НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һоҡланырлыҡ йәшәү өлгөһө
Махсус бит / Письма // 20-11-2012, 13:07


Әбйәлил районында 88 йәшен тултырған Нәзифә һәм Ибраһим Аҡбулатовтар 67 йыл бергә татыу ғүмер кисерә
Ата-әсәһе үлеп киткәс, Ғәбитулла, Ибраһим, Ғәбдинур үҙҙәре генә донъя көтә. Һуғыш башланыу менән Ғәбитулла ил азатлығын һаҡларға китә. 1942 йылда ҡустылары уның һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында «ҡара ҡағыҙ» ала. Бер нисә айҙан, 1943 йылдың ғинуарында, ғәрип ҡустыһын яңғыҙ ҡалдырып, Ибраһим да армияға алына....

Ҡыйыу ауылдашым
Махсус бит / Письма // 14-09-2012, 11:53


Ҡыйыу ауылдашым
Борон-борондан беҙҙең яҡтарҙа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Миһран олатайыбыҙҙың да бер нисә өйөр йылҡыһы булған. Ғаиләһе йылҡы ите менән туҡланып, ҡымыҙ эсеп көн күргән. Килгән ҡунаҡтарҙы ла шул уҡ аҙыҡтар менән һыйлағандар. Уның аттарын малайҙары менән бергә ҡарашырға ағайҙың улы ла килер булған. Шәкир Яздан улы Язданов йәш сағынан уҡ ат яратҡан, заманында бик етеҙ һыбайлы булған.
Һуғышта ла ул атлылар полкында хеҙмәт итә. Ворошилов исемендәге 20-се полктың ҡылыссылар взводы командиры була. Взводтар араһында ат сабыштары, төрлө күнекмәләр үтергә тейеш булалар. Бындай ярыштарҙа Шәкир Яздан улы үрнәк күрһәтә. Һөйләп тораһы ла юҡ, ул оҫта һыбайлы була.
...

Шахматҡа ҡасан иғтибар булыр?
Махсус бит / Письма // 31-08-2012, 11:17


Шахматҡа ҡасан иғтибар булыр?«Шахмат − кешелек уйлап тапҡан иң яҡшы, иң мауыҡтырғыс уйын бит», − тип тә өҫтәй ул. Эйе, шахмат − уйын, спорт, сәнғәт һәм фән был төбәктекеләр.
Сибай ҡалаһында быны аңлаусылар байтаҡ. Тик уйын кимәле бер күтәрелә, бер төшә.
Шахмат һөйөүселәргә күп тә кәрәкмәй. Сығым да ҙур түгел. Бер һәйбәт кенә бүлмә, өҫтәл-ултырғыстар, шахмат, сәғәт булһа етә.
Сибайҙа шахмат клубы ҡала буйлап күсеп тик йөрөй. Һуңғыһы бәләкәйерәк бүлмәлә урынлашты. Йортта бәҙрәф юҡ. Шахматтар Нух заманыныҡы, сәғәттәр ҙә алама ғына. Ҡайҙа ул электрон сәғәттәр?...

Бәхет – кешеләргә бәхет килтереү
Махсус бит / Письма // 10-07-2012, 12:38


Хеҙмәт менән ғүмер итеү – иң ҙур бәхет донъяла!
Ҡадир Даян.
Бәхет – кешеләргә бәхет килтереү
Кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға ғүмерҙәрен бағышлап, ошо һөнәргә тоғро хеҙмәт итеүсе табиптар, һис шикһеҙ, һоҡланыу уята.
Шундай иҫ киткес аҡ халатлылар рәтенә үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ Альбина Вилданованы ҡуйһам, һис яңылышмамын. Сөнки ул – 40 йылға яҡын ғүмерен яратҡан һөнәренә арнап, ауылдаштарының ихтирамын яулаған хеҙмәт ветераны....

Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт
Махсус бит / Письма // 10-07-2012, 12:38


Беҙҙең, һуғыш балаларының, бала сағы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы үҫмер мәле бик ауыр тормошта үтте. Шуға ла күптәребеҙҙең һаулығы ныҡ ҡаҡшаған. Быйыл улым Ишбулат, киленебеҙ Айгөл Рафаэль ҡыҙы тормош иптәшем менән икебеҙҙең 70 йәшебеҙгә Йоматау шифаханаһына юллама алып биреп, ял итеп, дауаланып ҡайтығыҙ, тип оҙатты....

Беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар
Махсус бит / Письма // 10-07-2012, 12:37


йәки Һуғыш балалары льготаларға лайыҡ
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 67 йыл тулды. Һуғыш яланында йөрөп ҡайтыусылар ҙа йылдан-йыл кәмей. Кәмей генә түгел, ә бөтөп бара. Беҙҙең Белорет районының Инйәр ауыл советында улар өсәү генә ҡалған. Тыл батырҙары әлегә әҙ генә күберәк....

Сәләхте мин белә инем…
Махсус бит / Письма // 29-06-2012, 11:56


Һеҙҙең баҫмағыҙҙа («Йәшлек», N38, 18 май) Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның Сабырйән Яңыбай улы Көҫәпҡолов тураһындаағы мәҡәләһен уҡып, уның Сәләх исемле етем малайҙы бик белгеһе килгәнен белгәс, уның тураһында белгәндәремде һеҙҙең гәзит аша еткерергә булдым. Мин 1940 йылда тыуғанмын. Яңылышмаһам, уның фамилияһын беҙ, малайҙар, белмәнек, шулай ҙа шул Сәләхтер тип уйлайым. Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып, әрме хеҙмәтенә тиклем ас-яланғас уҡып, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән саҡтар ҙа иҫемә төштө. Беҙҙең йорт Дарыулы йылғаһы аша һалынған күпер эргәһендә икенсе өй булды....

Рәхмәт хаты
Махсус бит / Письма // 29-06-2012, 11:55


Башҡортостанға килеп, йәйге ялды хозур тәбиғәт ҡосағында үткәрергә теләүселәр байтаҡ. Республикабыҙҙа сит ил ҡунаҡтары ла өҙөлмәй. Төркиәнән килгән Ураллылар ғаиләһенең иһә килеү маҡсаты бөтөнләй икенсе ине. Улар Башҡортостанда тыуып үҫеп, төрлө юлдар үткәндән һуң Төркиәлә төпләнгән аталары Әхмәт Ураллының туғандарын эҙләп килеп сыҡҡайны (был турала гәзитебеҙҙең 45-се һанында яҙғайныҡ инде)....

Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?
Махсус бит / Письма // 25-06-2011, 15:58


РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 56-сы статьяһында шаһиттар­ҙың хоҡуҡтары аныҡ билдәләнгән. Уға ярашлы рәүештә, енәйәт эшен тикшереүгә һәм хәл итеүгә әһәмиәте булған ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғалар билдәле булһа, күрһәтмәләр биреү өсөн саҡырылған кеше шаһит тип иҫәпләнә. Шаһит үҙенә, тормош иптәшенә, башҡа туғандарына (ата-әсәһе, балалары, уллыҡҡа алыусылары, ир һәм ҡыҙ туғандары, бабайы, инәһе, ейәндәре) ҡаршы күрһәтмә биреүҙән баш тартырға хоҡуҡлы....

Хоҡуғыңды бел
Махсус бит / Письма // 25-06-2011, 14:10


Ҡатыным менән айЫрылғандан һуң баламды үҙемдә ҡалдыра аламмы?
Миңә хыянат иткәне өсөн ҡатыным менән айырылышырға теләйем. Баламды үҙемдә тәрбиәгә ҡалдыра аламмы? Илдар.Балаҡатай районы.
Ҡатынығыҙҙың икенсе кеше менән йөрөүе балағыҙҙы үҙегеҙҙең янда ҡалдырыу өсөн бер ниндәй ҙә дәлил түгел. Әгәр ҙә әсә үҙенең әсәлек бурысын үтәүҙән баш тарта, бала менән тупаҫ мөғәмәлә итә икән, суд баланы атаһы тәрбиәһендә ҡалдыра ала....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM