НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡорт байыһа…

Башҡорт байыһа…


Рөстәм Гөлназды икенсе курста уҡып йөрөгән сағында осрата. Дискотекала ғына күргән ҡыҙҙы ул шунда уҡ оҡшата. Бер ай тирәһе осрашып йөрөгәс, йәштәр өйләнешергә була.

СССР тарҡалып, халыҡ яңы тормошҡа саҡ өйрәнеп килгән 90-сы йылдар. Ҡәйнә-ҡайны менән бергә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй башлайҙар. Йәш ғаиләне ҡыуандырып, ҡыҙҙары донъяға килә. Рөстәм, күп тә уйлап тормай, уҡыуын ташлап, эшкә урынлаша: ғаилә ағзалары артты, улар­ҙы ашатырға, кейендерергә, матди яҡтан тәьмин итергә кәрәк. Уҡыуын ташлаһа ла, тәү осорҙа килемле генә эш таба алмай этләнә. Ары һуғылып, бире һуғылып йөрөй торғас, үҙ эшен асып ебәрә. Мандып китәләр. Фатир, машина алалар. Яңы быуат башында улдары донъяға килә. Инде кешесә етеш тормошта йәшәп киттек, тип Гөлназ да ҡыуана. Ҡыуаныуы иртәрәк булған икән шул. Башҡорт байыһа, бисә ала, тигәндәй, Рөстәм үҙенән 5 – 6 йәшкә оло ҡатынға әүрәп китә. Әүрәп китә тиеү бик дөрөҫ тә түгелдер, ғаиләһен ташлап, баяғы ҡатын менән яңы тормош башларға ниәтләй. Һуғым һуйыр мәл еткәс, балаларҙы алып, Гөлназдың ата-әсәһенә ҡайтып килергә булалар. Һин дә мин барып, ярҙам итеп, күстәнәстәрен тейәп ҡалаға кире килгән саҡта аварияға осрайҙар. Ҡатын шундуҡ йән бирә, балалар һәм Рөстәм иҫән ҡала. Йөрөмтәл холоҡло ир, ғаилә ҡормаҡсы булып, төрлө таныш ҡатындарын алып ҡайта башлай. Кемеһелер балаларҙы артыҡ күрә, кемеһенеңдер, ке­йәү­гә сығып, бәйле эт кеүек ултырғыһы килмәй, кемеһендер үҙе хушһынмай. Гөлназдың ва­фатына өс йыл тигәндә бер йәш ҡыҙҙы осратып, уға тәҡдим яһай. Ҡыҙ риза була. Балаларҙы ҡаҡмай-һуҡмай, үҙенекеләй ҡабул итә. Оҙаҡ та үтмәй, уртаҡ улдары, ҡыҙҙары донъяға килә. Рөс­тәмдең эше лә алға киткәндәй тойола. Донъя яйға һалына, тормош майлы тәгәрмәс шикелле алға тәгәрәй. Һәм әлеге лә баяғы ҡылыҡ та кире ҡалҡып сыға: үҙ яйына ғына барған етеш тормош ялҡытамы, дүрт балаға күңел йылыһын бирергә тырышҡан ҡатынынан иғтибар етеңкерәмәй башлаймы, күңеле мажара, яңы хистәр көҫәйме – Рөстәм тағы ла ситтә бәйләнеш булдыра. Тәүҙә үҙенән күпкә йәш ҡыҙ менән дуҫлаша. Төрлө матур кисәләргә, сит илдәргә ял итергә йөрөтә, фатир алып бирә. Икенсе берәүһе инде унан ул табып ала, өсөнсөһөнә йорт һалыша, дүртенсеһенә машина алып бирә.

Йөрөй тора, артынан һүҙе лә ҡатынына етә тора. Шулай ҙа сабыр итә Әлфидә. Сабырлыҡ бөткән ерҙә түҙемлек башлана, тиҙәр. Айырылышыр сиккә етһә лә, түҙә. Тәүҙә илаулап, тауыш сығарып ҡарай. Бер үҙгәреш булмай. Киреһенсә, Рөстәм уның үҙен эттән эткә һалып әрләп, бар ғәйебен Әл­фидәгә япһара. Аптыра­ғандан өндәшмәй ҡа­рай ҡатын. “Үҙем ҡор­ған донъяны урамдан килгән йөрөмтәл ҡа­тын-ҡыҙҙарға ҡалдыраһым юҡ”, – тип, баш эйеп, иренең ситтәге бәйләнештәрен дә ки­сереп, күрмәмеш, белмәмеш булып йәшәй башлай.

Әммә бер көн ул иренең һөйәркәһе менән осраша. Дүрт бала үҫтергән ғаиләне юҡҡа сығараһың, арабыҙҙы бутайһың, тип өндәшә. Теге һөйәркә лә хайран ҡала. Баҡтиһәң, Рөстәм дүрт балаһы, ҡатыны барлығын береһенә лә әйтмәгән икән. “Ҡатыным үлде, ике баланы үҙем тәрбиәләйем, тип әйткәйне”, – тип баяғы ҡатын да сикһеҙ аптырай. Әлфидәне һәм балаларын үҙ ғаилә ағзалары иҫәбенән һыҙып ташлап, уның тормошонда улар бөтөнләй булмаған кеүек ҡыланған ирҙе хатта ул да аңламай...

Әле балалары үҫеп еткән, кеше булған. Әммә абруйлы ғаилә башлығы, хөрмәтле олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп, уларға матур кәңәштәрен генә биреп ултыра торған ир-уҙаман, йөрөмтәллек сиренән арына алмай. Нимәнән килә икән бындай бәлә? Ирҙәрҙең туйып һикереүеме? Әллә ата-бабаларыбыҙҙың ҡасандыр күп ҡатынлы булыуы шулай көслө зат ҡанына һеңгәнме? Урыҫ байыһа – сиркәү һала, башҡорт байыһа – бисә ала, тигән халыҡ һүҙе әллә, ысынлап та, дөрөҫлөккә тап киләме?

Әле балалары үҫеп еткән, кеше булған. Әммә абруйлы ғаилә башлығы, хөрмәтле олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп, уларға матур кәңәштәрен генә биреп ултыра торған ир-уҙаман, йөрөмтәллек сиренән арына алмай. Нимәнән килә икән бындай бәлә? Ирҙәрҙең туйып һикереүеме?


А. АЙЫТҠОЛОВА.
*Исемдәр үҙгәртелде.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 10:47 | Ҡаранылар: 2479
|
  • Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Туҡал
  • Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба
  • Әле лә матур пар...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM