НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ау-у, марал!
Махсус бит / Проблема // 20-10-2017, 12:45


Ау-у, марал!Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
«Беҙгә маралдарҙы иҫәпләшергә киләһегеҙме?» – тип Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының экология-ағартыу бүлеге методисы Зилә Ғайсина шылтыратыу менән, барам, тип һикереп төштөм.
– Тауҙарҙа йөрөйәсәкбеҙ, шуға йылы кейенеп килегеҙ, үҙегеҙ менән фонарь, резина итек, термос алығыҙ, – тип иҫкәртте Зилә Хәйбулла ҡыҙы.
Күптән йәйәүле походтарға йөрөмәгәс, кәңәш-төңәш итергә күршеләремә индем. Мәрүәрә Пирғәлина менән Әҡсән Күсәев – тәжрибәле туристар, улар Башҡортостанды арҡырыһынан-буйына йөрөп сыҡ­ҡан. Минең бәләкәй рюкзакты, ҙур термосты шунда уҡ бракка сығарҙылар. Әҡсән, көҙгөлөгөн походта күп әйбер талап ителә, тип үҙенең ҙур рюкзагын бушатып бирҙе, Мәрүәрә, тауға менгәндә ҙур термос ауыр була, тип, бәләкәс термосын тотторҙо. Ерҙә ултырғанда һыуыҡ үтмәһен тип, ул яңы хобаһын да йәлләмәне, ел булһа – кейерһең, тип өр-яңы штормовкаһын да рюкзакка тыҡты. Мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп, тикшереп, әйберҙәргә ревизия яһап, иҫән-һау йөрөп ҡайт, тип фатиха биреп, һинең менән бергә барырға ине, тип саҡ ҡына көнләшеп, оҙатып ҡалдылар....

Телгенәм - бергенәм
Махсус бит / Проблема // 6-09-2017, 16:09


Телгенәм - бергенәм
Борис ХӘЙРЕТДИНОВ, Баймаҡ районының “Атайсал” аҡһаҡалдар клубы рәйесе, мәғариф ветераны:
Башҡорт теле беҙҙең дәүләт теле булараҡ уҡытылырға тейеш. Уға мәктәптә дәрестәр һанын күберәк бүлергә, китаптар сығарырға, матбуғатҡа нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк. Республикала йәшәүсе башҡа халыҡтарға башҡорт телен таныштырыу, өйрәтеү кәрәк эш булып тора. Беҙҙә йәшәүсе рус, мари, мордва башҡортса аңлаһа нимәһе насар?...

Миленаның «мама»hы менән бәхәс йәки «Ейәнсәрем башҡортса hөйләшмәй»
Махсус бит / Проблема // 5-09-2017, 07:00


Миленаның «мама»hы менән бәхәс йәки «Ейәнсәрем башҡортса hөйләшмәй»Улымды балалар арбаhына ултыртып, ҡыҙымды етәкләп, саф һауа һуларға сыҡтыҡ. Баш ҡала гөжләй: кешеләр hәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, машиналар ағымының иге-сиге юҡ. Ә беҙҙең үҙ көйөбөҙ....

Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?
Махсус бит / Проблема // 18-08-2017, 12:30


Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?йәки кредитҡа башланған тормош
Ике йырсы әхирәтем бар. Тик һуңғы арала улар менән һис кенә лә осрашып булмай – ваҡыттары юҡ. Ял көндәрендә икеһе ике ерҙә туй үткәреп, аҡса эшләйҙәр. Аҙаҡ биш көн буйы хәл йыйып, өйҙә ята бахырҡайҙар. һигеҙ сәғәт буйына 80 – 150 кешенең күңелен асыу анһат түгел шул! Икеһе лә бөтөнләйгә яратҡан эшен ташланы....

Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ бул
Махсус бит / Проблема // 14-08-2017, 10:30


Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ булҮҙенең барлыҡҡа килгәненән алып интернет бар донъяны берләштергән селтәр кеүек үҫеште. Бындағы һәр кеше үҙен-үҙе тыймай, бәйеле аҙа: мине бер кем дә күрмәй, тип социаль селтәрҙәр­ҙә комментарийҙар яҙа, башҡалар менән һүҙ көрәштерә, пират сайттарҙан төрлө нәмә яҙҙыра. Интернет аша террорсылар хәбәрләшә, мутлашыусылар ҡорбандарын “һауа”.
Ошо хәүефте күҙ уңында тотоп, яҙҙан һәм йәй башынан бирле Рәсәй виртуаль селтәрендә – рунетта яңы ҡағиҙәләр булдырылды....

Ете ҡатындың йәшенле йәйе
Махсус бит / Проблема // 20-07-2017, 17:26


Ете ҡатындың йәшенле йәйе"Ул йылды ла йәшенле ямғыр шулай ҡара болот аралаш ҡыҙыл ут булып килеп сыҡты. Сөгөлдөр эшләп йөрөгән ҡатындар: "Шул мөйөштән сыҡҡан (төньяҡ-көнбайыш) ҡурҡыныс ҡара болот тиктәҫкә түгел, әйҙәгеҙ, имен саҡта ҡыуышҡа кереп ҡалайыҡ!" - тип, тиҙ генә был йәшенле ямғырҙан йәшенеү яғын ҡаранылар..." Ни эшләптер әсәйемдең иҫенә ҡапыл 45 йыл элек булған был фажиғәле ваҡиға төштө. Күҙҙәре йәшләнеп китте. Әҙерәк тынысланғас, әсәйем ул көндәрҙең хәтер ебен тағата башланы.
...

Айырған да, ҡауыштырған да – хыянат
Махсус бит / Проблема // 11-07-2017, 17:00


– Нимә эшләйһең, матурым?
– Йоҡларға ятҡайным. Ә һин, бәпесем?
– Мине тағы ла эштә ҡалдырҙылар, иртән генә ҡайтам. Үтенеп һорағас, ҡалдым инде. Ярай, тәмле төштәр!
– Тыныс смена теләйем һиңә, һөйөклөм!
Эй, аллаҡайым, эш, имеш. Һөйәркәһенә йүгерҙе бит инде. Көн дә тиерлек тешләнеп, тырналып ҡайта. Мине бөтөнләй аңғыра тип уйлай, ахырыһы....

Уйланырлыҡ урын бар
Махсус бит / Проблема // 6-07-2017, 08:00


Уйланырлыҡ урын бар
йәки йәш белгескә эш ҡайҙа?

Тиҙҙән оҙаҡ йылдар үҙ маҡсатына табан барған егет-ҡыҙҙар ҡулдарына диплом аласаҡ. Әммә улар өсөн эшкә урынлашыу ҙур мәсьәлә булып тора. Киләсәк – йәштәр ҡулында, тип әйтергә ғәҙәтләнһәк тә, оло быуын йәштәргә белгәнен өйрәтеп, тәжрибәһен уртаҡлашып ҡалдырырға бик ашығып бармай­. Түбәндәге миҫал да шуға ишара түгелме?...

Алдаштырып- йолдаштырып...
Махсус бит / Проблема // 5-07-2017, 12:00


[u][/u]Алдаштырып- йолдаштырып...
йәки Алдашыуҙы дин рөхсәт итәме?

Атайым мәрхүмдең: “...алдамағыҙ, урламағыҙ, эсмәгеҙ, тартмағыҙ...” – тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай. Бына шул нәсихәттәрен ул беҙгә ғүмеренең ахырына тиклем әйтте. Ул вафат булғанда, барыбыҙ ҙа инде үҫеп етеп, үҙ аллы тормош ҡороп йәшәп ятҡан булыуыбыҙға ла ҡарамаҫтан. Үҙемдең балаларымды ла шулай тип тәрбиәләргә тырыштым. Атайымдың өгөт-нәсихәттәре араһынан алдашыуҙы тыйыуы хаҡында йыш ҡына уйланам. Бәғзе берәүҙәр: “Яҡшы ниәт менән алдаштырыуҙың бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ”, – тиҙәр. Икенселәр: “Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ”, – тип тә әйтеп ебәрә. Башҡаларҙы алдап, шуның менән “кәсеп итеп” көн күреүселәр ҙә юҡ түгел. Кемдеңдер мутлығы бер нисә һумлыҡ булһа, икенселәре – миллионлап, хатта миллиардлап та “алдаштырыу”ҙан тартынмай. Ҡайһы бер фәйләсүфтәр һәр әҙәм балаһының, үҙе лә һиҙмәҫтән, көнөнә тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән мәртәбә эреле-ваҡлы алдауы хаҡында яҙа......

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...
Махсус бит / Проблема // 4-06-2017, 10:00


Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...
Илебеҙҙә никахтар тарҡалыу мәсьә­ләһе киҫкен торғаны һәммәбеҙгә мәғлүм. Бәхеткә күрә, ошо хаҡта уйланыусылар, башҡаларға файҙалы кәңәш биреүселәр ҙә күп. Тормош тигән нәмә шундай ҡатмарлы, шунлыҡтандыр, бер кемгә лә дөрөҫ юлды аныҡ ҡына күрһәтеп булмай. Һәр ғаилә ағзаһы һәр аныҡ осраҡта килеп тыуған мәсьәләне үҙенсә сисә......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM