RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сүп баҫҡан баҫыуҙарҙы күреп, йөрәк әрней

17.05.2014 Сүп баҫҡан баҫыуҙарҙы күреп, йөрәк әрней

(«Икмәктән оло аш юҡ», «Йәшлек», 10 – 11-се һандар, 14, 21 март, 2014 йыл).
Билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың «Йәшлек»тә баҫылған мәҡәләһен уҡығас, уйланып йөрөнөм дә, үҙемдең уй-фекерҙәремде яҙып ебәрмәксе булдым. Сөнки бөгөн беҙҙең уңдырышлы ерҙәребеҙ, уңышһыҙ булып, әрем, ҡый үләндәре баҫып, йәнде әсетеп, тапалдыҡ булып ята. Минең генә йәнем әрнемәйҙер, ҡасандыр был ерҙәрҙә иген үҫтергән күптәрҙең йөрәге һыҡраналыр.

Эйе, 1952 йылда беҙгә һәр тарафтан сиҙәм күтәрергә трактор­ҙар һәм тракторсыларҙы ебәрҙеләр. Уларҙы ауылдарға бүлеп, фатирҙарға урынлаштырҙылар. Беҙгә лә Марат Гончаренко фамилиялы украин егете килде. Ул Башҡортостанда берәй балалар йортонда үҫкән булдымы икән, башҡортса бик яҡшы һөйләшә ине. Һуңынан Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан Зөлхизә исемле ҡыҙға өйләнеп, уның менән икәүләп ер һөрҙөләр. Беҙ ҙә, Һәмән ауылы ҡыҙҙары, шул тракторсыларға прицепщиктар булып эшләнек. Йәғни трактор тағып йөрөгән һабанды таҙарттыҡ, майланыҡ, игәү менән үткерләнек. Нисек итеп эшләргә кәрәклеген өйрәтә торғайнылар.

Тракторсылар ағастарҙы тамыр­ҙары менән йолҡоп алып, бер урынға өйөп, иген баҫыуҙарын киңәйтте. Ауыл тирәләрен һөрөп бөткәс, алыҫтағыларға барып, ҡуна ятып эшләргә тура килде. Төнгө сменаларҙа бысранып, һыуыҡта өшөп, күҙҙәребеҙ һәм тештәребеҙ генә ялтырап ҡайтып инәбеҙ. Ҡайтып, йыуынып, ашайбыҙ ҙа, яңынан һабандарҙы ҡарап, тәртипкә килтерәбеҙ. Аҙаҡ уларҙы икенсе сменалар тағып китә. Шулай ыҙалана торғас, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күренә башланы. Йыл да иген уңмаһа ла, уңыш булып торҙо. 1956 йылда ашлыҡ емерелеп уңды. Ырҙын табаҡтарында ауыл халҡы өс сменала тир түкте, ҡул көсө етмәгәс, уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы эшкә йәлеп иттеләр. Хатта Сибайҙан студенттар саҡырылды, Асҡарҙан уҡытыусылары менән өлкән класс уҡыусылары килеп, ятып эшләне. йөк машиналары водителдәре, та­ғылма тағып, көнө-төнө Сибай элеваторына иген ташыны. Совхоз ашхана һәм эшселәргә ял итеү өсөн дөйөм ятаҡ төҙөнө.

Хеҙмәт нормаларыбыҙҙы арттырып үтәгәнбеҙҙер инде, көҙ көнө ауыл халҡына иген тараттылар. Шул ваҡытта ордендар алмаһаҡ та, «Сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән өсөн» миҙалын алып ҡыуандыҡ. Унан һуңғы йылдарҙа ла беҙҙә иген шәп уңды. Иген башаҡтары эре һәм туҡ булып өлгөрә торғайны. Бына шундай ерҙәребеҙ бөгөн етемһерәп ята. Ни эшләмәк кәрәк?

2010 йылда, халыҡҡа пай ере бирәбеҙ тип, ғариза яҙҙырттылар ҙа әле булһа уны күргән юҡ. Шул ергә йыл һайын ғаилә башына 360 һум һалым түләргә ҡушалар. Файҙаланылмағас, ни өсөн һалым түләргә тейешбеҙҙер? Ҡайһы берәүҙәр түләй, икенселәре түләмәй, түләмәһәң, пеняһы артып бара. Халыҡтың да ер алғыһы килмәй. Сөнки уны эшкәртер өсөн техника кәрәк. Дүрт-биш һыйыр көтһәң дә, уны һуйып һатһаң да, техника алып булмай. Малың күп булмағас, хөкүмәт тә ярҙам итә алмай, кредит бирмәй. Совхоз бөтөрөлгәс, техникаһын һәм малын түрә-ҡара йәиһә ферма тирәһендәгеләр үҙҙәренә үҙләштереп бөттө. Ә ябай халыҡ бер нәмәһеҙ тороп ҡалды. Сов­хоздың һарай-келәттәрен бер көн дә эшләмәгән әрәмтамаҡтар килеп боҙоп, ҡыйыҡтарын, эсендәге тимер-томорҙарын алып, Маг­нитогорск ҡалаһына алып барып һатып, байып ҡайтып китте. Хәҙер ул урындар бомба төшкән урын һымаҡ һерәйеп, тирә-йүнде йәмһеҙләп, ҡот осҡос булып ҡалды.

Үҙем сығарған таҡмаҡтарымды ла ебәрәм.

Совхоз бөтөп, эш тә бөттө,
Йәштәр Себергә китте.
Мәктәп тә юҡ, бальнис та юҡ,
Клуб та янып бөттө.

Совхоз бөтөп, эш тә бөттө,
Базалар ҙа боҙола.
Башҡа яҡта мәктәптәр ҙә,
Бальнистар ҙа төҙөлә.

Беҙҙең яҡҡа беҙ үлмәйсә
Газы ла килмәйәсәк.
Шулай булғас, әйтеп ҡара –
Нисек була киләсәк?

Һарыҡ көтәйемме икән,
Кәзә көтәйемме икән?
Коммунизм килмәҫме икән,
Әҙерәк көтәйемме икән?

Мәхмүзә АСҠАРОВА.

Баймаҡ районы,
Һәмән ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»