НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәббәт һатылмай

Мөхәббәт һатылмай


Мөхәббәт һатылмай
йәки Ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ һәм мөхәббәт өсөн һуңғы тинен бирергә әҙер

Интернетта ла, ябай тормошта ла ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ һәм мөхәббәт менән алдаштырып, аҡсаһын, башҡа төрлө матди байлығын тартып алырға әҙер тороусылар быуа быуырлыҡ. Был бигерәк тә урта йәштәрҙәге гүзәл затҡа ҡағыла. Нишләйһең инде, көсһөҙ зат шулай ҡоролған: улар мөхәббәт өсөн утҡа-һыуға инергә, вәғәҙәләр биргән һөйгән йәре менән осрашыр өсөн булған байлығын сығарып һалыр­ға әҙер. Ә инде тышҡы матурлыҡ – барыбыҙ өсөн дә бөтә йәштә лә көнүҙәк тема. Матур булыр өсөн әллә ниндәй тауҙар аҡтарыуы ла бер ни түгел.
Ә бурҙар, мут әҙәмдәр ҡатын-ҡыҙҙың “ауыртҡан ерен” яҡшы белә һәм үҙҙәренең мәнфәғәтендә файҙалана. Һүҙебеҙ – матурлыҡ һәм мөхәббәт эҙләп, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусы гүзәл зат тураһында. Бөгөнгө интернет һәм реклама заманында ҡулланылған, иң таралған урлашыу юлдары хаҡында. Насар әҙәмдәр ауына эләккән ҡыҙҙарҙан көлөргә, аптырарға ярамай, сөнки күңелдә яҙ, йөрәктә мөхәббәт булғанда, айыҡ аҡыл ҡайһы саҡта ситтә ҡала.

Танышыу сайттарынан башлайыҡ
Хәҙерге ваҡытта үҙ яртыһын интернет селтәрҙәрендә табыусылар менән бер кемде лә аптыратмаҫһың. Ләкин ундағы алдашыуҙар күңелде ҡыра. Барыһы ла күрмәлекле генә ир-егеттән килеп төшкән хаттан башлана. Танышыу сайттарындағы хаттар яҡынса ошолайыраҡ була: “Мин – Андрей, Испанияла йәшәйем. Әсәйем һеҙҙең илдән ине. Фотоғыҙҙы күреп, һоҡландым. Был сайтта ниндәй кешеләр менән танышырға теләйһегеҙ? Мин тап һеҙҙең кеүек мөләйем, аҡыллы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ эҙләйем. Матди хәлегеҙ ҡыҙыҡһындырмай, яҡшы йәшәйем. Ҡатынымдан айырылдым, баламды ҡарашырға ярҙам итәм, дуҫтарса аралашабыҙ. Яҡынданыраҡ танышҡы килә. Мин тик етди мөнәсәбәт кенә эҙләйем, бәхетле булғым килә. Һеҙ ниндәй хыялдар менән йәшәйһегеҙ? Миңә лә һорауҙар яҙығыҙ, бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ танырға тырышайыҡ. Яңы фотолар көтәм”.
Аҙаҡ был хаттар тағы ла дауам итәсәк. Мут әҙәмдәр бер ваҡытта ла шундуҡ аҡса һорамай. Улар яртышар йыл буйы тик романтик хаттар менән генә лә ылыҡтыра ала. Аңлашылып тора бит инде: ҡатын-ҡыҙ танышыу сайтына ингән, анкета тултырған, фотоларын ҡуйған. Тимәк, көслө затты эҙләй, ул яңғыҙ. Мотлаҡ яуап бирәсәк, мотлаҡ ҡыҙыҡһынып китәсәк. “Испанияла йәшәгән” әҙәмде һеҙҙең берәй төпкөл ауылдан булыуығыҙ ҙа ҡурҡытмай. Сөнки ул тора-бара һеҙҙе үҙенә “күсереп аласаҡ”. Төп эше итеп мутлашыуҙы, урлау һәм талау­ҙы һайлаусылар бик шәп психолог та. Улар интернетта хат алышыу ваҡытында ҡатын кешене ысынлап тороп ғашиҡ итәсәк, иң аҙында – ҡыҙыҡһындырасаҡ. Һеҙҙән иғтибар арттымы – талау башлана. Бында инде төрлө хәл булыуы ихтимал:

Бүләк ебәреү
Испаниялағы сибәр ир, ғашиҡ булыуын иҫбатлар өсөн курьер, почта хеҙмәттәре аша бүләк бирергә булып китә. Бүләк шәп, әлбиттә, яҡут ҡашлы йөҙөк, айфон, алтын беләҙек һәм башҡалар. Бар­маҡ­тарҙың үлсәмдәрен дә һораған булып ҡыланыуы ихтимал. Телефон номерығыҙҙы ла ала, әлбиттә. Бер заман смс-хәбәр килеп төшә, һеҙгә посылка килгән, ҡалған мәғлүмәт сайтта, тип тә өҫтәлә. Посылка ебәреү хеҙмәте өсөн аҡса түләнгән, тип тә билдәләнә. Ҡыҫҡаһы, бер ниндәй ҙә шикле нәмә һиҙелмәгәндәй. Тик шуныһы – посылканы алыр алдынан курьер аҡсаһын түләргә тейеш булып сығаһығыҙ. Әллә ни ҙур сумма ла аталмай унда, ҡағиҙә булараҡ, бер мең һумға ла етмәй. Алтын беләҙектәр, айфондар көтөп ултырғанда (әлбиттә, алдан интернет аша бүләктең фотоһы ла килеп төшә), ул тиклем генә аҡсаны күсереү әллә ни ауыр тойолмай. Ә аҙаҡтан алданыуығыҙ асыҡлана, бер ниндәй бүләк тә килмәй. Интернеттағы әҙәм аҡтығы ла юҡҡа сыға. Мөхәббәт тә юҡ, аҡса ла…
Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлағы килә: бындай “ҡармаҡҡа” иҫәрҙәр генә эләгә, тип уйлау бөтөнләй дөрөҫ түгел. Былай ҙа танышыу эҙләп кенә ултырған гүзәл затҡа етә ҡала һәм, иң мөһиме – бурҙар ҡатын-ҡыҙҙың психологияһын белеп, һаҡ ҡына эш итә.
Ошолай ҙа була: шулай уҡ сит илдә, йә булмаһа, ҡалала йәшәгән ир-егет һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынып алып китә. Схема һаман да шул уҡ: татлы-татлы хаттар, иғтибар, мө­хәббәт, ғаилә тураһындағы хыял­дар… Аҙаҡ осрашыу өсөн һеҙ йәшәгән урынға килергә йыйына башлай. Бергәләшеп ҡунаҡхана һайлап, һеҙҙең ял көндәренә тура килтереп, “билет” ала. Билет алғанлығын, ҡунаҡхана иҫәбенә аҡса күсергәнлеген иҫбатлар өсөн ҡыуанған булып, фотолар ҙа ебәреп тора. Бында ҡатын-ҡыҙ тулҡынланып көтә. Инде ир килеп еттем тигәндә, юлда ҡатмарлыҡтар килеп сыға. Сит илдән булһа – таможняла туҡтаталар, сит ҡаланан икән, шулай уҡ аэропорт йәки вокзалда полиция бәйләнә. Улар ҡулынан ҡотолор өсөн саҡ ҡына аҡса кәрәк, ә был ирҙеке юҡ бит инде: билет, бүләктәр алып бөтөргән. Әллә күпме әҙерләнеп, планлаштырыл­ған осрашыуға өҙөлөү ҡурҡынысы янай. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ ғүмер юлын үҙгәртеп ебәрерлек бындай осрашыу өсөн бер-ике мең һум аҡсаһын ғына күсерергә риза була. Оятһыҙ полицейскийҙар, таможня хеҙмәткәрҙәренең өнөн тығыр өсөн бит, һөйгәнен ҡотҡара. Аҙағы билдәле инде – аҡса ла, дуҫ та юҡ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, мутлашыусыларҙы тотоуы әллә ни ауыр мәсьәлә лә түгел. Улар интернетта яңы фотолар ҡуймай, һорауҙарға аныҡ яуап бирмәй, артыҡ “йомарттар”. Мөхәббәт һуҡыр шул, матур һүҙҙәрҙән “иреп төшкән” ҡатын-ҡыҙ аралашыуҙағы етешһеҙлек­тәрҙе күрмәй ҙә башлай.
Интернет аша алдашып таны­шыу­сылар скайп кеүек күҙгә-күҙ ҡарашыу ысулдарынан төрлөсә баш тарта. Айырыуса “хәрби хеҙмәттәмен” тип әйтергә яраталар, сөнки бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәргә ҙур хөрмәт менән ҡарай. Шулай уҡ араларында гел эш менән мәшғүл “байҙар” ҙа бар.
Үҙҙәренә лә ҡунаҡҡа саҡыралар. Бындай осраҡта билет хаҡының бер ни тиклем өлөшөн генә түләргә тәҡдим ителә. Аҡсаны туранан-тура ул иргә ебәрәләр икән, тип тә уйламаҫҡа, аҡса ул күрһәткән ялған сайт аша берәй “авиакомпания” йәки “тимер юлы вокзалы” иҫәбенә күсерелә.

Телефон, урам
Йыш ҡына урамда йәки телефон аша мөләйем генә тауышлы әҙәмдәр бушлай косметика, биткә төрлө битлектәр эшләү, тән таҙартыу кеүек хеҙмәттәр тәҡдим итә. Уйлап ҡараһаң, нимә инде: барҙың, рәхәтләнеп бушлай төрлө процедураларҙы үттең дә ҡайтып киттең. Кеҫәңә аҡса һалмаһаң да була. Бер кем дә уны һорап түгел, талап та ала алмаҫ. Тик ысынында хәл ябай ғына тамамланмай шул.
Процедураларға йыйынғанда, “отчет өсөн” йәки башҡа сәбәптәр­ҙе атап, паспорт менән килергә ҡушалар. Матур ғына бинаға барып инәһең, әлбиттә, шартына тура килтереп музыка уйнай, һоҡланғыс ҡыҙҙар ҡаршы ала. Ишек төбөндә үк паспортты һорап алалар, йәнәһе, отчет төҙөр, йә булмаһа, косметика-битлектәр тура килмәгән осраҡта фирманы судҡа бирерлек килешеү төҙөр өсөн. Шәп бит, ә үҙҙәре үк судҡа барырға әҙер тора, имеш. Әлбиттә, паспорттағы мәғлүмәтте күсергәнсе, ма­турлыҡ салонының хеҙмәттәрен күрһәтә башларға тәҡдим итәләр. Әллә ниндәй аппаратура менән башҡа массаж эшләй­ҙәр, биткә төрлө нәмәләр буяйҙар, тәмле сәй менән һыйлайҙар. Про­цедуралар ваҡытында бит тиреһендә проблемалар барлығын, массаждың баш ауыртыуын бөтөрөүен һәм башҡа бик күп нәмә тураһында беләһең. Имеш, был салондағы аппаратура ун тапҡыр­ҙан бөтә был етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарырға “һәләтле”. Был бинала хамам, сауна, хатта бассейн булыуы ла ихтимал. Солярий тураһында һүҙ ҙә юҡ – ҡояш та кәрәкмәй!
Процедуралар бөткәс, тәмле генә итеп сәй һемергәндә, ошондай тәҡдим еткерелә: айына ике мең һум аҡса түләп, теләгән ваҡытта ошо салонға килеп, бөтә хеҙмәттәр менән ҡуллана алаһың. Йәғни ошо ике мең һум эсенә сауна, массаж, бит таҙартыу һәм башҡа процедуралар ингән. Хет көн һайын кил! Әлбиттә, был – бик йомарт тәҡдим, ҡабул итмәҫлек түгел. Ҡыҫҡаһы, ике мең һумға килешеү төҙөйһөң. Теге һоҡланғыс ҡыҙҙар: “Ҡайтҡас, ҡулланып ҡарағыҙ”, – тип, берәй бәләкәс кенә аппаратын да тоттороп ҡайтара. Ҡайтҡас, массаждың тәьҫире бөткәс, теге килешеүҙе ныҡлабыраҡ уҡып ҡарағандан һуң ҡот оса – баҡтиһәң, килешеү ҡулға тоттороп ҡайтарған аппаратты кредитҡа һатып алыу тураһында икән. Шуның өсөн айына ике мең һум аҡса түләргә тейеш­һең… Аппарат берәй массажер кеүек нәмә була инде. Хаҡы ғына ҡиммәт.
Аҙаҡ салонға барып, сәғәттәр буйы әрләшһәң дә, бер файҙа ла юҡ – аппаратты алғанһығыҙ, кредит тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған­һығыҙ. Алданыуыңды аңлап, массаж аппаратыңды тотоп, бер ятып илайһы ғына ҡала.

Лилиә СИРАЕВА әҙерләне

Сығыу ваҡыты 31-05-2016, 12:45 | Ҡаранылар: 574
|
  • СПОРТҠА ВАҠЫТЫҒЫҘ ЕТӘМЕ?
  • Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
  • Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк тә ул...
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM