RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәйеттәр – дәртле халыҡ

29.03.2013 Һәйеттәр – дәртле халыҡ

Федоровка районының Һәйет ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы үҙешмәкәр артистар тарафынан ойошторол­ған төрлө саралар үткәрелеп тора. Бигерәк тә байрамдар мәлендә беҙҙең мәҙәни усаҡта күңелле.
Күптән түгел “Нисек түҙә был йөрәк” исемле трагикомедия ҡуйҙыҡ. Спектаклдә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренештәр күп булды, сөнки бында һүҙ ғүмер буйы һорау тыуҙырған ҡәйнәләр һәм килендәр мөнәсәбәте тураһында барҙы. Шу­ныһы ҡыҙыҡ: сәхнәлә уйнаусы килен һәм ҡәйнә ролдәрен тормошта ла ҡәйнә-килен булған Асия һәм Гөлнур ҡәҙерғоловалар баш­ҡар­ҙы. Ябай ғына ауылдаштарының шундай ки­лештереп матур образдар тыуҙырғанын тамашасылар әленән-әле ҡул сабып хайран ҡалып ҡарап ултырҙы. Спек­такль барыһына ла бик оҡшаған. Һуңынан сәхнә түренә менеп, барыбыҙҙы ла ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар­ға өл­гәшеүебеҙҙе теләнеләр. Бына шулай, урамда буран уйнаны, клубта халыҡ гөрләне. Һуңынан йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо.
Ир-егеттәребеҙҙең байрамы айҡанлы уҙған сара хәтерҙә ҡалды. Иғлан эленһә лә, ирҙәребеҙҙең барыһына ла саҡырыу ҡағыҙы таратып сыҡтым. Клубты матур итеп биҙәп, мейескә яғып йылытып, оҙон итеп өҫтәлдәр һуҙҙыҡ. Ауы­лыбыҙҙың хөрмәтле эшҡыуарҙары – Айгөл һәм Флүр Йосоповтар, Рөстәм Ханнанов һәм Рәйсә Ильясова ярҙамында иҫтәлекле бүләктәр алынды. Байрам ойошторған һайын ауылдаштарыбыҙ Мәбүрә апай һәм Нәзирә еңгә Ғәйетҡоловалар, Вәсилә апай Мәүлетова һәм башҡалар тәмле ризыҡтар әҙерләп килтерә. Был көндә ир-егеттәргә һый-хөрмәт күрһәтеп үткәрелде. Унда Һәйет ауылы мәктәбе уҡыусылары ла спектаклдән өҙөк күрһәтте.
Бына шулай, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйсә, гөрләтеп йәшәп ята беҙҙең ауыл халҡы.

Рәйсә ИЛЬЯСОВА,
Һәйет ауыл клубы мөдире.


Федоровка районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»