НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Түләгәндә кемдер алдана

Түләгәндә кемдер алдана


Түләгәндә кемдер алдана
Оло быуын кешеләре яҡшы хәтерләйҙер: совет осоронда ашханаларҙа өҫтәлдәрҙә иркен ятҡан икмәк, тоҙ, гәрсис өсөн халыҡ түләмәй торғайны. Төпкөл ауылдан килгән бер инәй гәрсисте бал тип яңылышып, бер ҡалаҡ тултырып алып ҡабып, уңайһыҙ хәлгә ҡалғанын һөйләп көлгәне әле һаман иҫтә. Бушлай медицина, белем биреү, торлаҡ, бик арзан ғына (бушлай тип әйтерлек) коммуналь-торлаҡ хеҙмәттәре, шифахана, ял йорттарында һаулыҡты нығытыу, бензин-солярка кеүек тауар совет йәмғиәте өсөн ғәҙәти булды. Бының кире эҙемтәләре лә бар ине: икмәкте малға ашатыу, яғыулыҡты төрлө нәмәгә сарыф итеү... Киләһе быуын коммунизмда йәшәйәсәк, тип өмөтләндергән коммунистар партияһы өсөн тора-бара күпселек тауарҙың бушлай биреләсәге, аҡсаның юҡҡа сығасағы шик тыуҙырмай ине. Бер-береңә бурысҡа биреп торған аҡса өсөн процент алыу башҡа ла инеп сыҡманы. өмәләрҙә бушҡа эшләү, бер-береңә эскерһеҙ ярҙам итеү ҙә йәмғиәттәге микроклиматтың яҡшы булыуына булышлыҡ итте.

Михаил Горбачев башлаған “кеше йөҙлө со­циализм” төҙөү тү­ләүле бәҙрәфтәрҙән башланып китте. Ысынлап та, бушҡа ғәҙәтләнгән совет кешеһен түләүгә өйрәтеү өсөн уның төп хәжәттәренең береһе булған ярау итеүҙән башлау, бәлки, урынлы ла булғандыр: ҡыҫталған кешенең түләмәйенсә хәле юҡ бит. Шунан китте лә инде был “эшҡыуарлыҡтың” киң тарала башлауы: сосораҡтары (оятһыҙыраҡтары) төрлө нәмәне (урман, күл, шишмә һ.б.) кәртәләп алып, унда үтеп ингән өсөн түләү булдырып маташты. Бында дәүләт тә ситтә ҡалманы. Балыҡ тотҡан өсөн түләүҙе генә әйтеп китеү ҙә етә. Тәбиғәт биргән бөтә нәмәне “биоресурс”ҡа әйләндереп, уның өсөн мотлаҡ түләтеү отошло бизнесҡа әйләнде. Баҙар иҡтисадынан тик баҙары ғына ҡалды. Һатыусылар күп, етештереүселәр аҙ.
Был йәһәттән яңыраҡ Себерҙең Ачинск ҡалаһында булған ваҡиға бик сағыу миҫал. Совет заманынан бирле урамдарҙа һыу колонкалары һаҡланып килә. Унан теләгән кеше бушлай һыу ала ине. Күргәнегеҙ барҙыр, унда бәғзеләр машина арбаһына тейәлгән феләктәренә күпләп һыу тултырып ала, хатта сират та барлыҡҡа килә. Был һыу өсөн түләүҙе урындағы халыҡтан алалар. Ачинск ҡалаһының һыу менән тәьмин итеүсе компанияһы был хәлдән сығыуҙы ике юлда тапҡан: ҡайһы бер колонкаларҙы бөтөнләйгә япҡан, ә ҡалғандарынан һыу алыу­ҙы тик тейешле квитанцияһы булған кешеләргә генә рөхсәт итә икән. Бер яҡтан уйлаһаң, был дөрөҫ тә һымаҡ: компания үҙенең сығымдарын ҡапларға тейеш. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, сарсаған кешенең һыу өсөн түләргә аҡсаһы ла, ваҡыты ла, форсаты ла булмауы мөмкин. Ана бит, ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырыу мөмкинлеген дә сикләй башланылар: лимиттан арттырһаң, түләүлене саҡыр. Бында Конституция буйынса халыҡ мәнфәғәтендә торорға тейеш дәүләт үҙенең социаль функцияһын үтәүҙән баш тарта. Быны күреп, ҡайһы берәү­ҙәр дәүләткә һалым түләүҙән ҡаса башлай. Юҡҡа ғына Владимир Путин ошо көндәрҙә 30 миллион эшләп йөрөгән кешене “күләгәнән” сығарырға ҡушманы. Бер яҡтан был кеше яҡшы ғына аҡса ала, әммә хеҙмәт хаҡы рәсми булмағас, кредит алыу, Европа илдәренә виза юллау, больничный, отпуск алыу мөмкинлектәре сикләнә. Икенсе яҡтан, уға эш биргән кеше лә ҡыл өҫтөндә йөрөй. Яңыраҡ төҙөлөп бөткән ферманың ҡыйығы емерелеп ятыуын күреп, белешә күрҙем. Баҡтиһәң, ялланып эшләгән егеттәрҙең халтураһы икән. Фермерҙың ялыуына, “нисек түләнең, шулай эшләнек” тип яуап бирәләр икән. Теге быларҙы судҡа ла бирә алмай, сөнки тейешле килешеү төҙөлмәгән.
Күптәр ни өсөн һалым түләүҙең кәрәген аңламай. Сөнки Рәсәй дәүләтенең йыйыл­ған аҡса менән урынлы һәм тейешле итеп файҙалана алыуына шикләнә. Меди­цина хеҙмәте йылдан-йыл түләүлегә әйләнә бара. Телевизорҙан өр-яңы һәм ҡиммәтле аппаратура менән медицина үҙәктәре асылып тороуы тураһында хәбәр итеп торалар, шул уҡ ваҡытта халыҡтан ауырыу балалар­ҙы дауалау өсөн аҡса йыялар.
14 июль РФ Президенты Владимир Путин Дәүләт Дума фракциялары лидерҙары менән осрашҡанда Владимир Жири­новский буш социаль хеҙмәттәр­ҙән баш тартырға саҡырҙы. Быға В. Путин Конституцияға һылтанып, ҡаршы сыҡты. Жири­новскийҙың “алдан күрә торған” һәләтен иҫәпкә алһаң, яҡын киләсәктә уның был “күҙаллауының” тормошҡа ашыуына шик юҡ.
“Платон” системаһын ғына алып ҡарайыҡ. Ауыр йөк машиналары юлды башҡа машиналарға ҡарағанда нығыраҡ боҙа тигән һылтау менән өҫтәмә түләү индерҙеләр. Иғтибар итеп йөрөгөҙ: асфальт юлдың башлыса йөк машиналары йөрөгән уң яғы түгел, ә киреһенсә, еңел машиналар елдергән урта һәм һул яғы күберәк ашалып, шунда колея барлыҡҡа килә. Ғәйеп улар­ҙа булыуына ҡарамаҫтан, власть түләтеүҙе дальнобойщиктарҙан башланы.
Дәүләт пропагандаһы, халыҡты буш нәмә боҙа, тик түләүле хеҙмәт кенә сифатлыраҡ була тип, ышандырырға тырыша. Был дөрөҫ тә һымаҡ. Халыҡтың күпселеге бының менән ризалыр. Әммә донъяның алда барған дәүләттәре ни өсөндөр бушлай белем биреүҙе, хатта медицинаны өҫтөн күрә. Иң яҡшы медицинаһы менән дан алған Кубаны ғына алып ҡарайыҡ. Көньяҡ Корея, Швеция, Италияла ла медицина хеҙмәте бушлай тиерлек. Хатта па­циенттар­ҙан аҡса һығырға ҡулайлы стоматология хеҙмәте шул уҡ Швецияла 19 йәшкә тиклемгеләр өсөн бушлай. Германия, Франция, Финляндия, Норвегия, Дания, Чехия, Греция, Исландия, Австрия, Төркиәлә белем биреү бушлай. Әкренләп беҙҙең чиновниктар ҙа бушлай белем биреү системаһының өҫтөнлөгөн аңлай башланы. Мәғарифты кешене хеҙмәтләндереүсе тармаҡ итеп ҡарау беҙҙең властарҙың ҙур хатаһы булды. Бөгөнгө уҡыусылар, студенттар “Клиент һәр ваҡытта ла хаҡ” принцибы менән эш итә башланы. Ни эшләйһең инде, ата-әсәһе уларҙың уҡыуы өсөн түләгәс, уҡытып сығармаһаң да, тейешле документ бирергә тейешһең. Медицина, бе­лем кимәленең “плинтус­тан” түбәнерәк кимәлгә төшөүенә тик был өлкәлә булдырылған түләү ғәйепле. Сөнки алғы планға сифатлы эш түгел, ә аҡса алыу сыға. Белем алыу, дауаланыу бер яҡлы ғына процесс түгел. Унда уҡытыусы, табиптың ғына тырышлығы етмәй. Уҡыусы ла, ауырыу кеше лә тырышлыҡ күрһәткәндә генә эш тейешле һөҙөмтә бирә. Бында күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү генә етмәй.
... Беҙ “буш” менән “түләүһеҙ” тигән һүҙҙәрҙе синоним тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Әммә бында айырма бик ҙур. Донъяла бер нәмә лә буш булмайҙыр. “Буштың атаһы үлгән” тип юҡҡа әйтмәй­ҙәр­ҙер. Әммә бөтә нәмә өсөн түләү мотлаҡ түгел. Күп нәмәне тик аҡса менән үлсәү, аҡсаға әйләндереү дөрөҫ түгелдер. Ана, бит, ҡайһы бер дәүләттәрҙә халҡы өсөн тоҙ, һыу, газ, электроэнергия бушлай. Ни өсөн тәбиғи ресурстарға иң бай дәүләттәр­ҙең береһе тип иҫәпләнгән Рәсәйҙә ошолай итмәҫкә? Ана, Төньяҡ-Кавказ округында халыҡтың тик 68 проценты ғына газ өсөн түләй. Юҡ, беҙ киреһенсә, олигархтар һатып алған эксперттар өгөтө буйынса, “һәр нәмә түләүле булыр­ға тейеш” тигән фекергә күнгәнбеҙ. Ана, нисә йыл уларҙы тыңлап, “халыҡҡа һатылған газдың хаҡы донъя хаҡтарына тиңләшергә тейеш”, тигәнгә ышанып килдек. Хәҙер беҙҙең “милли ҡаҙаныш” тип һаналған “Газ­пром”дың сығар­ған газын Украина менән Европа ғына түгел, ә стратегик партнер тип иҫәпләнгән Ҡытай ҙа һатып алыуҙан баш тарта. Шул уҡ Ҡытайға электроэнергияны үҙебеҙҙең халыҡҡа һәм предприятиеларға ҡарағанда арзаныраҡҡа һатабыҙ. Быны төрлө сәбәптәр менән аңлатып маташабыҙ ҙа ул, тик нишләптер бының үҙебеҙ өсөн донъя хаҡтарынан ҡиммәтерәк икәнен күрмәҫкә тырышабыҙ.
Ә аҡса йомған ҡул йоҙроҡлана. Транспортта ололарға урын бирмәүҙәренә ошо сәбәпле: урын өсөн түләгәс, беҙҙең ултырып барырға тулы хоҡуғыбыҙ бар. Ҡарттар йортонда көн күргән әбей-бабай­ҙарҙың уртаса 80 процентының үҙҙәрен ҡарарлыҡ балалары бар икән. Шул уҡ хәл балалар йортонда тәрбиәләнгән социаль етемдәргә ҡағыла. Бының енәйәткә тиң икәнлеген аңлап та бөтмәйбеҙ. Тимәк, бында күптәребеҙ ғаилә мөнәсәбәттәрен аҡсаға әйләндереүҙе хуп күрә. Та­ныштары исеменә кредит алдырып, уларҙы бурысҡа батырып, һуңынан уларҙы үлтереп ҡото­лор­ға маташҡан замандаштарым тураһында ишетеп әсенәм.
Рәсәй дәүләте нишләптер үҙ халҡының мәнфәғәтен оноторға тырыша. Кеше банктан бурысҡа алып, йәки торлаҡ-коммуналь бурыстары өсөн ваҡытында түләй алмаһа, ул, башлыса, тик бер яҡты ғына хәстәрләй. Ә иң киң таралған тауар – кеше хеҙмәте – өсөн бурыстар барлыҡҡа килһә, бик һирәк осраҡта ғына ул ябай кешене яҡлап сыға. Бына ошонда ул бөтә көсөн күрһәтергә тейеш тә ине. Эшләнгән эш өсөн түләмәү иҡтисади үҫеш юлындағы иң ҙур кәртә булып торғанын аңларға ине. Кешене бушҡа эшләтеп бизнес ҡорған эшҡыуарлыҡты ла ауыҙлыҡларға кәрәк ине. Яңылыш боролған гайка арҡаһында ракеталар ҙа ҡоламаҫ ине, донъя чемпионатына төҙөлгән спорт объекттарының да сифаты яҡшы булыр ине. Кредитын ваҡытында ҡаплай алмау сәбәпле үҙенә ҡул һалғандар тураһында статистиканы күпме тырышһаң да таба алмаҫһың (Волгоград өлкәһендә йыл башынан 9 үлем осрағы булған): был мәғлүм булһа, банктарға ҡаршы тейешле закондар булдырылыр ине. Ярай әле, коллекторҙар хеҙмәтен көйләй башланылар.
Бөтә нәмәне аҡсаға күсереү ғаилә төҙөүгә лә ҡамасаулай башланы. Билдәле булыуынса, башлыса, хужабикә елкәһенә төшә торған йорт эштәре түләүһеҙ булды. Бәғзе гүзәл зат өсөн был “бушлай эш” ғаилә төҙөү өсөн ҙур кәртә булып тора: был эш өсөн “лайыҡлы түләрлек” ир булмағас, яңғыҙ йәшәүҙе хуп күргәндәре күбәйеп китте.
Ауыл ерендә бөгөн кеше күпләп йылҡы малы тота. Башлыса көтөүһеҙ йөрөгән мал сабынлыҡтарҙы тапап бөтә, ҡалған кешегә бесән эшләрлек урындар ҡалмай. Бында тейешле түләү индереү урынлы булыр ине. Фән буйынса бер баш мал өсөн күпме ер кәрәге билдәле, әйтәйек, бер һыйыр өсөн бер гектар ер. Кем 60 – 70 баш эре мал тота, ә уның тик 5 гектарлыҡ ҡына пайы бар икән, тимәк, ул бушлай кеше ере менән файҙалана һәм түләргә тейеш.
Капиталь ремонт өсөн мотлаҡ түләргә кәрәк, тип тә ышандырҙылар. Ярай, бының менән ризалашып, түләгән халыҡ бар. Әммә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә халыҡтың 80 проценты түләүҙән баш тарта. Уларҙы йәшәгән урындарынан ҡыуып сығарып булмаясаҡ бит. Тимәк, бер нисә йылдан бындағы хәлдең ҡырҡыуланыуы бар: ваҡытында түләп килгән граждандар үҙҙәренең алданғанын аңлаясаҡ бит. Былтыр Владимир Путин үткәргән тура бәйләнештә әйтелгән мәғлүмәт шаҡ ҡатыр­ҙы: халыҡтан капиталь ремонт өсөн йыйыл­ған аҡса 97 миллиард һум тәшкил итһә, коммуналь хеҙмәт ойошмалары барлығы тик 25 миллиард һумға контракт төҙөгән. Тимәк, капиталь ремонт әллә ни кәрәк түгел. Аҡса икенсе маҡсат өсөн йыйыла түгелме?
Ябай халыҡтың алданғанына өйрәнеп тә бөткәнбеҙ. Рәсәй дәүләтенең “баҙар” тигән кәмәһенең ҡомға терәлгәнен ишетеп хайран ҡалдым. Баҡтиһәң, Көнбайыш беҙҙе бик оҫта һемәйткән икән. Беҙҙең етәкселәр­ҙе “парник эффекты”, “озон ҡатламының кәмеүе” тигән “фәнни ҡараштар­ҙа” ышандырып, йыл һайын атмосфераны бысратҡаны өсөн йылына 100 миллиард доллар түләргә мәжбүр итә икән.
Эш артабан да былай дауам итһә, Рәсәйҙәге урман хужаларынан тиҙҙән “беҙҙең урмандар етештергән саф һауа өсөн түләгеҙ” тигән хәбәр ишетергә тура килер. Ул саҡта бөтәһе лә “Ятып ҡалғансы, һатып ҡал” тигән принципҡа күсер. Был йәмғиәттә йәшәргә теләгән кеше ҡалмаҫтыр... Йәки Дмитрий Медведев әйткәнсә, “Аҡса юҡ, әммә һеҙ бирешмәгеҙ” тиергә генә ҡаласаҡ.

Илдар ҒӘБИТОВ.

Сығыу ваҡыты 1-08-2016, 20:30 | Ҡаранылар: 484
|
  • Аҡса етмәү эт итә
  • Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
  • ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ
  • Класс етәксеһе булған өсөн түләү һаҡлана
  • Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһын
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM