НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ә беҙҙең ауылда...

Ә беҙҙең ауылда...


Тәскирә ҒӘЛИНА, Федоровка районының Яңы Яуыш ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Беҙҙең мәктәптә бер нисә йыл инде “Ынйылар” фольклор төркөмө эшләй. Уны мин һәм мәктәп директоры Ишморат Фәйзулла улы Малиҡов алып барабыҙ. Төркөмгә 4, 5, 6-сы кластарҙан ун бала йөрөй. Эшебеҙҙә халҡыбыҙҙың бер ҡайҙа ла яҙылмаған йәнле фольклорын файҙаланабыҙ. Бының өсөн ауылда йәшәгән инәй-олатайҙарҙан таҡмаҡтар, йырҙар һәм башҡа ауыҙ-тел ижады өлгөләрен өйрәнәбеҙ.
Яңыраҡ төркөмөбөҙ “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында йырлы-бейеүле халыҡ балалар уйындары номинацияһында 27 команда араһында икенсе урын яулап, лауреат булды. Мартта Мәләүездә үткән халыҡ уйындары буйынса республика конкурсында беренсе урын алдыҡ.

Тәнзилә ҒӘЙНЕТДИНОВА, Мәсетле районының Яуыш ауылы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:

– Яуышта йәшәгән Фаилә һәм Данис Нәбиуллиндарҙың ғаиләһен ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың да күрке, өлгөлө ғаиләһе тип тулы хоҡуҡ менән атарға мөмкин. Динис, Илшат, Илнур исемле улдары – тирә-яҡҡа билдәле көрәшсе һәм ҡурайсы, өлкәндәре ғаилә ҡорған. Нәбиуллиндар күпләп мал аҫрай, шулай уҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ошондай һоҡланғыс ғаилә менән беҙ, ауылдаштары, ғорурланабыҙ, ундайҙарҙың күберәк булыуын теләйбеҙ.

Райхана БУЛАТОВА, Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы:

Ә беҙҙең ауылда...– Беҙҙең китапханала хәҙис һөйләү конкурсы үткәрелде. Унда Билал, Темәс, Ҡолсора зонаһының ун бер ауылынан бәйгеселәр ҡатнашты. Улар Мөхәммәт бәйғәмбәр хәҙистәрен, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Йөҙ ҙә бер хәҙис” китабынан өҙөктәр һөйләне. Бөтәһе 40 уҡыусы ҡатнашты, улар төрлө номинация буйынса урын алды. Беренсе урын алғандар артабан район конкурсында ҡатнашасаҡ. Унда “Ағинәйҙәр” клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм шулай уҡ ауылдашыбыҙ, хәҙерге көндә Әбйәлил районында йәшәүсе диндар Зәлифә Шакированың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне.
Мәктәптең 10 – 11-се синыф уҡыусыларының класс етәкселәре Сәғүрә Кәримова, Әлифә Әминева менән берлектә йәрминкә ойоштороуы ауылдаштарға ла, ҡунаҡтар өсөн дә уңайлы булды. Улар уҡыусылар әҙерләгән тәм-том менән сәй эсеп алырға ла өлгөрҙө. Ләйсән Булатова һәм Гөлнара Күсәрбаева эшләгән слайдты ҡарап, тамашасылар дин, иман тураһында күп нәмә белде. Конкурс бөтәһенә лә оҡшаны, ошондай сараларҙың күберәк булыуын теләп хушлаштыҡ.

Был аҙнала Федоровка, Мәсетле, Баймаҡ райондарында йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең яңылыҡтары менән уртаҡлаша.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.

Сығыу ваҡыты 9-05-2014, 09:10 | Ҡаранылар: 1280
|
  • Ә беҙҙең ауылда... (16 сентябрь)
  • Ә беҙҙең ауылда... (2 сентябрь)
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM