НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Табиптарҙы кем ашатырға тейеш?

Табиптарҙы кем ашатырға тейеш?


Ауырып китһәк, ҙур өмөт менән табиптарға барабыҙ. Йыш ҡына улар пациенттар­ҙың “икенсе тын алышын” асып ебәрә – ул хаҡта яҙып тороу ҙа артыҡ. Табиптарға булған хөрмәт ҙур. Ләкин ҡайһы саҡ аҡ халатлыларҙың вайымһыҙлығы, дауалаған өсөн аҡса талап итеүе менән дә осрашырға тура килә. Әле Октябрьский ҡалаһында бер йәш әсә яңы тыуған сабыйын дауалаған өсөн табын ҡороуҙы талап иткән табиптар менән судлашырға йөрөй.

Эш шунда – ҡатындың сабыйы кило ярымлыҡ ҡына булып, ваҡытынан алда донъяға килгән. Йәш ҡатындың һүҙҙәренсә, сибек кенә булып тыуған бала табиптарҙың асыуын килтергән, улар яңғыҙ әсәне сабыйҙан алдан уҡ “ҡотолмауы” өсөн әрләп бөткән.

Табиптарҙы, баланы ҡарамағандар, тип ғәйепләп булмай, улар саҡ-саҡ тын алған бәпескә кәрәкле бөтә нәмәне лә эшләгән, һөҙөмтәлә ба­ланың хәле тотороҡланған. Шулай булһа ла, сабыйҙы Өфөгә ебәрергә ҡарар иткәндәр. Проблема шул саҡ башланған да инде – йәш әсәнән баш ҡаланан килгән табиптарҙы һыйлар өсөн матур итеп табын ҡороуҙы талап иткәндәр. Әсә үҙе билдәләүенсә, табын ҡороу әллә ни ҙур проблема түгел, ни тиһәң дә, баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәте сикһеҙ. Ләкин урындағы табип­тар­ҙың быны ҡаты тонда, әрләшеп талап итеүе сиктән ашып киткән, ҡатындың күңелен төшөргән. Былай ҙа ауырыу ғына сабыйы өсөн ҡайғырып йөрөгән әсә, табын әҙерләүҙе ныҡлап талап итә башлағас, табип менән һөйләшеүҙе диктофонға яҙҙырған да алған. Аудиоһөйлә­шеүҙә асыҡ ишетелә: табип Өфөнән киләсәк коллегалары өсөн салаттар, тауыҡ ите, сәй алыу­ҙы талап итә, балаға ҡаҙалған ҡиммәтле дарыуҙарҙы телгә ала. Тағы ла аборт эшләргә кәрәк булғанлығын да әйтеп ҡуйырға онотмай. Әйт­кәндәй, был хәл Октябрьский ҡа­лаһында былтыр ғына асылған, яҡшы йыһазландырылған заманса перинаталь үҙәктә булған.

Йәш әсә, принципҡа барып, ба­рыбер табын әҙерләмәгән, балаһы артынан баш ҡалаға килеп, бер ай самаһы дауаланып, хәҙер инде өйөнә ҡайтҡан. Шөкөр, сабыйының хәле яҡшырған. Шулай ҙа күргән этлектәре өсөн үҙенең ҡалаһындағы табиптарҙы ғәфү итергә йы­йынмай, диктофонын тотоп, судҡа бармаҡсы.

Медицина страховкалауы фонды белгестәре әйтеүенсә, бер кем дә пациенттарҙан аҡса, аҙыҡ һорап ултырырға тейеш түгел. Дауа­ханаларҙа бер табип та үҙ аҡсаһына алынған дарыуҙы таратмай. Хоҡу­ғығыҙҙы боҙалар икән, медицина полисығыҙҙа күрһәтелгән номер буйынса шылтыратығыҙ. Мотлаҡ ярҙам итәсәктәр. Та­бип­тарҙың кеше тормошондағы ыңғай роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ләкин улар араһында ла бер ниндәй ҙә әхлаҡ, хоҡуҡ ҡағиҙәләренә һыймаған эштәр менән булышыусылар ҙа осрап тора шул…

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 16-01-2016, 11:35 | Ҡаранылар: 384
|
  • Бүре түгел, "әсәй" ҡурҡыныс
  • Никах аферисы мажаралары
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ
  • Магазин талап, диңгеҙгә ял итергә йүнәлгән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM