НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?

Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?


Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?
“Йәшлек” гәзитенең былтырғы 49-сы һәм быйылғы 10-сы һандарындағы эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып, мин дә бер аҙ баштан үткәндәр хаҡында яҙып үтергә булдым. Мәҡәләләрҙә “эшҡыуар” төшөнсәһе тураһында төрлө ҡараштан яҙылған. Эйе, ысынлап та, эш башлап китеүе ауыр, сөнки һәр бер нәмә ҙур сығым талап итә.

Район ерендә эш булмағас, беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән үҙ эшебеҙҙе асып ҡарарға уйланыҡ. Йәштәргә ауыл хакимиәтенән өс йөҙ мең һум күләмендә грант бирелә тигәс, дәртләнеп тотондоҡ. Ул бит беҙгә ҙур ярҙам буласаҡ! Ваҡ-төйәкте үҙебеҙ алһаҡ, дәүләт биргән аҡсаға бизнестың төп ҡоралы – станок һатып алырбыҙ тип уйланыҡ. Ниндәй документтар кәрәклеген белешеп, ҡағыҙҙар йыйырға тотондоҡ. Етмәһә, хакимиәттә “Грантты йәштәргә 100 процент бирәләр. Һеҙ, әлбиттә, үтәсәкһегеҙ!” – тип дәртләндереп тә ебәрҙеләр.


Иң тәүҙә шәхси эшҡыуар булып теркәлеү үтергә тейешһең. Беҙ шул уңайҙан, июнь айҙарында, баш ҡалаға барып, һигеҙ йөҙ һум һалым түләп, “эшҡыуар” булып ҡайттыҡ. Эй ҡыуандыҡ, йәнәһе лә, эш башлап күтәрелеп китһәк, яҡты киләсәктә донъя хәлебеҙ яҡшырыр. Хыялдар шул тиклем күп ине. Грантҡа документтарҙы октябргә тиклем тапшырып өлгөрөргә тейешһең. Шулай бер-бер артлы сығымдар китте: теге справкаһы кәрәк, быныһы. Банкта иҫәп астырыу ҙа конкурс тың бер шарты икән. Өс мең ярым һум аҡса түләп астырып, инде эш бөттө тигәндә, тағы бер шарты килеп сыҡты. Йәнәһе лә, ҡырҡ биш мең һумға ошо бизнесҡа кәрәк-яраҡ алырға. Ярты юлда туҡтап булмай бит инде тип, ошо суммаға кәрәк-яраҡ алып, чегын алып барып күрһәттек. Ни булһа ла риза булып, гранттың конкурсынан төшөп ҡалмайыҡ тип тырыштыҡ. Кем белә, бәлки, тап ошо мөмкинлек беҙҙең киләсәгебеҙҙең асҡысылыр?!
Һәр бер барған һайын бындай шарттар арта ғына торҙо. Тегенеһен таптырҙылар, быныһын. “Конкурста еңер өсөн, бизнес-планды үҙебеҙҙә генә эшләтергә кәрәк, юғиһә арзан хаҡҡа сифатһыҙ план төҙөтһәң, төшөп ҡалыуың бар”, – тип киҫәттеләр. Ярай инде, уныһына ла дүрт мең һум аҡса түләп ризалаштыҡ. Тик ниңәлер конкурстың ваҡытын оҙайттылар, ноябргә күсерҙеләр. Ә беҙҙең йыйған справкалар тик ике аҙнаға ғына ярай икән. Ваҡыты үтһә, төшөп ҡалаһың, тинеләр. Эшләй башламаған “бизнес”ҡа, эшкә кешеләр алдым, тип тә ҡағыҙ таптырҙылар. Грант алыр өсөн илле мең һумға яҡын аҡса түктек.
Бына, ниһайәт, ноябрь аҙағы ла етте. Йәнәһе лә, яҙға станок алып, тиҙерәк эш башларға. Ҙур түҙемһеҙлек менән шылтыратыуҙарын көттөк. Әммә шылтыратыу булманы. “Ваҡыттары юҡтыр, үҙебеҙ барып белешә- йек”, – тип барһаҡ, беҙҙе төшөрөп ҡалдырыуҙарын әйттеләр. Шул тиклем ҡыйын булды, аҡса түгеү бушҡа ғына булған икән, илле мең һумлап аҡсабыҙ елгә осҡан кеүек булды. Ярай, шуның менән тынысландыҡ тиһәк, Яңы йылға “бүләк” итеп, ун өс мең һум һалым түләргә кәрәклеген иҫкәрткән ҡағыҙ килеп төштө. Уныһын да түләргә тура килде. Иң ахыры, был эште яптырыу яғын ҡараныҡ. Баҡтиһәң, ябыуы ла еңелдән түгел икән, уға ла һалым түләргә кәрәк!
Ни өсөн конкурстан төшөп ҡалыуыбыҙға түрәләрҙең яуаптары төрлө булды. Иң аҙаҡ ишетелеүенсә, грантты үҙҙәренең таныштары, туғандары алған икән. Халыҡта ла әйтәләр бит: “Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында”, – тип. Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?
Гөлдәр СӘМИҒУЛЛИНА.

Сығыу ваҡыты 24-03-2016, 15:18 | Ҡаранылар: 696
|
  • Был… байыраҡтарға ҡағыла!
  • Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
  • 10,5 миллиард һум – мутлыҡ
  • Кредит түләй алмай ҡаңғыраһығыҙмы?
  • Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM