RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡмарҙың ҡороҡ-тышауҙарын кем сисер?! йәки Бала саҡтың яҡты хәтирәләре

20.06.2016 Һаҡмарҙың ҡороҡ-тышауҙарын кем сисер?! йәки Бала саҡтың яҡты хәтирәләре

Һаҡмарҙың ҡороҡ-тышауҙарын кем сисер?! йәки Бала саҡтың яҡты хәтирәләре
“Төштәремдә ҡайтып бер
урайым,
Өндәремдә һағынып
йырлайым”.

Был һүҙҙәрҙе билдәле ҡурайсы, композитор һәм йырсы Ишмулла ағай Дилмөхәмәтов тыуған яғын һағынып яҙһа, әлеге минең осраҡта ул йыр һаҡмарымдың үткәнен һағынып, үкенеп, йөрәк әрнеткән йырға торошло.

Ер йөҙөндә төрлө урын бар. Матурлығы менән хайран ҡалдырырлыҡ ер-һыу күп. Шулай ҙа беҙҙең өсөн наҙлап, иркәләп ҡуйынына һыйҙырған йәнтөйәгебеҙ – Һаҡмарыбыҙҙан да матурыраҡ, хозурыраҡ ер юҡтыр. Ул беҙҙе генә түгел, сит тарафтарҙан килгән кешеләрҙе лә әсир итә.
Үкенескә күрә, беҙ бала саҡта, үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында, ожмах баҡсаһына тиңләрлек тәбиғәт хәҙер йылдан-йыл шиңә бара, урмандар аяуһыҙ ҡырҡыла, ҡорой, майҙандары кәмей, һыуҙар һайыға, шишмәләр ҡорой, хайуандар, ҡоштар һаны кәмей, ә һаҡмарҙың балығы тураһында һөйләрлек тә түгел, сөнки ул юҡ тиерлек.
“Йөрөмә әле көндө биҙҙереп” тип әйтелгән, лаҡапҡа әйләнгән һүҙҙәр көн торошона тура килмәгән кейем кейгән кешегә төбәп әйтелһә лә, асылында тәрән фәлсәфә ята. Беҙ, кешеләр, Аллаһы Тәғәләнән бүләк ителгән ожмах баҡсаһын биҙҙерҙек, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә, кеше булараҡ үҙебеҙгә килешмәгән, хилаф эштәр башҡарҙыҡ, үҙебеҙҙең асылыбыҙға хыянат иттек. Был донъяла ошонан да ҙурыраҡ яҙыҡ юҡтыр.
Бала саҡта һаҡмар миңә аҡ ялдарын, толомдарын елберләтеп, тауҙар араһына таратып, йән-фарман сапҡан аттар өйөрөн хәтерләтә ине. һыу ағымы ажғыр, үҙе тап-таҙа, хатта тәрән-тәрән ҡумырыҡтар, ятыу­ҙар төбөндәге таштар, балыҡтар үтәнән-үтә күренә торғайны. Йылғаның ярҙары ҡуйы тирәктәр, тал менән ҡапланған, улар – тоғро һаҡсылар, һыуға юлды тик кисеүҙәр аша ғына табып була. Кисеү аша сыҡҡанда ат арбаһында аяҡ үрә тороп сығаһың, сөнки арбаға һыу сыға. Шаршылар араһында тәрән ятыуҙар, ат йөҙмәгән урын булманы. ә һаҡмарҙың киңлеге, һыуы ярҙан-ярға һуғып ята, иң оҙон тынлы малайҙар ҙа бер ярҙан икенсеһенә сумып сыға алмай ине.
Йылғаның ярҙарында ла, һыу төбөндә лә бик күп урында урғылып тап-таҙа, һалҡын һыулы шишмәләр сығып ятты. Мәләүез ҡойолошонан үрҙәрәк аҡҡан шишмә йәйен-ҡышын беҙҙең яҡ осо кешеләрен тәмле һыуы менән туйҙырҙы. ә беҙ, малайҙар, һыу ингәндә сумып, һаҡмар төбөнән сығып ятҡан шишмә һыуын эсеп кинәндек.
ә балығы! һаҡмар үҙенең иҫ китерлек тәмле балығы менән үҙенең ярҙарында донъя көткән кешеләрҙе генә түгел, бөтә район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы туйҙыра ине. Уның эре-эре йәйендәре, ҡара балыҡтары, шамбылары, оптолары, бәрҙеләре һәм сабаҡтары тап-таҙа һыуҙа таҙа ризыҡ менән туҡланып, өйөр-өйөр булып үрсеп торҙо.
Атайым менән Кәрһе йылғаһы буйында йәйләүгә иртәнге һауынға барғанда, Йәрмөхәмәт ағайҙың ат ҡойроғо ҡылынан үреп эшләп биргән мәскәүе менән һауын бөткәнсе бер-ике тиҫтә эре бәрҙе тота инем.
Ер еләге менән сейәһе шул хәтлем күп булды, еләк йыйғанда урындан да шылмай тиерлек бер күнәкте тултырабыҙ. Ул ваҡытта ҡайнатма эшләмәнеләр, еләк-емеште күпләп киптерҙеләр, тәмле ҡаҡ ҡойҙолар. Фатима ҡоҙағыйҙың еләк-емештән эшләгән ҡаҡтарының тәме һаман да тел осонда тора.
Яҙ көнө тауҙар ҡарҙан әрселгәс, беҙ тау башынан төшмәй инек, унда үҫкән тәмле йыуа, бәкес, талғыр, кәзә һарынаһы, һаҡмар туғайҙарында үҫкән балтырған, әсе ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ ҡыш буйы витаминдарға һыуһаған тәнебеҙгә бик файҙалы ризыҡ, шифа булып һеңә ине.
“Башҡортостанда хәҙер хатта йогурт етештерелә”, – тип телевизор, радио аша реклама бирәләр. ә магазинда һатылған был эсемлеккә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ һәм тәмлерәген эсеп үҫтек: әсәйҙең яңы һөттән ойотҡан тәмле ҡатығына ҡыҙарып бешкән эре ер еләктәрен ҡушып болғайбыҙ ҙа, мейестән яңы сыҡҡан икмәккә ҡушып эсәбеҙ, шунан ғибәрәт була ине беҙҙең ҡайһы киске аш. Яҙ көнө ул ҡатыҡҡа балтырған турайбыҙ.
‡кенескә күрә, хәҙер балалар телевизор, компьютерҙан айырыла алмай, тауҙарҙы һәм туғайҙарҙы гиҙмәй, ерҙең: “Мәгеҙ, ашағыҙ, туҡланығыҙ, һау-сәләмәт, көслө булып үҫегеҙ!” – тип ҡуйынынан сығарып биргән ризығын ашамай, магазиндағы зарарлы консерванттар менән тултырылған төрлө тәмле-татлыға, газлы һыуға, яһалма һуттарға алдана.
Беҙҙең ата-бабалар, аҫаба башҡорттар булараҡ, ер-һыуға, тирә-яҡ мөхиткә, үҙҙәрен иркәләп бәүелткән бишектәренә, бик һаҡсыл, йүнсел булған. Сөнки улар ергә ысын мәғәнәһендә ерегеп, кендектәре менән бәйләнеп үҫкән. әле беҙҙең быуын ата-бабалар тәрбиәһенән өҙөлмәгән, быуындан-быуынға тапшырыл­ған рух һәм ырыҫ, халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле һәм юғалмай торған хазинаһы булараҡ, беҙҙе тирә-яҡ тәбиғәткә, урмандарға, йылғаларға иғтибарлы булырға, ҡурсаларға саҡыра. Шул тәрбиәне бөтә йүнәлештәрҙең, балалар баҡсаһының, мәктәптең, мәсеттең, ғаиләнең тәрбиә көстәрен туплап, йәш быуынға тапшыраһы ине! Сөнки тирә-яҡ мөхиттең торошо беҙҙең ырыҫыбыҙға, күңел торошона, кәйефебеҙгә, тормошҡа ынтылыш кимәленә туранан-тура тәьҫир итә. Тәбиғәт ҡороған һайын кешеләрҙең дә тормошҡа ынтылышы һүрелә, рух кимәле кәмей.
Бөгөн һаҡмарҙағы һыуҙың кимәле, үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдары менән сағыштырғанда, 15 – 20 тапҡырға кәмене тиһәм, һис хата булмаҫ. һыу төптәрен буйынан-буйына ләм ҡапланы. Ярҙарын сүп-сар баҫты. әүәле йылға таша башлаһа, боҙ күберәк ваҡыт таңға яҡын китә ине, беҙ көслө гөрһөлдәүҙән, ер менән өй һелкенеүенән уянып китә торғайныҡ. Таң атыу менән бөтә ауыл халҡы йылға ярында йыйыла. Унда ҡалын-ҡалын боҙҙар аҡтарыла, һыу ярҙарына һыймай таша, уларҙы әҙ генә булһа ла тыйырға тырышып, һыу төбөндәге таштар шығырлай, ярҙа тирәктәр ыңғыраша. Бейек, ҡалын боҙҙар, ҡапыл үрә тороп кире яҡҡа гөрһөлдәп йығыла, үҙәнгә һыймағандарын һаҡмар һыуы балығы менән ярға сығарып ташлай. Шул мөғжизә бер нисә сәғәт дауам итә, йылғаның төбө таҙара, ҡырыла, эре таштарҙан ҡырсын яһала, ҡырсындан ҡом хасил була.
Бынан егерме йыл тирәһе элегерәк һаҡмарға ҙур “ҡороҡ“ ташланылар. Ул да булһа – Баймаҡ районынының әбделкәрим ауылы эргәһендәге һаҡмар һыу һаҡлағысының быуаһы. Уның аҫтында күпме зыярат, ҡәбер ҡалды. Юйылмаҫ, кисерелмәҫ гонаһ алдыҡ. Шул быуаның һыу ташлағыс торбаларын, быуа йырылыуҙан ҡурҡып, яҙғы ташҡын һыуына урын бушатырға тип, март айында уҡ асалар. Аҡҡан һыу һаҡмарҙың үҙәнендәге боҙон иретеп бөтөрә, апрель башында күҙәтелгән тәбиғи боҙ китеү булмай, йылға үҙен-үҙе таҙарта алмай, үҙәнен бысраҡ, батҡаҡ, ләм ҡаплай, шишмәләрҙең ауыҙҙары ябыла. Көмөштәй таҙа һыу менән туйҙырған шишмәләр юғала.
Был һыу һаҡлағыс хәҙер кешеләрҙең яратҡан ял урынына әйләнеп бара. Быуаны бөтөнләй йырып ебәрмәгәндә лә, ауыр хәлде төҙәтеп була. һыу һаҡлағыста һыу ташлағыс каналдың бейеклек кимәлен бер нисә метрға түбәнәйтергә кәрәк. әлбиттә, быуаның майҙаны бер ни тиклем кәмейәсәк, шуға күрә уның яҙғы һыуҙан йырылыу ҡурҡынысы булмаясаҡ. һыу ташлағыс торбаларҙы иртә яҙҙан асыу кәрәкмәй, тәбиғи боҙ китеү яңынан тергеҙеләсәк. Шул хәлде күҙ алдына килтереп, көслө итеп: “Ур-ра-а-а!” – ҡысҡырғы килә, ул ауазды бөтә һаҡмар буйы халҡы күтәреп сығасаҡ.
ә инде һаҡмарҙың тышауҙары! Иң ҙур һәм ауыр тышау – һыу һаҡлау зонаһында үҫкән урмандарҙың ҡырҡылыуы, һирәгәйеүе, ҡороуы. Бында хөкүмәт программаһынан тыш бер нәмә лә эшләп булмаясаҡ. Беҙҙең хөкүмәт яҡын арала 50 – 100 йылға иҫәпләнгән, етди финансланған, тәбиғәтте, урмандарҙы, һыуҙарҙы, йәнлектәр һәм ҡоштар донъяһын тергеҙеү программаһы ҡабул итер, тигән оло ышаныс бар. Аллаға шөкөр, аҡсаға табынғандар, байлыҡты бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ күргәндәр дәүере артта ҡалды. Был донъяға яңы килгән сабыйҙарҙа бөтөнләй икенсе быуын төҫмөрләнә, улар донъяны терелтер төҫлө. Уларға ҡарап, алдағы тормошҡа ышаныс тыуа.
Беҙҙең быуынды ла тәбиғәтте тергеҙеү эштәренә өгөтләп тороу кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Тик ойоштороу, дәртләндереү ҙә етә.
Икенсе, тағы ла хәтәрерәк тышау – ул һаҡмар буйын йылдан-йыл баҫып барған сүп-сар. Бында инде, ағай-эне, атта ла бар, тәртәлә лә бар, тигән кеүек, беҙ үҙебеҙ ҙә ғәйепле, шул уҡ ваҡытта тейешле органдар ҙа теҙгенде бушатты. Урындағы советтар, депутаттар өгөт-нәсихәттән башҡаны файҙалана алмай. Сүп-сар тышауын сисеү эшенең иң ҙур өлөшө халыҡ иңенә төшөргә тейеш. Тирә-яҡ мөхитте үҙ йортобоҙ кеүек күрергә, ҡурсаларға өйрәнергә, ысынында, асылыбыҙға ҡайтырға бурыслыбыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә барыһын да йәлләмәй биргән. Быға асыҡ миҫал: сабый бала йоҡо аралаш ҡайһы саҡ тертләп-тертләп китә, уның сәбәбе шунда: Аллаһы Тәғәлә уға йән өргәндә бөтә йыһан, ғаләм менән бәйләнеш, хәстәрлек һәләте бирә. әгәр еребеҙҙә, ғаләмдә яҙыҡ эштәр башҡарылһа, сабый шуға борсолоп тертләй, көйәләнә. ә инде фани донъяла йәшәү ваҡытында йөгө өҫтәлгән һайын саф күңелебеҙ керләнә бара, күҙҙәребеҙ томалана, Алланан алыҫлашабыҙ.
Шулай ҙа, гонаһ шомлоғо, ҡайһы берәүҙәргә сүп-сарҙы ихатанан сығарып ташлаһа булды, йылға ярына ташлаһа ла, ул бәндәләр борсолмай. Һыу буйында ҡалдырылған сүп-сар, йәшел үлән өҫтөндә яғылған усаҡтар, балта сабылған ағастар бәндәләр өсөн гонаһҡа һаналмай башланы. Бәғзеләрҙең күңелен упаҫлыҡ, ғафиллыҡ баҫа. Хайуандар ҙа бит үҙҙәренең балаларын ҡайғырта, киләсәк быуынды уйла, яҙыҡлыҡ ҡылма, ырыҫыңды ашап бөтөрмә, тип өндәшкем килә уларға.
Сүп-сарҙы йылға буйына ташлағансы, ихатаның бер ышығыраҡ урынына бер нисә ҡумта йәки тоҡ ултыртып, кәрәкмәгән кейем-һалымды – береһенә, быяла, консерва кеүектәрен икенсеһенә һалып, йыйып барырға була, аҙаҡтан бөтә ауыл менән иҫке карьерҙарға илтеп түгергә мөмкин.
Хәҙер ауылда яҡшы серегән тиреҫте табып булмай, сөнки фермалар бөткәс, таҙа мал тиҙәге юҡ, сүп ҡушып сығарылғаны иһә йәй буйына ауыл сүплегендә ауыр төтөн сығарып, быҫҡып янып ята. Сүп-сарға һаналған мал тиҙәге бөтә хужалыҡтан сығарылған күләмдең 90 – 95 процентын тәшкил итә. Әгәр уны айырым өйөп серетеп торһаҡ, бик күп файҙа күреп булыр ине.
Хәҙер быяла ватыҡтарын ҡабул итәләр, йылына бер тапҡыр бөтә ауылдан йыйылған быяланы алып барып тапшырырға була. ҡайһы ваҡытта ауыл советы берәй сара үткәрергә аҡса таба алмай интегә, үрҙә әйтелгән шөғөлдәр аҡса сығанағы түгелме ни?
Ошолар тураһында һөйләһәң, күптән инде һәр ауылда коммуналь хеҙмәт күрһәтеү буйынса берәй хужалыҡ булдырыу кәрәклеге килеп тыуа. әле ниңәлер шундай йүнәлешкә субсидиялар бүлеү, дотациялар биреү программалары эшләмәй.
Район үҙәгендә лицензиялы сүп-сар ҡабул итеү, утилләштереү, сорттарға айырыу урыны булдырыу бик мөһим эш булып тора. Хөкүмәт ярҙамы менән берәй эшҡыуар ошондай эшкә тотонһа, бик файҙалы, төшөмлө кәсеп булыр ине.
һаҡмарҙың тағы ла бер тышауы – уның балығы үрсеүенә туранан-тура зыян килтереү, шарандар, ау ҡуйыу. Элек йылға тирмәненең быуаһын йыл һайын ташҡын алып китеп торҙо, шунан ул быуаны балыҡ үрләп бөткәс кенә, июнь урталарында бөтә ауыл сығып, өмә менән быуҙы. Боронғолар тәбиғәт хикмәте булып торған, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан, ыуылдырыҡ сәсергә, үрсергә тип, үргә ынтылған балыҡ юлын ҡырҡманы. Хәҙер балыҡ үрләр ваҡытта ғына уларҙың юлдары йылғаның буйынан-буйына күпме ау, шаран менән кәртәләнә. Элегерәк һунарсы, балыҡсы исемен йөрөткән әҙәм балалары тәбиғәттең иң яҡын дуҫтары, һаҡсылары булған. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр гонаһлы кешеләргә йәнлек ауларға, балыҡ тоторға рөхсәт итмәгән.
һүҙем аҙағында шуны әйткем килә: йәмәғәт, әйҙәгеҙ, бөтә халыҡты күтәрәйек, һаҡмарҙың, йәнтөйәгебеҙҙең йәмен, хозурлығын кире ҡайтарайыҡ. Әле һуң түгел! Ерҙең йомарт ҡосағының йылыһы киләсәк быуындарға етһен! Балалар, беҙҙең, ата-бабаларыбыҙҙың иң ҡиммәтле ҡомартҡыһын, ырыҫ байлығын һаҡлағыҙ, иңдәрегеҙҙә көслө ҡанат итеп тойоғоҙ, килер быуындарға тапшырығыҙ!

Урал ТОРОМТАЕВ.

Хәйбулла районы,
Йәнтеш ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»