҙмалар менән “нығытырға” мөмкин).
Ә “Янғантау” шифаханаһындағы хәл-ваҡиға буйынса рәсми яуапты үрҙә уҡынығыҙ.
Шуныһын да әйтергә була: донъяла 100 кеше генә һөйләшһә лә ниндәйҙер бер телгә бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Бер телдә генә аралашыу абруйҙы күпмегә үҫтерәлер…
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»