НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Аҡйондоҙ” артистары

“Аҡйондоҙ” артистары


“Аҡйондоҙ” артистары
Әҙәби әҫәрҙәр уҡыған балалар бик һирәк хәҙер. Тарих, шә­хестәр яҙмышы тураһындағы ре­фераттарҙы интернеттан алып ҡына, йөкмәткеһе менән танышып та тормайынса, өйгә эш «эшләүселәр» ҙә бар.
Балаларҙың ҡыйыулығын, тел байлығын арттырыу, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында, шәхестәребеҙ яҙмышы, улар йәшәгән осор, халҡыбыҙ тарихы менән нығыраҡ таныштырыр өсөн мәктәбебеҙҙә эшләп килгән «Аҡйондоҙ» балалар театры Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев, Йосоп Арыҡов, Миф­тахетдин Аҡмулла, Мөйтән бей, Сураман батыр кеүек бик күп шәхестең яҙмышын өйрәнеп, уларҙың образын сағылдырып, ҡыҫҡа тамашалар ҡуя.
Республика кимәлендә лә уңыштарыбыҙ байтаҡ. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ауылдашыбыҙ Рәүис Заһи­товтың, беҙҙең уҡыусыларҙың сығышын күреп, күҙҙәренә йәш тулды һәм ул: «Һеҙгә, балалар, «Халыҡ театры» исеме бирергә кәрәк! Сәхнәлә ҡайнап йә­шәһәм дә, һеҙҙең шулай уйнағанығыҙ мине тетрәтте! Их, ни өсөн беҙ уҡығанда шундай тамашалар ҡуйманыҡ икән?» – тип һоҡланыуын белдерҙе.
Беҙҙең «Аҡйондоҙ» коллективына төрлө синыф балалары тупланған. Репетициялар дә­рес­тәрҙән һуң үтә, әммә уҡыу­сыларға бер-береһен йыйып алыр өсөн бер генә өндәшеү ҙә етә. Бөтә сценарийҙы тулыһын­са ятлаған балалар ҙа бар, тимәк, уларҙың ишетеү һәм үҙләштереү һәләте бик көслө. Дәрестә уҡыу тиҙлеге түбән булғандар ҙа тамашала оҫта уйнауы, бөтәһенең дә ролен яттан белеүе менән хайран итә. Декорацияларҙы ла балалар үҙҙәре йыя. Ситәнгә тал да киҫеп килтерәләр, түмәрен дә, йүгәнен дә табалар, ҡыҫҡаһы, сценарий әҙерләп кенә өлгөр.
Мәктәп сәхнәһенең йөҙөк ҡашы булған уҡыусыларыбыҙ Динар Ғимашев, Әлисә Омор­ҙаҡова, Салауат Дәүләтшин, Салауат Мөхәмәтйәнов, Рәмзиә Нурмөхәмәтова, Лариса Ғатаул­лина, Рәсимә Яруллина әле лә юғары уҡыу йорттарының сәхнәләрендә төрлө сараларҙы алып бара, уларҙың уңыштарын күреп, ишетеп ҡыуанабыҙ, сөнки улар ҙа – «Аҡйондоҙ»ҙоң сағыу «йондоҙ»ҙары.


Сәриә ЯРУЛЛИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ҡыйғы районы,
Иҫке Мөхәмәт ауылы.

Сығыу ваҡыты 5-04-2013, 11:30 | Ҡаранылар: 926
|
  • Башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ «йондоҙ»
  • Ҡыҙ һүҙе лә бер була
  • “Февраль. Буран… Шағир иленә сәйәхәт”
  • Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы, бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы!
  • Һеҙ театрға йөрөйһөгөҙмө?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM