НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?

Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?


Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?йәки Ни өсөн көслө зат сисенеп йөрөмәй?

Йәшәйешебеҙҙән айырып булмай торған төрлө мөһим проблемалар гәзитебеҙҙә әленән-әле күтәрелеп тора. Шуларҙың икәүһе хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын. Тәүгеһе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, йәғни уларҙың кейеме тураһында булһа, икенсе һүҙ ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бәғзе ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡыҙығып китеүе хаҡында бара. Ни өсөн был ике мәсьәләне бер юлы күтәреүем ошо мәҡәләне уҡый-бара аңлашылыр, тигән өмөттәмен.

Ислам диненең шәриғәт закондарында, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың нисек кейенеп йөрөүенә, йәғни тәненең ҡайһы өлөшөн башҡаларҙан йәшерергә ҡушылған ҡәтғи талаптар бар. Мәҫәлән, ирҙәр башҡаларға үҙҙәренең тубыҡтан юғары һәм кендектән түбән урындарын күрһәтеп йөрөргә тейеш түгел (хатта бүтән ирҙәргә лә!). Ҡатын-ҡыҙ аяҡтарының шайтан ашыҡтан түбәнерәк ерен, ҡул суҡтарын ғына кешеләргә күрһәтергә хаҡлы. Ә тәндәрҙең башҡа өлөшө – ғәүрәт, йәғни оят ергә һанала. күптәр, ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙы былай уҡ “ҡыҫа” ислам дине, тип уйлай. Әммә, бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм Аллаһы Тәғәлә бойороғона таянып ҡушҡан был ҡәтғи талаптарҙың тамыры ифрат та тәрән. Диндә тота килеп, һис бер нигеҙһеҙ һәм ғәҙелһеҙ бер ни ҙә ҡушылмаған һәм бер ни ҙә тыйылмаған. Барыбыҙ ҙа белеүенсә, динебеҙ үҙеңдең хәләл ефетеңдән башҡа ҡаршы енес вәкилдәре менән һәр төрлө, айырыуса интим бәйләнеште оло гонаһҡа һанай. Быны беребеҙ ҙә инҡар итә алмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә барса ир-егеткә күҙ һәм ҡолаҡ һымаҡ һиҙеү органдары ярҙамында тәндәрендә ҡатын-ҡыҙға ҡарата тейешле инстинкт уяныу тәбиғәтен биргән. Шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙҙың шәриғәт тарафынан тыйылған өлөштәрен (бот төбө, янбаш ҡалҡыулығы, түше, муйыны, беләге, тән һыҙаты, ирене һ.б.) күреү, хатта уларҙың тауышын ишетеү ҙә физик яҡтан һау-сәләмәт ир затының иғтибарын йәлеп итә лә инде. Ниндәй генә тәртипле һәм көслө ихтыярлы ир-егет булмаһын, уның өсөн был күренеш медицина термины менән әйткәндә – нормальная физиология. Ошонан сығып, нимә әйтергә була хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем, милләттәштәрем. Бәғзе берәүҙәр “сепрәккә төрөнөп йөрөү” тип атаған мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме фәҡәт сит ирҙәрҙе йәлеп итмәүгә йүнәлдерелгән. Хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: урамда бөтә ҡатындар һиджәптә йөрөй, береһенең дә бер нәмәһе лә ирҙәрҙе әйҙәп тормай. Ә ирҙәр, әлбиттә, өйҙә тик үҙенең хәләл ефетендә генә күрә гүзәл һыҙаттарҙы... Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың һәммә булған бөтә матурлығын фәҡәт үҙҙәренең хәләл (хәләл – ғәрәпсәнән рөхсәт ителгән тигәнде аңлата) ефеттәре генә күрергә тейешле.
Ислам дине хөкөм һөргән ғәрәп илдәрендә зинасылыҡ юҡ кимәлдә. Бында, беренсенән, юғарыла әйтеп үтелгән ҡатын-ҡыҙҙың кейеме роль уйнаһа, икенсенән, зина өсөн ҡаты язаға тарттырылыу ҡурҡынысы бар. Ә иң ҡурҡынысы – әхирәттә бындай гонаһ өсөн Алла алдында яуап биреү.
Октябрь революцияһына тиклем һәм унан бер аҙ һуңыраҡ та беҙҙең өләсәйҙәр барыһы ла оҙон күлдәктә, яулыҡта йөрөгән (мин, мәҫәлән, өләсәйемдең һәм әсәйемдең ялан баш йөрөгән мәлдәрен бер ваҡытта ла күргәнем булманы). Йыш ҡына гәзит-журналда йәиһә һәр төрлө телетапшырыуҙарҙа боронғо башҡорт ҡатындары кейгән кейем өлгөләренә лә күптәрегеҙҙең иғтибар иткәне барҙыр, моғайын. Улай ғына ла түгел, хатта урыҫ ҡатын-ҡыҙы бот-сатын күрһәтеп йөрөмәгән борон! Ә яңы, йәғни динһеҙлек осоро башланғас, башҡа илдәрҙең гүзәл заттарына эйәреп, беҙҙекеләр ҙә сисенеп ташланы. Баштан-аяҡ, тип әйтерлек. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр төрлө “мини” кейемдә булыуын хәҙерге көнгәсә йәшәү нормаһы тип һанайбыҙ. Һирәк­ләштереп, унда-бында яулыҡ ябын­ған, оҙон итәкле һәм еңле күлдәк кейгән ҡатындарға хатта ҡырын ҡараусылар ҙа байтаҡ ҡына. Ә шәриғәтте, хөрмәтле һеңлекәштәр, ҡасандыр кеше уйлап сығар­ған иҫке закон ҡалдығы йәиһә ғәрәп мәҙәниәте тип һис тә уйлар­ға ярамай. Сөнки ул – бәйғәмбәребеҙҙең Раббыбыҙ бойороғона таянып ҡушылған әмере. Ошо хаҡта Ҡөрьән аяты ла бар. Был әмер ҡиәмәт көнөнә тиклем дә иҫкермәйәсәк һәм ул бәхәскә ҡуя торған нәмә түгел, ә фәҡәт үтәлергә генә тейешле...
Хөрмәтле ханымдар, бына шулай үҙегеҙ ошо шәриғәт талаптарын инҡар итәһегеҙ икән, тимәк, һеҙ аяғығыҙҙың, түшегеҙҙең матурлығын, иренегеҙҙең, тәнегеҙҙең гүзәл һыҙаттарын үҙегеҙҙең хәләл ефеттәрегеҙҙән тыш тағы кемдәргәлер күрһәтеүҙән тартынмай­һығыҙ. Бала саҡтан шулай кейенеп ғәҙәтләнгәс, хатта был турала уйланып та ҡарағаны юҡтыр күптәрегеҙҙең. Бөгөнгө көндөң ысынбарлығы тап бына ошонда, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле гүзәл заттар. Нисек кенә үкенесле булмаһын... Икенсе төрлө итеп әйткәндә, һеҙ, һылыуҡайҙар, үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер-берегеҙҙең ирҙәренең ҡараштарын йәлеп итәһегеҙ. Һуңынан, үҙегеҙ үк ғәжәпләнәһегеҙ: “ни эшләп минең ирем баш­ҡалар­ға иғтибар итә икән, минең уларҙан ҡайһы ерем кәм?”. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, “мәсьәләнең елеге” тап бына ошонда ята ла инде. Урыҫтар әйтмешләй, “порочный круг” килеп сыға ла баһа...
Ошо һүҙҙәремдең хаҡлығына бер генә дәлил килтерәм: иғтибар итегеҙ, ҡәҙерлеләрем, ә ирҙәр, гүзәл заттарыбыҙҙан айырмалы, һис сисенмәне бит (революциянан алда ла, унан һуңғы дәүерҙәрҙә лә). Эйе, ысынлап та, ни эшләп әле улар сисенмәне? Хатта ниндәй генә эҫе көндәр булғанда ла улар­ҙың билгә ҡәҙәр сисенеп ташлаған ваҡыттары ла бик һирәк. Ябай тел менән әйткәндә, шәриғәт тарафынан бер трусиктан ҡалып йөрөргә рөхсәт ителгән хәлдә лә, “көслө зат” салбар һәм күлдәктә йөрөүҙе хуп күрә! Ни өсөн тип һорарһығыҙ. Яуап бирәм: сөнки, ҡатын-ҡыҙҙан айырмалы, уларҙың тәнендә ҡаршы енес вәкилдәрен йәлеп итерлек гүзәллек юҡ...
Юғарыла әйтелгәндәр, әлбиттә, диндән алыҫ булған ҡатын-ҡыҙҙың аңына ҡапыл да барып етерлек түгелдер. Әммә кейем-маҙар хаҡындағы шул һүҙҙәремде ҡабул итеп алыусыларҙың да арабыҙҙа булыуы мөмкин. Бына ошо ысынбарлыҡты ла күҙ уңында тотоп, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө тормош күҙлегенән сығып, үҙем ир-ат заты вәкиле булараҡ, гүзәл затҡа башҡа аныҡ кәңәштәр ҙә бирмәк булдым. Һылыуҙарыбыҙҙың үҙҙәренең хәләл ефеттәренә ҡарата мотлаҡ булырға тейешле мөнәсәбәте тураһында.
Беренсенән, ирҙәрегеҙгә ни тиклем яғымлы булһағыҙ, шул тиклем уны үҙ янығыҙҙан ебәрмәй тота аласаҡһығыҙ. Был – тормоштоң һис кем инҡар итә алмаҫлыҡ ҡануны. Әгәр ҙә ирегеҙҙе үҙегеҙҙең шәхси милек һымаҡ итеп күреп, уға ни етте – шундай һүҙҙәр әйтеп, юҡ-барға “игәп” торор булһағыҙ, уның бына ошондай “кире” яғы булмаған башҡа ҡатынды эҙләй башлауы бик мөмкин. Икенсенән, ирегеҙгә йылмайыуығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайырға тырышығыҙ. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә... Ирегеҙгә ана шунан да матур бүләк булмаҫ. Өсөнсөнән, бер аҙ арттырыбыраҡ булһа ла, маҡташтырып, хуплаштырып ебәрегеҙ (әйткәндәй, шәриғәт бындай “арттырыу”ҙы рөхсәт итә). Уның туғандарын тәнҡитләмәҫкә тырышығыҙ. Ата-әсәһенең яҡшы яҡтарын йышыраҡ телгә алығыҙ. Бына шул саҡта, хөрмәтле ханымдар, ирҙәрегеҙ һеҙҙең янығыҙҙан хатта ҡыуһағыҙ ҙа... китмәҫ. Дүртен­сенән, аҙ ғына өйгә һуңлаңҡырап ҡайтҡан ирегеҙгә, рустар әйтмешләй, “разборка” яһамағыҙ, “допрос” алмағыҙ. Бер аҙ ял итеп алғас, ни өсөн һуңлап ҡайтҡанын үҙе үк һөйләп бирәсәк. Һеҙ магазиндар буйлап оҙаҡ йөрөгән һымаҡ, ир кешенең дә (гараж йә машина тирәһендә һ.б.) һәр төрлө эше булыуы мөмкин. Бишенсенән, үҙегеҙҙең тәнегеҙҙән кәмселектәр эҙләмәгеҙ. Бындай үҙеңдең камил түгеллек тойғоһо (чувство собственной неполноценности тип аталған психология термины) тағы ла һеҙҙе урынһыҙ көнләшеүҙәргә килтереүе мөмкин. “...Фәлән бисәнең бото тегеләй, түше былай. Минең ирем, әлбиттә, шундайҙарға барыуы бик ихтимал...” тигән һымағыраҡ ифрат та хаталы хистәр күңелегеҙгә инеп оялауы мөмкин. Алтынсынан, һәр саҡ ирегеҙ тик һеҙҙе генә яҡын күрә тигән инаныу­ҙа булығыҙ. Сөнки, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та, үҙҙәренең ғүмер юлдашы итеп башҡаны түгел, ә тик һеҙҙе генә һайлаған бит улар. Һәм һеҙ ҙә уларҙы һайлаған­һығыҙ. Һеҙҙән дә ҡәҙерле кешеһе юҡ улар­ҙың. Өйгә ҡайтып инеү менән фильмдарҙа күрһәткән яһалма үбеп алыуҙарҙы, ысынлап та, тик шулай булырға тейеш икән, тип ҡабул итмәгеҙ һәм быны ирегеҙҙән талап итергә тырышмағыҙ. Ул һеҙҙе шундай тамашаһыҙ ҙа ярата, ышанығыҙ. Ул – һеҙҙең һөйөклө балаларығыҙҙың атаһы, өй һаҡсыһы, өй терәге, һеҙҙең серҙәшегеҙ, ярҙамсығыҙ. Ошо исемлеккә фәҡәт бот күтәреп өйҙә ҡыл да ҡыбырлатмай йәиһә тик эскелектән башы сыҡмай ятҡан ирҙәрҙең генә инмәй ҡалыуы мөмкин. Ундайҙар, үкенескә күрә, бар. Был – айырым, ҙур мәсьәлә.
Тағы ла бер кәңәшемде сер генә итеп әйтәм: хәләл ефетегеҙҙең намаҙға баҫырға уйы бар икән, ҡушҡуллап риза булыу ғына ла түгел, тик тәбрикләгеҙ генә, хатта үҙегеҙ ҙә уға эйәрергә тырышығыҙ. Сөнки ислам диненә күңеле менән бирелгән ирҙәр зина ҡылыу һымаҡ алама ғәҙәттәрҙең ниндәй ҡурҡыныс һәм ауыр гонаһ икәнен белә...
Ошо әйткәндәр менән риза булмаусылар ҙа барҙыр. Ундайҙарҙың фекерен дә тыңларға әҙермен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Сығыу ваҡыты 13-04-2017, 12:18 | Ҡаранылар: 414
|
  • Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл)
  • Ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһындағы 10 айырма
  • Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!
  • Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ил бәхете!
  • Көҙгө
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM