НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Зыяны үҙенә генә түгел шул

Зыяны үҙенә генә түгел шул


Һорауыңды бир!

Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы көрәш буйынса «ҡыҙыу линия» асыла. Уны Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге ойоштора.
Бөгөн «Спайс нимә менән хәүефле?» «ҡыҙыу линия»һы һорауҙарына Наркотиктарҙың әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы, 1-се Республика наркология диспансеры, Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге белгестәре яуап бирә.
Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем 8 (347) 273-09-00 телефондары буйынса ҡабул ителә.


Ҡурҡыныс һандар, аяныслы яҙмыштар

Зыяны үҙенә генә түгел шулНаркомания сиренә юлыҡҡан­дар­ға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк, уларҙы йәлләмәһәк тә, исмаһам, үҙебеҙ өсөн. Улар тәне һәм йәне менән генә сирле кешеләр түгел, иртәме-һуңмы һалҡын ҡанлы енәйәтселәргә әйләнәсәк. Мотлаҡ. Сөнки улар бер ҡайҙа ла эшләй алмай, ә аҡса кәрәк. Йә урларға, йә берәйһен таларға ғына ҡала. Статистика буйынса, бер наркоман ҡыҫҡа ғүмерендә 7 – 25 кешене үҙенең “арбаһына” ултырта. Әгәр берәй кешенең психотроп матдәләр ҡуллана башлауын һиҙеп ҡалдығыҙ икән, ай-вайына ҡуймай, тейешле һүҙҙәр табып, дауалау учреждениеларына алып барырға тырышығыҙ. Яҡындары тарафынан ошондай иғтибар күрһәтелгән наркомандарҙың 5 – 10 процентының һауығып китергә мөмкинлеге бар. Икенсе төрлө әйткәндә, бөгөн организмына наркотик матдәләр индергән 20 кешенең ни бары бер-икәүһе генә иҫән ҡала. Ҡурҡынысмы? Әлбиттә! “Элекке наркомандар буламы-юҡмы?” тигән һорау риторик һорау инде. быға берәүҙең дә аныҡ яуап биргәнен күргән юҡ… Шулай ҙа, исмаһам, белгестәрҙең, 1 – 2 кешене ҡотҡарып була, тиеүе лә ҙур өмөт уята.
Бөгөн – Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө. Беҙҙең республикала июнь айы буйына наркотиктарҙы профилактикалау өсөн төрлө саралар үткәрелде һәм был эш һаман да дауам итә. Нар­ко­тиктарҙың таралыуына юл ҡуймаҫҡа тырышыу йә булмаһа нисек тә булһа был ҡурҡыныс баҙарҙы контролдә тоторға тырышыусылар 100 йылдан ашыу элек күренә башлаған. Мәҫәлән, 1909 йылда Шанхайҙа әфиүн комиссияһы тө­ҙөлгән. Уның составында Рәсәй ҙә булған, улар бергәләшеп Азия илдәренән беҙгә наркотиктар индереү юлдарын ябырға тырышҡан. Быуаттан ашыу ваҡыт үткән, ләкин был көрәш һаман да тамамланмаған әле. 1987 йылдан 26 июнде “Халыҡ-ара наркотиктарға ҡаршы көрәш көнө” тип билдәләйҙәр.
Шуныһы ҡурҡыныс: ҡасандыр наркотиктарҙы йәштәр араһында ныҡ тарала, тип ҡайғыра инек. Хәҙер был йүнһеҙ нәмә үҫмерҙәр һәм балаларҙың ҡурҡыныс яҙмышына әйләнә башланы. Элегерәк наркомандар араһында ирҙәр ҡатындарға ҡарағанда күпкә артығыраҡ булһа, һуңғы ун йылда наркотик ҡулланыусы гүзәл зат 7 тапҡырға артҡан. Нишләйһең: кешеләр тормошта еңел юл эҙләй, стресс һәм башҡа ауырлыҡтарҙан секунд эсендә ҡотолорға хыялланып, психотроп матдәләрҙе ҡабул итә башлай.
Героин ҡулланыусы наркомандар 5 – 7 йыл йәшәй, тип һанап сығар­ғайнылар. Әлбиттә, улар тәүге бер-ике йылда ғына тулы ҡанлы тормош алып бара ала. Сөнки тиҙ арала кешеләрҙең тәненең мөһим өлөштәре, төрлө органдары эшләмәй башлай, төрмәгә эләгәләр, төрлө сирҙәр йоҡторалар. Нисек кенә йәмһеҙ яңғырамаһын – әлеге ваҡытта героин ҡулланыусы наркомандар үлеп бөттө тиерлек. Ләкин проблема тағы ла ҡурҡынысыраҡ яҡтан килеп ҡыҫты – беҙҙең йәмғиәттә яңы синтетик матдәләр барлыҡҡа килде. Уларҙы контролдә тотоу шул тиклем ауыр, береһен асыҡлап өлгөрмәйҙәр, икенсеһен уйлап сығарып ҡына торалар. Еңел аҡса күпме кешене гонаһҡа батыра, үлтерә. Ләкин береһен дә бәхетле итмәй.
Наркотикты энә ярҙамында ҡулланыусыларҙың һәр бишенсеһе СПИД менән ауырый, тигән мәғлүмәт бар. Ун наркомандың етәүһе – енәйәтсе. Шулай булғас, уларға иғтибар итмәй ҙә булмай. Ғөмүмән, психотроп матдәләр, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыусыларҙың теленең осона сығырлыҡ булмай башлай, һәр ғәйепле кеше кеүек улар ҙа үҙен яҡлар өсөн мең дә бер яуап әҙерләгән: “Һинең аҡсаңды эсәмме ни?”, “Тартһам ни – зыяны миңә бит”, “Мине берәү ҙә аңламай – шуға спайс ҡулланам”. Алкоголь ҡулланыусылар һәм тәмәке тартыусы­лар­ҙың деградацияһы оҙаҡ ҡына дауам итһә, наркомандар менән хәл айырыуса ҡатмарлы. Улар ҡыҫҡа ваҡытта үҙен хөрмәт итеүҙән туҡтай, шунан һуң башҡаларҙы әҙәмгә һанамай башлай, тора-бара аҡылдан шашҡан кеүек була.

Наркотиктар ҡулланыу – комплекслы проблема. Мәҫәлән, йыл башынан алып Башҡор­тостанда бер меңдән артыҡ кешелә ВИЧ инфекцияһы булыуы асыҡланған. Уларҙың күпселеге – наркоман. Был афәтте 1987 йылдан башлап күҙәтә, сир йоҡтороусыларҙы теркәй башлағайнылар. Шул ваҡыттан алып беҙҙең республикала төҙөлгән исемлектә 21 меңдән ашыу кеше йыйылған. Был кешеләр төрлөсә тормош алып бара, бала табыусылар, ғаилә ҡороусылары ла бар. СПИД-тан үлеүселәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн махсус көн бар, ул май айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Белгестәр иҫәпләүенсә, донъяла был сирҙе йөрөтөүсе 40 миллион самаһы кеше теркәлгән. Үкенескә күрә, Рәсәй Федерацияһы СПИД ныҡ һәм тиҙ таралған ил булараҡ алға сыҡты.

Ауылдарҙа ла бар был афәт

Ни генә тиһәң дә, наркомания ҙур ҡалаларҙың бәләһе кеүек күренә. Тик хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәреп бара, ҡулланыусылар ғына түгел, был ағыуҙы республикаға ташыусылар араһында ябай ауыл малайҙары ла күренә башланы. Наркотиктар ҡулланыу – комплекслы проблема. Мәҫәлән, йыл башынан алып Башҡортостанда бер меңдән артыҡ кешелә ВИЧ инфекцияһы булыуы асыҡланған. Уларҙың күпселеге – наркоман. Был афәтте 1987 йылдан башлап күҙәтә, сир йоҡтороу­сылар­ҙы теркәй башлағайнылар. Шул ваҡыттан алып беҙҙең республикала төҙөлгән исемлектә 21 меңдән ашыу кеше йыйылған. Был кешеләр төрлөсә тормош алып бара, бала табыусылар, ғаилә ҡороусылары ла бар. СПИД-тан үлеүселәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн махсус көн бар, ул май айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Белгестәр иҫәпләүенсә, донъяла был сирҙе йөрөтөүсе 40 миллион самаһы кеше теркәлгән. Үкенескә күрә, Рәсәй Федерацияһы СПИД ныҡ һәм тиҙ таралған ил булараҡ алға сыҡты.
Әле һаман күп ватандаштарыбыҙ наркомания тураһында әҙәби китап уҡыған һымаҡ ҡына уҡып сыға. Был әллә ҡайҙағы проблема кеүек күренә. Уны үтә лә ҡиммәт нәмә тип уйлай. Ләкин бөгөн мәктәптең үҙендә үк наркотик һатып алыусы, таратыусы балалар бар.

Һорау-яуап

Беҙ ҡалала йәшәйбеҙ, күптән түгел күршебеҙ фатирын ҡуртымға бирҙе һәм унда бик шикле әҙәмдәр күренә башланы: кис буйына музыка яңғырай, уларҙың балкондары сыҡҡан яҡтан ерҙә шприцтар күп күренә. Килгән-киткән кеше лә күп, береһе лә ни йылмайыу тигәнде, ни һаулыҡ һорашыуҙы белмәй – робот кеүек йөрөйҙәр. Уларҙы килеп тикшерһендәр ине, ләкин мин ул ҡурҡыныс кешеләрҙән бер аҙ шөрләйем. Аноним рәүештә ҡайҙа мөрәжәғәт итеп була икән?
Азалия.


Була. Аноним юлдар ҙа бар, ғариза яҙырға ла мөмкин. Өндәшмәй ҡалһағыҙ, бәләгә тарыуығыҙ ихтимал. Сөнки уларҙы тик торғандан берәү ҙә килеп тикшереп йөрөмәйәсәк. Шуға ла ошондай кәңәштәр:
1. Әгәр күрше йорт шикле күренә, унан химик еҫтәр сыға икән, был хаҡта урындағы участковыйға хәбәр итергә кәрәк. Ғариза яҙһаң, тағы ла шәберәк. Унда күршеләр­ҙең һеҙгә нисек ҡамасаулауын аныҡ билдәләү, килтерелгән матди һәм әхлаҡи зыянды теҙеп яҙыу талап ителә. Һеҙ юҡҡа шикләнеп, улар наркоман булмай сыҡҡан осраҡта ла файҙалы буласаҡ: кемдең күрше-тирә алдында тәртипһеҙ сирле әҙәм булып күренгеһе килһен. Үҙҙәрен тәтиплерәк тота башлаясаҡтар. Әгәр күршегеҙ, ысынлап та, наркотик ҡулланһа, уны учетҡа ҡуясаҡтар һәм артабан даими рәүештә контролдә тотасаҡтар. Суд ҡарары менән йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс кешеләр тип табылһалар, уларҙы мәжбүри дауалаясаҡтар.
2. Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу өсөн Федераль хеҙмәт бар. Ул бөтә Рәсәй өсөн эшләй, телефон номеры: 8-800-345-67-89. Аноним шылтыратырға мөмкин.
3. Ышаныс телефондарының номерҙарын интернетта табырға була. Башҡортостанда нарко­тиктар­ға бәйле проблемалар менән түбәндәге номерҙар буйынса шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Был номерҙар үҙе наркотик ҡулланыу­ҙан ҡотолорға теләүселәргә лә, психотроп матдәләр ҡулланыусы кешеләрҙән зыян күреүселәргә лә ярҙам итә ала:
– РФ Наркотик саралары һәм психотроп матдәләр ҡулланыуҙы контролдә тотоуҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт комитеты: 8(347)-273-96-36, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамындағы 29-сы йорт.
– “Наркотиктарһыҙ ҡала” йәмәғәт ойошмаһы: абонент 8 – 181.
– СПИД һәм инфекцион ауырыу­ҙарҙы профилактикалау һәм көрәш буйынса республика үҙәге: 8(347)-251-11-35, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамындағы 89-сы йорт.
– Республика наркология диспансеры: 8(347)-272-16-27, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамындағы 119-сы йорт.
– Өфө ҡала тире-венерология диспансеры: 8(347)-243-01-50, Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамындағы 42/44-се йорт.
– Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге: 8(347-273-05-75, Өфө ҡалаһы, Социалистик урамындағы 20 а һанлы йорт.

Күрше наркоман булған осраҡта күсенеп кенә китеп булмай, күп ваҡыт уның менән бергә йәшәргә өйрәнергә тура килә. Белгестәр наркотик ҡулланыусылар менән яҡындан аралашыуҙан ҡасырға кәңәш итә. Улар менән ниндәй ҙә булһа эш алып барыу, бурысҡа аҡса биреп тороу тыйыла. Наркотик ҡолона әйләнеүселәр йәмғиәттә ҡабул ителгән ябай әхлаҡ нормаларына төкөрөп тә бирмәй, бер яҡынлатһағыҙ, арыныуы ҡыйынға төшәсәк.
Аралашмайым, тип низағҡа инеү ҙә ҡурҡыныс. Уларҙы асыҡтан-асыҡ тәрбиәләргә тырышырға, оялтып маташырға кәрәкмәй. Кәмһетеү ҙә тыйыла. Психотроп матдәләрҙең шауҡымы аҫтында йәки доза таба алмағанда наркомандарҙың агрессив булыуы ихтимал. Уларға ишек асмаҫҡа, сүп түгергә генә сыҡҡанда ла ишекте бикләп йөрөргә, йортҡа бөтөнләй индермәҫкә, балконды ла һәр ваҡыт бикләп йөрөргә ҡушыла.
Был – наркомания сиренә юлығыусыларҙы ситкә тибеү түгел, ә үҙеңде һәм ғаиләңде шул афәттән алыҫ тотоу өсөн эшләнә. Йәлләү, кешелекле булыу файҙаһыҙ, әлеге осраҡта был бер кемгә лә кәрәкмәгән тойғо. Шулай ҙа, күршегеҙҙең ауыр хәлгә ҡалыуын, сирләп китеүен күрһәгеҙ, мотлаҡ рәүештә “Тиҙ ярҙам” саҡырығыҙ. Кем белә, бәлки тап ошо осраҡтан һуң ул насар ғәҙәтенән арынырға ла ҡарар итер.
Нимә генә тиһәләр ҙә, беҙҙең илдә наркотиктар әйләнешенә ҡаршы етди көрәш бара. Был юҫыҡта закон боҙған өсөн бер нисә төрлө яза биреү йәнәлештәре бар.

Административ яза

Наркотиктар ҡулланған кешегә штраф һалыуҙары, 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙары ихтимал. Әгәр психотроп матдәләрҙе ҡабул итеүселәр сит илдән икән, уларҙы мотлаҡ рәүештә депортациялап, ғүмерлеккә Рәсәйҙән ҡыуалар.

Енәйәти яза

Наркотиктарҙы әҙерләүселәр, һаҡлаусылар, таратыусылар, башҡаларҙы йыйып, притон ойоштороусылар төрмәгә ултырасаҡ. Бында уларҙың рәшәткә артында күпме ваҡыт үткәрәсәге тураһында аныҡ ҡына әйтеп булмай, һәр осраҡ айырым ҡарала, әлбиттә. Наркопритондар булған урындарға битараф ҡалмайыҡ, дуҫтар!
Тулыһынса кешелектән сығыу, тулыһынса һаулығын бөтөрөү – наркомандарҙың былай ҙа ҡыҫҡа ғына тормош юлы ана шул ике яр уртаһынан аға. Улар ошо ағыуға әсәһен дә, үҙенең ғүмерен дә алмаштыра…

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 26-06-2015, 14:02 | Ҡаранылар: 682
|
  • ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүерелә
  • Дауаханамы, әллә төрмәме?
  • Рәсәйҙә 8,5 миллион кеше – наркоман
  • Ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙамға
  • Һеҙгә хәйерселәр мөрәжәғәт итһә, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM