НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Махсус бит / Письма // 4-06-2011, 11:01


Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыу­сыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе....

Халыҡ ғәҙеллек даулай
Махсус бит / Письма // 8-03-2011, 09:15


йәки Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй алырҙай көсөгөҙ булһа, депутатлыҡҡа ынтылығыҙ!
Юлдыбай ауыл советының 10 округына депутатлыҡҡа 32 кандидат күрһәтелһә, шуларҙың 6-һы Һынташ менән Воскресенское ауылдарында, ҡалғандары Юлдыбайҙың 8 округына тура килә. Әйтергә кәрәк, уларҙың береһен дә хеҙмәт коллективтары тәҡдим итмәгән. 8 кандидаттың һайлаусылар менән осрашыуға килмәйенсә битарафлыҡ күрһәтеүе үҙе үк ғаризаһын аңлы рәүештә яҙмауына ишара булып тойола....

Йыры менән йәмләй тормошто
Махсус бит / Письма // 8-02-2011, 10:42


Поезда китеп барам. Ҡаршымда өс ҡатын-ҡыҙ ултыра: Мәүлиҙә апай, уның синыфташы Гүзәл апай һәм Гөлнара. Өсөһөндә өс төрлө яҙмыш. Уларҙы 20 йылдан ашыу беләм. Сөнки йәшлегем Иглин районының Яңы Ҡыбау ауылында үтте... Улар өсөһө лә матур итеп йырлай, өҙҙөрөп бейей ине. Бөгөн Мәүлиҙә апай хаҡында һөйләмәксемен....

Йөйәгем уңғандары
Махсус бит / Письма // 8-02-2011, 10:41


Белорет районының Йөйәк ауылын ғорур тауҙар уратып алған, әйтерһең дә, ул ҙур ҡаҙан уртаһында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, наҙланып ҡына Инйәр йылғаһы аға. Йөйәгебеҙ яйлап ҡына үрләй: ырыҫлы йәштәр ҡырға китмәйенсә, гөрләтеп өйҙәр төҙөп, ауылда ҡалырға тырыша. Ауыл халҡына килгәндә, ир-егеттәрҙең күпселеге тимер юлында эшләй, урман эштәре менән шөғөлләнә, ә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бәйләм бәйләй, балалар тәрбиәләй. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә бихисап. Ауылыбыҙҙың дәрәжәһен, абруйын арттырыусы эшҡыуар Салауат ағай менән Дилара апай Зәйнәғәбдиновтар менән яҡыныраҡ таныштырыр­ға теләйем....

Рәхмәт һиңә, изге йөрәкле хат ташыусы!
Махсус бит / Письма // 8-02-2011, 10:40


Мәсетле районының Һөләй­мән ауылында почтальон булып эшләүсе, изгелекле, ҡыйыу, оло йөрәкле Анфиса Кашаф ҡыҙы Сафина тураһында яҙмаҡсымын. Был хәл былтыр июнь айында булды. Мин улым Рәмил, тормош иптәшем Рәис менән Өфөнән Екатеринбургҡа ҡайтып бара инек. Көтмәгәндә иптәшемдең хәле насарланып китте. «Хәлем бөтә, тын алыуы ауырлашты», – тигәс, беҙ туҡтаныҡ. Сөнки ирем йөрәк сирле. Үткән машиналарға улым ҡул күтәреп ҡарай, тик береһе лә туҡтамай. Ошолай ни эшләргә белмәй торған саҡта, юл ситенән беҙҙең яҡҡа табан бер ҡатын килгәнен күреп ҡалдыҡ. Улым тиҙ генә уның эргәһенә йүгерҙе һәм хәлебеҙҙе аңлатып бирҙе. Нимә булғанын аңлағас та, ул беҙҙең эргәгә йүгерә-атлай килеп тә етте....

Ҡәйнәмде әсәй кеүек күрәм
Махсус бит / Письма // 8-02-2011, 10:39


Килен булып төшкән тәүге көнөмдән алып, әсәйем кеүек яҡын күреп, ҡәйнәмә «инәй» тип өндәшәм. Ҡәҙерле кешем тураһында гәзит битенә яҙып, күңелен күргем килде.
Сәлимә Йосоп ҡыҙы Таһирова 1921 йылда Әб­дрә­хим ауылында донъяға килә. Уның бала сағы, үҫмер йылдары ауыр ваҡытҡа тура килә. Аслыҡ-ялан­ғаслыҡ, ҡәһәрле һуғыш был быуын кешеләренең иң гүзәл йәшлек йылдарын әрәм итә. Ләкин ул бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай. Уңған, сая ҡыҙ, һәр үҫмер кеүек үк, эшкә сума. Колхозда ал-ял белмәй эшләй. Тракторсы булараҡ, ер һөрә, ашлыҡ сәсә. Тылда үҙенең хеҙмәте менән фашистарҙан үс ала, Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә....

Ерҙән биҙҙереү
Махсус бит / Письма // 15-01-2011, 11:03


Халҡыбыҙ башлыса ауыл ерендә йәшәй. Унда кешеләргә эш юҡ, шунлыҡтан эскелек, ялҡаулыҡ баҫа. Ситкә китеп эшләү өсөн һөнәр, тәүәккәллек кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа ҡарттар, пенсионерҙар өҫтөнлөк итә. Ауылдағыларҙың төп кәсебе – мал аҫрау. Быйылғы ҡоролоҡло йылда күптәр мал һанын ҡыҫҡартты. Сөнки үлән үҫмәне, ҡышҡылыҡҡа бесән аҙ булды. Үлән үҫмәгән сабынлыҡтарға һалым һалдылар....

Дошмандар
Махсус бит / Письма // 21-12-2010, 10:26


Кешенең тәнен генә түгел, йәнен дауалаған Ишмырҙа ағай, аҡ халатлы фәрештә кеүек, айырылып тора. Сөнки ул, киләсәкте күрә белеүе, киң ҡарашлы һәм тәрән белемле, оло тәжрибәгә эйә булыуы менән бер рәттән, олоһона ла, кесеһенә лә, түрәһенә лә, ябайына ла ихтирамлы һәм иғтибарлы ҡарашы менән күптәребеҙгә өлгө ине.
Әбйәлилдең генә түгел, республикабыҙҙың да олуғ шәхесе булған, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты хаҡындағы бер тарих мине таң ҡалдырҙы. Уны «Йәшлек»те уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм....

Йәш барһа ла, кеше йәшәүҙән туймай
Махсус бит / Письма // 11-12-2010, 12:41


Йәш барһа ла, кеше йәшәүҙән туймайХәтер яҙылмаған китап булып күңел һандығына инеп ята ла, асылмаған сер булып үҙең менән был донъянан китә. Шул һандыҡты асып, ҡайһы бер эпизодтарҙы байҡап үтергә булдым.
1928 йылғымын. Мин тыуғанда атайыма – 59, ә инәйемә 47 йәш була. Уларҙың 11 балаһынан иҫән ҡалғаны – мин һәм дүрт йәшкә өлкән апайым. 1935 йылда атайым үлеп китте. Тормош тыныс булһа ла, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе йәшәтеү өсөн инәйем «Ҡыҙыл Башҡортостан» колхозының һарыҡ фермаһына эшкә сыҡты. Йәйгеһен апайым менән мин дә көтөштөк....

«Йәшлек»тең беренсе бәпесе – Зөбәржәт
Махсус бит / Письма // 4-12-2010, 14:52


«Йәшлек»тең беренсе бәпесе – ЗөбәржәтЕгерме йыл ғүмер. Әҙәм балаһының ғына йөҙөндә, килеш-килбәтендә, хатта бөтөн булмышында юйылмаҫлыҡ эҙҙәрен ҡалдыра, тип йөрөһәм, баҡһаң, йылдар гәзит биттәрен дә үҙгәрмәҫлек итеп һарғайта, таушалдыра икән. Бына, егерме йыл элек сыҡҡан «Йәшлек» гәзитенең төпләмәһе ҡулыма килеп эләккәс, биттәрен бер-бер артлы ҡыҙыҡһынып аҡтарам. Ҡасандыр аҡҡа ҡара менән баҫылған хәрефтәр бер аҙ уңып, ҡағыҙға буяу ныҡ һеңеп тарал­ғанлыҡтан, тоноҡланып ҡалған. Ә фотоһүрәттәре... күҙҙең яуын алып торған бөгөнгө сағыу төҫтәгеләре менән сағыштырырлыҡмы һуң?! Эйе, ваҡыт тигәнең үҙенекен эшләй......


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM