RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эттәр серенадаһы

10.08.2016 Эттәр серенадаһы

Эттәр серенадаһы
Ҡасан ауылдарҙа күпләп (бер хужаға икәүҙән артыҡ) эт тотоуҙы тыйған закон ҡабул ителер?

Донъяла татлыларҙан-татлы нимә бар? Кескәй балаларҙан шул хаҡта һораһаң, кемуҙар­ҙан “шәкәр”, “бал”, “кәнфит” тип ҡысҡыралар. Танауҙарына еҫ инә башлағандар иһә, иҫнәй-иҫнәй: “Әлбиттә, йоҡо!” – тип яуап­лай. Сәстәре ағарып, тештәре һарғайып, тегеләре лә, былары ла ҡойолоп бөтһөн – яуаптарынан баш тартмай, йылдан-йыл үҙ хаҡлыҡтарына нығыраҡ инаналар. Бәхәскә урын да юҡ: йоҡо, әйтмәксе лә, балдан татлы. Йоҡо – рәхәттәрҙең рәхәте, ләззәт бишеге. Ә Әбйәлил районының Амангилде ауылында бер урам кешеләре шул татлы бәхеттән мәхрүм. Был турала беҙгә килгән хат бәйән итте.

Уның авторы, юлда машиналары боҙолоу сәбәпле, Амангилделә йәшәүсе таныштарында йоҡлап сығырға мәжбүр булған ханым, әсенеп тә, әрнеп тә, ауыл халҡын йәлләп тә, бына ниҙәр яҙа: “Төнгө сәғәт 2 – 3-тәр тирәһендә үҙәк өҙгөс олоған, көслө тауыш менән өргән эттәр тауышына ҡотом осоп уянып киттем, әллә бүреләр һөжүм иттеме, тип ҡурҡтым. Йоҡом ҡасты, таңғаса ошо шау-шыуға йоҡлай алмай интегеп, иртән ауырыу кеше булып килеп торҙом. Хужабикә хәлемде күреп, тынысландырыусы дарыуҙар эсерҙе, зары менән бүлеште: “Беҙ көн һайын ошолай эттәр серенадаһын тыңлап, йоҡлай алмай ыҙаланабыҙ инде... Әсә­йемә, һуғыш ветераны ҡатынына, сертификат биргәс, Амангилделә өй һатып алып, уны тәртипкә килтереп, йәшәй башланыҡ. Тәүҙә өйҙөң ике яғында ла йорттар буш торҙо. 2014 йылдың мартында уң яҡтағы йортто Магнитогорск ҡалаһынан бер ғаилә һатып алды ла, үҙҙәре менән егермеләп башмаҡтай эт килтереп, шуларҙы ихата эсендә аҫрарға тотондо. Беҙ, хаҡлы ялға сыҡҡас, саф һауала, тыныс тормошта ҡош-ҡорт үрсетеп, мал аҫрап, үҙебеҙ теләгәнсә һәүетемсә генә йәшәрбеҙ, тип уйлағайныҡ та, хыялдарыбыҙҙы эттәр селпәрәмә килтерҙе”.

Уның һөйләүе буйынса, ошо тирәлә йәшәүселәр (күпселеге оло йәштәге пенсионерҙар), эттәрҙең олоуын көнө-төнө тыңлап, төндәрен йоҡлай алмай яфа сигеп көн күрә”. Хаттан күренеүенсә, олоуҙары бер, алабай­ҙар урам­ға сығып, ҡош-ҡортҡа ла, кешеләргә лә ташлана икән: “Эттәр ауыл халҡының һарыҡтарын, ҡаҙ, күркә, тауыҡтарын ашап кинәнә. Тиҫтәләрсә этте нисек, нимә ашатып туйҙырмаҡ кәрәк?! Ас булғас, күҙҙәренә нимә күренә, шуны тотоп ашайҙар инде. Ә Әбйәлил районында эт көтөүселәргә әлегә бер ниндәй закон да, ҡаршылыҡ та юҡ. Халыҡты һис кем яҡларға уйламай. Ниндәй генә инстанцияларға мөрәжәғәт итмәһендәр, әлегәсә һис бер тейешле сара күрелмәй – эттәр менән ҡаңғырыу­ҙары дауам итә”. “Тешләп” ҡарамайынса, һис нимәгә ышанмаған халыҡ вәкиле булараҡ, хат эҙенән Амангилдегә юлландыҡ. Ауыл хакимиәте башлығы булып яңы ғына эшләй башлаған Фәнис Шәрәфетдинов менән бергә урам осондағы күрек­һеҙ генә йорт янында туҡтаныҡ. Машинанан төшөп өлгөрмәнек, эске яҡтан ҡапҡаға эттәр ташланып, имәнес тауыштар менән лаф та лоф лауылдарға кереште. Әллә ҡапҡаны емереп сығырҙай булып өргән эттәр тауышына һиҫкәнеп, әллә өйҙөң дүрт мөйөшөнә беркетелгән видеокамераларҙың береһе аша беҙҙе күреп, хужалар ҡапҡа тышына сыҡты. Урта йәштәр­ҙәге ир менән ҡатынды үҙебеҙ менән таныштырғас, хат буйынса йөрөүебеҙҙе аңлаттыҡ: “Эттә­регеҙ төндә олоп, күршеләрегеҙгә йоҡо бирмәй, ҡош-ҡорттарына һөжүм итә, бала-сағаны, ололар­ҙы баҫтырып, ҡурҡыта. Ни эшләп бер сара ла күрмәйһегеҙ?” Ҡатын, балаларымдың ғүмере менән ант итәм – эттәребеҙ урам­ға бөтөнләй сыҡмай, тине: “Беҙҙә ун ике эт, һәр береһе ҡырҡ мең һум тора. Ни эшләп мин уларҙы урамға сығарайым? Эттәрҙе борсойҙар, шуға өрәләр инде”. Бер аҙҙан яныбыҙға ауыл депутаты Рамазан Шаһыбалов килеп етте. Эттәргә документтарын күрергә теләүебеҙҙе әйткәс, хәҙер сығарам, тип өйгә инеп киткән хужабикә бер аҙҙан буш ҡул менән кире әйләнде: “Адвокатыбыҙ һеҙҙең менән һөйләшмәҫкә ҡушты”. Уларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусының исем-шәрифен, бәйләнеш өсөн телефонын һорау ыңғай һөҙөмтә бирмәгәс, үҙемдекен яҙып тоттор­ҙом: “Зинһар, бәйләнешкә инһен”. Кире инеп китергә йыйын­ған эт хужаларын саҡ һөйләшергә күндергәс, улар йәшәгән участканың шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгәнен, уны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында файҙаланырға ярамағанлығын аңлатам.
– Ниндәй эшҡыуарлыҡ?
– Эттәр менән һатыу итәһегеҙ бит.
– Беҙ эттәрҙе һатмайбыҙ.
– Ә ни өсөн уларҙы күпләп аҫрай­һығыҙ һуң?
– Эт яратабыҙ, – шуны ла аңламайһығыҙмы, тигәндәй, ҡатын аптырағандай итә.
Мин үҙем дә эт яратам, әммә, мәҫәлән, үҙебеҙҙең эттең баҙар хаҡын белмәйем – дуҫыбыҙҙы һатыу уйы башыбыҙға ла инеп сыҡмағанға, ахыры. Эт яратыусыларҙың иһә көсөк һатыуҙары тураһындағы иғландарын һис бер ауырлыҡһыҙ интернетта табырға мөмкин. Шул турала әйткәс, беҙ унан килгән аҡсаға эттәргә аҙыҡ һатып алабыҙ, тинеләр: “Күңел өсөн тотһаҡ та, ашатырѓа кәрәк бит”. Күршеләреңде ҡаңғыртып, улар менән ыҙғышып, үҙең йонсоп (ун ике өлкән этте, уларҙан буйға һис тә ҡалышмаған тиҫтәләгән көсөктө тәрбиәләүе еңел түгелдер, моғайын), көтөү-көтөү этте күңел өсөн генә аҫрайҙармы икән әллә, ысынлап? Улай тиһәң, эт менән ҡыуышып, баҫтырышып уйнап, һаулыҡ нығытмайҙар, сөнки улар урамға сыҡмай, тип раҫлай үҙҙәре, ә ихата эсендә йүгереп уйнарлыҡ урындары аҙ. Нервы ҡуҙғыуын баҫырға кәрәктәр, тиер инең, ҡосаҡлашып ҡына, һөйөшөп кенә ултырырға уларҙың ҙурлығы ҡамасаулай. Алабайҙары мал көтөргә лә ярҙам итмәй... Йәғни нисек кенә әйләндереп-тулғандырма, хужаларҙың эскер­һеҙлегенә, эттәрҙе тик күңел өсөн генә тотоуҙарына ышаныуы ауыр. Әгәр ҙә эт, көсөктәрҙе һатыу тураһындағы иғландары булмаһа, бәлки, ышаныр ҙа инек, ә әлегә эттәр менән бизнес яһауҙары хаҡындағы ғына уй башҡа килә. Ә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһең икән, рәхим итеп һалымын да түлә. Ләкин был йәһәттән дәүләт ҡаҙнаһы әлегә үҙ өлөшөнән мәхрүм ҡала бирә, сөнки эт хужалары эшҡыуарҙар булараҡ теркәлмәгән.
Әңгәмә барышында видеокамералар буйынса ла дәғүә белдер­ҙек. Заман техникаһы“ күҙенә” күршеләрегеҙҙең йорт-ихатаһы ла эләгә, тимәк, һеҙ улар­ҙың шәхси тормошҡа хоҡуҡтарын боҙаһығыҙ, тигәс, ә беҙ уларҙың артынан күҙәтмәйбеҙ, тип яуапланылар: “Видеокамералар вольерҙарға ҡарай йүнәлтелгән. Эттәр ҡиммәт бит, көсөктәрҙе урлап маташтылар, шуға ҡуйҙыҡ”. 2015 йылдың ҡышында Әбделғәзе ауылынан өс йәш егеттең эскән килеш бер көсөктө алып ҡайтып китеүен әйтәләр. Көсөктө кире ҡайтарһалар ҙа, егеттәргә ҡарата енәйәт эшен астыртып, эт хужалары ныҡ ҡына шаулап ала. Улар үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белә, ә башҡаларҙың хоҡуҡтарын һанламауҙарын нисек аңларға? Бәлки, ТНТ каналындағы “Өй – 2” проекты урынына “Күрше – 1” проектын ҡарап рәхәтләнер­ҙәр ҙә ине, күршеләре камера “күҙенә” артыҡ салынмаҫҡа, эттәр­ҙе лауылдатмаҫҡа тырышалар. Үҙ ихатаңда иркенләп тегеләй-былай йөрөй ҙә алмай, һәр аҙымыңды үлсәп баҫып, видеола уны нисек баһаларҙар, тип йәшәп ҡара әле. Төндәрен дә тыныс йоҡлай алма; урамдан да, эттәр ташланып ҡуймаһын, тип, алан-йолан ҡаранып, елдереп үт; эттәрҙән талана күрмәһен, тип, бала-сағаңдың ғүмере, һаулығы өсөн дә ҡайғыр; малың, ҡош-ҡорттоң теүәллеге өсөн дә борсол... Бынан неврозға ла, йөрәк өйәнәгенә лә, гипертоникка ла, башҡа сирҙәргә лә алыҫ түгел. Тимәк, һис бер шикһеҙ, алабайҙарҙың күрше йорттарға яҡын йәшәүе граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына етди хәүеф тыуҙыра. “Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһындағы“ закондың башҡарылыуын хоҡуҡ һаҡлау органдары (ғәҙәттә, участка инспекторҙары) тикшерергә һәм тейешле сара күрергә тейеш. Тынлыҡты боҙоу­сыларға ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған: Башҡор­тостан Республика­һының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодек­сының 13.5 статьяһына ярашлы, граждандарға биш йөҙ һумдан алып бер мең һумғаса штраф һалына. Был хәл тағы ҡабатланһа, штраф ике меңдән алып өс мең һумғаса арта. Административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм штраф һалыу административ комиссиялар тарафынан башҡарыла. “Хайуан­дар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһындағы” Федераль закондың 5-се статьяһының 3-сө пунктында, хайуандарҙың хужалары уларҙы тулыһынса контролдә тотоп, граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм законлы хоҡуҡтарын тәьмин итергә тейеш, тиелгән. Тимәк, был йәһәттән дә закон граждандар яҡлы, уның үтәлеүе, тейешле органдар тарафынан тормошҡа ашырылыуы ғына шарт. Әйткәндәй, комиссияға, йә судҡа ялыу яҙғанда видео, аудиояҙмалар һис тә ҡамасауламаясаҡ: эттәрҙең олоуын, урамда йөрөүен, ҡош-ҡортҡа ташланыуын, хужаларының янауҙарын кеҫә телефонына булһа ла төшөрөп (яҙҙырып), күсермәһен ғаризаға беркетеү отошло.
Эт хужалары менән административ яуаплылыҡ, күршеләр менән татыу йәшәргә кәрәклеге тураһында һөйләшеү әллә ни һөҙөмтә бирмәне – улар үҙ шөғөлдәренән баш тартырға уйламай. Эттәрҙе яратыуҙары, муллыҡта йәшәргә ынтылыуҙары маҡтауға лайыҡ булған хәлдә лә, ауылдаштары менән иҫәпләшмәүҙәре һис бер ҡалыпҡа һыймай. Бер эт тә, хатта ҡырҡ мең һум торған алабай ҙа, кешенән ҡиммәтерәк була алмай. Күрше-тирә эт аҫраусы­лар­ҙан һис бер зыян күрергә тейеш түгел – улар татлы йоҡларға ла, хәүефһеҙ тормошта йәшәргә лә ирекле. Һәм Амангилделә эттәр арҡаһында тыуған мәсьәләне тиҙ арала законлы рәүештә хәл итеүҙәре бик мөһим. Яуаплылар, закон һағында тороусылар, моғайын да, 2015 йылдың июнендә Кострома районының Симаково ауылындағы фажиғәнең ҡабатланғанын көтмәйҙәрҙер. Унда бер ҡатын хаски питомнигын тотҡан. Питомник хужабикәһенә ҡунаҡҡа килеүселәрҙең биш йәшлек ҡыҙҙары ихата эсенә сыҡҡас, эттәрҙең береһе ташланып, баланы талай. Балаҡай шунда уҡ йән бирә... Ошонан һуң ғына суд тарафынан питомник ябыла, хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт һәм административ эштәр аса.
Ә ауылдарҙа күпләп (бер хужаға икәүҙән артыҡ) эт тотоуҙы тыйған закон ҡабул ителерме – был һорау асыҡ ҡала. Шуға тиклем кемдәр­ҙер эттәр серенадаһынан зар-интизар булып, татлы йоҡоно “төшөндә” генә күрәсәк.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»