НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ә беҙҙең ауылда...

Ә беҙҙең ауылда...


Фәрбизә МУСИНА, Салауат районының Лағыр мәктәбенең башланғыс клас­тар уҡытыу­сыһы:
– Ауылыбыҙ көндән-көн матурая. Халыҡ, донъя ауырлығына һылтанмай, тырышып йәшәй. Һәр кем йорт-ҡураһын төҙөкләндерергә тырыша. Күп­ләп мал-тыуар аҫрап, һөт-ҡаймаҡ һатыусылар ҙа бар.
Мәктәптә бер ай көндөҙгө лагерь эшләне. Балаларҙы “Янғантау” шифаханаһына экскурсияға алып барҙыҡ. Уларға сәйәхәт бик оҡшаны, ҡәнәғәт булып ҡайттылар. Быйыл мәктәпте ете уҡыусы тамамланы. Форсаттан файҙаланып, уларға имен-һау уҡырға инеүҙәрен теләйем! Әйткәндәй, яңыраҡ төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар осрашыу үткәр­ҙе. Мин дә 35 йыл элек төрлө тарафтарға таралған синыфташтарым менән күрештем. Бик илаһи мәл булды ул.
30 июндә Свердловск өлкә­һенең Березовский ҡала­һында уҙған һабантуйҙа Са­лауат райо­ны республикабыҙ исеменән ҡатнашты. Делегация составында ауылыбыҙҙан мәғариф ветерандары Мәүлиә Яруллина менән Земфира Әхтәрова барҙы. Улар халҡыбыҙҙың аш-һыуын, йолаларын һәм ҡул эштәрен күрһәтте. Земфира Бәрүәз ҡыҙы ҙур сәхнәлә халыҡ йырын башҡарһа, Мәүлиә Ахунйән ҡыҙы тирмә эргәһендә мандолинала уйнап, халыҡтың күңелен асты. Һөй­ләүҙәренсә, Салауат райо­нының сығышын барыһы ла бик оҡшатҡан.
Күптән түгел Сибай драма театры “Хыялыйҙар” спектаклен ҡуйып китте. Бик яратып ҡараныҡ, артистарға ҙур рәхмәт!
Ямғыр яуып тора, Аллаға шөкөр. Быйыл еләк бигерәк уңған. Биҙрәләребеҙҙе тултыр­ғансы йыйып ҡайттыҡ. Картуфты ла утап-күмеп ҡуйҙыҡ. Ауылда ҡайһылар бесәнгә төштө, ә беҙ июлдең 20-ләре тотонорбоҙ тип торабыҙ.
Балаларым, ейәндәрем ҡайт­ҡас, йортҡа йәм өҫтәлде. Бер­гәләшеп ремонт эштәре менән булышабыҙ. Баҡса ар­тында ғына Әй йылғаһы ағып ята, шунда рәхәтләнеп һыу инәбеҙ.

Сығыу ваҡыты 5-07-2013, 12:55 | Ҡаранылар: 744
|
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙе
  • Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM