НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бушҡа уҙмаған ғүмер
Махсус бит / Письма // 27-11-2010, 11:34


Оҙайлы тормош юлы үткән өлкән йәштәрҙәге кешеләр осрашһа, балалыҡ иленән башлап, бөтә йәшәлгән ғүмер йылдарын иҫкә алмай ҡалмайҙар. Башҡаса мөмкин дә түгелдер. Замана, донъяуи үҙгәрештәр үҙенекен итә. Булып үткән хәл-ваҡиғалар әкренләп онотола бара.
Хәйбулла районының Үрге Иҫәнгилде ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән Ғиниәтулла Сәғит улы Иҫәнгилдинды бөгөн дә ауылдаштарының ихтирам менән иҫкә алыуы осраҡлы хәл түгелдер. Һәр нәмәгә иғтибарлы, ҡыҙыҡһыныусан малайын атаһы Башҡортостандағы танылыу алған мәҙрәсәләрҙең береһенә уҡырға бирә. Ауыл малайы мәҙрәсәлә алған белеме менән хушһынмай, киләсәген күҙаллап, уны үҙ аллы арттырыу яғын ҡарай. Ул саҡтарҙа тыйылған гәзит-журналдарҙы күҙҙән яҙҙырмай уҡып бара. Бындай хәлде белеп ҡалып, уға мәҙрәсәнән ҡыуыу менән янайҙар....

Бәхетһеҙлекте еңеүселәр
Махсус бит / Письма // 20-11-2010, 13:02


 Бәхетһеҙлекте еңеүселәрҠыйғы районында йәшәүсе күп балалы йәш ғаилә – Айгөл һәм Юнир Латиповтар хаҡында был яҙмам. Тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти күренгән замандаштарыбыҙ өлөшөнә ҙур һынауҙар төшә, күп кенә тетрәнеүҙәр кисерергә мәжбүр итә уларҙы яҙмыш.
Йәштәр Салауат районында тыуған: Айгөл Бишәүҙәр ауылы ҡыҙы, Юнир – Ахундыҡы. Биш йыл элек улар тормош юлын бергә үтергә һүҙ ҡуйыша. Юнир Айгөлдөң улы Батырҙы үҙ балаһылай күрә, артабан бер-бер артлы уртаҡ мөхәббәт емештәре – Салауат (2007 йылғы), Азалия (2008), Ынйы (2009) тыуа.
Йәш ярымлыҡ ҡына сағында Батыр ҡапыл ҡаты ауырып китә....

Зиләйлүк
Махсус бит / Письма // 20-11-2010, 12:56


ЗиләйлүкЕрҙә күпме кеше, шунса яҙмыш йәшәй. Күбеһе тураһында хикәйә генә түгел, фильм төшөрөргә була. Был ғаилә тураһында яҙыр­ға мине, бер яҡтан, улар өсөн сикһеҙ шатланыу, икенсе яҡтан, күңел болоҡһоуы этәргәндер. Мин дә төшкән килендәрҙән. Шуға күрә лә иң беренсе күңелемдә ошо шиғыр юлдары тыуҙы:
Тыуып үҫкән ергә ҡарағанда
Төшкән ер ҡәҙерлерәк, тиҙәр.
Шул асылды бер көн генә түгел,
Йәшәй-йәшәй аңлайһың икән......

Баймаҡса «ипотека»
Махсус бит / Письма // 2-11-2010, 11:11


Баймаҡса «ипотека»«Кемдер ҡатлы йорт һалып, уға газ индерә алмауына ҡайғырһа, беҙ ипотекаға өй төҙөтә алмай интегәбеҙ. Улым, Хәсәнов Илдар Ғимаҙи улы, «Ауыл ерендә йорт төҙөү» программаһын файҙаланып, ипотекаға йорт һалырға булды. Төҙөлөш менән булышырға ваҡыты юҡ – дауаханала яуаплы эштә – хирургия бүлеген етәкләй. Фәҡәт йорт ҡына: ҡура, ихата, мунса һәм башҡалары хужа елкәһендә булырға тейеш. Кредитҡа 650 000 һум аҡса алып, Темәс леспромхозы директоры («Һаҡмар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) Макаров Борис Василий улынан төҙөлөш эштәрен башлаттыҡ....

Кешеләрсә ысын ғүмере бар
Махсус бит / Письма // 2-11-2010, 11:09


Кешеләрсә ысын ғүмере бар«Алыҫҡа киткәс, туғандарҙың, атай йортоноң, тыуған яҡтың ҡәҙерен тулы мәғәнәлә аңланым», – тип яҙғайны Вәсил ағайым бер хатында, ике ай хеҙмәтен тултырғас. Ир заттары бындай юлды, әлбиттә, үтергә тейеш. Әрме хеҙмәтенән һалдат атайсалға сыныҡҡан, ҡарашы нығынып, физик яҡтан да көслө булып ҡайтып төшә.
Бөгөн Вәсил Насир улы Харрасов Алыҫ Көнсығышта, Курил утрауҙарының береһе – Кунашир утрауында мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итеп йөрөй. Ҡояш ҡалҡҡан яҡтағы ваҡыт­ҡа, климат үҙенсәлегенә өйрәнеп китеүе ҡыйыныраҡҡа тура килә....

Хыянатты ғәфү итеп буламы?
Махсус бит / Письма // 18-09-2010, 13:24


Мин десантсылар ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Әйтергә кәрәк, әрме хеҙмәте мине физик яҡтан шул тиклем ныҡ үҫтерҙе һәм сыныҡтырҙы. Былай ҙа һомғол кәүҙәм тағы ла һомғолланыбыраҡ китте, ысын атлетҡа әйләндем. Уйнап торған мускулдарымды былтайтып сығарып төшкән фотоларымды һөйгән ҡыҙыма ебәреп, уның йөрәген яндырырға теләнем. Башҡа­ларға ла күрһәтәсәгенә иманым камил ине. Үҙ-үҙем менән һоҡланыуым тора-бара шул тиклем көсәйҙе – бындай фотоларымды класташ ҡыҙҙарға, туғандарыма, хатта хеҙмәттәштәремдең таныш ҡыҙҙарына ла һалып ебәр­ҙем. Йәнәһе, күрегеҙ, һоҡланығыҙ – бына мин ниндәй!
...

Ғәфү итегеҙ мине, таныш түгел ағай!
Махсус бит / Письма // 18-09-2010, 13:23


Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
Һеҙгә ҙур үтенес менән республикабыҙҙың төньяҡ райондарының береһендә йәшәүсе Аида исемле ҡыҙ мөрәжәғәт итә: ошо хатымды гәзит биттәрендә баҫтыра алһағыҙ, бәлки, ул юлланған кешеһенә барып етер ине лә, күңелем тынысланыр ине...
Эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам.
Аида.
Август, 2010 йыл.
...

Яңы техника менән тау аҡтарырға мөмкин
Махсус бит / Письма // 14-09-2010, 10:01


Хәҙерге заманда ауылда йәшәүселәргә үҙҙәрен ерҙең ысын хужалары итеп тойһон өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Баҡалы районының Яңы Маты ауылында йәшәүсе Людмила һәм Григорий Емашевтарҙың донъяһын барып күргәс, беҙ ундағы заманса интерьерға ғәжәпләндек. Был тырыш һәм маҡсатҡа ынтылыусан ғаиләнең ихатаһы тулы мал-тыуар – алты баш эре мал, бер нисә тиҫтә бройлер тауыҡ, ҡаҙ һ.б....

Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?
Махсус бит / Письма // 31-08-2010, 10:58


Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?
Тыныс ҡына, күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ барған ғаилә тормошом селпәрәмә килде. Кем, кемдәр ғәйепле икән? Беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәтем, бәлки, һинең күҙ йәштәрең төшкәндер?
8-се синыфта бер егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй ине, ул тип яндым, көйҙөм. Әммә ғорур булдым, бер нисек тә уға белдермәнем. 10-сыға килеп еткәс, Азамат үҙе артымдан йөрөй башланы. Һәм көндән-көн нығыраҡ яратыуын белдерҙе. Ғорур ҡылана инем, илата торғайным, үҙен дә ныҡ ҡыҙғандым, башҡа ҡыҙҙарға, һаумы, тиһә лә, үсегеп, әйләнеп китәм һәм, илап ғәфү үтенмәйенсә, яҡын да ебәрмәй инем....

Бүләгегеҙҙе алып ҡыуандым
Махсус бит / Письма // 28-08-2010, 16:32


Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәт­кәрҙәре!
Һеҙгә оло рәхмәт белдереп, хат ебәреүсе Ҡырмыҫҡалы райо­нының Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе, йәштәр гәзитен яратып уҡыусы Әнисә Ислам ҡыҙы Меркулова булыр. Мин «Йәшлек»-фараз»ға яҙғайным да, күберәк тираж яҙып ташлағанмын. Үҙемдең исемемде гәзиттә уҡығас, эй, шатландым инде, еңеүселәр араһында районыбыҙҙан минең генә исем бар ине бит. Ул бүләкте ҡайһылай ғына итеп барып алырға инде, тип йөрөһәм, хат ташыусы ҡыҙым Гөлнәзирә йүгереп килеп инде лә: «Инәй, бүләгең килгән бит», – тине. Эй, һөйөндөм инде. Өйгә ингәс тә дискыны ҡуйып ебәрҙек һәм йырҙарын рәхәтләнеп тыңланыҡ....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM