НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бәхет матур ғаилә йөҙөндә

Бәхет матур ғаилә йөҙөндә


Ер йөҙөндә ете мөғжизә бар тиҙәр, юҡ, яңылышалар. Ерҙә һигеҙ мөғжизә бар: һигеҙенсеһе – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән бирле ошо мөғжизәнең серенә төшөнә алмайҙар. Кешеләр менән идара итеүсе ҡатын-ҡыҙ, әсә мәңгелек сер пәрҙәһе артында ҡала килә. Әсәләр – кешелеккә тормош биреүсе, ғүмере буйына әйҙәп барыусы изге йәндәр...
Әсә! Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ ул. Ул кешенең тәү башлап әйткән һүҙе, бөтә донъяла берҙәй яғымлы яңғырай.
Әсә ҡулдары – иң йомшаҡ ҡулдар, ә иң мәрхәмәтлеһе минең әсәйемдекелер.
Рәйлә Ғәлимйән ҡыҙы 'Ҡарамырҙина 1952 йылдың сатнама һыуыҡ, ҡар-буранлы февралендә Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында тыуа. Ғаиләлә иң кесе өсөнсө ҡыҙ бала булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ арала ҡул араһына инә. Шуҡ, тиктормаҫ ҡыҙға апайҙары ғына түгел, әсәһе лә һөйөнөп бөтә алмай.
Әле әсә наҙына һөйөнөп, иркәләнеп туйынмаған бала алты ғына йәшендә әсәй­һеҙ етем ҡала. Балалар күрше өләсәй ҡулында үҫә. Үҙ сиратында, өләсәй кеше ҡыҙҙарына тормош һынауҙарына бирешмәҫкә өйрәтә.
Рәйлә Ғәлимйән ҡыҙы йәштән эшкә егелә, фермала һыйыр һауа, быҙау ҡарай. Ауыр тип тормай, бар эште лә урын-еренә еткереп, ваҡытында үтәй.
Тормош кешене төрлө яҡтан һынай. Әммә бер хәҡиҡәтте хәтерҙә ҡалдырыу мөһим: кешенең Ерҙә йәшәү ҡануны ул – мөхәббәт.
Ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡара күҙле күрше ауыл егете Әүхәҙи Ҡарамырҙин менән осрашып, танышып, гөрләтеп 1974 йылда тормош ҡороп ебәрәләр. Был йәш ғаиләгә ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Бик татыу ғүмер итәләр. Сөнки улар араһында ысын мөхәббәт йәшәй. Икеһе лә эшендә ең һыҙғанып, тырышып эшләһә, йорт эсендә тиктормаҫ, булдыҡлы улар. Ҡарамырҙиндар ғаиләһенең йорто ауылда «Өлгөлө йорт» исемен йөрөтә. Үҙҙәренең мөхәббәт емеше итеп ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Әлеге көндә уларҙың барыһы ла үҙ урынын табып, үҙ һөнәрҙәренә эйә. Ҡыҙҙары Әбйәлил районының Атауҙы ауылында мәктәптә эшләй, тормош иптәше менән малай һәм ҡыҙ үҫтерә, Илдус менән Илдар Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, икешәр бала тәрбиәләйҙәр.
Өләсәй менән олатай хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда. Яҡшы эшләгәндәре өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙы һәм миҙалдар менән бүләкләнгәндәр, хеҙмәт ветерандары. Баҡса үҫтерәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар. «Бәхетте үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Бәхет – ул ер йөҙөндәге матур ғаиләләр», – ти улар. Ысынлап та, шулай бит. Ә уларҙы яңғыҙлыҡтан, ҡара көстәрҙән мөхәббәттең һүнмәҫ ялҡыны һаҡлар. Әлбиттә, ошо ялҡын усаҡ булып изге йәндәр – әсәләр йөрәгендә дөрләй.
Ниндәй мәрхәмәтле, изге йөрәкле ул әсә! Һин бишектә ятҡанда тау саҡлы мәшәҡәт күргән кеше ул һинең әсәйең. Иң беренсе һүҙеңде әйтергә, тәпәй баҫырға өйрәткән кеше лә, беҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусы, йыуатыусы ла, яратыусы ла, дәрт биреүсе лә.
Яҡын кешеләребеҙҙе нығыраҡ яратайыҡ, уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе, нурлы йылмайыуыбыҙҙы йәлләмәйек...

Нурзилә ҮҘӘНБАЕВА.
Әбйәлил районы,
Атауҙы ауылы.

Сығыу ваҡыты 24-01-2014, 12:06 | Ҡаранылар: 1060
|
  • Улар – ауылымдың ғорурлығы
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Йөҙйәшәр атайыбыҙ
  • Хәстәрлекле әсәй ҡулдары
  • Әле лә матур пар...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM