НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ауылымдың ҡото китмәгән

Ауылымдың ҡото китмәгән


Ауылымдың  ҡото китмәгәнЙәй һәм көҙ айҙары бигерәк матур бит ул. Тәбиғәт кенә тү­гел, кешеләр ҙә йәй һәм көҙ ки­леүен ҡыуанып ҡаршы ала. Сөнки рәхәтләнеп ҡоштар һайрауын тыңлайһың, йылға-күлдә һыу инәһең, баҡса эштәре менән мәшғүл булаһың, саф һауала ял итәһең.

Эйе, ауыл ҡапҡаһы төбөндәге эскәмйәлә оло быуын кешеләрен тик йәй һәм көҙ көндәрендә осратырға мөмкин. Һүҙем Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында йәшәүсе Ме­нәүрә Ураз­бай ҡыҙы һәм Ғәли Ғә­лимйән улы Ҡолбирҙиндар тураһында. Тап ана шул олпат кәүҙәле, ғорур, эшһөйәр ир уҙаманын һәм мөләйем йөҙлө, күҙҙәренән нур бөркөп тороусы ҡа­тынды көн дә үҙҙәренең бал ҡорто һүрәте төшөрөлгән ҡапҡаһы төбөндә осратырға мөмкин. Улар унда ял итеп кенә ултырмай, йә һарыҡтарын, йә һыйырын көтөүҙән ҡаршы алалар, ә уның араһында балаларының ҡыуаныс­тары тураһында үҙ-ара гәпләшәләр. Уларға һоҡланып ҡа­рамаған кеше юҡ. Һоҡланырлыҡ шул, Ҡолбирҙиндар өс тиҫтәнән ашыу йыл бергә татыу ғүмер кисерә.
Менәүрә Уразбай ҡыҙы бик йәшләй генә өс балаһы менән тол ҡалған Ғәли Ғәлимйән улына кейәүгә сыға һәм тағы ла дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Шулай итеп, улар өс улдарын һәм дүрт ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итте. Әлеге ваҡытта һигеҙ ейәненә һәм ун ейәнсәренә өләсәй-олатай бу­лып, ҡыуанып йәшәп яталар.
Менәүрә апай оҙаҡ йылдар фермала алдынғы һауынсы, мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләһә, ә Ғәли Ғәлимйән улы алдынғы шофер булып, фотоһы почет таҡтаһынан төшмәне. Шулай уҡ улар умартасылыҡ менән дә оҙаҡ йылдар шөғөлләнәләр. Бал ҡортонан бик ҙур ғына килем алып, йыл һайын райондан ситтә үткәрелгән йәрминкәләрҙә ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, беренсе урын яулап ҡайталар. Ул ғына ла түгел, оло быуын кешеләре булһалар ҙа, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән теплицала йәшелсә үҫтерәләр, баҡса тултырып картуф сәсәләр, тиҫтәнән ашыу һарыҡ, һыйыр, йыл һайын ҡаҙ, тауыҡ себештәре алып аҫрайҙар. Ә сәскә баҡсаһына инһәң, күҙҙең яуын алырлыҡ! Ниндәй генә сәскәләр юҡ, матурлығына иҫ китерлек. Уларҙың йорто бал ҡорто һүрәттәре, баҡсаларындағы шыршы ағас­тары менән хас та әкиәт өйө кеүек әллә ҡайҙан уҡ йәм биреп ултыра. Йәй һәм көҙ айҙарында ана шул әкиәттәгеләй донъяларында мәж килә улар. ярҙам итергә балалары бик йыш ҡайтып тора.
Ана шундай ауылға йәм өҫтәп йәшәүсе, үрнәк алырлыҡ оло быуын кешеләре бар әле. Йәй һәм көҙ айҙарында эскәмйәләрҙә ултырған инәй-бабай­ҙар­ҙы осратһам, яндарында бала-саға йүгерешеп йөрөһә, күңелемә йылы инә. Тимәк, ауылда тормош ҡайнай әле, ауылдың ҡото китмәгән! Һүҙемде тамамлап шуны әйтер инем:
Ауылдағы инәй-бабайҙарҙың
Оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйек.
Ауыл ҡото тик уларҙа ғына,
Ҡәҙерҙәрен генә беләйек.

М. Хәйруллина.

Сығыу ваҡыты 20-09-2013, 12:39 | Ҡаранылар: 900
|
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
  • Тиң ғүмер – Хоҙай бүләге
  • Бәхет матур ғаилә йөҙөндә
  • Тормош нигеҙе – Татыулыҡта
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM