НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һәр нәмәгә яуап бирәһең…

Һәр нәмәгә яуап бирәһең…


Һәр нәмәгә яуап бирәһең…
Бала саҡтағы бер ваҡиға хәтирә булып күңелдә йәшәй.
…Атайым күрше ауылға мейес сығарыр­ға барҙы, мине лә эйәртте. Беҙ барған йорт хужалары йылы ҡаршы алды, сәй ҙә эсерҙеләр. Атай эш менән булыш­ҡанда тирә-яҡты күҙәтәм. Йорт яҡты, матур. Миңә таныш булмаған яңы әйбер­ҙәр ҡараштырам. Хужаларҙың ике еткән улы бар. Шул тиклем матурҙар. Ерән сәслеләр, оҙон шаҡмаҡлы күлдәк, киң балаҡлы салбар кейгәндәр, ҡайыштары сын­йырлы. Ҡарап торһаң, кинонан килеп сыҡҡандармы ни!
Был ауыл совхоз ауылы булғанға бик бай ине. Иген мул, халыҡ та колхоз кешеһе һымаҡ түгел, күпкә етеш йәшәйҙәр.
Һуңынан үҫә килә, ошо көн иҫкә төштө лә, атайымдан теге хужалар тураһында һораштым. Уның һөйләүенсә, апа (бабай) һуғышта ҡатнашҡан, окопта ятып аяҡтары өшөгән, бармаҡтарын ҡырҡҡандар. Совхозда данлыҡлы кеше булған, алдын­ғы эшсе, орден-миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары күп икән.
…Бер ваҡыт шул ауылға юл төштө бит. Йорттары ошо тирәлә булырға тейеш, бик матур ағайҙар, улар магнитофонлы булып, килешле кейемдәр кейеп үҫте, тим эргәмдәге улыма. Миңә ҡыҙыҡ – иҫләрҙәрме икән, иҫләмәһәләр, атайым һеҙгә мейес сығарҙы, мин дә килгәйнем, тиермен.
Таптым теге йортто. Күргәс тә аптыраным – ағас, үлән баҫҡан, ҡапҡа емерек, ихата ҡотһоҙ. Бер таҡтаға баҫып, һикерә-һикерә йортҡа ыңғайланым. Иҫкергән ишектән һөмһөҙ ир кеше килеп сыҡты. Теге ваҡыттағы матур ағайҙарҙың береһенең исемен әйткәйнем, эйе, был мин, тине. Баҡтиһәң, ике ир бер ваҡытта ла өйләнмәгән, йәш саҡтарында күп эскән, үҙҙәре генә йәшәйҙәр. Тамаҡ хаҡына “шабашка”ға йөрөйҙәр, имеш.
Ни өсөн алдынғы эшсе балалары шул көнгә төшкән? Тағы атайымдың һөйләгәне иҫкә төштө. Ул, баяғы мейес сығартыу­сы хужалар ҡумта төбөндә һаҡланған алтын тештәр күрһәтте, тигәйне. Бабай һуғыштан алып ҡайтҡан. Мәйеттең ауыҙынан алған.
Алтын тештәр, шул ғаилә тураһында күп уйландым. Ҡөрьәндә генә яуап таптым: мәйетте талау – ҙур гонаһ…

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы,
Яңауыл ауылы.

Сығыу ваҡыты 23-05-2017, 09:30 | Ҡаранылар: 382
|
  • "Күршеләрем - ғәзиз кешеләрем"
  • "Һин утта янып үлергә тейеш инең..."
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Тормош күренештәре
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM