RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәтме әллә иҫәпме?

21.11.2014 Мөхәббәтме әллә иҫәпме?

Мөхәббәтме  әллә иҫәпме?Гөлнара әйләнә-тирәһендәге бөтә нәмәгә тыныс ҡарай. Бошмаҫ та түгел ул, артыҡ бер ҡатлылығы ла юҡ. Шулай ҙа уның менән нимә генә булмаһын, ниндәй генә хәлгә тарымаһын, әлеге заманға ҡарата әйтелгән “Быныһы ла үтер” тигән һүҙ тормош девизы кеүек. Әле ошо танышымдың сираттағы ғашиҡ булып йөрөгән сағы. Үҙе әйтмешләй, “икенсе яртыһы” менән “кәнфит-букет” осоро.
Һи-и, уның нимәһе ғәжәп, кеше кемделер оҡшатып таныша, дуҫлашып йөрөй икән, һәр кемдә була бындай осор, тиерһегеҙ. Шулай ҙа ул, тик был юлы Гөлнараның миңә таныш түгел яғы күренде – һағая, шикләнә белә икән ул! Тағы аңлашылмаймы? Гөлнараның үҙенә – 37, “йәре”нә 23 йәш булғанда һағайтыла икән.
– Уға ышанмағас, ниңә шундай йәш кеше менән таныштың да, ниңә һаман араны өҙмәй­һең һуң? Оло була бел, – тигән булам.
Гөлнара, йәше 40-ҡа яҡынлашыуға ҡарамаҫтан, бәғзеләр кеүек, үлеп-талып ир эҙләмәй. Ҡаланың бер магазинында үҙенә йәтеш кенә эш тапҡан, ипотекаға алған бер бүлмәле фатиры ла бар, Себерҙә эшләгән ағаһы үҙенә яңы машина алғас, иҫкеһен бүләк иткәйне, ауыл яғына ҡайтып йөрөргә шул да ярап ҡала. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт хаҡының яртыһын кредитҡа түләһә лә, артыҡ фәҡирләнмәй, ашайһы ризығын ашап, кейәһе кейемен кейеп, һәүетемсә генә йәшәп ята. Әйтәм бит, бошмаҫ тип тә булмай, донъяға битараф та түгел, ә яҙмышын үҙ ағышына ҡуйған да, эйәреп китеп тик бара. Төҫкә-башҡа ла һөймәлекле генә. Ҡасандыр “граждан никахы” менән йәшәп тә алған икән. Хәҙер бергә булмауҙарында үҙен дә ғәйепләмәй, теге ирҙе лә. Иң яҡын әхирәте, өс бала әсәһе Зөлфирә әйтеүенсә, ул йәш саҡта, күп ҡыҙҙар, мөхәббәт тип, күҙ йәше түккәндә лә, иҫе китмәгән, бер егет өсөн дә иламаған. “Кит, кит, кеше шулай булыр икән. Йәнһеҙ”, – тип әрләй Гөлнараны шул әхирәте.
Бая әйткәнемсә, әле Гөлнараға 23 йәшлек Рәмил ғашиҡ булған. Аралары – 14 йәш. Бындай “мәжнүн”дәргә бөтөнләй иғтибар итмәгәнемде белә ул, етдигә лә алмағанымды, шуға яңылығын бик һаҡ ҡына һөйләне.
– Һин интернет аша берәйһе менән танышыр инеңме?
– Кем менән, мәҫәлән? Эш буйынса шулай танышҡан кешеләрем бар… – тип һанай ғына башлағайным, бүлдерҙе үҙе:
– Юҡ, егеттәр менән.
Әһә, мин әйтәм, был берәйһе менән “Бәйләнештә” аралаша икән.
– Ниндәй милләттән? – икенсе һорауым шундай булды.
– Кем? Ә-ә, һуң, үҙебеҙҙеке инде, эй, милләтсеһең дә… – Гөлнараның кәйефе төшә биреп ҡуйҙы. – Тик руссараҡ һөйләшә.
– Ярай уныһы. Ҡайһы яҡтан, нисә йәш, ҡайҙа эшләй, ҡатыны юҡмы? – һорауҙарымды яуҙырам ғына.
Гөлнара минең ул тиклем үк яҡын әхирәтем дә түгел, күршем (ике яңғыҙаҡ шулай рәхәтләнеп, үҙебеҙ генә фатир алып

йәшәп ятабыҙ). Шулай ҙа, яҡшы кешенең осраҡлы бәндәләр менән танышыуын теләмәгәс, төпсөндөм дә киттем.
– Йәш шул. 23 кенә. Уже осраштыҡ инде…
– 23?! Һуң, ул бит бөтөнләй үҫмер генә һиңә! Осрашҡас, минән кәңәш кәрәкмәйҙер ҙә… – хәҙер минең ирен бүлтәйҙе.
– Эй, интернетта бер аҙна хәбәрләштек тә, шунан телефон номерҙарын бирешеп, һөйләшеп, осраштыҡ та ҡуйҙыҡ. Миңә ҡыҙыҡ булып китте бит. Йәш булғас, тим дә…
– Ярай инде, үҙеңә оҡшағас.
– Рәмил, ғашиҡ булдым, ти.
– Оһо, бик тиҙ түгелме? Йә, ҡайҙа осраштығыҙ, әллә үҙеңә саҡырҙыңмы?
– Үҙемә инде, урамда осрашып йөрөргә бала-сағамы ни мин… Тик Зөлфирә, Рәмил – альфонс, ти.
Эйе, Гөлнараның үрҙә телгә алған әхирәте Зөлфирә, ире менән 15 йыллап йәшәгәс, был заттарҙы үтә күрәм, тип һанай. Рәмилде, әҙер генә фатирға, әҙер генә машинаға хужа булырға йөрөй, тип әрләй икән үҙенсә.
Һы, Рәмил генә түгел, хәҙер бик күптәр альфонс ул. Хатта ҡатынлы ирҙәр ҙә шундай. Өйҙә ҡатыны иҫәбенә йәшәйҙәр.
Артабан һөйләүенсә, әлеге 23 йәшлек егет Гөлнараға күсеп килергә теләй. “Кәнфит-букет” осоро “дөрөҫ” бара уларҙа – егет бер килгәнендә алма тотоп килә, икенсеһендә бер ҡап шоколад тигәндәй, туңдырмаһын да йәлләмәй, бер рауза ла бүләк иткән. Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме ни?! Үҙ сиратында, Гөлнара уны тәмле аш-һыу менән һыйлай. Осрашыуҙарына – өс аҙна, танышыуҙарына – бер ай. Ә егет күсеп килергә теләй.
– Мин тәүҙә үк нисә йәштә икәнемде әйттем, ул йылмайҙы ғына, өндәшмәне, – ти Гөлнара, аҡланғандай.
– Ә үҙеңде ул “малай” менән нисек тояһың? – кәңәш һорап, күҙгә баҡҡас ни, һорауҙарым шундай интим юҫыҡта китте.
– Һуң, беләһең дә инде, мин үҙемдән өлкәнерәк ир менән йәшәп ҡараған кеше. Был “йәшел” инде, бөтә яҡлап та, шулай ҙа, Алла бирһә, ара ысынлап етдигә әйләнһә, кейәүгә сыҡһам тим дә ошоға. Эсмәй, ахыры, тәмәке тартмай. Һаулығы шәптер, йәш бит. Бала тапһам… Альфонс, тиеүҙәре йәнде көйҙөрә. Әйҙә, булһын, зато йәш ирем менән маҡтанып йөрөрмөн әле.
Ә-ә, бына нимәлә икән эш! Гөлнара ла киләсәген ҡайғырта белә! Ул да шым ғына ғаилә ҡорорға, әсәй булырға хыялланып йөрөй!
– Улайһа, килһен, йәшәһен, – тинем дә ҡуйҙым. – Оҡшамаһа, ҡыуып сығарырһың…
Хәҙер, дөрөҫ кәңәш бирҙемме икән, тип бошонам. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ – 37 йәшлек ҡатын менән 23 йәшлек егет араһында мөхәббәт буламы? Әй, юҡ, саҡ ҡына яңылыш – 23 йәшлек егеттең 37 йәшлек ҡатынды ысынлап яратыуы мөмкинме? Әллә ул иҫәп буйынса эш итәме? Һәр хәлдә, үҙем мөхәббәт яҡлы. Гөлнара кеүектәр юҡмы арағыҙҙа?

Айсын АҠБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»