RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Яратам, йоҙроҡтарым менән яратам

05.12.2014 “Яратам, йоҙроҡтарым менән яратам

“Яратам, йоҙроҡтарым менән яратамБеҙҙең ил киңлектәрендә шундай бер әйтем таралған: “Туҡмай икән, тимәк, яра­та!” (“Бьет – значит любит!”) Нин­дәй ҙә ахмаҡ әй­тем. Беҙҙең халыҡ сығармағанына һөйөнәм шулай ҙа. Моғайын, һуғышырға яратҡан әҙәм ауыҙынан таралғандыр. Күбеһенсә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡабатлай, имеш. Ирҙәренән туҡмалғандары шулай алданалырмы? Бын­да мөхәббәттең ни ҡыҫылышы? Яратҡан кешеһенә ҡул күтәрергә, кем әйтмешләй, псих ҡына йөрьәт итер. Ысынлап та, йоҙроғон эшкә еккән ир ниндәй маҡсат ҡуя? Уның көслө зат икәнен “ҡорбаны” былай ҙа белмәйме ни? Психологтар әйтеүенсә, ир үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырыша, ҡатын буйһонмай башлаһа, нимә эшләрмен, тип ҡурҡа. Әһә, барыһы ла ҡурҡыуҙан инде улайһа? Ҡурҡаҡ ирҙәр генә ҡатынын туҡмай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?
Бынан бер нисә аҙна элек Беренсе каналда Андрей Малаховтың “Һөйләһендәр әйҙә” (“Пусть говорят”) тапшырыуында Рәсәй киноһы “йондоҙ”о Марат Бәшәровтың ҡатынын әҙәм ҡарағыһыҙ итеп туҡмауы хаҡында ике көн рәттән күрһәттеләр. Былай Марат ҡурҡаҡҡа оҡшамаған да ул. Хәйер, был ваҡиға ысынмы, әллә пиармы икәнен дә асыҡ ҡына әйтеп булмай, шулай ҙа бер ғаилә миҫалында илдәге мәңге хәл ителмәҫтәй проблеманы ғәм халыҡ фекерләшеүенә сығарыу, бәлки, дөрөҫ тә булғандыр. Һәр хәлдә, бөтә туҡмалған ҡатындар ҙа, Бәшәровтың ҡатыны кеүек, Малаховҡа мөрәжәғәт итә алмай бит. Үҙҙәре йәшәгән урындағы полицияға ғариза яҙһалар ярай әле. Ә күп осраҡта ҡатын бер кемгә лә өндәшмәй, тән яраларын, туҡмалдым, тимәй, йә, йығылдым, йә, бәрелдем, тип аңлатҡан була. Уны яҡлаусы ҡаты ғына закон бармы? Ярай, ғариза ла яҙҙы ти, туҡмалыуын да иҫбатланы ти, иргә йә енәйәт эше асыла, йә административ рәүештә яуап бирергә (штраф түләү) тейеш була. Аҙаҡтан шул уҡ ирҙең ҡатынынан үс алмаясағын кем гарантиялай? Унан килеп, ир штрафты ғаилә бюджетынан түләй, “ултыртһалар”, ғаилә “ашатыусыһыҙ” ҡала. Эйе, Рәсәйҙә закондар күп, әммә ысынлап кәрәктәре етмәй һымаҡ. Булғандары үтәлһә лә, шөкөр. Быныһы инде бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Һорау тыуа – улайһа, туҡмау-туҡмалыу күренеше һәр ваҡыт буласаҡмы? “Бирле” (моғайын, был һүҙ биреле, енле тигәндәндер) ирҙәр бит тараҡан түгел, сәйер рәүештә кәмергә йә бөтөнләй юҡҡа сығырға.

Ни өсөн?

Ир ниңә ҡатынына ҡул күтәрә? Ҡатынға көсөн күрһәтеү һәм дә баҫым яһау, кемдең өйҙә баш икәнен күрһәтеү өсөн, тип яуап бирә ошо проблеманы өйрәнеүсе белгестәр. Берәүҙәре йәмғиәтте ғәйепләй, икенселәре баяғы һуғышырға яратҡан ир үҫкән ғаиләлә дөрөҫ тәрбиә бирелмәгәнен билдәләй. Ҡағиҙә булараҡ, бала ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәтен ҡабатлай. Бында әллә ни белгеслек тә кәрәкмәй инде. Миҫалдар етерлек. Юҡтан ғына сәбәп сығарып, ҡатынын туҡмарға ғәҙәтләнгән Рәфил, мәҫәлән, атаһының әсәһенә йыш ҡына ҡул күтәреүен, әсәһенең уны гел ғәфү итеүен күреп үҫкән. Шулай булырға тейеш, тип ныҡыша ул. Йәнәһе, ҡатын иренә буйһонорға бурыслы. Ә Ғәлиә, ғүмер буйы эсеп, һуғышырға ярат­ҡан атаһы кеүек ир эләкмәһә ярар ине, тип ҡурҡып йәшәгән һәм арыу ғына “ҡартайып” кейәүгә сыҡҡан. Яҙмыш шаяртыуымылыр, ире тап атаһы кеүек икән. Был ҡатын өс балалы булғас ҡына үҙендә ирен ташлап китергә көс тапҡан. Тәнендә йөй ҡалдырған яралары байтаҡ.
Ниңә ирҙәр ҡатындарын туҡмай? Ошо һорау миңә һәр ваҡыт тынғы бирмәй. Бер һөйләм менән генә яуабын әйтеү мөмкин түгел. Бында бихисап сәбәп асыҡланған. Йәғни “көслө” ирҙәрҙән һорашып, асыҡларға тырышҡандар.
Мәҫәлән, Сабирҙы ҡатынының буйһонмауы сығырынан сығарған. Таһир иһә, икенсе яртыһының уңышлы, үҙ аллы, сибәр булыуынан көнләшеп, ҡул күтәргән. Ришат бисәһен “бағананан да ҡыҙғанған”. Иректе эшендә бер аҙ “ҡыҙҙырғандар” икән, ҡайтып, үсен ҡатынынан алған. Ғәлимгә ҡатынының әрләгәне оҡшамаған, түҙгән-түҙгән дә, тегегә тондорған.
Нимәһе аптырата – баҡһаң, ҡатынын туҡмауҙан, уның илағанын күреүҙән айырым бер ҡәнәғәтлек алған ирҙәр бар, имеш. Туҡмауҙың иң киң таралған осрағы – иҫерек ирҙең үҙен тыя алмауы. Айныҡҡас, үкенгән була ла ул, тик эш үткән, ҡатындың күҙ төбөндә – күк. Аяғына йығыла яҙып ғәфү үтенә һәм… теләгенә ирешә – ҡатын, меҫкен, кисәге “йоҙроҡло ғифрит”те йәлләй ҙә, ғәфү итә. Бындай хәлдең бер ғүмер эсендә йөҙләгән тапҡыр ҡабатланыуы ихтимал. Шаһит булған балаларҙың кемеһе ғибрәт ала, кемеһенәлер атай өлгөһө “йоға”.

Ҡатын түҙә…

Иренән күп тапҡыр туҡмалып та, һаман уның менән йәшәгән ҡатындан һорағандар икән, яуабы шул булған: айырылһам, балалар атайһыҙ үҫә бит. Ошонда шундай һорау тыуа: ә ире туҡмап үлтерһә, балаларҙың әсәйһеҙ ҡалыуы ла ихтимал түгелме?
Эйе, балаға атай кәрәк, әммә һуғыш суҡмары түгел. Бындай атайҙан ниндәй тәрбиә өмөт итмәк кәрәк?! Бала йыш ауырый, аппетиты бөтә, агрессивҡа әйләнә – бына шул ундай атайҙың “тәрбиәһе”.
Тағы бер ҡатын иренең үҙгәрәсәгенә ышанып йәшәгән. Шуны көткән арала ире уның ҡулын да һындырған, башын да тишкән, күп тапҡыр өйҙән дә ҡыуып сығарған. Тик мөғжизә булмаған – ир үҙгәрмәгән. Йәл, ҡатын сиргә һабышҡан, ярай әле бер балаһы атай йортонда ҡалып, уны тәрбиәләп тора.
“Ни эшләйем һуң, туҡмаһа ла, аҡсаны күп эшләй бит, ғаиләбеҙ туҡ”, – ти Гөлнара. Ике улы бар уларҙың. Малайҙарым үҫеп кенә алһын әле, кәрәгеңде бирерҙәр, тип янай икән иренә байтаҡ ҡына йоҙроҡ татыған сая ҡатын.
“Айырылып сығып китһәм, йәшәй алмаҫ, үҙен бер нәмә эшләтер”, – тип йәлләй ирен Зилиә. Ире уны туҡмай ҙа, күпмелер ваҡыттан һуң ғәфү үтенеп, ҡатын әҙерәк инәлтһә, үҙемде үлтерәм, аҫылынам, тип ҡурҡыта икән. Ҡыҙыҡ килеп сыға: ир туҡмағанда ҡатынын бер ҙә йәлләмәй, ә ҡатын ирен, үлеп ҡуймаһын, тип йәлләй.
Күп ҡатындар, киткеләре килһә лә, балалар менән ҡайҙа барайым һуң, тип алдағы билдәһеҙлекте уйлап, түҙеп йәшәй. Түҙәләр бит, тимәк, ғәйеп үҙҙәрендә лә бар.

Рәсми статистика юҡ

Иренән күпме ҡатын туҡмала? Был хаҡта белеүе ауыр, сөнки рәсми статистика юҡ. Шулай ҙа Рәсәйҙә һәр дүртенсе ҡатындың туҡмалып йәшәүен белгәндәр. Йылына 12 – 14 мең ҡатындың үлеүе лә асыҡланған. Ысынында был һандарҙың күберәк булыуы ла бар. Үрҙә әйтелгәнсә, ҡатындарҙың күбеһе туҡмалғанын бер кемгә лә әйтмәй, хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткермәй.
Бер ай элек күрше йәшәгән йәш ғаиләлә ыҙғыш ҡупты, икеһе лә ғәйеплелер, сөнки эскелек менән табын ойошторғайнылар. Һөҙөмтәлә ир ҡатынының ҡулын шаҡарып һындырған. Ҡатын ҡыҙыулығы менән полицияға ғариза яҙған. Участковый килеп йөрөһә лә, ишек асыусы булманы. Ир хөкөмдән ҡасты, ҡатын ирен йәлләне.
Әстерханда йәшәүсе бер ир ҡатынын туҡмағанын онлайн-видеоға яҙҙырған. Битен ҡатынының ҡаны менән йыуғанын да күрһәткән, “ҡорбан”ының башын ҡырҡып ташларға ла вәғәҙә биргән. Бындай йырт­ҡыс мотлаҡ төрмәлә ултырырға тейеш ине. Әммә уға бер ниндәй ҙә яза булмаясаҡ, сөнки ҡатын полицияға яҙып биргән ғаризаһын ғәмәлдән сығарыу­ҙы һораған. Имеш, улар татыулашҡан. Был – типик күренеш.
Европала ҡатындар яҡынса ете тапҡыр туҡмалғандан һуң полицияға мөрәжәғәт итә, беҙҙә иһә ҡатындар күпкә түҙем, йылдар буйы йәшәй бирәләр.

Ирҙәр ҙә туҡмала…

Киреһенсә булған осраҡтар ҙа бар икән. Йәғни ҡатындың ирен туҡмауы. Был хаҡта беҙҙең илдә һөйләүе оят кеүек, ә бына Европала ғәҙәти хәл, имеш. Британияла Иен Янг исемле ир 17 йыл буйына ҡатынының мыҫҡыллауҙарына түҙеп көн иткән. Шунан үҫеп килгән улы ла әсәһен ҡабатлай башлағас, өйҙән сығып китергә мәжбүр булған. Ҡатын, асыуланһа, гел иренең башына эҫе сәй түккән, тәрилкә бәргән. Иен үҙенең тарихын интернетта һөйләгәс, уның кеүек зыян күреүсе ирҙәрҙең байтаҡ булыуын белгән. Бөйөк Британияла ошондай ирҙәргә ярҙам күрһәтеү үҙәге лә эшләй, ти. Йылына 600 меңгә яҡын ир ҡатын-ҡыҙ ҡулынан яфа сигә.

Фекер

Елизавета ПАВЛОВА, “Виртуаль донъялағы психолог” сайты хеҙмәткәре:

– Был бик етди проблема. Туҡмалыуға түҙеп йәшәргә кәрәкмәй! Ғаиләлә ир тәүҙән үк үлтергәнсе туҡмамай, йәберләүҙәр еңелсә күгәргәнсе һуғыуҙан башлана. Артабан типкеләүҙәр, ауыр әйберҙәр бәреүҙәр, стенаға ҡуша һуғыуҙар… Туҡмау градусы әкренләп өҫтәлә. Тәлмәрйенде һиҙҙермәй генә усаҡҡа ут өҫтәп, бешереп үлтереү тураһындағы риүәйәттәге кеүек.
Беренсе туҡмалыуҙан уҡ ирегеҙҙе иҫкәртегеҙ: тағы ҡабатланһа, юл бер – айырылышыу. Ошонан һуң да ҡабатланһа, һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Ир, тимәк, иҫкәртеүҙе етдигә алмаған. Ул һеҙҙе етдигә һанаймы икән? Өйҙә туҡмалып йәшәү – әкренләп кенә үҙ-үҙегеҙҙе үлтереү ул.



һандар һәм факттар

g Ҡайһы бер сығанаҡтарға ышанһаң, ирҙәрҙең 20 проценты даими рәүештә ҡатынына ҡул күтәрә. Тағы 20 процентының тырнаҡ менән дә сирткәне юҡ.

g Иренә ҡул күтәргән ҡатындарҙың 93 проценты ҡасандыр үҙҙәре туҡмалған.

g Һуғышырға яратҡан ирҙәрҙең 50 проценттан ашыуы белдереүенсә, туҡмағандан һуң күбеһенең ҡатындары менән мөнәсәбәте яҡшырған.

g Туҡмалған ҡатындарҙың 44 проценты әйтеүенсә, тәүге тап­ҡыр йоҙроҡ эләккәс үк ирҙәренән ҡурҡа башлағандар.
g Холоҡһоҙ ир-аттың 64 проценты, ҡатын һәр ваҡыт “үҙ урынын” белергә тейеш, тип иҫәпләй.

g Ҡатын-ҡыҙҙар тәнендәге йәрәхәт­тәр­ҙең күбеһе ирҙән туҡмалыуҙан.

g Ғаиләлә көс ҡулланыу йәмғиәттәге ҡатламдарға бәйле түгел. Бында белем дә, һөнәр ҙә, дин дә, милләт тә роль уйнамай.

g Хөкөм ителгән бәлиғ булмаған енәйәтселәр араһында әсәләрен туҡмаған йә мыҫҡыллаған ирҙәрҙән, шул иҫәптән ата










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»