НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ниңә беҙҙекеләр әрмелә Тау егеттәре өсөн бәҙрәф йыуа?

Ниңә беҙҙекеләр әрмелә Тау егеттәре өсөн бәҙрәф йыуа?


Берҙәмлеккә ни етә?
йәки ниңә беҙҙекеләр әрмелә Тау егеттәре өсөн бәҙрәф йыуа?


Ағай-эне – аҡ мыйыҡ,
Бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ.
Ҡаҡҡан-һуҡҡан кеше булһа,
Бер-беребеҙҙе яҡлайыҡ!
(Халыҡ йырынан).

Ниңә беҙҙекеләр әрмелә Тау егеттәре өсөн бәҙрәф йыуа?Хәрби комиссариаттарҙа быйыл­ғы көҙгө саҡырылыш та башланып тора. Әрме сафында егерме биш йыл йөрөгән, хәрби хеҙмәттең күп нескәлеге менән таныш кеше булараҡ, күптәр­ҙе борсоған бер мәсьәлә буйынса үҙемдең фекерем менән бер аҙ бүлешмәксе булам. Әлеге шул “бабайлыҡ” мәсьәләһе. Элегерәк, хеҙмәте икенсе йылға киткәс кенә әкренләп “бабай”лана башлай ине һалдат. Ә хәҙер ул ярты йыл тулыуға “ҡартайып” та китә, күрәһең. Хәрби хеҙмәт срогын бер йылға ғына ҡалдырҙылар. Әммә әрменең ошо “хроник сире” һаман да булһа уны оҙата килә. Ил һағына алынасаҡ егеттәрҙе ҡайһы саҡ ҡыҙыу нөктәләргә эләгеү ҡурҡынысы түгел, ә әлеге “дедовщина” нығыраҡ борсоған һымаҡ. Шулай ҙа, әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан ҡайһы ғына кешенән һорама, береһе лә үҙе хеҙмәт иткән частағы “бабайлыҡ”ҡа зарлана һалып бармай. Ул ғына ла түгел, күптәр хатта үҙенең “бабай” булып йөрөгән сағын ниндәйҙер ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Бәғзеләр, әрмене “бабайҙар” ғына тотоп тора, тип бер аҙ фәстереп тә ебәргеләй... Тик бының менән хәрби хеҙмәткә барасаҡ призывниктарҙы, уларҙың ата-әсәләрен тынысландырып булмай, әлбиттә.

Төрлө матбуғат сараһында әленән-әле баҫылып торған әрме хеҙмәтенең ошо ифрат та кире яғына зарланыу йәиһә, “бабай”ҙың да шул уҡ һалдат икәнлегенә лә ҡарамаҫтан, әрменең был “сир”е өсөн фәҡәт коман­дирҙар­ҙы ғына әрләү менән тулы, бер-береһенә оҡшашыраҡ фекерле мәҡәләләрҙән айырмалы, бер аҙ ғәҙәти булмаған юҫыҡта һүҙ алып бармаҡсымын.
Бәғзеләр, бәлки, минең менән ризалашмаҫ та, шулай ҙа әрмеләге был ысынбарлыҡҡа күҙ йомоп ҡала алмайым. Әрме хеҙмәтенең үҙебеҙгә ҡағылышлы бер нескәлеген асып бирмәксемен. Беҙҙең башҡорт, татар, рус (уларға мари, сыуаш, мордва, удмурттарҙы ла индер­ҙем) халыҡтарына үҙ-ара һәм һәммә башҡа халыҡтар менән ифрат та татыу йәшәргә ынтылыу хас. Был – бик яҡшы сифат. Әммә, беҙҙең егеттәрҙә, ана шул иң һәйбәт яҡтары менән бер нәүбәттә, минең күңелде ҡырған бер нәмә лә бар. Өҙөп кенә әйткәндә, яҡташтар булыуына ҡарамаҫтан, әрме шарттарында бер-береһен башҡаларҙан яҡлашыу, ҡурсалау тигән нәмә беҙҙең егеттәр өсөн ғәҙәти күренеш түгел. Яҡташтарыбыҙҙа берҙәмлек тигән нәмә бик ныҡ аҡһай, тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Күбеһенсә, рустар әйтмешләй, “моя хата с краю” тигән принцип менән йәшәйҙәр (әйткәндәй, бындай күренеш, үкенескә күрә, тик әрмелә генә лә түгел. Халҡыбыҙ вәкилдәре берәй сит ергә барып урынлашыу менән, милләттәштәрен таба һалып, улар менән ойошоу урынына, башҡалар араһында шундуҡ “эреп”, тырыша-тырыша уларҙың “йырын йырлай” башлай. Сит өлкәләрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың күпселеге балаларын, ейәндәрен тик рус телендә генә һөйләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әллә шул дөйөм ҡабул ителгән телде өйрәнә алмай ҡалыр, тип ҡурҡыумы, әллә үҙ милләтебеҙҙе, телебеҙҙе хөрмәт итеү тигән нәмәгә бик өҫтән ҡараумы был...)

Ошо хаҡта һүҙ алып барғанда һәр саҡ беҙҙекеләр кеүек үк әрме хеҙмәтен үтәгән Кавказ егеттәре хаҡында бер-ике һүҙ әйтке килә. Уларҙы һәр тарафтан маҡтауҙы маҡсат итеп ҡуймайым, әммә был егеттәрҙең бер сифаты башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ: күп төрлө милләт вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫтан, Кавказ республикаларынан килгән һалдаттар үҙҙәренең бер генә “молодой”ына ла башҡаларҙан ҡул түгел, хатта тел дә тейҙермәй... Бына шуның өсөн дә, ҡәҙерле яҡташтарым, ышанаһығыҙмы-юҡмы, әммә Дағстан егеттәре өсөн әрмелә “дедовщина” тигән төшөнсә бер ҡасан да һәм бөтөнләйгә булғаны юҡ! Ысын! Элек-электән улар әрмеләге “бабайлыҡ”тан һис кенә лә ҡурҡмай, хатта уның ни икәнен дә белмәй, тиһәм дә, хата булмаҫ. Башҡаларҙан айырмалы, улар өсөн әрме хеҙмәтендә иң ауыр нәмә “дедовщина” түгел, ә (сер итеп кенә әйтәм) дежурҙа иҙән (айырыуса бәҙрәф иҙәне) йыуыу. Һәм хеҙмәтенең башынан аҙағынаса улар бер мәртәбә лә казарма туалетының иҙәнен йыумайынса әрме срогын тултырып ҡайтып китә лә! Был егеттәрҙең: “Товарищ капитан, дайте любую другую, самую тяжелую работу, но только не это!..” – тигәнерәк мөрәжәғәтен ишеткеләгәнем дә бар. Сөнки бындай эш тау кешеләренең милли ғорурлығына барып төртөлә... Хатта ана шул осраҡтарҙа ла, улар урынына бәҙрәф иҙәнен йыуып та, башҡалар улар­ға бер ҡырын һүҙ ҙә әйтә алмай. Әйтеп кенә ҡара... Рота буйынса дежурҙа булған сержант нарядтағы “таулы”ға (уның ниндәй генә йәш булыуына ҡарамаҫтан) был эште йөкмәтергә маташмай. Ғәҙәттә, “моло­дой”ҙарҙан эшләтә торған рәсми булмаған башҡа йомоштар ҙа (“бабай”ҙың силғауын йыуыу, аҡ яғаһын тегеү, итеген таҙартыу, уға ҡайҙан булһа ла тәмәке табып алып килеү һымаҡ ваҡ-төйәк эштәр) уларға бер ҡасан да ҡушылмай. Ул ғына ла түгел, был хаҡта хатта уйлап та бирмәйҙәр! Бындай эшкә рус йәиһә башҡа милләт кешеһе егелә, тик Кавказ вәкиле түгел, сөнки уны яҡташтарының “йәше-ҡарты” һәр саҡ яҡлашырға әҙер торғанлығын барыһы белә.

Юл ыңғайында, бәғзе һалдаттарыбыҙҙың ата-әсәһенә лә бер аҙ ризаһыҙлығымды белдереп үтмәксемен. Бер-ике йыл элек райондарыбыҙҙың береһенән булған мәктәп уҡытыусыһы менән һөйләшеп ултырырға тура килде. Улы әрменән хат яҙған икән. Фәлән-фәлән адресҡа алты мең һум аҡса ебәреүҙәрен үтенгән. Әгәр шул сумманы ата-әсәһе “бабай­ҙар”ға ебәрһә, был башҡорт егетенең хеҙмәте тамамланғансы “проблемаһы” булмаясаҡ, йәнәһе. “Аҡса ебәрергә тура килер”, – ти үҙе лә ҡасандыр әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡан атай кеше. “Часть командованиеһына хәбәр итергә кәрәк, һис кисекмәҫтән!” – тим. Ә атай кеше минең тәҡдимдән ҡырҡа баш тарта. “Улыма берәй зыян тейеүенән ҡурҡам, бәләһенән баш-аяҡ...” – ти ул. Бына ҡайҙа ул аталы-уллы “дед”тарҙан ҡурҡып ятҡан кешеләр! Ҡурҡып ҡына ла түгел, уларҙы һыйлап ятыусылар! Командирына хәбәр иткән хәлдә, теге хулиганды, һис шикһеҙ, “ауыҙлыҡлаясаҡтар”ын беләм. Юҡ. Беҙ һаман да ҡурҡа бирәбеҙ. Бәлки, был осраҡта ла әлеге офицер ғәйеплелер?.. Бындай эште хулигандар офицерҙарҙан бик-бик йәшертен рәүештә эшләй.
Һәр бер часта ла тиерлек Башҡортостан егеттәре шаҡтай күп. Әммә, үкенескә күрә, беҙҙекеләр фәлән подразделениела төгән яҡташ бар икәнлеген генә белә (белһәләр, бик яҡшы әле). Бер ҡаланан, йә бер райондан булмаһалар, үҙ-ара тығыҙ элемтә тотоуҙы ла кәрәк түгел тип һанайҙар. Көн дә күрешеп йөрөгән хәлдә лә, һәр кем фәҡәт үҙ проблемаһы менән генә йәшәй. Ифрат та күңелһеҙ бер хәлде иҫләйем. Райондарыбыҙҙың береһенән булған йәш һалдаттан (фамилияһын яҙмайым) аҡса даулап, уны үҙ-үҙенә ҡул һалыр хәлгә еткергәндәр. Тәржемәсе эше минең вазифама инмәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт һәм татар телен белгән офицер тип, һуңынан мине хәрби прокуратураға саҡыртып, һалдаттың ата-әсәһенә, туғандарына, һөйгән ҡыҙына яҙған хаттарын руссаға тәржемә итеүемде һоранылар. Һалдат ата-әсәһенән, апайҙарынан тик аҡса һорап ҡына яҙған. Йәнәшәһендә яҡташтар күп кенә булыуына ҡарамаҫтан (ул йылда Башҡортос­тандан беҙҙең дивизияға етмешләгән егет саҡырыл­ғайны), уларға үҙенең ана шул проблемаһын һөйләмәгән йәиһә, һөйләгән хәлдә лә, улар яғынан яҡлау тапмаған. Тимәк, егетебеҙ үҙ яҡташтарының ярҙамына һис тә өмөт бағламаған... Офицерҙарға ла мөрәжәғәт итергә ҡурҡҡан. Командирға үҙенең хәлен һөйләп биргән хәлдә, был егеттең проблемаһы бик еңел генә хәл ителер ине лә бит. Әммә яҡташыбыҙ фәҡәт үҙенең туғандарынан аҡса һорап яҙған да яҙған. “...Атай, миңә “счетчик” подключать иттеләр, тиҙерәк һалығыҙ, фәләнсә сумманы...” – тигән ялбарыулы хаттар... Ата-әсәһе, әлбиттә, бай кешеләр түгел, улына аҡса һала алмағандар. Йәиһә, бигүк алыҫ булмауына ҡарамаҫтан, часҡа ла килеп етергә уйламағандар. Үрҙә әйтелгән атай кеше һымаҡ уҡ, часть командованиеһына ла был хаҡта хәбәр итмәгәндәр хатта! Ошаҡлашҡандары өсөн улдарына “бабайҙар” берәй зыян эшләп ҡуймағайы тип ҡурҡҡандар, ахырыһы. Ә тегеләрҙең “счетчигы” һалдаттың “бурыс”ын өҫтәгән дә өҫтәгән... Ата-әсәһе часҡа килде, тик... аҫылынып үлгән улының мә­йетен алып ҡайтырға... Рота командирын капитандан өлкән лейтенант дәрәжәһенә төшөрҙөләр. Иң төп ғәйепле – хулиган, йәғни “молодой”ҙан аҡса һауыусы “бабай” һалдат дембелгә ҡайтып китер урын­ға, дисциплинар батальонға ебәрелеүгә хөкөм ителде.

Әлеге Кавказ егеттәрен һаман миҫал итеп килтерергә мәжбүрмен. Улар, беҙҙең егеттәр­ҙән айырмалы, барлыҡ подразделениелағы, хатта бер аҙ алыҫтараҡ ятҡан частар­ҙағы яҡташтары менән дә бик тығыҙ бәйләнеш тота (Советтар Союзы заманынан, хатта кеҫә телефоны булмаған саҡтарҙан уҡ шулай!). Дивизияға йәш пополнение алып килергә Кавказ яғына ла күп йөрөнөм. Яҡташтары килерен алдан белешеп торған һалдаттар, тиҙ арала йыйылышып, йәштәр менән танышырға килә һалып етә. Уларҙың часҡа яңы килгән һәр бер яҡташын бер туғандай, ифрат та йылы ҡабул итеп, шундуҡ ҡосаҡлашып, танышыу мәлдәрен күреп: “Их, беҙҙең халыҡ та шулай булһа икән”, – тип һәр саҡ ысын күңелдән көнләшә инем. Ә хеҙмәт дәүерендә берәйһенең хатта аҙ ғына проб­лемаһы килеп сыҡһа, шунда уҡ барыһы ла йыйыла һала. Шуға күрә лә башҡалар улар менән ҡапыл да конфликтҡа инмәүҙе хуп күрә.

Үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәренән: “Фәлән райондан булған фәлән һалдатты беләһеңме?” – тип һораһаң, шунда уҡ: “Ҡайһы призыв?” – тигән ҡаршы һорауҙы ишетәһең. Бәғзеләрҙең хатта тап-таҙа башҡортса биргән һорауға, башҡаларҙан уңайһыҙланып, вата-емерә руссалап яуап биреүе лә мөмкин. Әгәр мин һорашҡан һалдат уның призывынан түгел йәиһә башҡа подразделениенан икән, хатта бер райондан булһа ла, яҡташы хаҡында бер ни ҙә белмәүенә ғәжәпләнәһең. Мин, уйлап ҡараһаң, офицер булараҡ, оломо ул, йәшме, әммә һалдат менән таныш булыуҙа әллә ни мохтаж да түгел кеше. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә яҡташ һалдатты осратһам да: “Взводығыҙҙа беҙҙекеләр тағы бармы, күпме һ.б...” – тип, уның таныштары хаҡында һораша ла башлайым. Кавказдыҡылар бит тап ана шулай итеп бер-береһе менән тиҙ арала танышып та китә һәм, “йәше-ҡарты” тигәндәй, ниндәй генә призыв, ниндәй район, ҡайһы подразделениела булмаһын, бер-береһен бик яҡшы белә.

Яҡташтарыбыҙҙың тағы бер үҙенсәлеген асып бирмәксемен. Яҡшы сифатмы был әллә киреһенсәме икәнлеген баһалауҙы уҡыусыларымдың ихтыярына ҡуям. Һәр частағы тиерлек офицер һәм прапорщиктар араһында беҙҙең яҡташтар (башҡортмо ул, татар йәиһә рус булһынмы) ҙа була. Бына ошо хаҡта белеп тә, беҙҙең егеттәребеҙ (бәғзеләренән башҡа) шул “ағайҙар”ға килеп үҙҙәрен таныштырырға тартына. Әллә ояла. Хатта етди генә проблемалары булған хәлдә лә. Беҙҙең халыҡҡа хас ғорурлыҡмы был, әллә ҡыйыу­һыҙлыҡмы, йәиһә саманан тыш әҙәплелекме?.. Мин быны, шәхсән, үрҙә әйтелгәнсә, үҙ милләтең вәкилдәренә үтә лә битараф ҡарашта булыу, тип кенә атар инем.

Яҡташ һалдаттарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен “дед”тар йәберләүен ишеткәс тә, бар эшемде ташлап, йыш ҡына казармаларға барғылай инем (быныһы ла минең вазифама инмәй ине, әлбиттә). Шуның өсөн бәғзе офицерҙар, ярым шаяртып, миңә “милләтсе” тип “төрттөргөләй” ҙә торғайны. Әммә, уларҙың һүҙҙәрен ысын шаяртыуға һанап, үҙемдең намыҫым ҡушыуы буйынса эш иттем. Казармала ҡыйырһытыусылар менән ҡайһы саҡ шаҡтай ҡаты ғына итеп һөйләшеп алғас, йәиһә бәғзеләренә прокуратура менән янағандан һуң, әлбиттә, шиңә төшәләр. Ошондай етди генә һөйләшеү, әлбиттә, бик тә ыңғай һөҙөмтә бирә. Бынан ары беҙҙең яҡташ­ҡа береһе лә башҡаса яҡынламай, сөнки уның яҡлашыр кешеһе – “землягы” барлығын инде казармала барыһы ла белә һәм тоя. Эйе, эйе, ысынлап та, башҡаса уға “тырнаҡ менән дә” тейеүсе табылмай, тик... мин ҡурсалаған аныҡ яҡташҡа ғына. Сөнки быныһын күрмәмешкә һалышҡан башҡа яҡташтарыбыҙ һәр кемеһе артабан да үҙ көнөн үҙе күрә, һәр береһе “үҙ һурпаһында үҙе бешә”. Яҡташ “дед”тар менән дә һөйләшкеләгәнем булды. “Нишләп үҙебеҙҙең йәш­тәр­ҙе яҡлашмай­һығыҙ?” – тигән һорауға ҡайһы саҡ: “Беҙ йәш саҡта беҙҙе лә бер кем дә яҡлашманы”, – тигән яуапты ишетергә тура килә ине. Ә бына бәғзеләрҙең атайҙары часҡа килеп, “дедушка”ларға күренеп, бер-икеһе менән һөйләшеп китеүе ифрат та яҡшы һөҙөмтә биреүе хаҡында әйтер инем. Атайҙар улы хеҙмәт иткән часҡа, исмаһам, бер барып ҡайтырлыҡ аҡса табыр, моғайын (әйткәндәй, башҡа нәмәгә һәр саҡ аҡса табыла).

Башҡа яҡтарҙан килгән һалдаттарҙан айырмалы, хәрби бурысын үтәүгә һәр саҡ намыҫ менән ҡараған, һис бер эштән дә ҡурҡмаған, сыҙамлы, тырыш булған үҙебеҙҙең егеттәребеҙҙе шаҡтай ҡаты тәнҡитләүемә үпкәләүселәр ҙә булыуына шикләнмәйем. Кемдәрҙер, әлбиттә, һис һүҙһеҙ, яҡташтарыбыҙҙы әрмелә башҡаларҙан ҡыйырһыттырмай алып та йөрөгәндер. Әммә сирек быуат эсендә миңә үҙебеҙҙекеләрҙе ҡурсалаусы үҙебеҙҙең егеттәрҙе осратырға тура килмәне. Шуға күрәлер ҙә әрме хеҙмәтен бәйән иткән ҡайһы бер әҫәрҙәремдә тап шундай, үҙем күрергә хыялланған яҡташ һалдат образын тыуҙырырға тырышам (бынан бер нисә йыл элек “Аҡ сыйырсыҡ”, “Һикәлтәле һуҡмаҡ” исемле повестарым донъя күрҙе).

Һүҙемде йомғаҡлап, әле әрмегә саҡырыла торған егеттәребеҙгә, тау халыҡтары һымаҡ берҙәм булһағыҙ, һеҙҙең өсөн дә бер ниндәй “бабай” ҡурҡыныс булмаҫ ине, тигән уйымды, теләгемде, тәҡдимемде еткерге килә. Икенсенән, хеҙмәт срогы буйынса үҙегеҙ “бабай” булып алғас та йәш яҡташтарығыҙҙы яҡлашып алып йөрөһәгеҙ ине. Өсөнсөнән, һәр часта тиерлек булған яҡташ офицер, прапорщиктарға, контрактник ағай­ҙарығыҙға һис бер тартынмай ғына барып, үҙегеҙ менән таныштырығыҙ, хәлегеҙҙе һөйләргә оялмағыҙ. Уларҙың һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙасағына икеләнмәйем. Хеҙмәтегеҙҙә Аллаһы Тәғәлә уңыштар насип итһен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы,
яҙыусы.

Сығыу ваҡыты 24-10-2015, 14:35 | Ҡаранылар: 1029
|
  • Һин алкоголик түгелме?
  • Һалдаттарҙың үлеме һағайта
  • Тимур Юнысов: “Юрий Борзаковский кеүек үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға ирешкем килә”
  • «Беҙ илен һаҡлағандарҙы ғына яҡлайбыҙ», –
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM