НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҡса етмәү эт итә

Аҡса етмәү эт итә


йәки Рэкет кире ҡайта.

Яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән “Телеүҙәк“ тапшырыуында ҡатнашырға тура килде. Унда һуңғы ваҡытта киң таралыш алған микрозаем проблемалары тикшерелде. Өфө районынан бер ханымды саҡырғайнылар. Бахырың бер микрофинанс ойошмаһынан (МФО) ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа 3 мең һум бурысҡа алып торған булған. Көнөнә 2% булғас (йылына 730%), күп түгелдер тип уйлаптыр, ни сәбәптәндер был бурысын ваҡытында ҡайтарып бирмәй. МФО бының бурысына булған процентҡа процент иҫәпләй башлай. Теге шахмат уйлап сығарған кешегә таҡталағы беренсе шаҡмаҡ өсөн 1 бөртөк, икенсе өсөн – 2, өсөнсөгә – 4, һуңынан – 8, 16, 32 һ.б. ашлыҡ түләргә вәғәҙә биргән батша һымаҡ, ханымдың бурысы тиҙ арала 150 мең һумға еткән. Кредиторҙар көн дә шылтыраталар, торлағын һатырға ҡушалар икән. Ни эшләргә белмәгән ҡатын телевидениеға мөрәжәғәт иткән.


Аҡса етмәү эт итә  Ысынлап та, был кредит ойошмалары аҙым һайын тиерлек осрап тора. Паспорттан башҡа бер артыҡ документ та һорамай, тиҙ генә аҡса бирергә әҙер торған бизнесмендар 2011 йылда ҡабул ителгән законға ярашлы эшләй. РФ Дәүләт Думаһы был законды ҡабул иткәндә яҡшы маҡсаттарҙы күҙ уңында тотҡайны. Бурысҡа алған кешене яҡлау өсөн законда айырым саралар ҡаралғайны. Әммә реаль эштәр ниәттәргә тап килмәй булып сыҡты.

Дүрт йыллыҡ практика түбәндәге һөҙөмтәләрҙе бирҙе. Беренсенән, күптәр заемдарҙы банк кредиттарын ҡаплау өсөн ала башланы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, банктан бурыс­ҡа алғандарҙың 46 процентының – 2, 12 процентының – 3, 4 процентының – 4, 2 процентының 5 һәм унан да күберәк кредиты бар. Уларҙы ҡаплау өсөн былтыр халыҡтың һәр дүртенсеһе (23 проценты) тик ошо маҡсат өсөн МФО-ларға мөрәжәғәт иткән. Ә 2014 йылда был күрһәткес тик 15 процент ҡына булған. Тимәк, микрозаемдар кешенең хәлен еңеләйтмәй, ә, киреһенсә, уның кредит һаҙлығына тәрәнерәк бата барыуын ғына күрһәтә. “Левада-центр“ тикшереүҙәре буйынса, һуңғы 10 йылда һәр икенсе кеше (50 процент) тауарҙы кредитҡа алған, бурысын түләй алмаған кешеләрҙең һаны 25 проценттан 34 процентҡа тиклем артҡан. Заемдарҙы башлыса банктар кредит бирергә баш тарт­ҡан кешеләр алырға тырыша. Был шарттарҙа дәүләттең тиҙ генә шәхси банкротлыҡ тураһында законды ҡабул итеүе лә аптыратманы. Әммә тиҙ арала закондың тик бай клиенттар өсөн генә отошло булыуы билдәле булды. Мәҫәлән, олигархтар Рәлиф Сафин, Исмаилов уны үҙ файҙаһына эшләтә лә башланы. Хәйер, быға аптырарға кәрәкмәйҙер – беҙҙең дәүләт башлыса ошо байҙар мәнфәғәте өсөн генә эшләй. Тапшырыуҙа ҡат­наш­ҡан эксперт Наил Мырҙагилдин әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта судтарҙа ябай кешеләрҙең еңеүе мөмкин дә түгел тиерлек.

Заемдар халыҡтың 47 процентына ниндәйҙер көтөлмәгән сығымдарҙы ҡап­лау, 9 процентына – яҡындарына бүләк алыу, 3 процентына – өйҙә ремонт эшләү һәм автомобиль алыу, 2 процентына сәйәхәт итеү өсөн кәрәк булған. Быйыл халыҡтың матди хәле насарайыуы көтөлгәне асыҡ булғас, МФО “бизнесы“ өсөн хөрриәт тыуасаҡ. Халыҡтың күпселеге (67 проценты), заемдарҙы һис тә алырға кәрәкмәй, тип иҫәпләһә лә, бөгөнгө баҙар иҡтисады кешене быға мәжбүр итә. Аҡса мал-мөлкәттең башҡа төрҙәренән бер үҙенсәлеге менән айырылып тора. Әгәр берәй тауар, мәҫәлән, күлдәк, сәй, һөт дефицит икән, уны икенсе нәмә менән алмаштырып була. Ә аҡса булмаһа, бигерәк тә ҡала ерендә, һин бер нәмә лә эшләй алмай­һың – икмәк, һөт, сәй һ.б. һатып ала алмайһың, хатта транспортҡа ла ултыртмаясаҡтар. Шуның өсөн финанс системаһы төрлө юлдар менән аҡсаға ҡытлыҡ тыуҙырып тора: йә эш хаҡын ваҡытында түләмәйҙәр, йә тейешенән кәм бирәләр. Үткән аҙнала Дмитрий Медведев, эш хаҡы буйынса бурыстарҙың артыуына әҙер торор­ға, тип халыҡты иҫкәртеп тә ҡуйҙы. Ҡыҫҡаһы, ябай хеҙмәт кешеһе, уның эш хаҡы күпме булыуына – айына 10 меңме йәки 60 мең һуммы – ҡарамаҫтан, гел аҡсаһы етмәгәнен белә. Быны һәр кемебеҙ үҙ елкәһендә татыған инде. Ошо арҡала кешенең күпселеге, бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре, ошо бурыс ҡоллоғона төшөргә мәжбүр була. Насар эҙемтәләре тураһында алдан белгән, кемдеңдер тарафынан иҫкәртелгән булһа ла. Быны наркотик, тәмәке, алкоголь, чипсы, кока-кола һымаҡ продукттарҙың зарары тураһында белеп тә, ошо тауарҙарҙы һатып алған кешеләр менән сағыштырып булалыр. Кешене тыйып ҡына туҡтатып булмай бит. Дәүләт тәҡдим иткән халыҡты финанс грамотаһына уҡытыу ярҙамында еңеү мөмкин булмаған эш.

Йылына 750 – 1000 процент алған МФО-ларҙы күп дәүләттә тыйылған риба (ростовщичество) тип әйтһәң дә, хата булмаҫ. Ә быны рөхсәт иткән законды бер нисек тә камиллаштырып булмаясаҡ. Тик табыш артынан ғына ҡыуған кредиторҙарҙың 90-сы йылдарҙағы бандиттарҙың вариҫтары, ә микрозаемдың рәсмиләштерелгән рэкет булып торғанын аңларға кәрәк.

Әлеге мәсьәләнең тағы ла бер яғы – МФО-ларҙың аҡсаны ҡайҙан алыуы иғтибарҙан ситтә ҡала. Иҡтисади белеме булған һәр кем яҡшы аңлай: баҙар шарттарында ваҡытлыса буш ятҡан аҡса финанс системаһы аша (банктар, страховка, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һ.б.) гел әйләнештә йөрөй. Микрофинанс бизнесы өсөн башлыса тик криминаль аҡсаны ғына (наркотиктар, фәхишәлек, ришүәт, көмөшкә, ялған араҡы һатып алған) ҡулланырға булалыр. Тимәк, был законды ошо криминаль аҡсаны “таҙарттырыу“ өсөн генә ҡабул иткәндәрҙер. Сөнки бынан элек ҡабул ителгән капиталдарҙы легалләштереү, амнистиялау тураһындағы закондар ышанысты аҡламаны. Онот­мағанһығыҙҙыр, Сахалин өлкәһе губернаторы Хорошавиндың 1 миллиард һум аҡсаһын (5000 һумлыҡ купюралар менән бер “КамАЗ”-ға һыйырлыҡ) тапҡайнылар. Ошоноң һымаҡ эшләмәй ятҡан аҡсаны санкциялар арҡаһында сит дәүләттәргә сығарыу ауырлашты бит. Ябай халыҡты артабан да талап, хосусилаштырыуҙың яңы этабында рәсмиләштереп ҡуйыу дәүләт өсөн мөһимерәктер. Ана бит, Антон Силуанов, “Роснефть“ компанияһы акцияларының бер пакетын һатырға кәрәк, тип лаф ора түгелме? Ҡаҙнала аҡса етмәү һылтауы менән Гайдар менән Чубайстың эшен тамамлап ҡуйырға булдылар шикелле. Гайдар форумын үткәреүҙәре лә юҡҡа түгелдер.

Илдар ҒӘБИТОВ.

Сығыу ваҡыты 22-01-2016, 10:54 | Ҡаранылар: 465
|
  • Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
  • БУРЫСЛЫ БУЛЫУ – ҠОЛЛОҠ
  • Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
  • Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһын
  • Кредитһыҙ нисек йәшәргә?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM