RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.05.2014 Апайым

Апайым       Атайымдың эштән ҡайтҡан сағын тәҙрәнән ҡарап ултырабыҙ ҙа, күренһә, икәүләп йән-фарман ҡаршыһына йүгерәбеҙ. Ул икебеҙҙе ике ҡулына күтәреп ала ла көнө буйы йыйылған хәбәребеҙҙе йылмайып тыңлай-тыңлай өйгә табан атлай. Урамға килеп ингәс, төшөгөҙ, атайығыҙ былай ҙа арыған, тип асыуланып ҡаршылаған була инәйебеҙ. Үҙе лә йылмая. Эй, күңелле саҡтар!
Сәриә апайым ошоларҙы һөйләгәндә мин дә хәтирәләр һандығында аҡтарынам, әммә нисек кенә тырышмайым, атай ҡосағына һыйынған рәхәт мәлдәр­ҙе иҫләмәйем. Йәл, бәләкәй булғанмын шул. Апайыма көнләшеп ҡуям, өс йәшкә өлкәнерәк булғас, ана ниндәй ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе һаҡлай уның күңеле.
Ғафури районының етмешләп йорттан торған Һабай ауылында үтте беҙҙең матур бала саҡ. Атайыбыҙ Мөхәммәт Әминев “Мағаш” колхозының алмаштырғыһыҙ агрономы, баҫҡан ерендә ут сығарыр егәрле кеше булараҡ хөрмәт ҡаҙанғайны, ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Инәйебеҙ Әсмә Сәйфетдин ҡыҙы иһә, балаларым, тип кенә йәшәне, тормошон беҙҙе кеше итеүгә арнаны.
Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, бер-бер артлы өс саҡрымдағы Юлыҡ мәктәбенә юлландыҡ. Дүртенсе синыфтан һуң иһә Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) уҡырға киттек. Был мәшһүр уҡыу йортона килеп, бер аҙна ғына үткәйне, һигеҙенселә уҡыған апайым бер айға Ҡара диңгеҙ буйына, “Артек”ка китеп барҙы. Тотош кластары менән тиерлек Башҡортостандың спорт данын һаҡларға киттеләр. Был ай минең өсөн шул тиклем оҙаҡҡа һуҙылды. Мәктәп-интернатта талаптар ҙа, тәртип тә ҡаты ине шул. Иртәнге сәғәт етелә уятып, зарядка яһарға, йүгерергә урамға ҡыуалар. Көнө буйы уҡыталар, кисен өс сәғәт дәрес әҙерләп өлгөрөп булмай, уҫал уҡытыусылар тетмәңде тетә генә. “Икеле” тоҡсайҙарын” әленән-әле ҡыуып ҡайтарып торалар. Егерме малай йәшәгән казарма кеүек ҙур бүлмәбеҙҙе лә үҙебеҙ, 12 йәшлек малайҙар, йыуабыҙ. Сит донъя, сит кешеләр солғанышында үҙ туғаныңдың нисек ҡәҙерле булғанын шунда тойҙом. Ә апайым сәйәхәттән бик ҡыуанып ҡайтҡайны. Рәхәтләнеп ял да иткән, донъя ла күргән, ул саҡтағы тотош СССР-ҙан килгән спорт мәктәптәре ара­һында улар­ҙың 8“а” класы туғыҙынсы урынды яулаған. Физкультура уҡытыусыһы Рәүф Ғәзиз улы Кәримовтың уларҙы йыл буйы профессиональ спортсыларҙай әҙерләүе һөҙөмтә биргән. Уҡырға ла, спорт менән етди шөғөлләнергә лә, өҙҙөрөп бейергә лә маһир булды апайым.
Ул филолог һөнәрен һайланы. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Ғафури районының Оло Үтәш башланғыс мәктәбендә уҡыта башлай. Ул балаларҙы, балалар уны тиҙ яратты, “бары Сәриә апайҙа уҡырға” теләүселәр хаҡында ишетеү ҡыуандыра торғайны. Һуңыраҡ иһә уға ошондағы мәктәп һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған коллективҡа етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Мәктәп директорының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Өҫтәүенә, мәғарифта беҙ иҫ белә башлағандан алып барған үҙгәртеп ҡороуҙар, йылдан-йыл арта барған талаптар, өҫтәлә барған документтар тәҡәтте ҡорота. Хәҙер инде бөтә бәләләргә оптималләштереү өҫтәлде.
Сәриә апайыбыҙ донъя мәшәҡәттәренә һис бирешмәҫкә ынтыла. Ул заманында гөрләп торған Оло Үтәш ауыл клубының мөдире булып эшләгән Камил Йыһаншин менән матур ғаилә ҡороп, Әлфиә менән Ләйсән исемле ҡыҙҙар үҫтерҙеләр. Әлфиә Өфө дәүләт сәнғәт академияһында дизайнер һөнәрен үҙләштерһә, Ләйсәндәре юрист булыр­ға ҡарар итте.
…Апай менән еҙнәбеҙҙең иркен йортонда ултырабыҙ. Тәҙрә аша ниҙер күреп ҡалған Сәриә апай ҡапыл тышҡа ашыға. Бер аҙ торғас, еҙнә менән беҙ ҙә уның артынан эйәрәбеҙ. Ҡыҙҙары Өфөнән ҡайтҡан икән. Ана, ике ҡыҙы ике яҡтан апайымды ҡосаҡлаған да кемуҙарҙан хәбәрҙәрен һөйләй. Апайым бәхетле йылмайып, уларҙы тыңлап килә…

Марат ӘМИНЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»