RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ғәҙеллек, дөрөҫлөк донъяла ҡалғандыр ҙа бит?!”

01.08.2014 “Ғәҙеллек, дөрөҫлөк донъяла ҡалғандыр ҙа бит?!”

Шундай һорау менән Белорет районының Ғәбдүк ауылынан Закировтар мөрәжәғәт итә.

“Ғәҙеллек, дөрөҫлөк  донъяла  ҡалғандыр ҙа бит?!”“2014 йылдың 18 июнендә аноним ялған донос буйынса прокурорҙың санкцияһынан тыш (ҡулға алырға рөхсәтенән башҡа) Белорет тикшереү комитеты һәм Инйәр полицияһы хеҙмәткәрҙәре улыбыҙ Фәнис Закировты һаҡ аҫтына алды”, – Белорет районының Ғәбдүк ауылынан килгән хат шулай башлана. Артабан авторҙар, оҙон ғүмер юлында закондарҙың бер хәрефен дә боҙмай йәшәгән ирле-ҡатынлы Фәйзулла һәм Әнисә Закировтар үҙҙәре өсөн ҡурҡыныс, шаңҡытҡыс был ваҡиғаның нисек дауам итеүен яҙа: “Ҡулға алын­ған улыбыҙ юлда үлә. Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен аҡлау маҡсатында, Фәнис үҙ-үҙенә ҡул һалды, ти... ” Һәр ата-әсә өсөн ғәзиз балаһының (уға биш йәш булһынмы, әллә ҡырҡ бишме – айырма юҡ) үлеме донъялағы иң оло ҡайғы, уны хатта бер ниндәй үлсәмдәр менән дә үлсәрлек түгел, үҙ башынан үткәргәндәр генә ауырлығын, асылығын белә. Оло йәштәге Фәйзулла менән Әнисә Закировтар ҙа ҡара ҡайғы һаҙлығына батҡан, шулай ҙа, бар ихтыяр көсөн йыйып, ошо хәлдең осона сығырға тырышып, саң ҡаға: “Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк талап итәбеҙ! Ярҙам итегеҙ!”

Ваҡиғалар эҙенән

Хәл-ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ күҙаллау маҡсатында хат авторҙары менән осраш­ҡас, Фәйзулла Сәхиулла улы бына ниҙәр һөйләне:
– Оҙаҡ булһа ла, тәү баштан башлайым әле... Улым Фәнис Омск яғына эшкә йыйынғас, ауылдашыбыҙ Илдарҙы* ла, юлына аҡсаны үҙе түләп, бергә эйәртте. Күп тә үтмәне, аяғы ныҡ һыҙлағас (аяғында спица тора), улыбыҙ кире әйләнде, ә Илдар эшләп ҡалған. Ул ике айҙан һуң ҡайтты. Беҙгә туған тейешле Руслан* эсеп йөрөй ине, Илдар ҙа шуға ҡушылып китте. Бер аҙҙан улыбыҙға эш урынынан шылтыратып, электр ҡорамалдарын таптырта башланылар. Ул ҡорамалдар Фәнис исеменә яҙылып, уның яуаплылығына тапшы­рыл­ған булған икән. Фәнис Илдар­ҙан, һин шул ҡорамалдар менән эшләп ҡалдың бит, нишләп кире тапшырманың, ҡайҙа иттең, тип һораған. Илдар, ярай, үҙем яуап тотормон, тигән. Фәнис, әйҙә, эш урынына беҙҙең өй телефонынан шылтыратып, үҙең аңлат, тиһә лә, килмәне, шылтыратманы. Илдар аҡса менән ҡайтҡайны, тиҙәр, күрәһең, шул электр ҡорамалдарын һатып “байыған”. Фәнис уның менән боларышып, һуғышып йөрөмәне, киреһенсә, ярҙам итергә тырышты, урамда эсеп тәгәрәп ятҡанын күреп, өйөнә ҡәҙәр алып барғаны ла булды. Мин дә Илдар менән Русланға ярҙам итергә тырыштым. Бер барғанда, был эскегеҙҙе ҡасан туҡтатаһығыҙ, тип ирештем. Бөттө, ағай, бөттө, туҡтатабыҙ, тип мине тынысландырып ҡайтарҙылар. Ләкин эсеүҙәрен дауам иттеләр. Тағы барҙым. Берәй нимә сығараһығыҙ бит, тим... Тыңлайҙармы һуң... Бер барғанда Илдарҙың ике туған ҡустыһы ла уларға ҡушылғайны. Икенсе юлы ҡараһам, икеһе лә күгәренешеп йөрөй, Илдарҙың башы ҡанай. Ни булды, тип һораһам, ҡустыңды эсереп ятҡыраһығыҙ, тип, ағай-энеһе килеп, типкеләп сыҡты, тиҙәр. Иҫкәрттем бит, эсеүҙе туҡтатыр кәрәк ине, тинем. Илдарҙың башы тишелгәйне, табипҡа барып бәйләтер инең, тип кәңәш иттем. Ул, эй, ямауы үҙендә, тип көлдө. 17 июндә улым Фәнис менән ерле-юҡтан бәхәсләшеп, Йөйәк ауылына ҡустыма (ул полицияла эшләй, әле отпускыла) сығып киттем. Уға, Фәнис менән һөйләш әле, мине тыңлап еткермәй, эшкә урынлаш­һын, туғаныбыҙ Русланды ла эскеһенән тыйыр кәрәк, Илдар менән айҙан ашыу эсәләр, тинем. Полицияның участка вәкиле менән барырмын, тип вәғәҙәләне. Уның менән байрам иттек. Иртәгәһенә, әле мин йүнләп айнымаған да килеш, ҡустым мине Ғәбдүккә илтте. Унда полиция хеҙмәткәре ҡаршыланы, улым, Илдар, Руслан тураһында һорашып торҙо. Полицияла эшләгән ҡустым иптәштәренә әйткән дә, улар улым, Руслан менән профилактик әңгәмә үткәрергә килеп тә еткән икән, тип уйланым, шуға һорауҙарына яуап бирҙем, уҡымайынса ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙым, сөнки, беренсенән, айнып етмәгәйнем, икенсенән, үҙем менән күҙлегем дә юҡ ине. Ҡустыма ла ышандым бит... Ә баҡтиһәң, төндә Илдар үлгән һәм минең улымды ҡулға алған булғандар... Шул саҡта бәлиғ булмаған ейәнемдән һорау алғандар, был хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тарафынан законды боҙоу була түгелме ни?!

Улымдың ҡулдарына бығау һалып, полиция машинаһының ситенә ҡуша бәйләгәндәр ине. Мине күргәс тә, водитель газға баҫты, Йөйәк яғына тиҙерәк китеү яғын ҡараны, ә улым, асырғаланып, атай, машинаны туҡтат, атай, тип ҡысҡырҙы. Үҙен һәләкәткә алып китеп барғандарын тойҙо, ахыры...
Тауышы ҡалтырап киткән Фәйзулла бабай, хис-тойғоларын йүгәнләргә маташып, башын ситкә борған килеш бер аҙға тын ҡала. Тынысланғас, һүҙен дауам итә:
– Мин, инде һикһәнгә еткән оло кеше, машинаны ҡыуып етә аламмы һуң?! Машина эсендә тикшереү комитетынан кешеләр бар ине. Улар машинаны туҡтатырға, миңә улым менән һөйләшергә ирек бирергә тейеш ине, ләкин полиция хеҙмәткәрҙәре беҙҙе бынан мәхрүм итте, әйтерһең дә, махсус рәүештә ҡастылар.

Шул рәүешле Закировтар аптырашып тороп ҡала. Илдарҙың үлемендә улыбыҙҙың бер ҡыҫылышы ла юҡлығын белгәс тә, уны һаҡ аҫтынан сығарырҙар, тип уйлайҙар. 19 июндә иртән, Русланды эҙләп, Инйәрҙән полиция хеҙмәткәрҙәре уларға инеп сыға, Фәнис тураһында ләм-мим өндәшмәйҙәр. Төштән һуң ғына Илдарҙың туғаны килеп, “һөйөнсө” ала: “Нимә, һеҙ улы­ғыҙҙың үлгәнен белмәйһегеҙме ни әле?! Моргтан барып алығыҙ”. Торған ерҙәрендә ер уйылып киткәндәй була...

Яуапһыҙ һорауҙар

Закировтарҙың Белорет ҡала­һында йәшәгән Фәниә исемле ҡыҙҙары бар, тап уға ағаһының кәүҙәһен ауылға алып ҡайтырға тура килә.
– Ағайымдың кейемдәрен бирегеҙ, тип һорағайным, морг хеҙмәткәрҙәре, беҙ уларҙы яҡтыҡ, тип яуап­ланы, – айҙан ашыу ваҡыт уҙһа ла, Фәниә өсөн был кисә генә булғандай – йөрәктәге сей яра һаман ҡанһырай. – Нишләп беҙҙең ризалыҡтан башҡа ағайымдың кейемдәрен яҡҡандар? Кем уларға был хоҡуҡты биргән?
Фәниә Фәйзулла ҡыҙы тикшереү комитетына килеп, ошо һәм башҡа һорауҙарҙы тәфтишселәргә бирә, тик улар яуапһыҙ ҡала – уның менән йүнләп һөйләшергә лә теләмәйҙәр. Фәйзулла Сәхиулла улының да һорауҙары әлегәсә яуапһыҙ:

– Тәфтишселәрҙең һүҙе буйынса, имеш, Фәнис Йөйәк ауылын үтеү менән, билендәге ҡайышын сисеп, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ә нишләп, ҡулына бығау һалғас, ҡайышын алмағандар? Ҡулы бығаулы килеш, ул нисек ҡайышын систе, нисек муйынына элмәк һалды икән? Ярай, берәй тылсым менән улым шуны башҡарҙы ла, ти, ә уны алып киткән тикшереү комитеты тәфтишселәре, кинолог, водитель ҡайҙа ҡараған? Нишләп күмәкләп тороп, уның үлеменә юл ҡуйғандар?
– Тикшереү комитетында тикшереү һөҙөмтәләре менән танышҡас, беҙҙең башҡа таяҡ менән һуҡҡандай булды, – тип дауам итә Фәниә. – Йәнәһе лә, хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре Фәнисте эскәнме-юҡмы икәнен белергә генә алып киткән. Улай булғас, нишләп кешесә ҡыланмаҫҡа? Ҡурҡыныс енәйәтсене ҡулға алғандай ҡыланып, полицияның участка вәкиле уны өс сәғәт ярым өйҙә ҡарауыллап торған, һуңынан, Белореттыҡылар килеп еткәс, ҡулына бығау һалып, бәйләп, машинала ауыл буйлап йөрөткәндәр... Шул уҡ документ­тар­ҙа, лаяҡыл иҫерек ине, тип тә күрһәткәндәр. Имеш, ул машинала ҡоҫҡан, кесе ярау иткән, шуға уны машинаның рәшәткәле артҡы бүлегенә индереп ултыртҡандар. Шаһиттар күргән: ағайымды тәүҙән үк машинаның рәшәткәле артҡы бүлегенә индереп япҡандар, һәм ул айыҡ булған! Шулай уҡ документта, ирке сикләнмәгәйне, тип яҙғандар. Ә бит бығаулы булыуын атайым да, Фәнистең улы ла үҙ күҙҙәре менән күргән!
– Улыбыҙ эске менән дуҫ булманы, эсһә, 1 – 2 генә рюмка эсте, ә ул көндө ап-айыҡ ине, – Әнисә Хажғәле ҡыҙын был ҡайғы ергә ҡәҙәр эйелткән. – 18 июндә иртән полицияның участка вәкиле килеп ингәс, барыбыҙ ҙа аптыраныҡ. Улыбыҙға йыйынырға ҡушҡас, ни эшләргә лә белмәнек... Көн эҫе ине, һыуһар тип, баламды йәлләп, Фәнистең улы Илнур аша пластик шешәлә һыу ебәрттем, аҙаҡ – сәй...

– Атайым кузовҡа ҡуша бәйле ине, ҡулында бығау булғас, ул ике ҡуллап тотоп эсте, – Илнурға ла был көндө хәтерләүе сей ярала со­ҡоноу­ға тиң. – Сәй алып барғанда, атайымды машина эсенән сығар­ғайнылар. Атайым, сәй эскәс, полиция хеҙмәткәрҙәренән, телефон менән аҡсаны ни эшләтергә, тип һораны. Полицейскийҙар, ана, улыңа бир, тине. Атай бығаулы ҡулы менән, нисектер яйһыҙ янтайырға мәжбүр булып, кеҫәһенән телефонын, аҡсаһын алып бирҙе. Шунан атайҙы яңынан машинаға бикләп, полицейскийҙар овчарка менән Русландың өйө яғына йүнәлде. Унда оҙаҡ булманылар, бер-ике минуттан кире әйләнделәр, ә мин ҡайтып киттем.

– Тикшереү комитетындағы тикшереү һөҙөмтәләрен уҡый башлағас та, унда яҙылғандарҙан йөрәк әрнеп, баш сатнап ауыртып китте, – ти Фәниә. – Мәҫәлән, моргтан бирелгән документта, Фәнис шыр яланғас килеш төн уртаһында килтерелде, тип күрһәтелгән. Нишләп ул шыр яланғас булған? Мәйетте алғанымда үҙҙәре, кейемдәрен яҡтыҡ, тип торҙо... Әгәр моргҡа ысынлап яланғас килтерелһә, уны алып киткән кешеләр кейемдәрен ҡайҙа иткән? Иртән үк өйҙән алып сығылған ағайымды төн уртаһынаса ҡайҙа йөрөткәндәр? Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре күрһәтеүенсә, ауылдан китеп өлгөрмәгәндәр, Фәнис аҫылынған (йәғни 18 июндә). Ә нишләп был турала шунда уҡ беҙгә хәбәр итмәгәндәр? Ауылдашыбыҙ әйтмәһә, ҡасанға тиклем быны йәшерергә уйланылар икән? Тәфтишсенән ошо хаҡта һорағас, беҙ һеҙҙең телефонды белмәнек, ти. Уларғамы инде шулай яуаплау?! Телефон номерыбыҙ дәүләт сере түгел дәһә, теләгән һәр кем белешә ала... Бик тә булмаһа, Инйәр полицияһы хеҙмәткәрҙәре аша әйттерерҙәр ине, улар бит 19 июндә, Русланды эҙләп, иртән атай-әсәйемә инеп сыҡҡан да һуң...

Ябай ауыл кешеһен эшкә һана­мау­ҙары булдымы был? Шулай уҡ, Фәнистең үлеме шарттарын асыҡларға маташып, тикшереү комитетына килгән ата-әсә, Фәниә менән кешесә һөйләшергә теләмәүҙәрен нисек аңлатырға? Фәнисте ниндәй­ҙер енәйәттә ғәйепле итеп ҡабул иткәнгә уның туғандары менән үҙҙәрен шулай тәкәббер тотҡандармы? Улай тиһәң, кеше ғәйеплеме-юҡмы – быны тик суд ҡына асыҡлай, ә Фәнистең ниндәй ста­тус­та ҡулға алыныуы ла (ҡулдарына бығау һалғас, быны башҡаса атап та булмай) билдәһеҙ...

– Фәнисте моргтан алып ҡайтҡас, сикәһендәге ҙур гематомаға иғтибар иттек, ә бит полиция хеҙмәт­кәр­ҙәре уны алып киткәндә, битендә ундай нәмә юҡ ине, – ти атай кеше. – Шул турала әйткәс, берәй ерҙә һуғылғандыр, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Ни өсөн тап Фәнискә шик төштө, тип һорағас, улығыҙҙың күлдәгенә Илдарҙың ҡаны эләккән, тинеләр. Фәнис уға гел ярҙам итеп йөрөнө, бәлки, шул саҡта буялғандыр. Шуныһында иманым камил: беҙҙең Фәнис Илдар менән бөтөнләй талашманы, һуғышманы!

“Һәйбәт кешене, һәйбәт, тибеҙ”...

Закировтар ғаиләһен тетрәндергән ваҡиға башында ятҡан Ил­дарҙың үлеме менән ҡыҙыҡһынып, Ғәбдүккә барғас, Русланға ла һо­рау­ҙар бирергә тура килде (эйе, овчарка менән дә таба алмағандар бит, шул кеше). Уның һөйләүе буйынса, 17 июндә кис Илдар, ятып торам, тип, өйҙөң келәһен эстән бикләп ҡала (ул ауылдашының өйөндә ваҡытлыса йәшәгән – авт.):

– Хужа үҙе йортоноң ишеген тыштан да бикләп, беҙ ҡайтып киттек. Икенсе көнө иртән килһәк, Илдар эстән ишекте асмай. Хужа соландың нигеҙенән таҡталарҙы аҡтарып, өйгә инде лә, миңә эстән ишекте асты. “Энем, эш хөрт”, – ти. Баҡтиһәң, Илдар үлеп ята, имеш... Күрәһең, ҡанын күп юғалтыуҙан үлгән.
– Эскәс, ҡаны шыйығайҙы ла, башындағы яраһынан аҡты ла аҡты инде, – тип, Фәйзулла Сәхиулла улы ауыр һулай. – Ә минең улым һис бер ғәйепһеҙ ҡәберҙә кеше үлтереүсе булып ята. Зыярат янынан үткән һайын, исемемде аҡла, атай, тип әйткән һымаҡ... Тәфтишсе­ләрҙең яҙмаһында: “Фәнис Заки­ровты алып киткәндә, ул, атай, тип ҡысҡырҙы, ә атаһы, һиңә шунда юл, тип тороп ҡалды”, – тип кемдер күрһәткән. Шуны уҡығанда йөрәгем туҡтай яҙҙы – ялған бит! Мин, киреһенсә, улымды ҡотҡарырға тип, машина артынан йүгерҙем, ҡыуып етә генә алманым, бына ҡайҙа үкенес...

Фәнистең суицидҡа булған мөнәсәбәтен асыҡлағанда, һөйләшкәндәрҙең барыһы ла, ул үҙ-үҙенә ҡул һала торған кеше түгел ине, тиеште: “Ғүмерҙә лә уйлаған, ниәтләгән нәмәһе түгел. Ундай уй башына ла инеп сыҡманы, киреһенсә, йәшәргә, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышты”. “Әйтәйек, ул үҙен ғәйепле һанап, шунлыҡтан башын элмәккә тыҡты, ти...” – мин һаман төпсөндөм. “Ундай хәлдә лә үҙен-үҙе үлтермәҫ ине!” – булды ҡәтғи яуап.

– Фәнистең кемделер үлтереүенә лә, үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ла ышанмайым – ул ундай кеше түгел, – тине ауылдашы Мәликә Мө­лөкова. – Уның менән дауаханала ятҡанда таныштым, себенде лә рәнйетмәгән, шул тиклем мәрхәмәтле, изге күңелле, ярҙамсыл кеше ине ул. Минең үҙемә генә лә уның күпме ярҙамы тейҙе!

– Эйе, Фәнис бик яҡшы кеше булды, – тип йөпләне уның һүҙен Вәжилә Баязитова ла. – Һәйбәт кешене, һәйбәт, тип әйтәбеҙ инде, алдап хәбәр һөйләгәнебеҙ юҡ. Ул гел эш менән булды, ҡош-ҡорт ҡарашты, һыу ташыны, балыҡ ҡармаҡланы... Эсеп, холоҡһоҙланып йөрөмәне... Бына бит, тик торғанда һис бер гонаһһыҙ кешене харап иттеләр...

Хат буйынса Белорет тикшереү комитетына мөрәжәғәт иткәс, ведомство хеҙмәткәрҙәре, юғарынан рөхсәт булмайынса, беҙ һеҙгә мәғлүмәт бирә алмайбыҙ, тип яуап­ланы. Ә тикшереү һөҙөмтәләре менән риза булмаған Закировтар тикшереүҙе дауам иттермәксе.

– Фәнистең ниндәй шарттарҙа был донъянан китеүен беҙ асыҡлар­ға тейеш, – ти Фәйзулла Сәхиулла улы. – Ғәҙеллекте талап итәсәкмен. Нишләп хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре баламдың ғүмерен һаҡламаны – шул һорауға яуап бирһендәр миңә. Тынысланмаһаң, улың артынан китеп барыуың да бар, тип янаһалар ҙа, ярты юлда туҡтамаясаҡмын. Ғәҙеллек, дөрөҫлөк донъяла ҡалғандыр ҙа бит?!

Улдарының исемен аҡларға ынтылған Закировтар ошо көндәр­ҙә прокуратураға ғариза яҙған, адвокат ялларға йыйына. Бар ауырлыҡтарҙы еңеп, кәртәләрҙе үтеп, Фәйзулла Сәхиулла улы үҙенең төп һорауына ыңғай яуап алыр, тип ышанғы килә. Сөнки ошо ҡиммәттәр ҙә аяҡ аҫтына һалып тапалһа, беҙгә, кешеләр, ни ҡала?!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»