НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Йәшлек» уҡып кинәнәм

«Йәшлек» уҡып кинәнәм


Бынан 5 – 6 йыл элек урамда таныш-белештәр менән республикабыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаларына күҙәтеү яһап торабыҙ. Ошонда күршебеҙ Рафаил ағай Нуриев: «Йәшлек»те ал­дырығыҙ, үкенмәҫһегеҙ, ҡурҡмай-өркмәй тән­ҡит материалдарын да баҫтыра, һәр һанында әҙәби әҫәрҙән өҙөк йәки хикәйә, көнүҙәк темаларға мәҡәләләр бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик шәп гәзит», − тип ысҡындырҙы.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан һуң «Йәшлек» гәзите «Ленинсе», «Ле­нинсы» булғанда ла яҙҙыра торғайным, тик уны 90-сы йылдарҙан һуң алдырмай башлағайным. Бына әле дүрт йыл «Йәшлек» уҡып кинәнәм. Ә яҙҙырмай йөрөгән йылдарым өсөн үкенәм.
«Башҡортостан» гәзитен мин 60 йылдан ашыу алдырам, алдырам да, алдырасаҡмын да.
Һеҙгә бәләкәй генә үтенесем дә бар ине. Гәзиттә спорт хаҡында мәғлүмәттәр йыш баҫылып тора. Шулай ҙа хоккейсылар хаҡында (командаға яңы килеүселәрҙе әйтәм) тулыраҡ яҙып барһағыҙ ине. Быйыл «Салауат Юлаев» хоккей командаһы яңы уйынсылар менән тулыланды. Улар хаҡында мәғлүмәт аҙ.
Гәзиткә яҙылыусылар һанын арттырыу хаҡында ла үҙ фекеремде белдереп китәйем. Иң беренсенән – уҡыусыларға гәзиттең тәмен «татытырға» кәрәк. Гәзитте уҡыусы, киоскыламы, осраҡлы рәүештә ҡулына эләгепме, уҡып бик оҡшатһа, ул, һис һүҙһеҙ, баҫманы яҙҙырып алып уҡыясаҡ. Ә бына Өфө ҡалаһында (башҡа ҡалаларҙа ла шулайҙыр инде) киоскылар­ҙа башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы табыуы бик ауыр. Миңә былтыр йыл башынан алып ете айҙан ашыу Республика клиник дауаханаһының пансионатында йәшәргә тура килде. Яҡын тирәләге урамдарҙа ла, диагностика корпусының эсендә лә матбуғат баҫмалары һатылған киоскылар, урындар бар, тик уларҙа башҡорт телендәге баҫмаларҙы табырмын тимә. Достоевский һәм Кустар урамдары киҫешкән мөйөштәге киоскыла ғына берәр дана «Башҡортостан», «Йәш­лек» алдыралар. Баҫмалар баҫылған көндө иртәнге сәғәт 7-нән (8-гә ҡалһаң, өлгөрмәйһең) барып алырға тура килде.
Республикабыҙҙың башҡа йәмәғәт ойошмаларында ла матбуғат баҫмаларын таратыу һәм һатыу насар ойошторолған. Бер миҫал килтереп китәйем әле. 2008 йылдың декабрендә, 2011 йылдың мартында «Радуга» шифаханаһында, шул уҡ 2011 йылдың декабрендә «Йоматау» шифаханаһында һаулыҡты нығытырға тура килде. Ике тапҡыр булғанда ла «Радуга»ла рәхәтләнеп үҙ телемдә матбуғат баҫмалары уҡыным. «Баш­ҡортостан» гәзитен генә шифахана үҙе, яңылышмаһам, 5 – 6 дана алдыра ине. Бына ҡайҙа ул милләтебеҙҙең аҫыл ире булған етәксе. Һүҙем шифахананың баш табибы Альберт Рәшит улы Шәмсетдинов хаҡында. «Йоматау» шифаханаһының төп корпусында матбуғат баҫмалары һатыу урыны бар, ләкин туған телдәге гәзит-журналды табырмын тимә.
«Йәшлек»-фараз» уйынын ойоштороп яҡшы иттегеҙ. Был да үҙенә күрә гәзит уҡыусыларҙы арттырыуҙың бер сараһы. Ләкин ошо уйынға бер аҙ үҙгәрештәр индергәндә яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Дөйөм тиражды фаразлау менән бер рәттән, яҙылыусы үҙ районы уҡыусыларының да һанын билдәләһә, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булыр ине.

Урал ИЛЕМБӘТОВ.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.

Сығыу ваҡыты 1-03-2013, 11:23 | Ҡаранылар: 829
|
  • Ниңә гәзит килмәй?
  • «Йәшлек»-фараз» еңеүсеһе – Әбйәлилдән!
  • Президент – гәзиттә ҡунаҡта
  • Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдылар
  • Дәүләт гәзитһеҙ ҡаласаҡмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM