RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Туҡһан йәшкә етеүҙең сере нимәлә?

21.03.2014 Туҡһан йәшкә етеүҙең сере нимәлә?

Туҡһан йәшкә етеүҙең сере нимәлә?Һатлыҡ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн район үҙәгендә берҙән-бер улында йәшәүсе Гөлсирә Мозафа­рова яңыраҡ 90 йәшен билдәләне. Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты була ул. Заманында уйнап та туймаған 10 – 13 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар хөкүмәт эшенә егелә. Мәҡәлә геройы ла 13 йәшенән ололар менән бер рәттән эшләй башлай. Кейем-һалым тегергә өйрәнә, тәҙрә ҡорғандарын, таҫтамал-ҡулъяулыҡтарҙы селтәрләп сигергә лә оҫтарып ала. Бармаҡтары тилберләнә төшкәс, дебет шәлдәр бәйләүгә тотона. Бер айҙа ҡабарып торған ҙур шәл өлгөртә. 15 йәшендә атаһы уға Магнитогорск ҡалаһынан теген машинаһы алып ҡайтып бирә.

– Ике ауыл халҡын (башҡорт һәм рус Һатлығын) кейендерҙем инде. Хәллерәктәр ҡиммәтлерәк тауарҙан күлдәк-ыштанға заказ бирер ине, урта хәллеләр туҙған кейемдең бөтөн ерҙәренән балаларына кейем тектерә торғайны, – тип хәтерләй Гөлсирә инәй ул ауыр йылдарҙы.
1940 йылдың ноябрь айында 16 йәше лә тулмаған ҡыҙҙы Мулләхмәт исемле егеткә кейәүгә бирәләр. Бер йылдан ире армияға алына, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ошо уҡ йылдың сентябрендә улы Әхәт донъяға килә. Гөлсирә инәй, ире Мулләхмәт Абдрахман улының һуғышҡа ингәнлеген белгәс, һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында ауылда бейәләй, ойоҡбаштар бәйләүҙе ойоштора. Бер төркөм ҡыҙ-ҡырҡын кис ултырып һалдаттарға посылкалар әҙерләй. Шулай итеп, Бөйөк Еңеүҙең яҡынлашыуына улар ҙа үҙ өлөшөн индерә.
Нескә генә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үгеҙ егеп, ер һөрөү, иген сәсеү, бесән эшләү, урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштәр­ҙе башҡарыуы тураһында һөйләгәндә Гөлсирә инәйҙең һүҙҙәрендә бөгөнгө еңел заманда йәшәп тә, зарланырға яратыусыларға ҡарата шелтәне лә тойомларға була.
1944 йылда уларҙың йортона ҡайғылы хәбәр килә: Мулләхмәт ағай яуҙа батырҙарса һәләк була. Был ҡайғыны Гөлсирә инәйҙең ҡәйнәһе ауыр кисерә, күп илауҙан тома һуҡыр ҡала. Ә тол ҡатын ҡайғылы көндәрен мосолмандар­ға ғына хас сабырлыҡ менән үткәрә. Ҡәйнәһен дә үҙ ҡарамағына алып, үҙ әсәһеләй ҡарай.
Ваҡытында сөгөлдөр баҫыуҙарында ла бил бөгөргә тура килә, шул уҡ ваҡытта һауынсы булып та эшләй. Бынан тыш, командировкаға килеүсе эшселәрҙе ашатыу, керҙәрен йыуыу ҙа Гөлсирәгә йөкмәтелә.
– Иҫемдә: бер осор беҙҙең өй алдында Өфө автоколоннаһының егермеләгән машинаһы торҙо. Белеүегеҙсә, 1975 йыл ҡоро килде. Салауат ҡалаһының бөтә эшсе көстәре икешәр автобус менән сиратлап беҙҙә ятып, малға сыбыҡ-сабыҡ әҙерләне. Әсәйем иртән һыйыр һауа ла, эшселәрҙе боҫрап ҡына торған һөт менән һыйлар ине. Шуға ла, ашхана ашын үҙһенмәй, күптәр беҙҙә туҡланды, – тип һөйләй улы Әхәт ағай.
Ул атаһы Мулләхмәт ағайҙы бер тапҡыр ҙа күрмәгән, атаһы ла уның нәҫелен дауам итеүсе улының барлығын белгәнме-юҡмы – билдәһеҙ. Уларҙың ғаилә фотоальбомында атаһының 17 йәшендә төшкән берҙән-бер фотоһүрәте һаҡлана. Өс быуынды – Мулләхмәт ағай, Әхәт ағай үҙе һәм уның ейәненең 17 йәшендә төшкән фотоларын берләштереп, коллаж да эшләгәндәр. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаш.
Яңғыҙ әсәгә улын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалырға тура килә, уның эш хаҡы ла заманына күрә иң ҙуры була.
– Ул ваҡытта 136 һум эш хаҡын тик етәкселәр генә ала торғайны. Етәкселеккә рәхмәт, бер ҡасан да иғтибарҙан мәхрүм итмәйҙәр. Бөтә нәмә бар, муллыҡта йәшәйбеҙ. Иң мөһиме – илдә тыныслыҡ булһын. Балаларға һуғыш афәтен күрергә яҙмаһын, – тип изге теләктәрен дә еткерә инәй.
Ыҙалы заманда йәшәһә лә, 90 йәшкә етеүенең үҙ сере бар:
– Сирләргә ваҡыт булманы. Эш күп булды. Ил өсөн, азатлыҡ өсөн тип тырыштыҡ. 90 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа дауаханала ятҡаным булманы. Эшләгеҙ, һәр көнөгөҙ эш менән үтһен (ысынлап та, уның амбулатор картаһы ни бары 7 – 8 биттән генә тора, уныһы ла диспансерлаштырыу яҙмалары ғына).
Ил өсөн, хөкүмәт өсөн, Еңеү өсөн үҙен йәлләмәй, бөтә ғүмерен эшкә бағышлаған ил инәләренең хеҙмәт юлы ысын мәғәнәһендә йәштәргә өлгө булып тора.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Лиана ҺӨЙӨШЕВА фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»