НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҙмыш сағылышы

Яҙмыш сағылышы


Ҡасан башланды һуң әле был һинең тормошоңдағы мине ғәжәпләнергә мәжбүр итеүсе ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар теҙмәһе? Моғайын, күптән түгелдер… Элек бит һиңә ҡағылышлы булһалар ҙа, ул тиклем үк әһәмиәт биреп торорлоҡ та түгел ине улар.
Беренсе тапҡыр һине бәләкәй сағыңда күргәйнем. Иҫләйем, йәйҙең иҫ киткес матур бер көнөндә әхирәтем үҙенең ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Өләсәһенә кер йыуырға, өй йыйыштырырға ярҙам итеп, тәбиғәт ҡосағында еләк йыйып, һыу инеп, икенсе көнөнә ҡалаға китергә сыҡтыҡ. Туҡталышҡа етеп барғанда ул туҙанлы юлдан беҙҙең ҡаршыға килгән ике балаға ымлап күрһәтте лә:
– Ҡара, ҡара, ана, тегенең ҡыҙы килә… Ҡара сәслеһе… – тип шыбырланы.
Ул саҡта һинең шәхес менән ул тиклем ҡыҙыҡһынмай ҙа инем. Уйҙарым тик минең тормош юлында бик тәрән эҙ ҡалдырған кеше тирәһендә генә бөтөрөлдө. Ләкин ирекһеҙҙән һинең турала ла хәбәрҙар булып килдем. Сөнки әхирәтем ауылға ҡайтып килгән һайын миңә ғаиләгеҙ тураһында һөйләмәй ҡалмай. Уның тураһында һүҙ барғанда, теләһәм-теләмәһәм дә, һеҙгә ҡағылышлы булғандары ла ҡолаҡҡа инеп ҡала ине.
Һин һәм һеңлең ҡиәфәтегеҙ менән уға бик оҡшағанһығыҙ. Шул факт ҡына ла һиңә ҡарата миндә нәфрәт түгел, ә ниндәйҙер йылылыҡ, улай ғына ла түгел әле, күңелдә ни кимәлдәлер еңеллек, үҙемде аҡлап ҡарау тойғоһо уятты хатта. Ни тиһәң дә, уның янымда булмауында мин дә ғәйеплемен бит…
Һуңынан, мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға китеүең хаҡында ла ишеттем. Әхирәтем әйтеүенсә, сәскәгә бөрөләнеп, матур ҡыҙ булып үҫеп еткәнһең. «Егет түгел, шайтан үҙе илап йөрөр бының артынан», – тип һоҡланып, тел шартлатып ҡалған олораҡ апайҙар, һине күрһәләр.
Өҫтәүенә, бик матур йырлайһың да икән. Шуға ла сәнғәт училищеһына инергә ҡарар иткәнһеңдер…
Йылдар шулай үтә торҙо. Артабан һеңлеңдең кейәүгә сығыуы тураһында ла ишеттем.
Һинең уҡыуыңды тамамланың, теле­визор­ҙан сығыштарың күренә башланы. Ысынлап та, матур ҡыҙ булып үҫеп еткәнһең шул. Иҫ киткес. Сәстәрең оҙон, күҙҙәрең, уныҡына оҡшап, ҡап-ҡара...
Тауышың матур һәм көслө. Бер ваҡыт үҙеңде тыуған ауылыңдың матур тәбиғәте фонында телевидениеға төшөрҙөләр. Шул тиклем таныш урындарҙы күреп, йөрәгем әрнене. Беренсе тапҡыр таныштырырға алып ҡайтҡанында, уның мине күтәреп, ошо йылғаны кисеп сығыуҙар, ошо урман эсендә яратыуын белдереүе, һин тыуған өйөм тип ингән өйгә мине, буласаҡ ҡатыным, тип алып ҡайтыуы – барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдына килеп баҫты…
Мине килен тип ҡаршы алған әбей хәҙер һинең яратҡан өләсәйең, уның туғандары – һинең туғандарың. Уларҙың нисек итеп һине һәм һеңлеңде яратыуын күҙ алдына килтерәм. Нисек яратмаһындар – һеҙ бит уларҙың ейәнсәрҙәре, туғандары. Был кире ҡаҡҡыһыҙ, әлбиттә.

* * *
Ә беҙ бер-беребеҙҙе ярата инек. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола ине. Уны ҡурсалаусы, яҡлаусы изге йән, мөхәббәт аллаһы кеүек күрә торғайным. Быға аптырарлыҡмы – ни әсәйем юҡ, ни атайыбыҙҙан яратылыу бик аҙ эләкте. Шуға ла ҡуйынына бала кеүек кенә инеп ултыра инем. Ул һүҙҙәргә һаран булды. Яратыуын да йырҙар аша ғына белдерҙе. Беҙҙең һөйөүгә арналған нисәмә кассета йыр яҙҙырып алып килде икән – иҫәбе юҡтыр. Шуларҙы ҡуя ла, миңә оҙаҡ итеп ҡарап тора һәм:
– Күҙҙәрең матур, – тип, ҡосағына алыр ине.
…Ул күҙҙәрҙең беҙҙең бергә була алмауыбыҙҙың төп сәбәптәренең береһе булыр тип кем уйлаһын? Ысынлап та, көлдәй осоп юҡҡа сыҡты ул саҡта минең хыялдарым. Йәшлек үкенесле булды...
Уның менән әхирәтемдең тыуған көнөндә таныштыҡ. Икебеҙгә лә егерме бер генә йәш, икебеҙ ҙә матурбыҙ. Ул саҡта минең дә сәстәрем һинеке кеүек оҙон ине, уларҙы елдәргә туҙҙырып йөрөгән ваҡыттар. Бәхеттең етенсе күгендәмен. Ныҡ яраттым, ул да мине яратыуын әйтте. Матур ғына итеп башланған кеүек ине лә бит… Осрашып йөрөүебеҙгә бер йыл да тулмай, ул өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы.
Шулай итеп, уның тыуған яҡтарына ла ҡайтып килдек, минең ауылға ла. Ике яҡтан да ныҡлап һөйләшеү булманы шикелле… Нисектер ололар быны үҙебеҙ хәл итергә тейеш тип ҡарар ҡылдымы. Инде туй булырға тора ине. Шатлана-шатлана үҙемдең иң яҡын кешеләремә саҡырыу ҡағыҙҙары яҙҙым. Тик уларға кәрәкмәгән ҡағыҙҙар булып ҡына ятып ҡалыу яҙған икән шул. Әле лә сумаҙанымдың иң төбөндә һарғайышып ята ул ике балдаҡ, сәскәләр төшөрөлгән открыткалар.
Табиптың: «Операциянан һуң алдағы бер йылда ауырға ҡалһаң, – күҙҙәреңдең күреү һәләте насарланасаҡ», – тип ҡурҡытыуы ла кәртә ҡуйҙы. Етмәһә, артыҡ шикләнеүсән, йәш һәм тәжрибәһеҙ булыуым арҡаһында уның алдында үҙемде кәмһетә башланым. Ул да өйләнешеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатмай, мин дә өндәшмәйем, унан инициатива көтәм. Инициатива булды: ул өйләнмәҫ элек үк бергә булыуҙы талап итте. Мин ғәрләндем һәм, әлбиттә, быға ҡаршы килдем. Йондоҙҙарға ҡарай-ҡарай хыялланып, мөхәббәтте наҙлы сәскәләй күргән бер ҡатлы йәш ҡыҙ инем шул ул ваҡыттарҙа! Ә ул… Былай ҙа яратыуыма ышанмаған кешегә етә ҡалды. Мине теләһә ниндәй нахаҡ һүҙҙәр менән рәнйетте. Йәнәһе, мин саф түгел, шуға ҡурҡам, һаман да кемдер менән осрашып йөрөйөм, имеш… Аңлаша алмауыбыҙ арҡаһында арабыҙҙа упҡын барлыҡҡа килде һәм ваҡыт үткән һайын ул тәрәнәйгәндән-тәрәнәйҙе. Дуҫы һөйләүе буйынса, ул минең уны үҙен яратыуыма шикләнеп йөрөй башлаған.
Ә яҙмыш, күп тә үтмәй, уны минән һәм мөхәббәтебеҙҙән бөтөнләй ваз кистереп, юлдарыбыҙҙы икеһен ике яҡҡа айырҙы.
Ниндәйҙер байрам ваҡытында уны бер бик ҡыйыу ҡыҙ менән таныштырғандар. Минең ише мәңгелек романтиктан айырмалы, ул, реалист, яратыуын бик тиҙ иҫбат иткән – бер нисә осрашыуҙан уҡ ауырға ҡалған, үҙ маҡсатына ирешер өсөн юхалыҡ һәм хәйлә ҡулланып, көндән-көн үҙенә яҡынайтҡан. Ул, әлбиттә, минең менән уны сағыштырып, үҙенсә һығымта яһаған. Һаман иҫемдә: көҙҙөң бер шыҡһыҙ кисендә килде ул уны минең менән «сағыштырырға». Бер нәмә лә әйтеп тормай, ҡосаҡлап, карауатҡа йыҡты… Мин тағы ла уның ниәтен кире ҡаҡтым. Йөҙө ҡара янып:
– Һиндә наҙ юҡ, тимер кеүекһең. – тине лә сығып китте. Аңлашыуҙы ла кәрәк һанаманы ул, шул көйө юҡҡа сыҡты.
Ә мин һаман да, өмөтләнеп, уның килеүен, һөйләшеүен көттөм. Ул килмәне. Көндәр ғазап эсендә үтте.
Бик күп уйланғандан һуң күҙҙәрем өсөн хафаланыу нигеҙһеҙ икәнен аңлай башланым һәм ниһайәт, үҙемдең сафлығымды, яратыуымды дәлилләр өсөн ул торған ятаҡҡа барҙым. Ләкин ул мине бүлмәһенә лә индермәне, ҡабаланып, дөйөм кухняға алып инде. Шундағы шыҡһыҙ һалҡынлыҡта миңә ҡарамай ғына икенсе кешене яратыуы тураһында белдерҙе. Ишеткәндәремдән шаңҡып торған арала, уның бүлмәһенән боҙҙай һалҡын зәңгәр ҡарашлы ҡыҙ килеп сығып, миңә үлтерерҙәй итеп тишеп ҡараны һәм уны йәһәт кенә ҡултыҡлап бүлмәһенә алып инеп китте.
«Мин һине яратмайым». Ҡайтҡансы шул һүҙе яңғыраны ҡолағымда. Бер кем менән дә һөйләшмәй, бер аҙналап көйөнөп йөрөнөм. Көндәрем күберәк илап үтте. Уны белгән уртаҡ танышыбыҙ, хәлемде аңлап:
– Ҡыҙ ауырлы бит, нисек ташлаһын ул уны хәҙер? Кеше күҙ йәшендә бәхетле була алмаҫһың, оноторға тырыш, – тине.
Төшөмә ул ап-аҡ ат сүрәтендә инде. Ат кәртәгә бикләнгән, тегеләй-былай үрһәләнеп саба, ә ҡапҡаһы юҡ – сыға алмай. Бер аҙҙан тауыш ишетәм:
– Меҫкен, ул был кәртә эсенән бер ваҡытта ла сыға алмаҫ инде.
Ошо төштән һуң мин уны мәңгелеккә юғалт­ҡанымды аңланым.
Оҙаҡламай Өфөгә туғандарым килеп төштө. Берҙән-бер, әсәй урынына ҡалған апайым минең өсөн ҡайғырып ҡайтып китте. Ике тапҡыр алып ҡайтып күрһәттем бит уны ауылға, арабыҙҙа бер ни булмаһа ла, бергә ҡундыҡ. Шуға ла, алданып ҡына ҡалды һеңлем, тип фараз ҡылыуында шигем юҡ ине. Ул ғынамы ни, барыһы ла шулай уйланы.
Тиҙҙән уның өйләнеүе тураһында ишеттем…
* * *
Туйҙарына бер ай ҡалғас, ул танышыбыҙ аша миңә бер кассета биреп ебәрҙе. Илап, уны ҡат-ҡат тыңланым. Сөнки ул барыһына ла мин ғәйепле булыуға ишара яһаған бәхетһеҙ мөхәббәт тураһындағы йырҙар тупланмаһынан тора ине.
Аҙаҡ уның менән яратышып йөрөгән осор менән бәйләнешле йырҙарҙы башҡаса тыңламай башланым, яңылыш берәй ерҙә ишет­һәм дә, тамаҡҡа төйөр тығыла, хәтирәләр яңыра. Йөрәк яраһы ла асылғандай була. Бигерәк тә айырылышыуыбыҙҙың беренсе йылдарында уларҙы ишетмәҫ өсөн ҡолағымды баҫырҙай була торғайным.
Минең тормошом һүнде. Бәхет таба алмай ҡаңғырҙым. Береһен дә ярата алманым, мине лә үлеп китеп яратыусы булманы.
Әлбиттә, уны ғына уйлап йәшәмәнем. Ваҡыт дауалай, тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры. Әллә ул яраны тыштан ғына ҡатырып ҡуямы?
Тормош үҙ ағышы менән аҡты лы аҡты. Мин яңғыҙ. Яратылып, яратып йәшәргә насип булманы. Ләкин икенсе төрлө бәхетлемен – янымда сәскә кеүек кенә ҡыҙыҡайым, ярат­ҡан шөғөлдәрем бар. Ижад итәм. Әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта был юҫыҡта уңыш йылмая башланы. Шуға шатланам. Үҙем һәм тирә-яғым менән гармония табыуға ирештем, тормошом тыныс. Минең өсөн шул да бәхет кеүек.
Бынан бер нисә йыл элек электричкала уның менән бер ятаҡта йәшәгән дуҫын осрат­ҡайным. Уның тураһында бер ни ҙә һорашмаһам да, ниңәлер үҙе һөйләшеүҙе шул яҡҡа борҙо. Хәйер, аптырарлыҡ түгел – ул егет беҙҙең мөхәббәт тарихын бик яҡшы белә ине бит. Күптән түгел уның бик ныҡ эсә башлауы тураһында әйтеп ҡуйҙы. Дауаханала ла ятып сыҡты инде, тине… Электричканан төшкәндә ул тағы ла кинәйәле итеп:
– Әллә беренсе мөхәббәтен онота алмай ҡайғырып эсәме икән? – тине, миңә һынаулы итеп ҡарап.
Ул ваҡытта күңелемдә икенсе кеше урын ала башлаған осор – һүҙҙәренә бигүк әһәмиәт биреп торманым. Бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәгән кеүек, беҙҙең юлдарҙың да бер килеп киҫешеүе мөмкин түгеллеген белә инем. Осрашҡан хәлдә лә уртаҡ тел табып, элеккесә аралаша алмаҫ инек, моғайын. Әхирәтемдең килгән һайын уның, ғаиләгеҙ тураһында мәғлүмәт бирмәйенсә ҡалмауы сәбәпле генә уның һәм һинең яҙмышың тураһында артабан да хәбәрҙар ҡала килдем.
Шул тарафтан һинең яҙмышыңда торған һайын мин үҙемде күрә башланым. Шул ғәжәпләндерҙе. Хатта, ваҡиғаларҙың шул тиклем оҡшашлығынан хайран ҡалып, һинең йөҙөңдә йәш сағымдағы үҙемде йәлләнем!
Эйе, һин моңло тауышың, һылыу ҡиәфәтең менән күптәрҙе арбаның. Талантың иҫ киткес ине. Ләкин һеңлең әллә ҡасан ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ятҡанда һин, утыҙға яҡынлашыуыңа ҡарамаҫтан, һаман да яңғыҙ ҡала килдең.
Уны бөтөнләйгә оноттом, тип әйтә алмайым. Әллә олоғайыу ғәләмәте – бигерәк тә яңғыҙлыҡ йөрәктәрҙе һыҙып-һыҙып алғанда, яратылмай ҡалған йәшлегем үкенестәре йәш булып аға башлай. Ҡай саҡта, фотоһын күрәһе ине уның, тигән уйҙар килә.
Донъяға интернет килгәс, был теләктең тормошҡа ашыуы мөмкин икәнлеген аңланым. «Бәйләнештә» сайтында һинең шәхси битеңә барып юлығыуымдың сәбәбе лә уны эҙләүемдән булды. Тапмағас, һеҙҙең бит аша ҡарарға булдым. Унда ла уның һүрәтен ҡуймағанһығыҙ булып сыҡты. Башҡа туғандарығыҙҙың биттәренә инеп тә ҡараным – бушҡа ғына. Ул юҡ ине. Төңөлдөм. Уны эҙләгәндә бер ыңғай һинең нимә менән ҡыҙыҡһыныуыңды, нимә менән шөғөлләнгәнеңде лә ҡарап сыҡтым. Уның ҡыҙы бит һин – шуғалыр инде.
Кисә тағы ла һинең интернеттағы битеңә инеп сыҡтым. Дуҫтарыңа әсәйеңде лә өҫтәгән­һең икән. Һүрәтен астым – һалҡын ҡарашлы бер ҡатын. Шуныһына иғтибар иттем – битеңдең өҫкө яғы уныҡына оҡшаһа ла, иренең әсәйеңдекенә оҡшап, нәп-нәҙек икән...
Хәҙер инде уның битен асып ҡарауыллай башланым, иренең фотоһын ҡуймаҫмы, тип көттөм. Көндәр, айҙар үтте. Шул арала һинең тормошоң да устағы кеүек ине минең өсөн, сөнки уйҙарыңды йәшермәй яҙа инең битеңә. Күрәм – һинең таныштарыңдың күбеһе ғаиләләре менән төшкән рәсемдәрен ҡуйған. Әллә шуға һыр бирмәҫкә тырышҡанһың – статусыңа: «Яңғыҙ булыу модала булмаһа ла, мин яңғыҙ булыуҙы өҫтөн күрәм!» – тип яҙған­һың. Улар мөхәббәт тураһында фәлсәфә һатҡанда, һин күберәк яңғыҙлыҡ тураһында һүҙ йөрөтәһең. Фотолағы күҙҙәреңә ҡарап тетрәндем. Бер мәлгә генә үҙемде күргәндәй булдым. Минең йәшлектәге бәхетһеҙ мөхәббәт эҙ ҡалдырған һағышлы һәм моңһоу күҙҙәрем ҡарай ине унда. Бының булыуы мөмкинме һуң? Аҙағыраҡ хатта бит һыҙаттарыңда ла үҙемде төҫмөрләгәндәй булдым. Нимәләр кисерәсәкһең, һине алда нимәләр көткәнен белеп торам кеүек...

* * *
Бер ваҡыт һин оҙаҡ ҡына социаль селтәр­ҙән юғалып торҙоң. Телевизорҙан да күренмәнең. Ә күпмелер ваҡыттан һуң кейәүгә сығыуың, ҡыҙ табыуың тураһында хәбәр алдым.
Тағы ла бер ни ара ваҡыт үткәс, әлеге лә баяғы шул әхирәтем иреңдең ҡатын айырған булыуын, йыш ҡына эсеп, ғауға ҡуптарырға яратҡан әҙәм булыуын һөйләп китте. Шунда ғына миңә хәҡиҡәт ҡапыл асылғандай булды – һин бит тулыһынса минең үткән тормош юлымды ҡабатлайһың! Яҙмыштың икенсе яҙмышта көҙгөләге кеүек сағылыуы мөмкин икәнлегенә шунда ышана башланым.
Ҡалғаны тураһында фараз ҡылырға ла йөрьәт итә алмайым…
Быларҙы ниңә һиңә һөйләйем, тиһеңме? Үҙең дә аңлағанһыңдыр инде. Ул – һинең атайың, ә уны һиңә ауырлы булып өйләнергә мәжбүр иткән ҡыҙ әсәйең ине…
«Үҙеңде рәнйеткән кешенән үс алма – быны һинең урынға яҙмыш үҙе эшләр», – тигән һүҙҙәргә барып юлыҡтым бер көндө. Ысынлап та, кешене рәнйетеүҙән һаҡ булырға кәрәклегенә ишара тирә-яғыбыҙҙа тулып ята. Уларҙы аңларға һәм ваҡытында төҙәтергә кәрәк тә бит... Сөнки күҙ йәштәре эҙһеҙ үтмәй, ҡасан да булһа әйләнеп килә, тигән яҙылмаған ҡанун барлығы мәғлүм.
Тик, шулай кәрәк уға, тип шатланырға, тантана итергә ярамай, сөнки, үкенескә күрә, йыш ҡына рәнйеш бумеранг булып насар эш ҡылған кешенең үҙенә түгел, ә яҡындарына әйләнеп ҡайтыусан. Шул тетрәндерә. Бер ниндәй гонаһы булмаған бала ла ата-әсәһенең ҡырын эштәре өсөн яуап тоторға мәжбүр була. Тормошта әленән-әле үҙебеҙ шаһит күп миҫал аша быны бер нисек тә инҡар итеп булмай.
Икенсе яҡтан, һәр кеше яҙмышын үҙе төҙөй, тип тә әйтәләр. Бының өсөн бик көслө рухлы булыу кәрәктер. Шуға күрә, әгәр ҡаныңда һеҙҙең араға ғына хас тәкәбберлек һәм ҡо­ролоҡ, һине яралтҡан кешеләрҙең береһенең холҡондағы ихтыярһыҙлыҡ, икенсеһендәге кеше башы аша атлап бәхет яулар­ға тырышыу сифаты булмаһа, һинең яҙмышыңдың да яҡшы яҡҡа үҙгәреп китеүе ихтимал, тип уйлайым. Юҡҡа ғына асылыңа илһамланып ижад итеү орлоҡтары һалынмағандыр ҙа баһа! Ә илһамлы кеше нескә тойоусан була.
Ышан, тормош ауырлыҡтары алдында юғалып, ҡаушап ҡалмаһаң, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Быны мин көҙгөләге сағылышыма ҡарап күрәм кеүек…

Самум.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 16:57 | Ҡаранылар: 1348
|
  • Мөхәббәт һуғыш кеүек – бөтә ҡорал да яҡшы
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Яҙмыш сағылышы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM