НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һеҙ – бәхетле халыҡ, учалылар!
Махсус бит / Письма // 13-06-2014, 10:26


Һеҙ –  бәхетле  халыҡ, учалылар!Яңыраҡ беҙ, Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы пенсионерҙары, Учалының Әүлиә шишмәһенә барып ҡайттыҡ Һәм шундай һығымта яһаныҡ: ожмахта йәшәйһегеҙ икән, милләттәштәр! Мин ҡайҙа ғына булманым – Ырымбурҙа, Силәбелә, Екатеринбургта, Анапала һ. б. Әммә бындағы гүзәллек бер ерҙә лә юҡ! Барып һәм ҡайтып еткәнсе һоҡланып туя алманыҡ. Тәүгә күргәнгә генә түгел инде, үҙебеҙҙең яҡта тәбиғәт ҡырыҫыраҡ шул. Һәр нәмәнең матурлығын сағыштырып беләһең. Бөтәбеҙ ҙә ундағы йәшеллеккә, таҙалыҡҡа хайран ҡалдыҡ. Беҙ зарығып көткән ямғыр-ҡунаҡ та һеҙҙә алдараҡ булған икән. Шуға ихлас шатландыҡ. Сөнки сәфәр йөрөгән кешегә көн торошо бик мөһим бит. Күкрәк тултырып тын алғас, бейек тау башына ла ауырлыҡһыҙ менеп еттек (менә алмай кире төшкәндәр ҙә бар ине)....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 6-06-2014, 16:13


Ә беҙҙең ауылда... Ауылда һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, кемдер баҡса менән булыша, кемдер йорт-ҡураһын матурлай, кемдер юбилейға, туйға әҙерләнә. Халыҡ район һабантуйын көтә. Ул 14 июндә үтергә тейеш. Президент та килә, тиҙәр. Көндәр матур тора, аяҙ, йылы. Бер аҙ ямғыр ҙа яуһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Шәхсән үҙемдең яңылыҡтарыма килгәндә, йортобоҙҙа ремонт башланыҡ. Быйыл минең юбилейым, 60 йәш тула, шуға күрә йорт-ҡураны матурларға тырышабыҙ. Йәш барған һайын йәшәрәһең генә бит ул. Яңыраҡ водитель танытмаһы алдым. Ҡыҙҙарымдың барыһы ла машина йөрөтә, мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа булдым. Өҫтәүенә, ауылға йүнләп автобус йөрөмәй. Хәҙер машина һатып алырбыҙ, тип ниәтләйбеҙ....

Сүп баҫҡан баҫыуҙарҙы күреп, йөрәк әрней
Махсус бит / Письма // 17-05-2014, 12:32


Билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың «Йәшлек»тә баҫылған мәҡәләһен уҡығас, уйланып йөрөнөм дә, үҙемдең уй-фекерҙәремде яҙып ебәрмәксе булдым. Сөнки бөгөн беҙҙең уңдырышлы ерҙәребеҙ, уңышһыҙ булып, әрем, ҡый үләндәре баҫып, йәнде әсетеп, тапалдыҡ булып ята. Минең генә йәнем әрнемәйҙер, ҡасандыр был ерҙәрҙә иген үҫтергән күптәрҙең йөрәге һыҡраналыр.
Эйе, 1952 йылда беҙгә һәр тарафтан сиҙәм күтәрергә трактор­ҙар һәм тракторсыларҙы ебәрҙеләр. Уларҙы ауылдарға бүлеп, фатирҙарға урынлаштырҙылар. Беҙгә лә Марат Гончаренко фамилиялы украин егете килде. Ул Башҡортостанда берәй балалар йортонда үҫкән булдымы икән, башҡортса бик яҡшы һөйләшә ине. Һуңынан Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан Зөлхизә исемле ҡыҙға өйләнеп, уның менән икәүләп ер һөрҙөләр....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 9-05-2014, 09:10


Ә беҙҙең ауылда... Беҙҙең китапханала хәҙис һөйләү конкурсы үткәрелде. Унда Билал, Темәс, Ҡолсора зонаһының ун бер ауылынан бәйгеселәр ҡатнашты. Улар Мөхәммәт бәйғәмбәр хәҙистәрен, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Йөҙ ҙә бер хәҙис” китабынан өҙөктәр һөйләне. Бөтәһе 40 уҡыусы ҡатнашты, улар төрлө номинация буйынса урын алды. Беренсе урын алғандар артабан район конкурсында ҡатнашасаҡ. Унда “Ағинәйҙәр” клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм шулай уҡ ауылдашыбыҙ, хәҙерге көндә Әбйәлил районында йәшәүсе диндар Зәлифә Шакированың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне.
Мәктәптең 10 – 11-се синыф уҡыусыларының класс етәкселәре Сәғүрә Кәримова, Әлифә Әминева менән берлектә йәрминкә ойоштороуы ауылдаштарға ла, ҡунаҡтар өсөн дә уңайлы булды....

Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙе
Махсус бит / Письма // 2-05-2014, 10:03


Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙеӘле булһа иҫемдә: бынан 11–12 йыл элек Әбйәлил райо­нының Салауат урта мәктәбенә уҡырға барғас, уны тәүләп күргәйнем. Ошо яғымлы апай беҙҙең класс етәксеһе, тәүге уҡытыусым булһа ине, тип уй­ла­ғайным. Ысынлап та, бәхеткә күрә, уны беҙгә уҡытыусы итеп ҡуйҙылар. Башланғыс клас­та төрлө темаларға ул үткәргән төрлө фәһемле класс сәғәттәре, әңгәмәләшеүҙәр һәм журналист кеүек «түңәрәк өҫтәл»дә һөйләшеүҙәр ойоштороуы беҙгә ҡыҙыҡ була торғайны....

Апайым
Махсус бит / Письма // 2-05-2014, 10:01


Апайым       Атайымдың эштән ҡайтҡан сағын тәҙрәнән ҡарап ултырабыҙ ҙа, күренһә, икәүләп йән-фарман ҡаршыһына йүгерәбеҙ. Ул икебеҙҙе ике ҡулына күтәреп ала ла көнө буйы йыйылған хәбәребеҙҙе йылмайып тыңлай-тыңлай өйгә табан атлай. Урамға килеп ингәс, төшөгөҙ, атайығыҙ былай ҙа арыған, тип асыуланып ҡаршылаған була инәйебеҙ. Үҙе лә йылмая. Эй, күңелле саҡтар!
Сәриә апайым ошоларҙы һөйләгәндә мин дә хәтирәләр һандығында аҡтарынам, әммә нисек кенә тырышмайым, атай ҡосағына һыйынған рәхәт мәлдәр­ҙе иҫләмәйем. Йәл, бәләкәй булғанмын шул....

Ҡотлауҙар
Махсус бит / Письма // 4-04-2014, 14:00


ҠотлауҙарБелорет районының Йөйәк ауылында йәшәүсе ҡәҙерле инәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зәйнәб Мәхмүт ҡыҙы ӘПСӘЛӘМОВАНЫ 80 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Уға ошо күр­кәм байрамы айҡанлы иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле­беҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, күңел тыныслығы, балаларының изгелек-мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, артабан да бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән йөрәк йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелектәр булып ҡайтһын....

Туҡһан йәшкә етеүҙең сере нимәлә?
Махсус бит / Письма // 21-03-2014, 04:37


Туҡһан йәшкә етеүҙең сере нимәлә?Һатлыҡ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн район үҙәгендә берҙән-бер улында йәшәүсе Гөлсирә Мозафа­рова яңыраҡ 90 йәшен билдәләне. Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты була ул. Заманында уйнап та туймаған 10 – 13 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар хөкүмәт эшенә егелә. Мәҡәлә геройы ла 13 йәшенән ололар менән бер рәттән эшләй башлай. Кейем-һалым тегергә өйрәнә, тәҙрә ҡорғандарын, таҫтамал-ҡулъяулыҡтарҙы селтәрләп сигергә лә оҫтарып ала. Бармаҡтары тилберләнә төшкәс, дебет шәлдәр бәйләүгә тотона. Бер айҙа ҡабарып торған ҙур шәл өлгөртә. 15 йәшендә атаһы уға Магнитогорск ҡалаһынан теген машинаһы алып ҡайтып бирә....

Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
Махсус бит / Письма // 21-03-2014, 04:36


Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙМин һеҙгә Стәрлетамаҡ райо­нының Мырҙаш ауылында йә­шәүсе Миҙхәт Сәфәрғәле улы һәм Нажиә Йәһүҙә ҡыҙы На­сировтар тураһында яҙырға булдым. Улар – минең ҡайным һәм ҡәйнәм.
57 йыл бергә ғүмер итәләр. Алла бирһә, 60, 70 йылға етергә яҙһын. Ҡайныбыҙ былтыр 80 йәшен тултыр­ҙы. Бала-сағалары, туған-тыумасалары менән уның ҙур юбилейын август айында гөрләтеп үткәреп ебәрҙек....

Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
Махсус бит / Письма // 21-03-2014, 04:35


Мин 1942 йылда Бөрйән районының Әтек ауылында атайым һуғышҡа алынып, биш ай үткәс тыуғанмын. Тыуған илде дошмандан һаҡлау өсөн бер ғаиләнән аталы-уллы ике кеше һуғышҡа алынып, икеһе лә әйләнеп ҡайта алмай, яуҙа баш һала. Әсәйем ҡарамағында атайымдың әсәһе һәм дүрт бала була. Оҙайлы һуғыш, аслыҡ үҙенең ауыр эҙемтәләрен күрһәтә. Ҡәҙерле кешебеҙҙең беҙҙе үлтермәҫ өсөн ялан яҡтарында эҙләнеп, ауылдан-ауылға йөрөп, 5 – 6 көн ҡайта алмаған саҡтары күп булған, ә һыуыҡ өйҙә беҙ көтөп ултырғанбыҙ....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM