НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ышаныслы ил һаҡсылары тәрбиәләгәнһегеҙ
Махсус бит / Письма // 5-06-2015, 14:55


Ышаныслы ил һаҡсылары  тәрбиәләгәнһегеҙҺеҙҙең гәзит аша Бүрәтстандың Кяхта ҡалаһындағы Щаденко исемендәге Буда­пешт Ҡыҙыл Байраҡлы, Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 37-се айырым гвардия уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итеүсе данлы разведчиктар­ҙы, ысын ир-егеттәрҙе тәрбиәләгән ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
Беҙҙә хеҙмәт итеүсе Башҡортостан егеттәре – Благовещен ҡалаһынан разведчик-сапер Юрий Йосопов, Ауырғазы районының Иҫке Күҙәк ауылынан өлкән разведчик Илсур Лоҡманов, Стәрлетамаҡтан разведчик-сапер Илгиз Байтимеров, Сибай ҡалаһынан разведчик-пулеметсы Марсель Мортазин, Салауаттан өлкән разведчик Руслан Хисамиев, Дүртөйлө районының Сабанай ауылынан разведчик-гранатометчик Руслан Әҙелшин, Ҡыйғы районының Йыланлы ауылынан радиотелеграфист Артур Мөхә­мәтйәнов, Ишембай районының Әхмәр ауылынан разведчик-снайпер Илнур Байғазин өлгөлө хеҙмәт итеүҙәре менән айырылып тора. Улар бер йыл элек айырым разведка ротаһына һайлап алынғайны....

Һорауға - яуап
Махсус бит / Письма // 25-05-2015, 14:10


Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе ауылда йәшәй. Бөтә кешенең дә район үҙәгенә барып, үҙен ҡыҙыҡһындырған теге йәки был һорау­ға юристарҙан төплө яуап алыу мөмкинлеге юҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, «Хоҡуғыңды бел!» рубрикаһын яңынан тергеҙергә булдыҡ. Һеҙҙең һорауҙарға адвокат Марсель Шамил улы Уразбахтин ҙур теләк менән яуап бирергә ризалашты. Рәхим итеп, был мөмкинлектән файҙаланығыҙ. Хаттарығыҙҙы «Йәшлек»тең уе 02 @ уаndex. ru йәки аdvoкat-rв@ вк.ru электрон почтаһына яҙып ебәрә алаһығыҙ....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 16-05-2015, 13:51


– Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына биш ветеранға торлаҡ сертификаты тапшырылды. Дөйөм алғанда, беҙҙең ауыл хакимиәтенән 41 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорт һатып алыуға бүленгән аҡсаға документ алды. Байрамға әҙерлек барышында һуғышта һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған стелаларҙы ла яңырттыҡ, ремонт эштәре башҡарылды.
Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы үҫә, яңыра, йәштәр ҙур, матур йорттар һала. Быйыл Йәштәр урамына «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрелде. Бында 30-лап йорт буласаҡ. Ауылда эш булмағас, йәштәрҙең күбеһе ситтә эшләй. Былтыр бер эшҡыуарыбыҙ «500 ферма» программаһына ярашлы һөт эшкәртеү цехы асып, алты кешегә эш урыны тәҡдим итте. Урындағы халыҡ үҙ хужалығынан артҡан һөтөн ошо предприятиеға тапшыра, аҡсаһы ваҡытында түләнә. Цех мәктәптәрҙе лә сифатлы һөт менән тәьмин итә, продукцияһы үтемле....

«Килендәшем «Йәшлек»те уҡып, бәлки, мине ғәфү итер…»
Объявления / Письма / Тормош юлдары ҡатмарлы // 20-03-2015, 11:57


«Килендәшем «Йәшлек»те уҡып,  бәлки, мине ғәфү итер…»«К. районында «Йәшлек»те күп кеше алдырамы?» – ят ҡатындың тәүге һорауы шул булды. Яҡынса күпме яҙылыусыбыҙ булғанын ишеткәс, ауыр һулап ҡуйҙы. Хушлашты. Һуңынан, оҙаҡ ҡына ҡыймай йөрөгәндән һуң, ахыры, яңынан шылтыратты. Ысын исемен әйтмәне, Сайма*, тиерһең, тине:
– Элекке килендәшем шул районда йәшәй, – артабан ни әйтергә белмәгәндәй байтаҡ шым торҙо, әллә бәйләнеш өҙөлдөмө, тип трубканы һалырға ла уйлағайным, ул тағы телгә килде, – бәлки, ул «Йәшлек»те алдыралыр, гәзит аша ғәфү үтенергә ине миңә унан…
Асыҡланыуынса, килендәше социаль селтәрҙәрҙә теркәлмәгән, Сайма уның телефонын да белмәй. Үҙенә тыныслыҡ тапмай, гәзит аша булһа ла килендәшенән кисереү һорарға теләгән ҡатын, мәҡәләне уҡыһа, таныр, тип өмөтләнде:
– Туҡмап харап иттем мин уны… Эсенә тибеп, балаһын төшөрттөм, хәҙер шуға үҙемде үҙем күрә алмай йәшәйем…
Был һүҙҙәре менән шаңҡытҡан Сайма килендәше менән булған хәлде тасуирлағанда, ваҡиғалар таҫмаһын бер алға күсереп, бер кинәт артҡа китеп, фекер ебен сырмалтып, өҙөп, мине ҡаңғыртып бөттө. Шулай ҙа һөйләм һайын тиерлек аныҡлап һорауҙар бирә торғас, хәлдең айышына яйлап төшөндөм....

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 14-03-2015, 10:41


Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы:[/b]
– Урам-урам менән концерт ҡуйыу – беҙҙең ауылда элек-электән килгән матур йола. Быйыл да, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән кәңәшләшеп, һәр байрамға урамдарҙың концертын ойошторорға булдыҡ. 23 февралдә Тау урамының концерты булды. Ул бик матур үтте. 8 Мартта ауылдаштар Тыныслыҡ урамының концертын ҡарап кинәнде. Әйткәндәй, халыҡ бындай концерттарға бик теләп йөрөй. Зал шығырым тулы була. Беҙҙең ауыл клубында – 120 урын, буш урын ҡалмай, хатта йәштәр баҫып тороп ҡараны.
Әле Йәштәр урамы менән Түләш урамы байрам сығыштарын әҙерләй. Ул ғына ла түгел, күрше ауылдар ҙа килеп концерт ҡуя. Ауылдаштар бындай сараларҙы көтөп кенә тора. Йыл аҙағында клуб ремонтланғандан һуң, уның эше лә йәнләнеп китте, йыл башынан алып бөтәһе биш концерт ойошторолдо. Әле, спектакль ҡуяйыҡ, тип дәртләнәләр. Аллаға шөкөр, ауылда мәҙәни тормош гөрләп тора....

Әсәйем…
Махсус бит / Письма // 6-03-2015, 11:22


Әсәйем…Әсәй… Ниндәй яғымлы, матур һүҙ ул. Бөтә кешегә әсәй – бик ҡәҙерле, яҡын кеше.
Әсәйем… Һин донъяла бе­рәү генәһең, күҙ нурым минең. Һин бөтә ауырлыҡ­тар­ҙы еңәһең. Йомшаҡ, нәфис ҡулдарың биткә ҡағылып үтһә, ниндәй рәхәт! Ә мин яратам шулай иркәләгәнеңде…
Әсәкәйем… Ҡулдарың ал­тын һинең, бар эшкә лә өлгөрәһең. Бешергән аштарың шундай тәмле, телеңде йо­торлоҡ. Татлы ризыҡтарыңды ауыҙ итһәң, арыуыңды онотҡандай булаһың. Әллә һин тылсымсыһың?...

Әсәй менән донъя – түңәрәк
Махсус бит / Письма // 6-03-2015, 11:15


Әсәйем – ялан ҡыҙы. Дала яҡтарынан алып ҡайтҡан уны атайыбыҙ. Йәшләй генә кейәүгә сығып, егерме алты йәшендә өс балаһы булған әсәйем башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылмай: тәмле итеп бәлеш бешерә, күпереп торған икмәк һала, йылы бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләй, гөлөн дә үҫтерә, оҫта итеп ҡорама юрғандар һырый, бәләкәс кенә диван яҫтыҡтары эшләй, ваҡытында халыҡ театрында спектаклдәрҙә уйнаны, концерттарҙа ҡатнашты, матур йырлай… Ошо әле һанап кителгән эштәр ауыл ҡатынының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше – һыйыр һауыу, уның ағын эшкәртеү, ҡош-ҡортто тәрбиәләү, баҡса ҡарау, шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙгә иғтибар, наҙ, һөйөү, кәңәштәр биреү...

Улар ябай халыҡты зар илатҡан
Махсус бит / Письма // 20-02-2015, 10:36


Гәзиттең 1-се һанында «Ҡасҡын ҡатындары», ә 3-сө һанда «Ҡасҡындар беҙҙә лә булған» тигән мәҡәләләрҙе уҡығас, мин дә үҙ белгәндәремде бәйән итмәксемен. Һәр заманда ла ҡасҡындар булған, әммә совет власы, һуғыш, ил яҙмышы хәл ителгән мәлдә, халыҡҡа иң ауыр осорҙа уларҙы ыҙалатып, ҡасҡын булып йөрөгәндәрҙе Бейеш, Буранбай, «Шоң­ҡар» поэмаһындағы Әх­мәткә тиңләргә ярамай. Башҡорт халҡында ауыҙ-тел ижады юғары үҫешкән. Ҡобайыр, бәйеттәр телдән-телгә күсеп, беҙгә килеп ет­кән.
Абдулла ҡараҡ беҙҙең яҡтарҙа йөрөгән. Уның ҡасҡын дуҫтары күп булған. Уларға Белорет районының Хөсәйен ауылы муллаһы етәкселек итә. Беҙҙең Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылынан Ғәлиәхмәт Усманов, Аман­гилденән Нәбиулла Рәхмәтов һәм Әбдел­ғәзенән Ғәббәс (фамилияһын онотҡанмын) ағаһы улар менән йөрөгән....

Мөхәббәт – ул мәңгелек йәки Һөйгәнемә хат
Махсус бит / Письма // 13-02-2015, 12:11


Мөхәббәт – ул мәңгелек йәки Һөйгәнемә хатИҫләйһеңме?.. Ә минең иҫемдә. Яңы ғына студент тигән исемгә лайыҡ булып, уҡыу башланыуға тулыр-тулмаҫ ике ай ғына үткән. Мыжғып торған ҙур ҡала. Йәштәр менән лыҡа тулы университет. Шат тауыштар, йыр-моң, китаптар менән тулы ятаҡхана. Танышыуҙар. Дуҫ­лашыуҙар. Ҡауышыуҙар. Шун­дай бер көндө көтмәгәндә бүлмәгә һин килеп индең. Әйләнә-тирәләге береһенекенә лә оҡшамаған тулҡын сәстәр, янып торған йәшкелт-һоро күҙҙәр, йомшаҡ тауыш, тыуған яғың диалектында үҙенсәлекле итеп һөйләшеүең… Бер күреүҙән ғашиҡ булыу тигәндәренә шунан бирле һис һүҙһеҙ ышанам. Тик һиңә мин генә ғашиҡ булмағайным, ятаҡтың Казановаһы булып китереңде бел­һәм, һинең яндан күҙемде йомоп үтер инем. Тик белмәнем… 17 йәштә күп кәрәкме ни?...

Ә беҙҙең ауылда...
Махсус бит / Письма // 23-01-2015, 15:41


Был аҙнала үҙҙәренең яңылыҡтары менән Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында йәшәүсе гәзит уҡыусыларыбыҙ бүлеште.
«Йәшлек»тең дежур телефоны – 8-965-923-20-00.
Мин Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте биләмәһендә уҙғарылған бер нисә сара тураһында һөйләмәксемен. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ваҡыт әүҙем тормош бара, ниндәйҙер ваҡиғалар булып тора. Бер нисә көн элек Сиҙәм ҡасабаһы мәсете имамы матур сараға – Мәүлит байрамына йыйып алды. Гөлнур абыстай һәм Рәжәп Юлдыбаевтар ғаиләһе менән дин юлында. Бәйғәмбәрҙе иҫкә алып, мөнәжәттәр әйтеп, доғалар ҡылып, намаҙ уҡып билдәләнек.
Беҙ боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ла эштәр башҡарабыҙ. Үҙем, ағинәйҙәрҙе саҡырып, бала тыуғас салына торған “Ғаҡиҡа” ҡорбанын салыу мәжлесе үткәрҙем. Малайға – бер, ҡыҙ балаға ике ҡорбан салына. Беҙҙең Гөл­мирә ейәнсәребеҙгә арналды был ҡорбан. Алты ауылдан килделәр. Ҡөрьән уҡып, теләктәр теләп, йәштәргә күрһәтеп, еренә еткереп атҡарҙыҡ был эште....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM