НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем
Письма / Тормош юлдары ҡатмарлы // 16-08-2013, 12:56


Иремдең   һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмеремОсраҡлы ғына танышым – Фәнүзә апайҙың ете балаһы бар. Ике малай һәм биш ҡыҙ. Өфөлә башҡа ул тиклем күп итеп бала табып йәшәгән ғаилә­ләр­ҙе яҡындан белмәйем. Шуға ла ғүмер буйы шул балаларын ҡарап, йүнләп эшләй ҙә алмаған моңһоу ғына күҙле был апайға бер һоҡланып, бер аптырап ҡарап ҡуя торғайным. Бер яйын табып: “Ҡалай балаларығыҙ күп ул, бәхетле ҡатын һеҙ”, – тип һүҙ башларға йөрьәт иттем. Апай, ысынлап та, бәхетле йылмайҙы, күҙҙәренең генә һаман моңһоу ҡалғанлығын һиҙҙем. “Йөрәгендә яралары барҙыр инде, ярай, тупһыҙ кеше кеүек ныҡышмайым”, – тип һүҙҙе башҡаса оҙайтманым. Ләкин Фәнүзә апай бер көн ҡунаҡҡа саҡырҙы: “Һин журналист бит, әйтер һүҙҙәрем бар ”, – тип алдан уҡ аптыратып та ҡуйҙы. Сәй эселде, моңһоу күҙле апайым менән креслоларға йәйелдек. “Яҙмышымды һөйләгем килә, яҙ гәзиткә, туғаным. Бәлки берәүгә фәһем, берәүгә ғибрәт булыр…” – тип башланы һүҙен инде алтмышҡа еткән апай....

Яҙмыш сағылышы
Махсус бит / Письма // 12-07-2013, 16:57


Ҡасан башланды һуң әле был һинең тормошоңдағы мине ғәжәпләнергә мәжбүр итеүсе ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар теҙмәһе? Моғайын, күптән түгелдер… Элек бит һиңә ҡағылышлы булһалар ҙа, ул тиклем үк әһәмиәт биреп торорлоҡ та түгел ине улар.
Беренсе тапҡыр һине бәләкәй сағыңда күргәйнем. Иҫләйем, йәйҙең иҫ киткес матур бер көнөндә әхирәтем үҙенең ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Өләсәһенә кер йыуырға, өй йыйыштырырға ярҙам итеп, тәбиғәт ҡосағында еләк йыйып, һыу инеп, икенсе көнөнә ҡалаға китергә сыҡтыҡ. Туҡталышҡа етеп барғанда ул туҙанлы юлдан беҙҙең ҡаршыға килгән ике балаға ымлап күрһәтте лә:
– Ҡара, ҡара, ана, тегенең ҡыҙы килә… Ҡара сәслеһе… – тип шыбырланы....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 5-07-2013, 12:56


Әлфиә ХӘЙҘӘРОВА, Хәйбулла райо­нының Бүребай ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Ауылыбыҙҙа 4 900 кеше йәшәй, 83 күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Билдәле булыуынса, беҙҙә һикһән йыллыҡ тарихы булған “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинаты бар. Ул ауыл һәм район үҫешенә тос өлөш индерә. Халыҡ, башлыса, комбинатта һәм ауылда урынлашҡан район электр станцияһында эшләй. Күпләп мал-тыуар аҫраусылар һирәк. Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында “Ҡайын­ҡай” лагеры урынлашҡан. Әлеге мәлдә икенсе заезд башланды, халыҡ оло теләк менән ял итергә килә.

...

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 5-07-2013, 12:55


Мәктәптә бер ай көндөҙгө лагерь эшләне. Балаларҙы “Янғантау” шифаханаһына экскурсияға алып барҙыҡ. Уларға сәйәхәт бик оҡшаны, ҡәнәғәт булып ҡайттылар. Быйыл мәктәпте ете уҡыусы тамамланы. Форсаттан файҙаланып, уларға имен-һау уҡырға инеүҙәрен теләйем! Әйткәндәй, яңыраҡ төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар осрашыу үткәр­ҙе. Мин дә 35 йыл элек төрлө тарафтарға таралған синыфташтарым менән күрештем. Бик илаһи мәл булды ул.
30 июндә Свердловск өлкә­һенең Березовский ҡала­һында уҙған һабантуйҙа Са­лауат райо­ны республикабыҙ исеменән ҡатнашты. Делегация составында ауылыбыҙҙан мәғариф ветерандары Мәүлиә Яруллина менән Земфира Әхтәрова барҙы. Улар халҡыбыҙҙың аш-һыуын, йолаларын һәм ҡул эштәрен күрһәтте.
...

Файҙалы осрашыу
Махсус бит / Письма // 14-05-2013, 11:46


Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбендә уҡыусыларҙы хәүефһеҙлек ҡаҙиҙәләрен теүәл үтәүгә өндәгән саралар уҙғарылды. Һәр класта ошо теманы үҙ эсенә алған класс сәғәттәре, диспуттар, һүрәт, иншалар конкурстары ойошторолдо, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡарата мәғлүмәттәр бирелде.
Райондың янғынға ҡаршы көрәш буйынса баш дәүләт инспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венера Нурлығаян ҡыҙы Шәйбәкова мәктәптә уҡыу­сылар менән осрашты....

Урлап уҡыйбыҙ
Махсус бит / Письма // 9-04-2013, 12:29


«Йәшлек» гәзитен йыл да яҙҙырабыҙ. Гәзиттә олоһонан кесеһенә тиклем үҙенә кәрәклеһен табып уҡый ала.
Ғаиләбеҙҙә булған бер ҡыҙыҡлы хәлде яҙып ебәрергә булдыҡ.
Өйҙә – ҡәйнәм (яңыраҡ мәрхүмә булып ҡалды), ҡайным, уларҙың кесе улы (иптәшем), мин һәм өс улыбыҙ. Почта килһә, гәзиткә талаш − һәр кемдең уны иң беренселәрҙән булып уҡып сыҡҡыһы килә. Иң олоһо булараҡ, ҡайным уҡый башлай. Шулай, бөтә баҫмаларҙы янына ғына һалып, райондың «Һаҡмар» гәзитен уҡып ята. Ҡәйнәм сыҙамай, ипләп кенә бер гәзитте «сәлдерә». Һәр гәзитте ҡарап ята торғас, «Йәшлек»тең юҡлығын һиҙеп ҡала һәм бар өйгә:
− Әй, Ғәлиә, һин минең «Йәшлегем»де урланың....

“Аҡйондоҙ” артистары
Махсус бит / Письма // 5-04-2013, 11:30


“Аҡйондоҙ” артистары
Әҙәби әҫәрҙәр уҡыған балалар бик һирәк хәҙер. Тарих, шә­хестәр яҙмышы тураһындағы ре­фераттарҙы интернеттан алып ҡына, йөкмәткеһе менән танышып та тормайынса, өйгә эш «эшләүселәр» ҙә бар....

Һәйеттәр – дәртле халыҡ
Махсус бит / Письма // 29-03-2013, 11:51


Федоровка районының Һәйет ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы үҙешмәкәр артистар тарафынан ойошторол­ған төрлө саралар үткәрелеп тора. Бигерәк тә байрамдар мәлендә беҙҙең мәҙәни усаҡта күңелле.
Күптән түгел “Нисек түҙә был йөрәк” исемле трагикомедия ҡуйҙыҡ....

«Йәшлек» уҡып кинәнәм
Махсус бит / Письма // 1-03-2013, 11:23


Бынан 5 – 6 йыл элек урамда таныш-белештәр менән республикабыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаларына күҙәтеү яһап торабыҙ. Ошонда күршебеҙ Рафаил ағай Нуриев: «Йәшлек»те ал­дырығыҙ, үкенмәҫһегеҙ, ҡурҡмай-өркмәй тән­ҡит материалдарын да баҫтыра, һәр һанында әҙәби әҫәрҙән өҙөк йәки хикәйә, көнүҙәк темаларға мәҡәләләр бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик шәп гәзит», − тип ысҡындырҙы....

Үләт ҡырһын был бурҙарҙы!
Махсус бит / Письма // 8-02-2013, 14:08


йәки Кеше малына тейеүселәрҙе, исем-шәрифен, фотоһын гәзиттә баҫтырып, асыҡ хөкөм итергә кәрәк
Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Әбйәлил райо­нының Иҫке Балапан ауылынан 76 йәшлек әбей хат яҙа. Баныу Ҡаһарманованың «Һыйыр малдары менән «драма» мәҡәләһен уҡығас, үҙемдең уй-фекеремде яҙырға булдым. Ишбулды ауылындағы мал хужалары хәле яҡшы таныш....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)
  • “...Әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты”



  • Радио Юлдаш FM