НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Эскерһеҙҙәр һаман алдана

Эскерһеҙҙәр һаман алдана


Эскерһеҙҙәр һаман алдана…Тулы ғына кәүҙәле ҡатын иҙәнгә һуҙылып ятҡас, йәш ир ҡулындағы ҡамсы менән уны һуҡҡысларға тотона. Был вәхшилеккә түҙә алмай, ҡатын һикереп тороп ҡасҡан йә үкереп илаған, тиһегеҙҙер әле. Ҡайҙан, ти… Кире­һенсә, «ҡаласынан биҙермен, ҡамсыһына тү­ҙер­мен» тигәндәй, күҙҙәрен йомоп, аһ та уһ килеп, рәхәтләнеп ятыуын белгән… Күрәләтә үҙ ирке менән һуғылыуҙан ләззәт алыу күренеше күрше ҡалала тамыр йәйгән «Урҙа»ның йыйылышынан булыр, тамашаның исеме – «ҡамсы менән дауалау». «Урҙа» тигәс тә, иң беренсе Алтын Урҙа, Батый хан, монголдар тураһында иҫләгәнһегеҙҙер. Ләкин заман «Урҙа»һы Монголияла түгел, ә Ҡаҙағстанда 1997 йылдың февралендә барлыҡҡа килгән һәм тәүҙә «Аҡ юл» тип аталған. «Атаһы» – Жамбыл ауылы кешеһе Ҡыҙырали Тарыбаев. Дүрт йылдан һуң ялған дини ойошма «Ата юлы»на үҙгәртелә. Ә хәҙер ул, бер ниндәй рәсми тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, «Урҙа» исеме аҫтында таралып, ағыулы һәрмәүестәре менән Башҡортос­танды, Ырымбур, Силәбе өлкәләрен ялмарға маташа (айырыуса Магни­тогорск ҡалаһында сәскә ата).
– Был ойошманың миссияһы оло һәм мөһим итеп күрһәтелә: ябай кешене, әйтәйек, мәҫәлән, мине йәки һеҙҙе әүлиәгә әйләндереү, сирҙәрҙән дауалау, – тип һөйләй саҡ «Урҙа» ауына эләкмәгән Ирек* исемле йәш егет. – Тик бының өсөн мотлаҡ Төркостанға, изге ерҙәргә барып ҡайтырға тейешһең. Үҙ-ара «кесе хаж» тип атайҙар был сәйәхәтте. Унда, йәнәһе лә, әруахтар менән аралашҡас, һиндә экстрасенс һәләте асыла, һәм ҡайтҡас, күрәҙәселек итә, бәндәләрҙе дауалай алаһың. Төркостанға бармағандарҙың барыһын да «бәндә» ти улар. Әгәр ҙә әруахтарҙы тыңламаһаң, йәғни уларҙың әйткәндәрен үтәмәһәң, тәү сиратта «Урҙа»ға кешеләрҙе йәлеп итмәһәң, һинең өҫтөңә, яҡын туғандарыңа бөтә ҡайғы-бәлә, ҡурҡыныс ауырыу ябырыласаҡ.
Аптыраған өйрәктең арты менән һыуға сумыуы билдәле. Ауыр хәлгә, сиргә тарыған кешеләрҙең дә ҡайһы берәүҙәре, күҙе-аңы томаланып, шул өйрәк хәлендә ҡала. Бала сағынан астма менән ҡаңғырған Иректе лә әсәһе төрлөсә дауаларға маташа: санаторий, курорттар ҡалмай, бер туҡтауһыҙ өшкөртөргә әбей-бабайҙарға ла йөрөтә, изге шишмәләр­ҙән дә һыу ташып эсерә… Әммә сир сигенергә уйламай ҙа, етеш йәшәгән ата-әсәнең берҙән-бер улын йонсота ғына. Бер көн әсәгә күршеһе, әйҙә, таныш күрәҙәсе-дауалаусыға – мәсеткә алып барам, ти: «Доғалар ярҙамында улыңды бушлай дауаларҙар». Бәлки, «мәсет», «доға» тигән һүҙҙәр әсәлә ышаныс тыуҙырғандыр, бәлки, аптырағандың көнөнәндер, ҡатын ризалаша. Үҙҙәре менән Иректе лә эйәртәләр.
– Әсәйҙең ыңғайына тороп, те­ләһә ниндәй шарлатандарға йөрөү ялҡытһа ла, ул мине илап, барыбер барырға күндерҙе, – тип аҡланғандай итте Ирек. – Мәсет тип аталған ябай бер фатирға барып ингәндә, унда иҙәнгә ашъяулыҡ йәйеп, сәй эсеп ултыралар ине. Беҙ, башҡорттар, ҡунаҡсыллыҡты тәү урынға ҡуябыҙ бит, кем килһә лә, иң беренсе өҫтәл яғын ҡайғырта башлайбыҙ. Олатай-өләсәйҙәрем дә, атай-әсәйем дә, тупһа аша үткән һәр кем – ҡунаҡ, тип үҫтерҙе мине. Шуға ла беҙҙе табын­ға саҡырмауҙары аптыратты. Бахыр туғандар һымаҡ ишек төбөндә тапанып торҙоҡ. Ниһайәт, сәй эсеү церемонияһы тамамланды, тағы ла бер нисә ҡатын килде, утыҙлап кеше йыйылды. Беҙгә, ваннаға инеп, тәһәрәт алырға ҡуштылар. Шунан иҙәнгә түңәрәк яһап ултыр­ҙыҡ. Башлыҡ ролен үтәүсе ҡатын беҙҙең кемлекте, ни йомош менән йөрөүҙе белеште. Шунан доға уҡыны, күҙен йомоп трансҡа инде, ниндәйҙер әруах исеменән күрәҙәлек ҡылды, бата (фатиха) әйтте. Барыһы ла ысын күңелдән уның һүҙҙәренә ышанып, ауыҙҙарын асып тигәндәй тыңлай. Ә минең көлкөм килде, әсәйем хаҡына саҡ үҙемде тыйып ултырҙым.
– Ә нишләп һин ул ҡатынға ышанманың? Сәй эсермәгәнгә үсектеңме әллә? – тип егетте бүлдерҙем. Ул көлдө:
– Мин – атеист. Дөрөҫөрәге, бөтә нәмәне лә айыҡ аҡыл менән үлсәп өйрәнгәнмен. Дауаханаларҙа оҙаҡ ятҡас, күп китап уҡырға тура килде, шуға ла яҡшы менән яманды ғына айырырға башым етә… Шулай дөйөм бата әйтеп бөткәс, әсәйемде уртаға ултыртып ҡуйып, дауалаусы ҡатын Кашпировский, Чумак һымаҡ өҫтөндә ҡулдары менән тегеләй-былай һелтәнде, йәнәһе лә, йыйылған насар, бысраҡ энергияны алып ташланы. «Һинән шул тиклем насар энергетика килә, өйөгөҙгә барып, бер нисә тапҡыр намаҙ уҡырға кәрәк, эсең тулы бысраҡлыҡ», – тип әйтеүе асыуымды ҡабартты. Ул әсәйемде тәүге тапҡыр күрә, уны нисек шулай яманларға теле әйләнә? Һуң, үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп бел, тигән аҡыл уларға ятмы икән әллә? Әсәйем миңә, өндәшмә, тигәндәй, үтенеп ҡарай... Миңә лә сират етте. Һинең ҡулдарың ҡанға батҡан, шуға ауырыйһың, тип белдерҙе бер заман ул ҡатын. Мин ғүмеремдә хатта себенде лә үлтергәнем юҡ, ниндәй ҡанға батҡан ҡулдарҙы һөйләйһегеҙ, тип күҙҙәрҙе шар асып, һүҙемде ҡыҫтырҙым. Тик «дауалаусы» миңә иғтибар ҙа итмәй, һин үҙең йәки һинең ниндәйҙер яҡын кешең – тыума, тип үҙенекен тылҡый: «Шул гонаһ өсөн һин яза күрәһең! Төркостанға барып, бар гонаһтарҙы юйырға кәрәк! Һинең ата-бабаларың рухы шуны талап итә! Сүрәләр ятла!» Әсәйемә аптырап төбәлдем, ул миңә иламһырағандай ҡарай, ярай инде, балам, түҙ, тигән һымаҡ. Тәүҙә төкөрөп, ҡайтып китергә уйлаһам да, һуңынан, был тамаша ни менән бөтөр икән, тип йән көйөүе аша ҡыҙыҡһынып, ҡалырға булдым. Мине «дауалап» бөткәс, был ҡатын йыйылғандарҙы парлап бүлеп, икенсе бүлмәлә «дауалау»ҙы дауам итте – ҡамсы менән. Мине үҙенә иш итеп һайланы, беҙҙең пар иң аҙаҡҡа ҡалды. Минән күпкә өлкән (әсәйемдән саҡ ҡына йәшерәк) апай нисек һуҡҡыларға кәрәклеген күрһәтте лә, ҡулыма сыбыртҡы тотторҙо. Башына яулыҡ ябынған, доғаларҙы ятла, тип әле генә вәғәз уҡыған апайҙың алдымда һуҙылып ятыуы минең өсөн ҡырағайлыҡ һымаҡ тойолдо. Юҡ, минән булмай, тигәйнем, төҫө боҙолған ханым, утыҙ йәштәр самаһындағы ирҙе – «шоңҡар»ҙы саҡырҙы.
– Кемде? Ниндәй шоңҡарҙы? – аптырауҙан тағы Иректе ярты һүҙҙән туҡтаттым.
– Төркостанға барған ҡатындар үҙҙәрен «аҡҡош», ир-егеттәрҙе «шоңҡар» тип атай, – тип аңлатты Ирек.
– Ҡалай үҙҙәрен ҙурлап, иркәләтәләр, ә! – тел шартлаттым. – Һуң, ҡайһы ҡатындың – аҡҡош, ирҙең шоңҡар булғыһы килмәһен! Мин – аҡҡош, тип әйтеүҙәре лә йыр кеүек яңғырай! Бер ҙә «ҡарға» йә «турғай» түгелдәр икән.
– Эйе, – тип көлдө әңгәмәсем. – Теге «шоңҡар» тигәндәре, төлкөгә оҡшаған йымылдыҡ күҙле ир, минең алда шул ханымды ләззәтләнеп һуҡҡысланы. Ныҡ итеп түгел, саҡ ҡына ҡамсыны тейгеҙеп ала, әммә апай, күҙҙәрен йомоп, ыһылдарға булды ла китте. Мин фәрештә түгел, әммә был күренеш әллә нишләп хәшәрәт тойолдо, күңелем болғанды. Етмәһә, ниндәйҙер адраспан тип аталған һаҫыҡ үләнде яғып, төтәтә башланылар, унан өйәнәгем ҡуҙғалды. Салбарҙың кеҫәһенән инга­лятор­ҙы саҡ алып өлгөрҙөм. Әсәйем яныма килеп етә һалды, илай яҙып, бер маңлайыма усын баҫты, бер иңбашымдан һыйпаны: «Әллә ҡайтайыҡмы, улым?!». Шул мәлдә залда ултырыусыларҙың барыһы ла бер тауыштан: «Һин нишләйһең ул?! Ниңә һин дарыу ҡулланаһың?» – тип ҡысҡырырға тотонмаһынмы? Агрес­сиялары хаттин ашҡайны. Миңә, әсәйемә, ирешеп, күмәкләп нотоҡ уҡырға тотондолар. Имеш тә, башында аҡылы булған кеше табиптарға ышанамы, медицина көсһөҙ, дарыуҙар – ағыу һәм фәлән-фәсмәтән... Бер аҙҙан баш «аҡҡош» та улар­ға ҡушылды: «Киләһе аҙнала Төркостанға каруан бара, һеҙ мотлаҡ шунда барырға тейешһегеҙ. Әгәр бармаһағыҙ, әруахтарығыҙ һеҙҙең менән риза булмаясаҡ, һинең ауырыуың тиҙҙән башыңа етәсәк, әсәйеңә яман шеш сире янай, атайың аварияла һәләк буласаҡ». Бындай ҡурҡыныс перспективанан әсәйемдең ҡобараһы осто, ә минең, киреһенсә, кәйефем күтәрелде. Былар, ысынлап, шарлатан, аферистар бит, тигән уйҙан хатта хәлем яҡшырҙы. Күпме тора унда барыу, тип һораған булдым. Ун ике мең һум, тиҙәр. Уйлашырбыҙ, тип әсәйемде ҡайтырға әйҙәнем. Юл буйына «мәсет»тә күргән-ишеткәндәрҙе көл­көгә һабыштырып һөйләп, әсәйемде тынысландырҙым. Унда бит психикаһы ҡаҡшаған әҙәмдәр йыйылған, башында аҡылы булған кешенең ундай ергә бара ла торғаны юҡ, тим. Әсәйем: «Ҡәҙерле кешең ауырып китһә, йә сетерекле хәл килеп тыуһа, ҡотҡарам йә ҡотолам тип, кеше һаламға ла йәбешә, уларҙы бының өсөн нисек ғәйепләйһең, – тип ауыр көрһөндө. – Береһенә лә ҡамсы тураһында әйтә күрмә, көлөп, күҙҙе лә астырмаҫтар». Ҡайтҡас, интернетҡа инеп, юл, ҡорбанға һатып алынған һарыҡ хаҡтарын һәм башҡа сығымдарҙы иҫәпләп ҡараным – күпкә кәмерәк аҡса кәрәк. Ҡалғаны ҡайҙа китә? Әлбиттә, ойош­тороусылар кеҫәһенә инеп ята. Ғөмүмән, беҙҙе бик белдекле рә­үештә психологик алымдар менән «эшкәрттеләр»: ошолай эшләргә кәрәк, былай ярамай, ошо ғына – хаҡ, ә башҡалары – ялған, алдаҡ. Ҡыҫымға алып ашыҡтыралар, уй­лар­ға форсат бирмәйҙәр… Әсәйемә бата әйткәндә, баш «аҡҡош», күрәҙәселек ҡылып, бына шулай-шулай бит, ти әйтә лә, иғтибар менән уның йөҙөнә баға. Әсәйем, эйе, эйе, шулай ине бит әле ул, тип йә башын ҡаға һала, йә шулайыраҡ ине шикелле, тип уйға ҡала, һәм уның реакцияһынан сығып, «күрәҙәсе» артабан күрәҙәлек итә (мине һауыҡтыра алмай ыҙаланған әсәйем быны үҙе аңғармай). Күпселектә дөйөм һүҙҙәр­ҙе ҡулландылар. Мәҫәлән, етеш йәшәйһегеҙ (кейемебеҙҙән күренә), Ирек һеҙҙең берҙән-бер балағыҙ (был хаҡта беҙҙе саҡырып килтергән күрше ҡатындың уларға әйтеүе мөмкин ине), улығыҙ өсөн ныҡ борсолоп йәшәйһегеҙ (комментарийһыҙ!), уның өсөн бер нәмә лә йәлләмәйһегеҙ (берҙән-бер балаға кем нимәһен йәлләһен?) һ.б., һ.б. Миңә иһә, һин юғары уҡыу йортонда белем алаһың (хәҙер һәр кем тиерлек университет-институтта уҡый), бәләкәйҙән спортты яратмайһың (һуң, килгәс тә астма менән ауырыуымды әйттек, физкультура менән шөғөлләнә алмауым билдәле ин­де...) Күрәҙәсене ҡыҙыҡ та иттем әле. Ул миңә, йөрөгән ҡыҙың юҡ, тип әйтә башлағайны (йәнәһе лә, сирле егет менән ҡайһы ҡыҙ ҡатышһын), аптырап, яйлап ҡына бер ҡашымды өҫкә күтәрҙем. Шуны күреп, «аҡҡош» тиҙ генә үҙен төҙәтә һалды: «Йөрөгән ҡыҙың юҡ, тип ныҡлы әйтергә була, сөнки ул форсаты сығыу менән һине ташлаясаҡ». «Кем мине ташлаясаҡ?» – тип юрамал һораған булам. Дуҫлашҡан ҡыҙың, ти. Бәлки, кәләшемдер, тип артабан асыҡлайым. Күҙҙәре тегеләй-былай йүгергеләне лә, әруах китте, мин уны башҡаса ишетмәйем, тип аныҡ яуаптан ҡотолдо, ләкин ҡурҡытырға ла онотманы: «Йәһәтерәк Төркостанға барығыҙ, юғиһә бәләләр бына ишегегеҙ янында ғына тора, мин уларҙы күрәм! Төркостанда фатиха алып, намаҙға баҫһағыҙ, йыл да «кесе хаж» ҡылһағыҙ, ете быуынығыҙ именлектә йәшәр. Бармайһығыҙ икән, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ: үҙегеҙ ҙә, яҡындарығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла һис бер ҡасан рәхәтлек күрмәҫ!»
– Бындай һүҙҙәр менән бигерәк ҡотто алалар бит!
– Эйе. Әсәйем дә, ҡурҡып, «аҡ­ҡош»тарҙың шауҡымынан арына алмай, әллә барып ҡайтайыҡмы шул Төркостанға, тип оҙаҡ икеләнеп йөрөнө. «Урҙа»ның секта икәнен дәлилләп, байтаҡ факт килтерҙем, ләкин, интернеттан алынған яҙма­лар­ҙан бигерәк, миндә астма өйәнәгенең кәмеүе уны тынысландырҙы, буғай.
– Ә күршегеҙ йөрөймө икән «Урҙа»ға?
– Йөрөй, буғай, – Ирек көлдө. – Үҙе кеүек асыҡ ауыҙҙарҙы йәлеп итеп, пирамида төҙөүҙе дауам итә. Хәҙер ул үҙе кешеләрҙе, ой, бәндәләрҙе дауалай. Ғаиләһе уны шул сектанан нисек ҡотҡарырға белмәй яфалана. Әйткәндәй, «Урҙа» туғандар менән аралашыуҙы ла тыя (әгәр улар ойошмала булмаһа).
Иректең телефоны шылтыраны, мине өйҙәгеләр киске ашҡа көтә, тип ул хушлашып ҡайтып китте. Ун-ун биш минут элек килеп, һөйләшеүгә ҡыҫылмай, шым ғына беҙҙе тыңлап ултырған Заһира апай Ирек ҡайтып киткәс кенә телгә килде:
– Мин «Урҙа»ны секта тип әйтмәҫ инем, сөнки унда һиңә ысынлап ярҙам итергә торалар. Һәр хәлдә, миңә ярҙам иттеләр.
– Аныҡ миҫал килтерә алаһығыҙмы?
– Минең гел дә башым ауырта торғайны, Төркостанға барып ҡайт­ҡас, башымдың ауыртыуы кәмене. Намаҙға ла баҫтым.
– Һеҙ һаман да «Урҙа»ның йыйылыштарына йөрөйһөгөҙмө?
– Юҡ, атайым менән әсәйем икеһе лә түшәктә ята, уларҙы бер көнгә лә ҡалдырып булмай, ә кеше ялларға аҡса яғы ҡайтыш. «Урҙа»ға барһаң, ярты төнгәсә унда булырға тура килә бит.
Аҙ һүҙле Заһира апай Төркостанға сәйәхәте хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләне: барған саҡта юлда йүнләп йоҡларға рөхсәт итмәүҙәре арҡаһында башы ныҡ ауыртҡан, ләкин дарыу эсергә ярамаған (шулай гонаһтарың юйыла, тигән оҙата барыусылар); барғас, ниндәйҙер ҡаҙаҡтың өйөндә тығылышып, күмәкләп иҙәндә ятып йоҡлағандар; һәр әүлиә ҡәбере янында аҡ тауар ҡалдырғандар, шунда аят уҡығандар, ҡорбан салдырғандар; изге шишмәләрҙән һыу алғандар... Иң көслө тәьҫоратты ул Ҡазығурт тигән тау битләүендә алған. «Ғайып ерен қырық шілтен» («кешеләрҙе һаҡлаусы изге рух») тип аталған урында уларҙы шыракшы – ошо ерҙе һаҡлаусы ҡаршы алған. «Тылсымлы» шишмәнән һыу эскәс, шыракшы сәйәхәтселәрҙе «Әҙәм-ата» һәм «Һауа-ана» тип аталған ике ҡаяға алып барған.
– Улар араһында тар ғына үткәл бар, – тип йәнләнеп китте Заһира апай. – Һаулыҡ һораштыҡ та, ике ҡая араһынан үтә башланыҡ. Ирҙәр – «Әҙәм-ата»ға йөҙө менән боролоп, ҡатын-ҡыҙҙар «Һауа-ана»ға ҡарап үтә. Үткәл аша кемдер үтә алманы, тындары ҡыҫылып кире сыҡты, сөнки таштар уларҙы үткәрмәне. Ә мин шунда уҡ үттем. Эй, рәхәт булып ҡалды шунан һуң. Үткәлдән үтеү-үтмәүең ниәтеңә бәйле, күңелең таҙа булһа, үтәһең. Таҙарынып, яңырып килеп сығаһың. Таштарҙа йылан күргән кеше айырыуса бәхетле буласаҡ. Ләкин беҙҙең төркөмдә бер кем дә йылан күрмәне, үкенескә… Шунан һуң ун өс йәшкә тиклемге балаларҙы «Ананың күрсағы» («Әсәйҙең ҡорһағы») тип аталған ҡаялағы ек аша үткәрттеләр. Был икенсе тыуыуға тиң, тик инде изге ерҙә. «Тілеу тас» («Теләк ташы») тигән ерҙә мин иң тәүҙә һаулыҡ һораным, һәм, аллаға шөкөр, теләгем ҡабул булды.
– Башым ауыртыуы кәмене, тиһегеҙ. Ә бит Төркостандағы әруахтар түгел, ә үҙегеҙгә үҙегеҙ ярҙам иткәнһегеҙ. Шунда барыуҙы мөғжизә итеп күреп, ике ҡая араһынан үтә алһам, һауығам, тигәнһегеҙҙер, үтә алғас, үҙегеҙҙе үҙегеҙ һауығыуға көйләгәнһегеҙҙер.
– Әлләсе…
– Һеҙ Аллаһы Тәғәләгә ышанаһығыҙмы?
– Эйе, әлбиттә.
– Ә бит «Урҙа» – ялған дини төркөм, традицион исламға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы ла юҡ…
– Әйҙәгеҙ, бәхәсләшмәйек, мин үҙ фекеремдә ҡалам, – тип, Заһира апай кинәт ҡайтырға ашыҡты. – «Урҙа»ға йөрөгән йәштәр эскелектән арына, тәмәкене ташлай, намаҙға баҫа – шул насармы ни?!
– Ә кешеләрҙең аңын томалаған галлюциноген порошоктар, гипноз, психологик алымдарҙы ҡулланыу яҡшымы? Ауыр хәлдә ҡалған, сирле кешеләрҙән аҡса һурыу, уларҙы марионетка урынына файҙаланыу һәйбәтме?
Һорауҙарым яуапһыҙ ҡалды: сабыр күренгән Заһира апай ишекте шартлатып ябып сығып китте.
…Тәү сиратта теләһә ниндәй йоғонтоға йәһәт кенә бирешеп барған, башҡаларҙың аҡылы менән йәшәргә күнеккән көсһөҙ кешеләрҙе үҙ яғына ауҙарған «Урҙа» – рухы ҡаҡшағандарҙың, психик сирлеләрҙең, ярҙамға мохтаждарҙың күплегенең күрһәткесе ул. Изге урын буш тормай, тигән кеүек, һәр кем күңел бушлығын нимә менән булһа ла тултырырға тырыша. Шуның менән алама әҙәмдәр файҙалана ла инде. Күпме иҫкәртһәң дә, эскерһеҙҙәр һаман алдана, муттарҙың тоҙағына ҡаба тора. Мәктәптә уҡытыусылар насар өлгәшкән уҡыусыларҙан йыш ҡына: «Һиңә баш нимә өсөн бирелгән?» – тип һорай торғайны. Алданыусы­ларға ла шул уҡ һорауҙы бирге килеп китә ул ҡайһы саҡта… Эх, Аҡмулла олатай, күпме ваҡыт үткән, ә һин һаманғаса хаҡлы: «Арабыҙҙа наҙандар күп...»

*Исемдәр үҙгәртелде.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 05:02 | Ҡаранылар: 1312
|
  • Мәҙәктәр
  • Һәй, ҡайҙа сыбыртҡы?!
  • Теләктәр, тостар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Аллаһы Тәғәләгә таянған яҡлаусыһыҙ булмаҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM