НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » СССР-ҙың һуңғы маньягы

СССР-ҙың һуңғы маньягы


СССР-ҙың  һуңғы  маньягыНТВ каналынан Леонид Каневскийҙың “Следствие вели” тапшырыуын күптәр ҡыҙыҡһынып ҡарайҙыр. Уҙған йылдарҙағы совет хоҡуҡ һаҡлау органдарының төрлө енәйәт эштәрен асыҡлауына арналған документаль сериялар ентекле итеп совет тормошон да һүрәтләүе менән фәһемле. Күптән түгел был документаль фильмдарҙың береһе мин белгән таныштарға ла ҡағылды. Һүҙ 1989 йылда барлыҡ Магнитогорск ҡалаһы халҡын шомландырып, ҡурҡып йәшәргә мәжбүр иткән “Лифтер” ҡушаматлы маньяк тураһында бара ине.

Ә бит ошо маньяктан оло ҡайғы күргән кешеләр беҙҙең арала ла бар. Бәләкәй генә булһам да, ул мәлдәрҙә ауылдың бал ҡорто күселәй гөжләп тороуы әле лә иҫемдә. Әленән-әле тегендә йә бында ҡанлы эҙен ҡалдырған енәйәтсенең сираттағы ҡорбаны кем булыр, тип ҡурҡып йәшәгән ҡала һәм яҡын-тирә ауылдар маньяк һүҙен ишетеү менән, йөрәген усҡа тота ине. “Һуңға ҡалмағыҙ, маньяк осрап ҡуймаһын!” – тип ҡалаға йомош менән киткән кешеләрҙе, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙы киҫәтеп оҙатып ҡала һәм ҡаршы ала инеләр. Берәй шикле ир-ат күрһәләр: “Уттан ҡурҡҡан кеүек ҡасып киттем”, – тип һөйләй ине апай-еңгәйҙәр. Бикҡол ауылынан 17 йәшлек кенә Тәнзилә исемле ҡыҙ “Лифтер”ҙың ҡорбанына әйләнгәс, бар тирә-яҡ ауыл халҡы оло ҡайғы кисерҙе, ҡыҙҙың иртә өҙөлгән сәскәләй ғүмерен йәлләп иланы.
“Следствие вели” проекты авторҙары ул йылдағы шанлы ваҡиғаларҙы тергеҙергә тырышҡан – ҡанһыҙ енәйәтсене тотор өсөн төрлө предприятие, комбинат эшселәренән тотош бригадалар төҙөлә, улар алмашлап тәүлек әйләнәһенә урамдарҙа һәм подъездарҙа дежур итә. Тик маньяктың яңынан-яңы ҡорбандары барыһын да зар илата. Бер үк күренеш – йәш ҡыҙҙарға лифт, подъезд майҙансығы, йә сарҙаҡта һөжүм итеп үлтерә һәм ҡорбанын сисендереп, яланғас ҡалдырып китә. Тәфтишселәр ниндәй ҙә булһа эҙ таба алмай аяҡтан йығыла, ярҙамға Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларының иң яҡшы милиционерҙары килә.
Карл Маркс урамының 143-сө йортонда башланып китә фажиғәле ваҡиғалар. Бында “Лифтер” үҙенең тәүге ҡорбанын үлтереп, ауырыу күңеле тантана кисерә. Жанна Теренчук исемле 13 йәшлек ҡыҙ бала ҡыйыҡҡа илткән баҫҡыста быуып үлтерелгән, муйыны, түше, бил тирәһе бысаҡ менән сәнселгән килеш табыла. Был енәйәтте асыҡлар өсөн меңәрләп кеше тикшерелә, шикле әҙәмдәр­ҙән, яҡын-тирәлә быға тиклем эш боҙоусылар­ҙан һорау алына. Уларҙың береһе ғәйебен таный. Милиционерҙар, енәйәтсе тотолдо, тип еңел тын ала. Ләкин киләһе енәйәт барыһын да шаңҡыта. Ирина Сорокина исемле йәш ҡыҙ һуңға ҡалып ҡайтырға сыға. Лифтҡа уның менән бергә йәш ир инә. Ул ҡапыл лифттың төймәләренә баҫҡылай һәм ҡыҙға интим мөнәсәбәткә инергә тәҡдим итә. Ҡыҙ бар көсөнә үҙенә ташланған ирҙән һаҡланырға маташа. Маньяк, ҡорбанының ауыҙын ҡаплап, ҡыйыҡҡа һөйрәп сығара һәм бысаҡ менән киҙәнә. Бер нисә урындан сәнселгән ҡыҙҙың ғүмерен, бәхеткә күрә, медиктар һаҡлап алып ҡала. Тик Ирина, көслө шок кисереү арҡаһында, маньяктың бер ниндәй ҙә билдәләрен әйтә алмай. Ә бығаса ғәйебен таныған ир, экспертиза күрһәтеүенсә, психик ауырыуҙан яфалан­ған була.
Киләһе ҡыҙ – Елена Некрасова, лифтта һөжүм иткән иргә, әйҙә, фатирыма инәйек, мин яңғыҙ, тип хәйләләй, һис тә ҡаршылыҡ күрһәтмәй, йәнәһе, ризалығын белдерә. Ир тегегә ышана, тапҡыр ҡыҙ лифттан сығыу менән әсәһен ярҙамға саҡырып ҡысҡыра, барлыҡ фатирҙарҙың ҡыңғырау төймәһенә баҫыр­ға тотона. Енәйәтсе ҡурҡып ҡаса башлай, тик бер кемдең дә сыҡмауын күреп, кире борола. Шул саҡ бер фатирҙың йоҙағы шығырлап асыла һәм ирҙән елдәр иҫә. Тап Еленаның һүҙҙәре ярҙамында маньяктың фотороботы төҙөлә, ниһайәт, шымсыларҙың ҡулына енәйәтсенең билдәләре эләгә.
Барлыҡ ҡала буйлап, һәр бағана һайын тиерлек, маньяктың фотороботы эленеп сыға. Һәр кем үҙенең ҡыҙы, ҡатыны йәки һеңлеһе өсөн ҡурҡып, енәйәтсенең тиҙерәк тотолоуын теләп йәшәй. Ә маньяк йәшенергә уйламай ҙа – сираттағы ҡорбанын эҙләп, тағы “һунарға” сыға. Был бисара Әбйәлил районының Бикҡол ауылы ҡыҙы Тәнзилә Усманова була.
1989 йылдың сентябре башында Тәнзилә әхирәте менән ҡунаҡҡа килә. Ваҡыт төнгә ауыш­ҡас, башҡаларҙың ай-вайына ҡарамай, ҡайтырға була. Ҡунып ҡайт, тиеүҙәренә: “Иртүк эшкә”, – тип, береһен дә тыңламай, хатта ҡунаҡтарҙың араһынан кемдер ҡыҙҙың туфлийын йәшереп ҡуйыуы ла ярҙам итмәй. Аптырап тормай, икенсе кешенең аяҡ кейемен эләктереп, һуңғы трамвайға өлгөрмәксе булып сығып йүгерә Тәнзилә. Оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, трамвай йөрөшө туҡтаған була. Алыҫ ара түгел, йәйәүләп кварталдар араһынан ятағына юл тота. Йорттар араһында, ҡайһы ҡатын-ҡыҙға эйәреп китергә тип, ҡорбанын һағалаған маньяктың ҡулына эләгәсәге башына ла килмәгәндер инде... Ташландыҡ ерҙә быуып үлтерелгән ҡыҙҙы иртән урам һепереүсе күреп ҡала һәм милицияға шылтырата.
Артабан Людмила Позднякова магазинға сыҡҡан еренән ярты сәғәттән 13-сө ҡатта үле килеш табыла. Дружинниктар, управдомдар үҙ йорттарын һаҡларға тырыша, маньякты тотоу­ҙа ярҙам итеүсегә ҙур суммала аҡса вәғәҙә ителә. Фотороботҡа оҡшаған 200 самаһы кеше тикшерелә. Бигерәк ныҡ оҡшаған бер ирҙе әйләнгән һайын милицияға тотоп килтерәләр. Ахыры, уға, күп тапҡыр тикшерелде, енәйәтсе түгел, тигән расписка яҙып бирәләр. Ҡалала көндән-көн хәл ҡатмарлаша, кешеләр­ҙең түҙемлеге ахыр сиккә етә, күмәк сығыш яһауҙар башлана. Маньяк июль – сентябрь айҙарында алты ҡыҙға һөжүм итә! Ҡорос комбинаты эшселәре, енәйәтсене тотоуҙа ярҙам һорап, ил етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Уны эҙләүгә илдең иң яҡшы оперативниктарын йәлеп итәләр. Тағы ла бер һөжүм. Был юлы спорт менән шөғөлләнгән ҡыҙға бәхет йылмая: йән көсөнә иргә ҡаршы һуғыша һәм лифт асылған ваҡытта аяғын ҡуйып ҡысҡыра башлай. Ярҙамға йүгереп килеүселәрҙе ишетеп, маньяк ҡаса. Ә ҡыҙҙың ҡулында ҡуян тиреһенән тегелгән бүрек, лифтта күҙлек төшөп ҡала. Шунда уҡ барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итәләр, үтә мөһим операция иғлан ителә. Күп тә үтмәй, милиционерҙар 20 градуслыҡ һыуыҡта трамвайҙағы башлыҡһыҙ иргә иғтибар итә лә инде. Ҡулға алыныусы 26 йәшлек Дмитрий Гридин булып сыға. Магнитогорск тау-ҡорос институты студенты, чиновник улы, ҡаланың күренекле бер ғаиләһендә тыуып үҫкән егет. Күптәр уның кеше үлтереүенә ышанмай ҙа, тәртипле, өлгөлө ғаилә башлығы, аҡыллы, ҡыҫҡаһы, бына тигән йәш ир!
Тәүҙә Гридин, ҡулға алыныу менән, тулыһынса ғәйебен таный. Һәр енәйәтен тәфсирләп, ентекләп, ғорурлыҡ кисергәндәй һөйләп бирә. Хатта юлында ниндәй төҫтәге бесәй осрағанына тиклем хәтерләй – барыһын да оло ҡәнәғәтлек менән тәмләп һөйләй. Ҡатыны менән енси мөнәсәбәттәрҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо алмаған Дмитрий таныш булмаған ҡыҙҙарҙы үлтергән һайын һөйләп аңлатҡыһыҙ ләззәт тойғоһо кисерә. Өйөндә һәр саҡ иреш-талаш, эштән һуң ҡайтырға теләмәгәнлектән енәйәттәр ҡыла ул, тик ҡыҙҙарҙың береһен дә көсләмәй. Ҡулға алынған ваҡытта уның 6 айлыҡ ҡыҙы була. Хатта сираттағы бер ҡорбанын үлтереп, бәпес туйына килгән туғандары янына бер ни булмағандай ҡайтып инә. Аталыҡ хисен татымағандыр был зат, көндөҙ наҙлыҡай, матурҡай ҡыҙ балаңды һөй ҙә, төндә йәшлектәре яңы сәскә атҡан ҡыҙҙарҙы үлтерергә сыҡ, имеш! Улар ҙа бит кемдеңдер ярат­ҡан ғәзиз ҡыҙы, тормошоноң мәғәнәһе!
– Сексуаль маньяктарҙы совет заманында танырға теләмәнеләр. Дөрөҫ эшләгәндәр ҙә, – ти судья Вадим Коваленко. – Уларҙы дауаларға, ашатырға, ҡарарға кәрәк, сығарһаң – яңы ҡорбандар. Шуға күрә һөйләшеү ҡыҫҡа булды, уларҙы атыу язаһына тарттырҙылар.
Дмитрий Гридин да атыу язаһына хөкөм ителә, ғөмүмән, суд халыҡтың оло баҫымы аҫтында ябыҡ рәүештә уҙа. Кешеләр, кисектергеһеҙ рәүештә, маньяк өсөн иң юғары хөкөм бирелеүен талап итә. Хөкөм көнөндә йыйылған халыҡтың самосуд яһап ҡуйыуынан ҡурҡып, ҡарарҙы урамдағы микрофон аша еткерәләр. Судта ирҙең туғандары, бигерәк тә ҡатыны, зыян күреүсе яҡты мыҫҡыл итергә лә тартынмай, үҙҙәрен иркен тота. Тәүҙә ғәйебен таныған, һуңынан күрһәтмәләренән тулыһынса баш тартҡан Гридиндың эшен алып барыу­ҙан урындағы адвокаттар баш тарта, уны сит ҡаланан яллайҙар.
Ләкин хөкөм атҡарылмай ҡала, сөнки илдәге сәйәсәттең тотороҡһоҙ мәлендә атыу язаһы ла ғүмерлек тотҡонлоҡҡа алмаштырыла. Күп тә үтмәй, Советтар Союзы тарҡала, ә Гридин, СССР-ҙың һуңғы маньягы, тигән күңелһеҙ исем аҫтында тарихҡа инеп ҡала. Бөгөн ул сирек быуаттан ашыу Вологда өлкәһендә холоҡ төҙәтеү колонияһында тотола. Закон буйынса, 25 йыл ултырған енәйәтсе ярлыҡауға өмөт итә ала. Төп шарт – енәйәтсе ғәйебен таныған булырға тейеш, шуға күрә маньяктың, үҙен замандың дәүләт машинаһы ҡорбаны тип, төрлө ергә ярлыҡау һорап яҙған хаттары кире ҡағыла.
Тәнзиләгә әйләнеп ҡайтҡанда, ҡыҙҙың мәйете бер аҙна тирәһе мәйетханала ята. Норильск ҡалаһында йәшәгән апаһын вокзал­ға оҙатырға сыҡмауы туғандарын борсоуға һала. Саң ҡаға башлағас, ҡот осҡос хәл билдәле була.
– Тәнзилә, минең кеүек, тегеүсе булырға теләне, ҡалаға яныма килеп хыялланған һөнәрен үҙләштерә башланы, – тип хәтерләй уның бер туған апаһы Әҡлимә Ғәбитова. – Ҡулыма диплом алғас, Мәғниттең һул ярында урынлаш­ҡан өҫ кейемдәре тегеү фабрикаһына эшкә урынлаштым. Ә һеңлемде ятаҡтағы үҙем йәшәгән бүлмәгә, карауатыма ҡалдырып киттем. Тиҙҙән Тәнзилә лә уҡыуын уңышлы тамамланы һәм эшкә урынлашты. Шатлана-шатлана яңы ғына хеҙмәт юлын башлағайны, яҙмышы бигерәк аяныслы булды шул. Гел ҡабаланып йөрөнө, эшкә етеҙ, тилбер булды. Берәй йомош ҡушһаң, бер аяғы бында, икенсеһе тегендә тигәндәй, йүгереп йөрөп башҡарыр ине.
Тәнзиләнең еңгәһе Зифа Усманова һөйләүенсә, күп балалы ғаиләлә иң бәләкәсе булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ иркәләнеп, бер эштән дә баш тартып тормаған: “Бикәсемдән сәс ҡаратырға яраттым, килеп инһә, әйҙә, сәсемдең төптәрен бер аҙ тырнап ал әле, тип алдына яҫтыҡ һала инем. Һуңғы тапҡыр Тәнзиләнең “массажынан” йоҡлап киткәнмен, ул йылғаға сығып йүгергән. Һылыу, аҡ йөҙлө, буйға нәҙек оҙон ҡыҙ ине, бигерәк йәл, башҡаса күрергә насип булманы”.
Ҡыҙҙы туй күлдәгендә ерләйҙәр, ауылдаштары көнө буйы зыярат эргәһендә ҡара төҫтәге “Волга” машинаһы тороуына иғтибар итә. Ул мәлдә кешелә машина һирәк, берәүҙәр, маньяк килеп ҡарап ултырамы икән, тип шыбырлаша. Бәлки, ул машина оперативниктарҙыҡы булғандыр ҙа. Сөнки криминаль тарих күрһәтеүенсә, маньяктар араһында ҡорбандарын ерләгәнде күҙәтергә яратыусылар күп. Шулай ҙа, ошо осорҙа ҡара “Волга” насар мәғәнәгә эйә булып ҡалды, кешеләргә был һүҙ йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итә ине. Кеше ғүмерҙәрен өҙгән “Лифтер”ҙың ҡара эштәренә 25 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, эҙемтәһе бөгөн кемдеңдер ҡыҙы, апаһы йәки һеңлеһе рухында һәр ғаиләнең уңалмаҫлыҡ күңел яраһы булып хәтергә уйылған. Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерен тулы итеп йәшәй алманылар: күпме ҡыҙ кейәүгә сыҡмай ҡалды, күпме сабый яҡты донъяға тыуманы. Барлыҡ гәзит уҡыусыларына бер-беребеҙгә изгелекле, йы­лы мөнәсәбәттә булайыҡ, ғүмеребеҙҙе күркәм, изге эштәргә арнап, матур ниәттәребеҙҙе дауам итерлек быуын үҫтереп йәшәйек, тип мөрәжәғәт иткем килә. Ғүмер бит бер генә...

Лилиә ХӘЛИТОВА.

Сығыу ваҡыты 26-05-2016, 15:51 | Ҡаранылар: 456
|
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Өфө маньяктары ҡышын йоҡлаймы?
  • Енәйәт һәм яза
  • Ҡатын-ҡыҙҙарҙы талаусылар ҡулға алынған
  • Өйөнә ҡайтам, тип уҡыусы ҡыҙҙы талаған
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM