НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡотлау
Махсус бит / Письма // 21-01-2015, 12:00


Ҡотлау
Ҡотлау Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Заһир Юлдашбай улы ҒАФАРОВТЫ тыуған көнө – күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бай тәжрибәле тормош юлың күптәргә өлгө булырлыҡ. Бөтә хеҙмәт юлың йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләүгә арналды. Эшеңдә һине һәр ваҡыт тоғролоҡ, юғары ойоштороу һәләте, намыҫ кеүек сифаттар биҙәй. Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше. Хоҙай Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 21-11-2014, 13:17


Ә беҙҙең ауылда... Ауылыбыҙҙа ғорурланып һөйләрлек яҡташыбыҙ, шағир һәм шәхес Рәйес Түләккә арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Уны уҙғарыу эшенә китапхана мөдире Зәкиә Ғәйетбаева күп көс һалды. Байтаҡ ҡына ҡунаҡ та килгәйне. Шағирҙың ҡатыны Флүрә Түләкова, билдәле шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов булыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне. Әлбиттә, бер аҙ моңһоу ине, сөнки Рәйес Түләк арабыҙҙа юҡ, шулай ҙа кисә бик матур, йөкмәткеле үтте. Мәктәп уҡыусылары ла ихлас сығыш яһаны, “Гәүһәркәй” фольклор ансамбле ҡатнашыуы ла бер биҙәк булып торҙо. Беҙ, ағинәйҙәр, шағирға бағышлап мөнәжәт әйттек. Халыҡҡа бик оҡшаны.
Беҙҙең ауылда бик әүҙем кешеләр йәшәй, шуға ла һәр сара, йыйын, байрам сағыу уҙа. Рәхмәт барыһына ла!...

Дежур телефон: 8 965 92 32 000
Махсус бит / Письма // 10-10-2014, 16:52


Дежур телефон: 8 965 92 32 000– Быйыл беҙҙә мәктәп ябылды. Йәштәр ҙә китә. Етемһерәп ҡалғандай булды ауыл. Шундай күңелһеҙ ваҡиғаларға алмашҡа “Йәш беҙҙең күңелдәр” тигән ағинәйҙәр клубы эшләй башланы. Уны оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып тир түккән, тәжрибәле педагог, әле хаҡлы ялдағы Әлфиә Бикмырҙа ҡыҙы Акилова етәкләй. Клубтың төп маҡсаты – боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, бөтә нескәлегендә йәш быуынға еткереү, ғөмүмән, йәштәргә өлгө булырҙай халыҡ аҡылын таратыу.
Тәүге сара Оло йәштәгеләр көнөнә арналды....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 8-08-2014, 09:43


Ҡыяр юҡ бит быйыл! Бер кемдә лә уңманы. Нишләйһең, һатып алып ҡына ашарға ҡала инде. Уның урынына, ауылды сәскәләр күмде, шул тиклем матур итеп балҡып, хуш еҫ аңҡытып, күңелде күтәреп ултыралар. Ә беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, “Йәшлек”тәр. Оҙаҡламай беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа киләсәгегеҙҙе ишетеп, ҡыуанышып торабыҙ!
Бөгөн мәсеттә аят уҡытыла һәм сәй эсеү ойошторола....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 8-08-2014, 09:42


Беҙҙең ауыл советына барлығы өс ауыл ҡарай. Тормош үҙ ағышы менән дауам итә, халыҡ, хужалыҡтар бесән әҙерләү эшен йомғаҡлай, баҫыуҙарҙа урып-һуғыуҙың ҡыҙған мәле. Төҙөкләндереү, төҙөлөш эшенең дә һис тә туҡтап ҡалғаны юҡ. Үрге Тәтешле ауылында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы, шулай уҡ халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы өсөн күп фатирлы йорттар, реабилитация үҙәге төҙөү планлаштырыла. Үрге Тәтешле ауылының яңы микрорайондарында асфальт юлдар һалына. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары көсө менән ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәре башҡарыла.
Ял тураһында ла онотмайбыҙ....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 8-08-2014, 09:41


– Ауылыбыҙҙағы һуңғы ҡыуаныслы яңылыҡтарҙың береһе – “Яҙгөл” балалар баҡсаһының асылыуы. Әлегәсә эшләп килгәненең бинаһы ныҡ ҡына иҫкергәйне, икенсе бинаға күсереп, матур итеп төҙөкләндереп, яңыртып, бөтә уңайлы шарттар булдырып, сафҡа индерҙеләр. Баҡсаның асылыуы бөтә ауыл халҡы көтөп алған ҙур ваҡиға булды. Ул иҫ киткес матур, өр-яңы йыһаздар. Алды ла, эсе лә шау сәскәгә күмелгән баҡсаға ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ҡыуанып бөтә алмай. Мәктәп янында ғына урынлашҡан, уҡытыусыларға ла балаларын йөрөтөүгә ҡулай. Ауыл халҡы шундай матур балалар баҡсаһы өсөн район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовҡа рәхмәтле....

“Ғәҙеллек, дөрөҫлөк донъяла ҡалғандыр ҙа бит?!”
Письма / Проблема // 1-08-2014, 04:12


“Ғәҙеллек, дөрөҫлөк  донъяла  ҡалғандыр ҙа бит?!”“2014 йылдың 18 июнендә аноним ялған донос буйынса прокурорҙың санкцияһынан тыш (ҡулға алырға рөхсәтенән башҡа) Белорет тикшереү комитеты һәм Инйәр полицияһы хеҙмәткәрҙәре улыбыҙ Фәнис Закировты һаҡ аҫтына алды”, – Белорет районының Ғәбдүк ауылынан килгән хат шулай башлана. Артабан авторҙар, оҙон ғүмер юлында закондарҙың бер хәрефен дә боҙмай йәшәгән ирле-ҡатынлы Фәйзулла һәм Әнисә Закировтар үҙҙәре өсөн ҡурҡыныс, шаңҡытҡыс был ваҡиғаның нисек дауам итеүен яҙа: “Ҡулға алын­ған улыбыҙ юлда үлә. Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен аҡлау маҡсатында, Фәнис үҙ-үҙенә ҡул һалды, ти... ” Һәр ата-әсә өсөн ғәзиз балаһының (уға биш йәш булһынмы, әллә ҡырҡ бишме – айырма юҡ) үлеме донъялағы иң оло ҡайғы, уны хатта бер ниндәй үлсәмдәр менән дә үлсәрлек түгел, үҙ башынан үткәргәндәр генә ауырлығын, асылығын белә. Оло йәштәге Фәйзулла менән Әнисә Закировтар ҙа ҡара ҡайғы һаҙлығына батҡан, шулай ҙа, бар ихтыяр көсөн йыйып, ошо хәлдең осона сығырға тырышып, саң ҡаға: “Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк талап итәбеҙ! Ярҙам итегеҙ!”...

Һеҙ – бәхетле халыҡ, учалылар!
Махсус бит / Письма // 13-06-2014, 10:26


Һеҙ –  бәхетле  халыҡ, учалылар!Яңыраҡ беҙ, Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы пенсионерҙары, Учалының Әүлиә шишмәһенә барып ҡайттыҡ Һәм шундай һығымта яһаныҡ: ожмахта йәшәйһегеҙ икән, милләттәштәр! Мин ҡайҙа ғына булманым – Ырымбурҙа, Силәбелә, Екатеринбургта, Анапала һ. б. Әммә бындағы гүзәллек бер ерҙә лә юҡ! Барып һәм ҡайтып еткәнсе һоҡланып туя алманыҡ. Тәүгә күргәнгә генә түгел инде, үҙебеҙҙең яҡта тәбиғәт ҡырыҫыраҡ шул. Һәр нәмәнең матурлығын сағыштырып беләһең. Бөтәбеҙ ҙә ундағы йәшеллеккә, таҙалыҡҡа хайран ҡалдыҡ. Беҙ зарығып көткән ямғыр-ҡунаҡ та һеҙҙә алдараҡ булған икән. Шуға ихлас шатландыҡ. Сөнки сәфәр йөрөгән кешегә көн торошо бик мөһим бит. Күкрәк тултырып тын алғас, бейек тау башына ла ауырлыҡһыҙ менеп еттек (менә алмай кире төшкәндәр ҙә бар ине)....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 6-06-2014, 16:13


Ә беҙҙең ауылда... Ауылда һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, кемдер баҡса менән булыша, кемдер йорт-ҡураһын матурлай, кемдер юбилейға, туйға әҙерләнә. Халыҡ район һабантуйын көтә. Ул 14 июндә үтергә тейеш. Президент та килә, тиҙәр. Көндәр матур тора, аяҙ, йылы. Бер аҙ ямғыр ҙа яуһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Шәхсән үҙемдең яңылыҡтарыма килгәндә, йортобоҙҙа ремонт башланыҡ. Быйыл минең юбилейым, 60 йәш тула, шуға күрә йорт-ҡураны матурларға тырышабыҙ. Йәш барған һайын йәшәрәһең генә бит ул. Яңыраҡ водитель танытмаһы алдым. Ҡыҙҙарымдың барыһы ла машина йөрөтә, мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа булдым. Өҫтәүенә, ауылға йүнләп автобус йөрөмәй. Хәҙер машина һатып алырбыҙ, тип ниәтләйбеҙ....

Сүп баҫҡан баҫыуҙарҙы күреп, йөрәк әрней
Махсус бит / Письма // 17-05-2014, 12:32


Билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың «Йәшлек»тә баҫылған мәҡәләһен уҡығас, уйланып йөрөнөм дә, үҙемдең уй-фекерҙәремде яҙып ебәрмәксе булдым. Сөнки бөгөн беҙҙең уңдырышлы ерҙәребеҙ, уңышһыҙ булып, әрем, ҡый үләндәре баҫып, йәнде әсетеп, тапалдыҡ булып ята. Минең генә йәнем әрнемәйҙер, ҡасандыр был ерҙәрҙә иген үҫтергән күптәрҙең йөрәге һыҡраналыр.
Эйе, 1952 йылда беҙгә һәр тарафтан сиҙәм күтәрергә трактор­ҙар һәм тракторсыларҙы ебәрҙеләр. Уларҙы ауылдарға бүлеп, фатирҙарға урынлаштырҙылар. Беҙгә лә Марат Гончаренко фамилиялы украин егете килде. Ул Башҡортостанда берәй балалар йортонда үҫкән булдымы икән, башҡортса бик яҡшы һөйләшә ине. Һуңынан Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан Зөлхизә исемле ҡыҙға өйләнеп, уның менән икәүләп ер һөрҙөләр....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM