НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рәхмәт хаты
Махсус бит / Письма // 29-06-2012, 11:55


Башҡортостанға килеп, йәйге ялды хозур тәбиғәт ҡосағында үткәрергә теләүселәр байтаҡ. Республикабыҙҙа сит ил ҡунаҡтары ла өҙөлмәй. Төркиәнән килгән Ураллылар ғаиләһенең иһә килеү маҡсаты бөтөнләй икенсе ине. Улар Башҡортостанда тыуып үҫеп, төрлө юлдар үткәндән һуң Төркиәлә төпләнгән аталары Әхмәт Ураллының туғандарын эҙләп килеп сыҡҡайны (был турала гәзитебеҙҙең 45-се һанында яҙғайныҡ инде)....

Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?
Махсус бит / Письма // 25-06-2011, 15:58


РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 56-сы статьяһында шаһиттар­ҙың хоҡуҡтары аныҡ билдәләнгән. Уға ярашлы рәүештә, енәйәт эшен тикшереүгә һәм хәл итеүгә әһәмиәте булған ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғалар билдәле булһа, күрһәтмәләр биреү өсөн саҡырылған кеше шаһит тип иҫәпләнә. Шаһит үҙенә, тормош иптәшенә, башҡа туғандарына (ата-әсәһе, балалары, уллыҡҡа алыусылары, ир һәм ҡыҙ туғандары, бабайы, инәһе, ейәндәре) ҡаршы күрһәтмә биреүҙән баш тартырға хоҡуҡлы....

Хоҡуғыңды бел
Махсус бит / Письма // 25-06-2011, 14:10


Ҡатыным менән айЫрылғандан һуң баламды үҙемдә ҡалдыра аламмы?
Миңә хыянат иткәне өсөн ҡатыным менән айырылышырға теләйем. Баламды үҙемдә тәрбиәгә ҡалдыра аламмы? Илдар.Балаҡатай районы.
Ҡатынығыҙҙың икенсе кеше менән йөрөүе балағыҙҙы үҙегеҙҙең янда ҡалдырыу өсөн бер ниндәй ҙә дәлил түгел. Әгәр ҙә әсә үҙенең әсәлек бурысын үтәүҙән баш тарта, бала менән тупаҫ мөғәмәлә итә икән, суд баланы атаһы тәрбиәһендә ҡалдыра ала....

ТИК ҮҘЕГЕҘҘЕКЕН ГЕНӘ
Махсус бит / Письма // 25-06-2011, 14:06


Никахһыҙ иремдән бала көтәм. Никахһыҙ тыуған балаға атаһының фамилияһын бирергә яраймы? Баланың тыуыу тураһында таныҡлығында атаһының фамилияһын яҙҙыра аламмы?
Наилә.
Баймаҡ районы.
«Гражданлыҡ хәле акттары тураһында»ғы законға ярашлы, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡҡа атайҙың фамилияһы, баланың ата-әсәһе менән берлектә, ЗАГС-ҡа ғариза биргәндән һуң, йәғни атаһынан ризалыҡ алғас, яҙыла. Атай кеше ризалыҡ бирмәгәндә, сабыйға әсәнең фамилияһы бирелә. Баланың исемен, атаһының исемен таныҡлыҡҡа әсәһе нисек теләй шулай яҙҙыра ала....

Эшкә урынлашҡанда кемдәргә һынау ваҡыты бирелә?
Махсус бит / Письма // 25-06-2011, 14:04


Юғары уҡыу йортон тамамлап, тәү тапҡыр эшкә урынлашырға килеүселәрҙе ҡабул иткәндә һынау ваҡыты ҡулланылмай. Әгәр белгес, уҡып бөткәндән һуң бер йыл эсендә эшкә урынлашмаһа, башҡалар кеүек үк, эшкә алынғанда һынау осорон үтә. Ауырлы ҡатындарҙы һәм йәш ярымға тиклемге балалары булған әсәләрҙе эшкә ҡабул иткәндә лә һынау ваҡыты билдәләнмәй. Элеккесә, теге йәки был вазифаға конкурс буйынса һайланылған хеҙмәткәрҙәр, эшкә икенсе ойошманан күсерелгәндәр, сроклы хеҙмәт килешеүе менән ике айҙан да күберәк эшләргә йыйынмаған кешеләр һәм 18 йәшкә тиклемге йәштәр һынауҙан тыш эшкә алына. Башҡа хеҙмәткәрҙәр өсөн иһә һынау ваҡыты өс айҙан да артығыраҡ булырға тейеш түгел....

Бер-беребеҙгә терәк булайыҡ
Махсус бит / Письма // 21-06-2011, 12:21


Беҙ – башҡорттар. Әммә бөгөнгө көндә беҙҙең башҡортлоҡто дәлилләүсе ниндәй сифаттарыбыҙ, ҡылған эштәребеҙ, ғөмүмән, ниндәй билдәләр ҡалған һуң? Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеше, көнкүреше менән бөгөнгө башҡорт халҡы араһында ниндәй уртаҡ һыҙаттар һәм айырмалыҡтар бар? Беҙ, милләттәштәр, бер-беребеҙгә ҡарап, башҡорт икәнебеҙҙе таныйбыҙмы? Үкенескә күрә, был һорауҙарға ыңғай яуап биреп булмай тиерлек. Ни өсөн? Сөнки күп осраҡта сит милләт вәкилдәре араһында үҙ-ара башҡортса аралашырға тартынабыҙ, балаларыбыҙға матур башҡорт исемдәре түгел, ә ҡолаҡҡа ятмаған ят исемдәр ҡушыуҙы хуп күрәбеҙ. Уларға кескәй саҡтан башҡорт рухлы булып үҫерлек тәрбиә бирә белмәйбеҙ, күңелендә әсә теленә, тыуған халҡына ҡарата һөйөү уятыу маҡсатында етерлек эшләмәйбеҙ...
Әлбиттә, барса халыҡты бер ҡалыпҡа һалып булмай. Аллаға шөкөр, арабыҙҙа ғәмле, сәмле, рухлы милләттәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Үҙемдең дуҫтарым, таныштарым араһында үҙ-ара туған телдә генә аралашҡан рухлы тиңдәштәрем булыуын белеп, уларҙан өлгө алам, ғорурланыу тойғоһо кисерәм. Милли рух өҫтөнлөк иткән ғаиләләр булыуы күңелдә һөйөнөс тойғоһо уята....

Бай йөкмәткеле гәзит өсөн рәхмәт
Махсус бит / Письма // 14-06-2011, 13:50


Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы гәзит сығарғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, редакция коллективы. Үҫмер сағымдан алып «Йәшлек»тән («Ленинсы») айырылғаным юҡ. Ә хәҙер миңә 48 йәш. Беҙ ғаиләбеҙ менән йәштәр баҫмаһын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, талашып уҡыйбыҙ. Гәзитте уҡып, үҙемде ҡабат йәш сағыма әйләнеп ҡайтҡандай хис итәм. Бигерәк тә сканвордтар, кроссвордтар сисеү ныҡ оҡшай. Шул йәһәттән Илдар Ғәбитовҡа рәхмәтемде еткерәм. Ул һәр саҡ башватҡыстары менән беҙҙе ҡыуандырып торһон.
Шулай уҡ төрлө хикәйәләр, ғәҙәттән тыш хәлдәр, ғибрәтле ваҡиғалар тураһында, спорт, мәҙәниәт, мәғрифәт, әхлаҡ темаларына яҙылған мәҡәләләр ҙә бик оҡшай.
Минең һеҙгә бәләкәс кенә үтенесем дә бар....

Ир бирмәк – йән бирмәк
Махсус бит / Письма // 4-06-2011, 11:18


Күңелемдәге борсолоуҙарҙы, ауыр уйҙарымды йәшереп йөрөүҙән шул тиклем арыным. Ҡайнар күҙ йәштәремә тик ҡараңғы төн генә шаһит.
Ситтән ҡарағанда, мин бик бәхетле ҡатын. Тормош иптәшем мохтажлыҡ күрһәтмәй, донъябыҙ етеш. Ҡаланан ситтә ҙур коттеджда донъя көтәбеҙ, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ирем өйгә бар нәмәне алып ҡайта, теге йәки был проблеманы хәл итеүгә мин бөтөнләй ҡыҫылмайым, быны гел ул башҡара. Дорфараҡ холҡон иҫәпкә алмағанда, эсеү, тартыу кеүек насар ғәҙәттәре булмаған бына тигән хәстәрлекле ғаилә башлығы ул. Иремде тоғро тормош иптәше тип һанап йөрөһәм, яңыраҡ уның һөйәркәһе барлығын белдем. Күптән ул ҡыҙ менән йөрөгән булған икән....

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Махсус бит / Письма // 4-06-2011, 11:01


Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыу­сыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе....

Халыҡ ғәҙеллек даулай
Махсус бит / Письма // 8-03-2011, 09:15


йәки Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй алырҙай көсөгөҙ булһа, депутатлыҡҡа ынтылығыҙ!
Юлдыбай ауыл советының 10 округына депутатлыҡҡа 32 кандидат күрһәтелһә, шуларҙың 6-һы Һынташ менән Воскресенское ауылдарында, ҡалғандары Юлдыбайҙың 8 округына тура килә. Әйтергә кәрәк, уларҙың береһен дә хеҙмәт коллективтары тәҡдим итмәгән. 8 кандидаттың һайлаусылар менән осрашыуға килмәйенсә битарафлыҡ күрһәтеүе үҙе үк ғаризаһын аңлы рәүештә яҙмауына ишара булып тойола....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM