НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кешеләрсә ысын ғүмере бар

Кешеләрсә ысын ғүмере бар


Кешеләрсә ысын ғүмере бар«Алыҫҡа киткәс, туғандарҙың, атай йортоноң, тыуған яҡтың ҡәҙерен тулы мәғәнәлә аңланым», – тип яҙғайны Вәсил ағайым бер хатында, ике ай хеҙмәтен тултырғас. Ир заттары бындай юлды, әлбиттә, үтергә тейеш. Әрме хеҙмәтенән һалдат атайсалға сыныҡҡан, ҡарашы нығынып, физик яҡтан да көслө булып ҡайтып төшә.
Бөгөн Вәсил Насир улы Харрасов Алыҫ Көнсығышта, Курил утрауҙарының береһе – Кунашир утрауында мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итеп йөрөй. Ҡояш ҡалҡҡан яҡтағы ваҡыт­ҡа, климат үҙенсәлегенә өйрәнеп китеүе ҡыйыныраҡҡа тура килә. Шулай булмай ни, утрауҙы дүрт тарафтан да диңгеҙ уратып алған. Әммә ағайым бындай ғына һынауҙарға бирешкәндәрҙән түгел. Ул һәр бер ауырлыҡты ысын ир-егеттәргә хас тәүәккәллек, ҡәтғилек менән еңеп сыға белде. Гелән үҙе өҫтөндә эшләне. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде. Ҡулына диплом алғас, бер йыл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының автоматлаштырыу бүлегендә етәксе булып эшләп тә өлгөрҙө. Ә хәҙер ватаныбыҙ алдында изге бурысын намыҫлы итеп үтәп йөрөй.
Быны раҫлап, атай-әсәйебеҙ исеменә хәрби часть командирҙарынан рәхмәт хаты килде. Полковник Анатолий Кукарцев былай тип яҙа:
«Хөрмәтле Насир Нәҡип улы һәм Римма Мөғин ҡыҙы! Һеҙгә улығыҙҙы яҡшы кеше итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн бөтөн командование исеменән рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Ул ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Намыҫлы, дисциплиналы, ғәҙел, принциплы хәрби хеҙмәткәр ул. Командование һәм иптәштәре араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Ҡыйын минуттарҙа иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Профессиональ әҙерлеге өсөн подразделение офицерҙары тарафынан маҡтауға лайыҡ.
Һеҙҙең улығыҙ кеүек хәрби хеҙмәткәрҙәргә таяна ла инде илебеҙҙең Ҡораллы Көстәре. Һеҙ уның менән ғорурлана алаһығыҙ. Улығыҙ хәрби бурысын еренә еткереп, яҡшы итеп башҡара. Уны башҡалар өлгө итеп ҡуя.
Һеҙҙең улығыҙ тағы ла нығынды, йыйнағыраҡ булып китте, ысын иргә әүерелде, тип ышандыра алабыҙ. Тиҙҙән быны үҙ күҙегеҙ менән күрә аласаҡһығыҙ.
Улығыҙҙың барыһы ла һәйбәт: һаулығы, кәйефе. Ул артабан да шулай уҡ яҡшы хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе, әрме отличнигы булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.
Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт! Командирҙарса ихлас рәхмәт!
Ошо еңел булмаған ваҡытта һеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ».
Атай-әсәйгә ошонан да ҙурыраҡ бүләк булыуы мөмкинме һуң?! Ил алдында йөҙҙө ҡыҙартмаған улдар булғанда, ҡартлыҡта ла бәхеткә төрөнөп йәшәргә өмөт бар. Ватаныбыҙҙа тормош тыныс булыр, тигән ышаныс та һүнмәй. «Кешеләрсә ысын ғүмере бар йәшәй белгән ысын һәр ирҙең», – тип әйткән Хәй Мөхәмәтйәров үҙ заманында. Вәсил ағайыма был һүҙҙәр нисек тап килеп тора!

Фәиз ХАРРАСОВ,
БДУ студенты.

Сығыу ваҡыты 2-11-2010, 11:09 | Ҡаранылар: 2014
|
  • “Иптәштәремде ташларға хаҡым юҡ...”
  • Ағайым
  • Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
  • Армия тормош мәктәбе булып ҡаламы?
  • Ғаилә башлығы бурысын иреңә тапшыр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM