НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Атаһынан күргән – уҡ юнған

Атаһынан күргән – уҡ юнған


Кеше булмышы, фиғеле менән ҡыҙыҡ та, төрлө-төрлө. Ҡайһы саҡ эргәһендә генә булған тормошто күрмәй, матурлыҡты эҙләп ҡайҙалыр ымһына, борсола. Янында булған илаһи кү­ренештәр, иңгә-иң терәр кешеләр һәр ваҡыт уның менән булғанын һуңлабыраҡ аңлай. Ә күп осраҡта үкенес тә була. Мин бәйән итәсәк кеше яҙмышы, йәшәү рәүеше ғәҙәти ҙә кеүек, ләкин рухи донъяһы һәм тормошҡа ҡарашы бик тәрән.
Йәмғиәттә ирҙәр роле, атай баһаһы, башҡорт ир-егеттәре ха­ҡында һүҙ йөрөткәндә күберәк ыңғай баһалар урынына киреләрен ишетергә тура килә. Ни өсөн? Ошо һорауҙы биргән һайын эргә-тирәләге үҙем белгән ир-егеттәрҙе барлайым, ыңғай һөҙөмтәләр табыр­ға тырышам. Бар ул улар, бар. Тап шундайҙарҙың береһе – Бело­рет районының Йөйәк ауылынан Илдус Миһранов. Уны белә-белгәндән ныҡ­лы характер һыҙаттарына һоҡланам. Тыуған ергә тоғролоҡ, сәм һәм тырышлыҡ – тап ошо һыҙаттар уның булмышын, тор­мош­ҡа фәлсәфәүи ҡарашын фор­ма­лаш­тыр­ған.
Тырышлыҡ Илдусҡа нәҫелдән күсә килгән һыҙат. Атаһы Әхмә­ҙул­ла улы Илдусҡа биш йәш булғанда урманға бүрәнә ташырға йөрөтә. Ат ҡарау, кәртә-ҡурала мал-тыуар менән булыу бәләкәй саҡтан уҡ иңенә төшә Илдустың. Ошо саҡтан уҡ яуаплы ҡараш булдырыу, ниндәй генә эш булһа ла ҡурҡмай башҡарыу хас уға. Мәктәптә уҡы­ғанда теүәл фәндәр күңелен яулап ала. Һөнәр һайлауға ла ошо ярҙам иткәндер. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Ләкин сәмлелек бында ла еңә, тәүге курстан һуң үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китә. Өс йыл хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Тап шул саҡта тыуған яҡ ҡәҙерен, баһаһын белеп ҡайта. Артабан тыуған ауылында төпләнергә теләп, ныҡлы ҡарарға килә. Ата-әсәһе лә төпсөк улдарының нигеҙҙә ҡалыуын хуплай. Илдус тимер юлының махсус бәйләнештәр бүлегенә эшкә инә. Шул ваҡытта Өфөнән Йөйәккә ҡунаҡҡа килеп йөрөгән студент ҡыҙ Гөлсиә менән таныша. Архангел ҡыҙы менән оҙаҡҡа һуҙмай туй үткәреп ебәрәләр. Йәш белгес Йөйәк урта мәктәбендә химия, биология фәндәрен уҡыта башлай. Йәш ғаилә заман менән йәнәш атлай. Ҙур, матур һәм бөтә уңайлыҡтары булған өй һалып инделәр. Ихаталағы умарталарҙы ҡарау, тәрбиәләүгә йәш Миһ­рановтар ихлас ҡушыла. Би­герәк тә Илмир олатаһынан бары­һына ла өйрәнә. Йәйге айҙарҙа Миһрановтар ихатаһында һәр бере­һенең үҙ шөғөлө, береһе лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ҡыҙҙары Гөлдәриә баҡсала йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә, дарыу үләндәре йыя. Буласаҡ табип өсөн былар бик мөһим. Илмир быйыл мәктәпте тамамлап, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инде. Ул да, олатаһына оҡшап, теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Ә өйҙә кескәй Ильяс, ата-инәһенең эштән ҡайтыуын көтөп, олатай менән өләсәйҙең әкиәттәрен тыңлап, бала саҡтың алтын миҙгелен кисерә.
Илдустың донъяһы түңәрәк, ярат­ҡан ҡатыны, өс балаһы, кинәнеп эшләр эше, иң терәр ата-әсәһе бар. Ололарҙы хөрмәтләп, бар мәшәҡәттәрҙе үҙ иңдәренә алғандар. Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай ир азаматы. Ауылда матур йолаға әйләнгән өмәләргә ихлас йөрөй. Ауыл советына депутат итеп һайланған. Ил хәстәрен, тормош мәшәҡәттәрен үҙ иңдәренә һалып, донъя көтә ир-уҙаман. “Атаһынан күргән – уҡ юнған” тигән мәҡәл дә Илдус һымаҡтарға әйтелгәндер ул.

М. ҒАРИФУЛЛИН.

Сығыу ваҡыты 11-12-2012, 10:58 | Ҡаранылар: 932
|
  • Өйлө булыу – ҙур бәхет!
  • Һағындыра йәшлек йылдары
  • Әлдә бер белешмә етмәгән
  • Тормош мәғәнәһе – балаларҙа
  • Өйләнергәме, юҡмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM