НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ата балаһы хур булмаҫ йәки Ғаиләлә ирҙең ролен күтәрергә ваҡыт етте түгелме?

Ата балаһы хур булмаҫ йәки Ғаиләлә ирҙең ролен күтәрергә ваҡыт етте түгелме?


Ата балаһы хур булмаҫ йәки  Ғаиләлә ирҙең ролен күтәрергә ваҡыт етте түгелме?Рәсәй календарында, рәсми булмаһа ла, яңы байрам билдәләнә башланы. Уны 1909 йылда Америка ҡыҙы Сонора Додд уйлап сығарған. Сиркәүҙә әсәйҙәргә арналған вәғәзде тыңлағас, атайҙар ҙа айырым байрамға лайыҡ бит, тип уйға ҡала ул. Ҡыҙҙың әсәһе алтынсы балаһын тапҡанда үлеп ҡалғас, атаһы балаларын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Ғаилә башлығына хөрмәт йөҙөнән ҡыҙ әлеге байрамды булдырыр­ға тәҡдим итә лә инде. Һуңынан Президент Линдон Джонсон уны рәсмиләштереп ҡуя.

Беҙҙә рәсми власть тарафынан был көн, дөрөҫөрәге, атайҙарҙың роле инҡар ителде. Бының тәбиғи сәбәптәре лә бар: бала тыуа, ә ғаилә башлығының тәрбиәлә өлөшө бигүк һиҙелмәй: биш йәшенә тиклем уны бағыуға әсә кеше күберәк көс һала. Артабан көслө зат мәктәптә лә баҫыла, уҡытыусылар башлыса ҡатын-ҡыҙ затынан тора. Мәғлүм булыуынса, ҡыҙҙар малай­ҙарҙан ике-өс йылға алдараҡ өлгөрә, шунлыҡтан улар тиңдәштәре араһында өҫтөнлөк менән файҙалана. Элек балаларҙы айырым уҡытыу дөрөҫ тә булғандыр. Тәрбиәселәр, уҡытыусылар ара­һында ла ҡатын-ҡыҙҙың күберәк булыуы көслө заттың психикаһына йоғонто яһай. Ир-егеттең хәлен бөгөн дискриминация менән сағыштырып булалыр: ғаилә тарҡалһа, баланы күпселек осраҡта әсәһе менән ҡалдыралар.
Атай һүҙен тотоу ғына түгел, уға арҡаланыу, икенсе һүҙ менән әйткәндә, атайға ышаныста йәшәү милли тәрбиәбеҙгә, динебеҙгә хас. Атайға арҡаланып үҫеү бәхетенән мәхрүм баланың киләсәге уңыш­һыҙыраҡ булыуы раҫланған. Психологтар баланың психологик сәләмәтлеген – күңел һаулығын, ғаиләләге тыныслыҡты һәм балалар­ҙың үҙ-үҙенә ышанысын иң тәүҙә атай кешегә бәйләй. Өс йәше лә тулмаған малайҙарҙың атаһына оҡшатып атларға, һәр ҡылығын ҡабатларға тырышҡанын күҙәткәнегеҙ барҙыр. Сабый малай, үҙе лә аңғармаҫтан, атаһының уның өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә түгелме? Әйтерһең дә: “Атай, үҙең матур, ҡыйыу, игелекле бул, мин дә шуны ҡабатлармын”, – ти... Ул кеше атай һөйөүенә, уны аңлауына мохтаж. Бөйөк З. Фрейд: “Бала өсөн атай кәрәклегенән дә, атай ҡурсыуынан да көслө ихтыяж юҡ”, – тип тиккә генә әйтмәгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, атай баланы ситтән янаған нәмәләрҙән генә түгел, ә әсәһенең артыҡ яратыуынан да ҡурсып тора. Артыҡ һөйөү, баланы алдынан алыу ҙа йыш ҡына уның өсөн зыянлы була.
Улын һәр яҡтан матур кеше итеп тәрбиәләргә тырышҡан аңлы атай үҙендә лә ошо сифаттарҙы үҫтерергә ынтыла. Атай мөхәббәтен яуларға кәрәк, әсәй кеүек ул һине һәр саҡ ҡурсалап тормаҫ, ә был ниндәйҙер уңыштар яулауға, үҙеңде ыңғай яҡтан күрһәтеүгә дәрт бирә. Ғалимдар әйтеүе буйынса, атай менән уртаҡ уйындар, серҙәр, шөғөлдәр – малай өсөн иң яҡшы өлгө. Уны бер ниндәй ҙә “ысын ир-егет” тәрбиәләү методикаһы ла алмаштырмай. Өләсәй менән әсәй ҙә атайҙы алмаштыра алмай. Был малайҙар неврозға дусар була. Бала саҡта ошолай үҫкән малай­ҙың, ҙурайғас, һәйбәт атай булыуы ла икеле. Өйҙә әсәй менән өләсәй, мәктәптә лә ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләгәс, икенсе һөҙөмтә көтөүе ҡыйын. Әгәр ҙә эшләй башлағас, тағы ла ҡатын-ҡыҙ ҡулы аҫтына эләкһә, был “быҙау”ҙың даны башҡа ир-егеттәргә күсә лә ҡуя.
Атайҙың малай, ҡыҙ өсөн дә эталон булып тороуы мәғлүм. Ҡыҙҙар үҙҙәренә тормош иптәшен атаһы менән сағыштырып, уға оҡшағанырағын һайларға тырыша. Малайҙар өсөн атайҙың яҡшы яҡтары үрнәк булып хеҙмәт итә. Бөгөн атай тәрбиәһенән мәхрүм балалар һаны бермә-бер артты.
Башҡаларға, хатта яҡын дуҫтарына аяҡ салыу, кәмһетеү, йәберләү уға бер ни тормаясаҡ. “Атайһыҙ бала алты кешегә хаслыҡ итер”, – тигән боронғолар. Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғырындағы:
Атаһының тәрбиәһен
Күрмәй үҫкән ир бала
Бик йыш ҡына яһил тигән
Яманатлы дан ала.
Ул, ғәҙәттә, тоғро түгел,
Ул, ғәҙәттә, ялағай,
Үҙенән кесе булһа ла –
Көслөләр уға “ағай”, – тигән юлдар быға яҡшы иҫбат. Әсәй нисек кенә атай тәрбиәһен бирергә тырышмаһын, бынан йүнле нәмә килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки унда балаһына булған һөйөү инстинктив кимәлдә ята, тимәк, ул балаһын насар булһа ла яратырға мәжбүр. Балаға был тәрбиәне олатаһының йәки икенсе оло ир туғанының ғына бирә алыуы бар. Быныһы ла икеле. Үҙ атаһы ғына баланы үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәтә. Яңыраҡ Мәскәү өлкәһендәге Егорьевск ҡалаһында биш байкерҙы мылтыҡтан атып үлтергән егетте генә алып ҡарағыҙ. Атаһы була тороп та, ата тәрбиәһе күрмәгәс, был егет үҙен мотоклубҡа алмағандарына үсегеп, ҡоралға тотона. Атай тәрбиәһе алған егеттең бындай аҙымға барыуы мөмкин түгел, сөнки ул үҙенең һәр аҙымы өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫә: аңында һаҡланыу инстинкты ята – ғүмерлеккә төрмәгә ултырыу ҡурҡынысы уны тотоп торасаҡ. Ә атайһыҙ үҫкән бала өсөн ирек­һеҙҙән сыҡҡан “ташлама, әсәй!” тигән нәмә кемгәлер һыйынырға мәжбүр итә. Был бала гел генә үҙен кемдер ҡотҡарып ҡалыр тип өмөтләнә. Ни эшләһен инде, бала саҡтан әсәй ҡосағына һыйынып өйрәнгәс… Ана, атай тәрбиәһен алмаған Михаил Саакашвилиҙы ғына алып ҡарағыҙ. Америка һыйындырыр әле, тип өмөтләнеп, Владимир Путиндың Ҡытайҙа йөрөгән сағында, Көньяҡ Осетияға һөжүм итә. Беренсе донъя һуғышынан һуң атайһыҙ үҫкән немец балалары, һуңынан үҙҙәрен Гитлер һыйындырғас (гитлерюгенд), Совет Армияһына ҡаршы һуғышҡан иң яһил, уҫал дошмандар булып китә.
Атай тәрбиәһе алмаған малай әсәһе, туғандары, башҡалар менән аралашҡанда етди проблемаларға юлыға. Иң ауыр, һынылышлы мәлдәрендә психикаһы ҙур көсөргәнеш кисерә. Юҡҡа ғына халыҡ: “Атаһы юҡ ул – ҡуштан, инәһе юҡ – инмәй тыштан”, – тип әйтмәгән. Уға ир-егеткә хас холоҡ таныш түгел, йыш ҡына ул инфантиль булып үҫә. Уларҙың әсәләрен башлыса дәүләт ҡурсып торғас, был малайҙар ҙа ошо дәүләт ярҙамына ғына өмөт бағлап тора. Ә ҡыҙҙар, әсәһенә оҡшап, киләсәктә донъя йөгөн үҙ иңенә алырға тырыша.
Әсә кеше баланы яратырға, кешелекле булырға өйрәтһә, атай иһә рух көсө тәрбиәләй, үҙ ҡарашын яҡларға, көрәшергә һәм еңергә өйрәтә. Шунлыҡтан тик тулы ғаиләлә генә яҡшы тәрбиә алып була. Бөгөн бәғзе әсәләр, ни өсөндөр йыш ҡына ирен тулы донъяһы менән ташлап, балаларын үҙҙәре менән алып, ҡала тарафтарына юлланыуҙы хуп күрә башланы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә бер миллиондан ашыу бала, атайҙары булыуға ҡарамаҫтан, атайһыҙ үҫә. Әсәй һәр ваҡыт балаһына ярҙамға килергә әҙер булһа, атай кеше был йәһәттән артыҡ ҡыҫылмай, ул ситтән генә ҡарап, шым ғына мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә өйрәтеүҙе хуп күрә. Юҡҡамы ни бөйөк педагогтар башлыса ир-ат нәҫеленән (Макаренко, Сухомлинский, Спок, Корчак, Бруно Ясенский һ.б.). Быға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Малдың- малы, ат булһынмы, һыйырмы, ир-егет ҡулын ҡатын-ҡыҙ ҡулынан яҡшы айыра. Дилбегәне кем тотҡанын улар яҡшы белә. Балалар ҙа был йәһәттән һиҙгер, уяу була. Һуңғы арала телевидение, интернет аша йыш ҡына әсәләрҙең балаларына ҡарата аяуһыҙ ҡылыҡтары тураһындағы сюжеттарҙы күрергә тура килә. Балаһына баш була алмағас, кемдер – өйгә эшен әҙерләмәгәне өсөн, кемдер уның менән интернетты бүлешә алмағанға, кемдер һөйәре менән аралашырға ҡамасаулағаны өсөн үҙ балаһын йә туҡмай, йә үлтереп ҡуя. Кемдер балаһын машинала ҡояш аҫтында ҡалдырып, магазинда онотолоп, шопингҡа бирелә.
Әсәйем гел генә: “Хоҙай бөтә нәмәне лә тигеҙләп ҡуя ул”, – тип әйтергә ярата. Был дөрөҫтөр ҙә ул. Беҙҙең гүзәл зат, атайһыҙ ҙа бала үҫтерә алам ул, тип, ҙур хата яһай. Эйе, баланы үҫтереп булалыр, әммә тәрбиәләп булмай. Юғарыла килтерелгән миҫалдар хәҙерге атай­һыҙ үҫкән балаларының протесы түгелме ни? Ярай, атайһыҙ үҫкән балаларығыҙҙы тыңлата алмағас, уларҙы үлтерә башланығыҙ, ти. Быны бөгөн йәмғиәт йыш ҡына ғәфү итеп ҡарай. Ә иртәгә күҙен йоммаясаҡ. Тик атай тәрбиәһе алмаған балаларҙың күбәйеп китеүе һуңғы ваҡытта уҡытыусы­лар­ҙы һанға һуҡмау, полиция хеҙмәткәрҙәре менән һуғышыу, сәбәбен бер нисек тә аңлатып булмаған үлтереү осраҡтарының артыуына килтерә лә инде. Педофилия, гомосексуализм кеүек күренештәрҙең таралыуын да ошоноң менән аңлатып булалыр. Атай тәрбиәһен алмаған малайҙар үҙҙәренең “ирлеген“ ошоноң менән күрһәтә лә инде. Дәүләт гел ҡатын-ҡыҙҙар яҡлы булды, әммә уны ихтирам итмәһәң, ул ҡайһы бер ир-ат һымаҡ боҫоп ҡына ҡалмаҫ. Ана бит, 90-сы йылдарҙа армияны кәмһетеү нимәгә алып килде? Ошоно аңлағас, әҙерәк тәртип булдырылды. Атайҙарҙы, ир-егеттәрҙе һанға һуҡмау ҙа оҙаҡҡа бармаясаҡ. Шул уҡ атай тәрбиәһе күрмәй үҫкән балалар үҙҙәре әсәләрен хөрмәт итмәй башламаҫ тимә.

Илдар ҒӘБИТОВ

Сығыу ваҡыты 10-06-2016, 12:31 | Ҡаранылар: 518
|
  • Туҡал
  • Белгес фекере
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)
  • Әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡалмайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM