НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?

Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?


Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме? йәки ниңә ҡатыны вафат булған ир үҙ балалары өсөн ҡайныһы менән көрәшә?

Хакимиәт бинаһына барып ингәнемдә төшкө аш мәле ине. Коридорҙа тынлыҡ, бөтә ишектәр ҙә бикле. Стена буйындағы ултыр­ғыстарҙың береһендә, дүрт йәштәр тирәһендәге ҡыҙ баланы ҡосаҡлап, йәш кенә ир ултыра. Тәүҙә уларға әллә ни иғтибар бирмәйенсә, ни етте шулай тултырылған пакетымды рәтләнем, документтарымды барланым, сумкамды таҙартып алдым. Уның эсенән 3 – 4 бөртөк кәнфит килеп сыҡҡас, теге ир яғына әйләндем:
– Ҡыҙығыҙға кәнфит бирергә яраймы?
Тик ул яуап биреп өлгөрмәне, ҡыҙ бала, ҡулдарын һуҙып, яныма килеп тә етте.
– Рәхмәт! – ул берәүһен әрсеп, ауыҙына оҙатты. Ҡалғандарын кеҫәһенә һала башланы:
– Минең өйҙә өләсәйем менән ағайым бар ищеү, быларын уларға бирәм ҡайтҡас, күстәнәс итеп.
– Эй, маладис! Ҡалай аҡыллы ҡыҙ! Садикка йөрөйһөңмө?
– Элек ҡартатайымдарҙа йәшәгәндә йөрөнөм, тик хәҙер ауылда садик юҡ. Өйҙә лә рәхәт ул, өләсәйем әкиәт һөйләй, ҡаймаҡ менән сөсө икмәк бешереп ашата. Ә Илдар ағайым мәктәптән ҡайтһа, миңә һүрәт төшөрөргә өйрәтә, уйнарға пластилинын бирә.
– Ә һинең исемең кем?
– Илиза. Ә һин ҡайҙа йәшәйһең?
– Өфөлә. Бынан ныыыыҡ алыҫ ул. Ҙур үҫкәс барып күрерһең, йәме?
– Ә мин унда йәшәнем ул. Тик атайым килеп, беҙҙе ауылға алып ҡайтып китте. Һин һүрәт төшөрә беләһеңме?
Шул саҡ теге ир килеп ҡыҙын күтәреп алды ла, ғәфү үтенгәндәй, миңә һүҙ ҡушты:
– Эй, шулай телдәр ул минең ҡыҙым. Ояла белмәй, таныш булмаған кешеләр менән дә һөйләшә башлай. Алдыңа ла менеп ултырыр­ға күп һорамаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙы бигерәк тә яҡын күрә. Әсә наҙы күрмәгәнгәлер инде...
– Ҡатынығыҙ мәрхүм булдымы әллә?
– Эйе шул, дүрт йыл инде. Бына, ҡыҙыбыҙҙы тапҡанда...
– Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам... – артабан нимә әйтергә белмәй, шымып ҡалдым. Шул саҡ йомошобоҙ төшөп килгән Ғәлиә Фәтих ҡыҙының ишектән ингәне күренде. Ул, алсаҡ йылмайып, Илиза менән ҡул биреп күреште лә янымдағы ир менән һөйләшә башланы:
– Шунан, Ғафаров, хәлдәрегеҙ нисек? Суд булдымы? Нимә тинеләр?
– Эйе. Әлегә минең файҙаға ҡарар сығарҙылар ҙа ул, тик ҡарттар, юғарыраҡ органдарға ялыу яҙабыҙ, ти. Шуға адвокат район үҙәгенәнме, бик булмаһа, урта мәктәп булған ҙурыраҡ ауылданмы өй алыр­ға кәңәш итә. Һатып алырға өй ҙә таптым ул, тик эш юҡ. Эшләмәй, балаларҙы аҫрай алмай, тип әйтеүҙәре бар. Аптырап, һеҙгә килдем әле. Аҡсаһыҙ ултырмаҫ инем дә бит, тик рәсми эш урыны кәрәк бит.
– Мәғариф бүлегендә нимә тинеләр?
– Институтты бөт әле, тинеләр. Ә уға тиклем йыл ярым бар бит. Һорашҡайным, 3-сө мәктәптә эш бар, тип әйттеләр. Директор ҙа алыр­ға риза кеүек. Шуға, ярҙам һорап, һеҙгә килдем әле.
Ғәлиә Фәтих ҡыҙы, асыуланып, мәғариф бүлегенә шылтыратырға тотондо:
– Балаларын ҡарарға тип ынтылып торған кешегә лә ярҙам итергә теләмәйһегеҙ! Бөгөн үк Илгиз Маратовичты 3-сө мәктәпкә эшкә урынлаштырығыҙ. Ә Сәлимов әле йәш, ғаиләһе юҡ, берәй ауылға барып эшләп торор! – телефонын һалғас, тағы иргә табан боролдо. – Ҡатының вафатына ла байтаҡ ваҡыт үтте, өйләнмәнеңме әле? Яңғыҙыңа ҡыйын бит.
– Юҡ шул. Берәү менән та­ныштыр­ғайнылар ҙа, балаларға ҡаты булып ҡуйыр, тип ҡурҡам.
– Ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙер балаларға ҡатыраҡ булыу ҙа ҡамасауламай, төрлө тәртипһеҙлек тулып ята. Теҙгенде әҙ генә ысҡындырһаң, юлдан яҙырға ғына торалар. Һинең иркәләтеүҙәрең дә етә ул. Икенсенән, тәү күргән кеше балаларға ылығып китә алмай ул, йәшәй-йәшәй эҫенешерҙәр ине. Үҙеңә лә еңел булыр, әсәйең дә хәҙер өлкәнәйә бара, гел һин тип йәшәй алмай бит. Бар мәғариф бүлегенә, ғариза яҙа һал. Ай башынан бында эш башларһың. Өй алыр­ға аҡсаң етәме?
– Эйе, кредит алдым. “Әсәлек капиталы”н да ҡушһам, етер тип торам. Үҙемдең дә йыйған аҡса бар. Ҙур рәхмәт!
Ҡыҙын күтәреп сығып киткән ир артынан Ғәлиә Фәтих ҡыҙы ҡарап торҙо ла:
– Бына һиңә гәзиткә яҙыр өсөн бер фәһемле лә, ғибрәтле лә хәл. Осрашып һөйләшегеҙ ҙә, риза булһа, яҙып сығар әле, – тип миңә өндәште. Бер нисә минуттан телефон һандары яҙылған ҡағыҙ минең кеҫәмдә ята ине инде.

* * *
Илгиз Гөлгөнә менән Өфөлә, педагогия колледжында уҡып йөрөгәндә таныша. Ихлас йылмайып, күптәнге таныштар кеүек аралаш­ҡан, башҡортса таҙа һөйләшкән ҡыҙҙы ул үҙе кеүек үк ябай ғаиләлә үҫкән ауыл балаһы тип уйлай. Ҡыҙ тәүҙә үҙе хаҡында бик һөйләп бармай, хатта ҡайҙа уҡығанын да әйтмәй. Ярты йыл самаһы үткәс кенә үҙенең курс эше булған спектаклде ҡарарға саҡыра, егет һөйгәненең буласаҡ театр артисы икәнен белә. Артабан ҡыҙҙың әсәһенең ҙур ғына ойошма етәксеһе, ә атаһының шәхси эшҡыуар икәнлеге асыҡлана. Егет быға әллә ни иғтибар итмәй, әммә Гөлгөнә уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырғас ҡына хәлдең нисек булғанын аңлап ҡала. Ҡайныһы уға тәүге көндән үк үҙенең насар мөнәсәбәттә булыуын йәшермәй:
– Элек беҙ, ауыл егеттәре, һәр нәмәне үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән табырға тырыша инек. Хәҙерге егеттәр бай кәләш эҙләй ҙә ҡуя, эйеме? Тик бушҡа өмөтләнмә, мин урам малайына ҡыҙ бирергә йыйынмайым!
Илгиз табынды ташлап, дөйөм ятаҡҡа ҡайтып китә. Көнө-төнө тигәндәй шылтыратҡан һөйгәненә аҙна буйы яуап бирмәҫкә үҙендә көс таба, әммә һағыныу хисе үҙенекен итә: йәштәр ҡабат осраша башлай. Икенсе йылына икеһе лә уҡыу­ҙарын тамамлай. Егет ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем алыр­ға, аяҡҡа баҫҡансы тип, ауылға, фермер хужалығы асҡан ағаһы янына эшкә ҡайтырға була. Ҡыҙ иһә театрҙа эш башлай.
Көҙ – ауыл эшсәндәре өсөн ҡы­ҙыу мәл, Илгиз һөйгәне янына бара алмай башлай. Тап шул саҡта Гөлгөнә тормошонда ҡырҡа боролош яһай: эшен ташлап, ата-әсәһенә әйтмәйенсә, һөйгәне янына йә­шәргә күсеп килә. Егет уны тәүҙә кире ҡайтырға өгөтләһә лә, һағыныуы көслө була, бергә тормош көтә башлайҙар. Яңы йыл байрамында туй үткәрергә ҡарар итеп, ҡыҙҙың ата-әсәһенә шылтыраталар. Януар­ҙай ажарланған ғаилә башлығы шул көндө үк ауылға килеп етә:
– Мин һыйыр һауыр, тиҙәк таҙартыр өсөн ҡыҙ үҫтермәнем. Уның таланты тураһында уҡығанда уҡ Мәскәү тәнҡитселәре гәзиттәргә мәҡәләләр яҙҙы. Һин уның бөтә тормошон боҙоп, ауылда һалып ҡуймаҡсыһыңмы?! Бөгөн үк кире алып ҡайтам!
Әммә иркә үҫкән Гөлгөнә лә үҙһүҙле:
– Мин Илгизһеҙ бер ҡайҙа ла бармайым!
Буласаҡ ҡайны тешен ҡыҫып булһа ла, Өфөлә йәшәү шарты менән, йәштәргә фатиха бирә. Ҡабат эш башларға йөрөгәндә, йәш кәләш үҙенең ауырлы икәнен белә. Театр етәкселеге уны кире ҡайтарыуҙан баш тарта. Әммә ул һис кенә лә бошонмай, ире һәм буласаҡ балаһы өсөн йәшәй башлай. Ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙына фатир алып бирә, әммә кейәүҙәренә йылы мөнәсәбәт күрһәтмәй. Улдары тыуғас, тормош үҙ яйы менән китә. Ғаилә башлығы ҡайныларынан, ата-әсәһенән аҡса һорамаҫ өсөн бер юлы 2 – 3 эштә эшләй, өлгөрә алмағас, ситтән тороп уҡыуын ташлай.
Улдары Илдарға өс йәш тулыуға, Гөлгөнә тағы ла ауырға ҡала. Аҡса еткерә алмаған ир Себер тарафтарына эшкә барырға була. Балаһы тыуғансы ул вахта менән түгел, даими эшкә урынлаша. Тик... уға һөйгәненең ҡосағына түгел, ә ҡәбере янына ҡайтырға тура килә. Ниндәйҙер сәбәп менән ҡатындың хәле киҫкенләшә, бала ваҡытынан алда тыуа. Бер тәүлектән ҡатын күп ҡан юғалтыуҙан вафат була. Илгизгә был хәлде ҡайнылары түгел, ә ғаилә дуҫтары хәбәр итә. Ирҙең ҡайтыуын көтмәй, ерләйҙәр. Тормош бер мәлгә туҡтап ҡалғандай була, әммә һынауҙар бының менән генә бөтмәй. Ҡайны менән ҡәйнә балаларҙы атаһына биреү түгел, күрһәтеүҙән дә баш тарта. Күпме генә инәлһә лә өй ишеген асыусы булмай. Бер аҙ аңҡы-тиңке булып йөрөгәндән һуң, Илгиз хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙа. Оҙайлы, мәшәҡәтле тикшереү эштәре, төрлө инстанциялар юлын тапау башлана.
Ҡайны ҡарт бөтә яҡтан уйлап эш итә: судта ул балаларҙы үҙҙәре менән ҡалдырыу күпкә файҙалыраҡ икәнен иҫбатлай. Кейәүҙәренең йәшәр урыны булмауын (фатир үҙенең исеменә яҙылған), даими килем алмауын (ҡатыны үлгәс, Илгиз эшкә ҡабат бармай), яңғыҙ кешегә бала тәрбиәләүе ауыр булыуын үҙ файҙаһына бора. Атай кешегә бары тик аҙнаһына ике сәғәт балалар менән күрешергә рөхсәт бирелә. Тик судтың был ҡарары ла үтәлмәй ҡала: ҡайны менән ҡәйнә кейәүҙәрен тупһа төбөнән ары индермәй.
Шул саҡта тәжрибәле адвокат Илгизгә түҙемле булырға, тормошон яйға һалырға кәңәш бирә. Ул ҡайтып, ауыл мәктәбендә эш башлай, ҡабат уҡыуын дауам итә, ата-әсәһе өйҙәрен улдарына яҙҙыра. Бер нисә тапҡыр барғанында, ҡайныларының ишек асмауын, бала­лар­ҙы күрһәтмәүен хоҡуҡ һаҡлау органдары менән теркәтеп ҡуйырға ла онотмай. Йыл ярым ваҡыт үткәс, ул ҡабат судҡа ғариза яҙа. Был юлы инде суд атай кешенең тырышлығын, балаларға булған иғтибарын күреп, уның файҙаһына ҡарар сығара. Шулай итеп, Илгиз ҡыҙына ике йәш тулғас ҡына уны ҡулына алып һөйөү бәхетен татый...
Илгиз менән аралашҡанда уның кисерештәренә битараф ҡалып булмай. Ҡайны-ҡәйнәһенә булған рәнйешен дә аңларға була.
– Мин бит уларҙы ейән-ейәнсәренән айырырға теләмәйем. Гөлгөнәне инде кире ҡайтарып булмай, берҙән-бер балаларынан ҡалған нәҫел ошо балалар бит. Матур уйҙар менән килһәләр, аралашыуҙарына ла ҡаршы түгел. Тик ниңә, аталары иҫән-һау була тороп, балалар ҡартатаһы, өләсәһе менән йәшәргә тейеш һуң? Ни йөрәгем менән уларҙан баш тартайым? Ҡайнымдың ҡаты күңелле булыуы тетрәтте: суд ҡарар сығарғас та улар, баланы миңә биреүҙән баш тартып, өйҙәренә индермәне. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән барғас, үҙенең холҡо менән уларҙы ла аптырашта ҡалдырҙы. Уйнап йөрөгән Илдарҙы трусигына тиклем сисендерҙе лә, миңә табан этеп ебәрҙе: “Был кейемдәрҙең барыһы ла минең аҡсаға алынған. Алып аҫрап ҡара улай шәп булғас. Минән бер тин дә ярҙам өмөт итмә, мөлкәтемде лә дәүләткә васыят итәм, балаларға бирер, рәхәтләнермен, тип уйлама!”– тип ҡысҡырҙы. Өҫтөмдәге тунды систем дә, улымды төрөп алдым. Ә Илизаға суд хеҙмәткәре үҙенең пальтоһын сисеп бирҙе.
Миңә бит уларҙан ярҙам кәрәкмәй, аҡсалары үҙҙәренә булһын. Һау булһам, балаларымды үҙем дә кеше итермен. Тик улар ғына янымда булһын. Гөлгөнәмдән ҡалған ике мөхәббәт емешем бит улар. Тик ҡайнымдар һаман да тынысланмай, яңыраҡ тағы суд булды. Ауылда балалар баҡсаһы, урта мәктәп булмауын сәбәп итеп, тағы ла Илдар менән Илизаны үҙҙәренә алырға уйлайҙар. шуға район үҙәгенә күсәйем тип йөрөйөм...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).

Сығыу ваҡыты 6-06-2016, 10:46 | Ҡаранылар: 1162
|
  • Һуңғы осрашыу
  • Башҡорт байыһа…
  • Туҡал
  • Күңел яраһы
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM